Эш программалары
рабочая программа

Аккужина Зульфия Рауфовна

Башҡорт (дәүләт) теле дәрестәренә дәүләт стандарттары буйынса эш программалары һәм календарь-тематик план

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkort_tele_bashlangys_klastar_1_variant.doc166 КБ

Предварительный просмотр:

АҢЛАТМА  ЯҘЫУ

        Дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы һаулыҡ  мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн  Учалы  коррекцион мәктәп-интернатында башҡорт теле дәрестәре дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Интеллектуаль яҡтан аҡылдары зәғиф уҡыусылар араһында бөтөнләй һөйләшә  алмаған, телмәрҙәре  үҫешмәгән  һәм  башҡорт телен  аңламаған рус телле балалар бар.  Шуларҙы  иҫәпкә  алып  башланғыс класс уҡыусыларына  «Осҡон»  программаһына  таянып, 2-се класс уҡыусылары өсөн  (I вариант)   эш программаһы төҙөлдө (авторҙары З.Г. Нафиҡова, Ф.Г. Аҙнабаева  «Балалар  баҡсаһында башҡорт  телен  дәүләт теле  булараҡ  өйрәтеү  буйынса  программа-күрһәтмә»).

    Балаларға  башҡорт телен  өйрәтеүҙә  түбәндәге  маҡсаттар  һәм  бурыстар  ҡуйыла:

  • башҡорт телендә  һөйләгәнде, уҡығанды  анларға  өйрәтеү(аудирование);
  • телмәрендә өн кәмселектәре  булған  балалар  менән өндәрҙе  дөрөҫ  әйтергә  телмәр ағзаларын әҙерләү, оҡшаш  өндәрҙе  дөрөҫ  ишетергә  һәм   айырырға өйрәтеү;
  • өндәрҙең дөрөҫ  әйтелешенә  телмәр  аппараты  өҫтөндә  даими эш  алып  барыу;
  • һәр  дәрестә  артикуляция  гимнастикаһын  алып  барыу;
  •  бармаҡ  хәрәкәттәрен  үҫтереү  өҫтөндә  эшләү: массаж  эшләү,рәсем, һүрәт  буяу,әүәләү, йәбештереү  һәм  бармаҡ  уйындарына  ҙур  иғтибар  бүлеү;
  •  бәйләнешле  телмәр  үҫтереүгә ҙүр  иғтибар  бүлеү;
  •  башҡорт  теленә  ихтирам,  һөйөү  тәрбиәләү  һәм  уны өйрәнеүгә  ынтылыш  теләк  уятыу.  

    Уҡыу планында предметтың урыны; һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән (интеллектуаль үҫешмәгәнлек) Учалы коррекцион мәктәп-интернатының  2-се класс уҡыусылары өсөн  (I вариант)  башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе аҙнаһына 2 сәғәттән, 40-ар минутлыҡ дәрестән, 2018-19  уҡыу йылына 67 сәғәттән  торған  программа  Базис уҡыу планына  таянып ҡоролдо. 

УҠЫУ ПРЕДМЕТЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘӘ ПЛАНЛАШТЫРЫУ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ

Аҡылға зәғиф, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙы башҡорт  телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү(диагноздарын, физик һәм психик үҙенсәлектәрен, үҫеш тотҡарлығын иҫәпкә алып), телмәр үҫтереү, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү  процессында социаль тәжрибә (тормош компетенцияларын) туплау уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы уҡыусы Башҡорт теле дәрестәрендә белем алыу, телмәр үҫтереү менән бер рәттән йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

Уҡыусыларҙың шәхсән һөҙөмтәләрен үҙләштереүҙә Учалы коррекцион мәктәп-интернаты төҙөгән адаптив төп дөйөм белем биреү программаһына таянып, индивидуаль-шәхси сифаттарын һәм социаль (тормош компетенцияларын) яраҡлаҡлаштырыу  инә.

Шәхсән һөҙөмтәләргә инә:

  1. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының гражданины итеп үҙен тойоу,үҙенең иле, республикаһы, районы, ҡалаһы, ауылы өсөн формалаштырыу (уятыу);
  2. Башҡортостан Республикаһының дәүләт билдәләрен (гимн ғорурлыҡ тойғоһон, герб, флаг) нығытыу, һаҡсыл ҡараш һәм һөйөү тәрбиәләү;
  3. күп милләте  Республикабыҙҙың мәҙәниәте менән танышыу һәм уларға ҡарата шәфҡәтле , иғтибарлы булыу;
  4. көндәлек тормошта социаль-көнкүреш  белемдәрен ҡуллана белеү;
  5. кешене анлай белеү, әгәр кәрәк булһа, ярҙам итеү, ҡыйын саҡта яҡындарын, йәштәштәрен йәлләү,ауырыу кешегә иғтибарлы булыу теләге тыуҙырыу;
  6. үҙ теләге  менән һаулыҡ һорашырға, хушлашырға, өлкәндәргә, йәштәштәренә рәхмәтле булыу теләге тыуҙырыу, «һаумыһығыҙ», «хәйерле иртә», «осрашҡанға тиклем», «һау булығыҙ»,  «рәхмәт», «рәхим итегеҙ» кеүек  төрлө өндәшеү ысулдарын ҡулланыу;
  7. үҙенең бөтә мөмкинселектәрен ҡулланып, үҙ файҙаһына ирешеү маҡсатында бүтән балалар һәм өлкәндәр менән аралашырға, төрлө яҡлы баҫымдарғаҡаршы торорға өйрәнеү;
  8. ыңғай һәм кире тойғоларын асыҡ күрһәтә белеү;
  9. үҙ-аллы тормошҡа әҙерлекте формалаштырыу;
  10.  хәүефһеҙ  һәм  сәләмәт тормош алып барыу, хеҙмәткә (ҡул  эштәренә) ҡыҙыҡһыныу уятыу, эш    һөҙөмтәһен күреү, рухи һәм материаль байлыҡтарға һаҡсыллыҡ  булдырыу;
  11.  кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләренә  Башҡорт теле дәрестәрендә алған белемдәре һәм оҫталыҡтары инә. Минималь (минимальный) һәм етәрлек (достаточный)  кимәлдә (уровень)  билдәләнә. Предмет һөҙөмтәләренең  етәрлек кимәле  ҡайһы бер ауыр аҡыллы һәм рус милләтле  уҡыусылар  өсөн  үҙләштереү  мотлаҡ түгел.

Күпселек үҡыусылар өсөн минималь кимәл  мотлаҡ булып тора. Минималь кимәлде үҙләштерә алмаусылар өсөн (диагноздарын  иҫәпкә алып), мәктәп  консилиумы (ПМПк) тәкдиме менән уҡыу индивидуаль план буйынса ойошторола.

2018-19 уҡыу йылы аҙағына 2-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт телен дәүләт теле булараҡ үҙләштереүҙә предмет һөҙөмтәләре:

Минималь  кимәл

Етәрлек кимәл

  • башҡортса иҫәнләшеү һәм хушлашыу;
  • башҡорт өндәрен дөрөс әйтеү;
  • 1-10 тиклем һанай белеү;
  • төп төҫтәрҙе белеү;
  • ғаилә ағзаларын белеү;
  • кешенең тән өлөштерен белеү;
  • уҡыу әсбаптарының атамаларын дөрөҫ әйтә белеү;
  •   элементар һорауҙарҙың мәғәнәһен  аңлау, уларға элементар яуап биреү;
  • кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, баш кейемдәренең атамаларын белеү;
  • йыл миҙгеленә тура килтереп кейенеүҙәре, балаларҙың уйындары, кешеләрҙең эштәре тураһында ҡыҫҡаҡ яуап биреү, (һүрәттәрҙе тура килтереп һалыу);
  • йыл миҙгелдәренең атамаларын, һауа торошон, яуым төшөмдө карточкалар (пиктограммалар) ярҙамында күрһәтеү (һөйләү);
  • йорт, ҡырағай хайуандарының (ҡоштарҙың)  уларҙың балалары, тормошо, туҡланыуҙары тураһында  пиктограммалар ярҙамында күрһәтеү (әйтеү);
  • уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу;
  • тексты тыңлау, йөкмәткеһен һорауҙар (уҡытыусы) ярҙамында һөйләй белеү;
  • текст буйынса  уҡытыусыға (иптәштәренә) һорау биреү;
  • ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;
  • сюжетлы һүрәттәр, ҡаралған фильмдар һәм телетапшырыуҙар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;
  • ваҡиға, персонажға мөнәсәбәтен белдерә белеү;
  • ситуацияға ҡарата тейешле интонацияны мимика ярҙамында күрһәтә белеү;
  • картиналар ҡарау, уларҙы классификациялау;
  • хәрефтәрҙе яҙыу элементтарын өйрәнеү;
  • ҡаралған йәнһүрәт, видеофильмдарҙы сюжетлы һүрәттәр ярҙамында дөрөҫ тәртиптә һалыу.

УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ ( 67 СӘҒӘТ)

  1.   «Мин  йәшәгән  мөхит».(7сәғәт) Уҡыусыларҙы сәләмләү, улар менән танышыу, ҡайҙа йәшәүҙәре тураһында һөйләшеү.Танышыу диалогын алып барыу (Һин кем? Һинен исемен нисек? Һинә нисә йәш?). Һаумы(-һығыҙ) һау бул(-ығыҙ), тигән һүҙҙәр менән таныштырыу. Мәктәп эсе һәм ундағы йыһаздар менән таныштырыу. Класс ҡағиҙәләре менән таныштырыу.Аш бүлмәһенә экскурсияға барыу, ашаған ваҡытта  тәртип ҡағиҙәләрен өйрәнеү.Уйын бүлмәһендә булыу, уйынсыҡ атамаларын, билдәләрен башҡортса әйттереү, уйнағанда үҙенде тота белеү тураһында һөйләшеү. Ябай ғына уйындар уйнатыу. 
  2.           « Йыл  миҙгелдәре.Алтын көҙ». (3сәғәт) Йәшелсә, емеш-еләк, баҡса ағастарынын атамалары баҡса эштәре менән таныштырыу.Уларҙын файҙаһы,билдәләрен, төҫтәрен, тәмен сағыштыра белергә өйрәтеү. Көҙ миҙгелендә   һары төҫтө айыра белергә өйрәтеү. Көҙ темаһы буйынса яны һүҙҙәрҙе һәм уларҙын мәғәнәһен һәм әйтелешен дөрөҫ әйттереү.
  3. Тыуған  Башҡортостан».(2сәғәт) Башҡортостан Республикаһы тураһында һөйләү унын гербы һәм флагы менән таныштырыу, яны һүҙҙәрҙе  ҡабатлатыу, гимнды тынлатыу. Учалы ҡалаһы тураһында белемдәрҙе туплау, тыуған ерҙен матурлығын һүрәттәр, видеояҙмалар ярҙамында еткереү.  Ер-һыу атамары менән таныштыра башлау.
  4.         «Ғаилә».(7сәғәт). Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү.
  5.         «Тән  өлөштәре».(3сәғәт) Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау.
  6.      «Аш – һыу араһында». (3сәғәт) Һауыт – һаба төрҙәре (атамалары) менән  таныштырыу, уларҙын ҡасан кәрәклеген асыҡлау.Аш-һыу атамаларын, сифатын, күләмен, тәмен белдергән һүҙҙәрҙе ятлатыу.
  7.     «Йыл  миҙгелдәре. Ҡыш» .(4сәғәт) Көҙ һәм ҡыш миҙгелдәрен сағыштырыу, күҙәтеү. Ҡыш темаһына ярашлы яны һүҙҙәре үҙләштереү. Яны йыл байрамы ҡағылышлы яны һүҙҙәр менән таныштырыу, байрам тураһында һөйләшеү. Шыршы байрамына 1 –шәр шиғыр һәм йыр ятлатыу, ата-әсәләргә бүләккә буям буяуҙар.
  8.    «Кейем – һалым».(6 сәғәт) Кейем-һалым атамалары менән таныштырыу, малайҙар һәм ҡыҙҙар, тантаналы, миҙгел  кейемдәрен айыра белеү. Әйбер төрҙәрен дөйөмләштерәүгә өйрәтеү.Төҫтәрҙе өйрәнәү һәм нығытыу.
  9.    «Ҡунаҡтар».(2сәғәт) Кейем-һалым, аш-һыу, һауыт-һаба  темаларын  ҡабатлатып, дөйөмләштереп, ҡунаҡтар саҡырыуға әҙерләнеү.Яны һүҙҙәр менән танышыу, уларҙы урынлы ҡуллана белеү, 1-шәр йыр, шиғыр, уйын ҡағиҙәләрен ятлатыу һәм уйнатыу.
  10. «Хайуандар  донъяһында».(4 сәғәт) Йорт хайуандарынан эт һәм бесәй, ҡоштарынан тауыҡ һәм әтәс  менән таныштырыу.Уларҙын тән төҙөлөштәре, тауыш сығарыуҙары, файҙаһы, аҙыҡтары тураһында һөйләшеү. «Бесәй-сысҡан» уйынын уйнатыу, «Сыбар тауыҡ» әкиәтен тынларға өйрәтеү.
  11.   «Байрамдар».(6 сәғәт) Ата-әсәйҙәргә, оло быуын кешеләренә бағышланған байрамдар тураһында һөйләшеү, ҡотлау һүҙҙәрен ятлатыу, бүләк (йыр, шиғыр,буям) әҙерләү. «Ҡунаҡтар» темаһын, ярҙам итеү ҡағиҙәләрен нығытыу.Өләсәйгә ҡунаҡҡа барыуҙы, ҡурсаҡтарҙы ҡунаҡҡа саҡырыуҙы сәхнәләштереү, диалог алып барыуҙы ҡулланыу.
  12.     «Үҫентеләр».(2 сәғәт) Бүлмә гөлдәре һәм үҫентеләр атамалары, уларҙын төҙөлөшө менән танышыу. Уларҙы күҙәтеү, һыу һибеү, төптәрен йомшартыуҙа, япраҡтарын һөртөүҙә ҡатнашыу.
  13.       «Ҡоштар».2 (сәғәт) Күсер ҡоштар араһынан сыйырсыҡ менән таныштырыу. Унын файҙаһы һәм ҡоштарҙы һаҡлау тураһында һөйләшеү. Сыйырсыҡтын тормошон күҙәтеү, унын тураһында видеояҙма ҡарау. Р.Ғариповтын һәм М.Кәримден шиғырҙарын уҡып ишеттереү (баланын үҫешенә  һәм теләгенә  ҡарап ятлатһан да була)
  14.   «Йыл  миҙгелдәре.Яҙ.».(5 сәғәт) Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү, башҡа миҙгел менән сағыштырыу. Яҙғы күренештәр,эштәр тураһында һүҙлек байлығын арттырыу, уны телмәрҙә ҡулланыу. Буямдар буяу, төҫтәрҙе нығытыу.Урманға экскурсияға сығыу, күҙәтеү, өйренелгән уйындарҙы нығытыу.
  15. «Яҙғы  байрамдар».(5сәғәт) 1-се һәм 9-сы Май байрамдары уларзын әһәмиәте менән таныштырыу. Патриотик тойғғо уятыу. Илде һаҡлауға тәрбиәүи моментты ҡулланыу. Фольклор байрамдар тураһында ла күҙ унында тоторға кәрәк.
  16.      «Йыл  миҙгелдәре. Йәй» (2 сәғәт) Йәйге тәбиғәт күренештәре,эштәре менән таныштырыу. Йәйге ялды файҙалы үткәреу тураһында әнғәмә.

                ТЕМАТИК  ПЛАНЛАШТЫРЫУ        

Бүлектәр

Сәғ. һаны

 «Мин  йәшәгән  мөхит»

8

 «Йыл  миҙгелдәре. Алтын көҙ».

3

«Тыуған  Башҡортостан»

2

«Ғаилә».

7

«Тән  өлөштәре»

3

«Аш – һыу араһында»

3

«Йыл  миҙгелдәре. Ҡыш»  

4

«Кейем – һалым»

6

«Ҡунаҡтар»

2

«Хайуандар  донъяһында»

4

«Байрамдар»

6

«Үҫентеләр»

2

 «Ҡоштар».

2

«Йыл  миҙгелдәре.Яҙ.»

5

«Яҙғы  байрамдар»

5

«Йыл  миҙгелдәре. Йәй.»

2

КАЛЕНДАРЬ - ТЕМАТИК ПЛАН

                                 

       дәрестең  темаһы

сәғәттәр һаны

дата

Иҫкәрмә

план

факт

I.

 «Мин  йәшәгән  мөхит».

8 сәғ.

1.

2.

Танышайыҡ

2 сәғ

4.09.

6.09.

3.

4.

Беҙҙең  мәктәп.

2 сәғ.

11.09.

13.09.

5.

Класс бүлмәһе.

1 сәғ.

18.09.

6.

Аш  бүлмәһе.

1 сәғ.

20.09

7.

Уйын  бүлмәһе.

1 сәғ.

25.09.

8.

Үтелгәнде  ҡабатлау

1 сәғ.

27.09.

II.

 «Йыл  миҙгелдәре. Алтын көҙ».

3 сәғ

9.

Йәшелсәләр.

1 сәғ.

2.10.

10.

Емеш – еләктәр.

1 сәғ.

4.10.

11.

Урманға экскурсия. Ағастар.

1 сәғ.

9.10.

III.

«Тыуған  Башҡортостан»

2 сәғ

12.

Минең  Республикам.

1 сәғ.

16.10.

13.

Синыфтан тыш  дәрес. Видеояҙмалар.

1 сәғ.

18.10.

IV.  

 «Ғаилә».

7

14.

Минең  әсәйем, атайым.

1 сәғ.

23.10.

15.

Минең  туғандарым.

1 сәғ.

25.10

16.

Айгөлдөң  өләсәһе.

1 сәғ.

6.11.

17.

18.

Өләсәйҙә  ҡунаҡта.

2 сәғ.

8.11.

13.11.

19.

Булат ҡунаҡ саҡыра.

1 сәғ.

15.11.

20.

Минең менән  кемдәр йәшәй?

1 сәғ.

20.11.

V.

 «Тән  өлөштәре».

3

21.

Беҙҙең ҡулдар  һәм аяҡтар.

1 сәғ.

22.11.

22.

Минең  бармаҡтар.

1 сәғ.

27.11.

23.

Айыуҡайҙың  башы  ауырта.

1 сәғ.

29.11.

VI.

 «Аш – һыу араһында»

3

24.

Сәй  эсәбеҙ.

1 сәғ.

4.12.

25.

Бутҡа  ашайбыҙ.

1 сәғ.

6.12.

26.

Ҡурсаҡтарға һауыт-һаба һайлайыҡ.

1 сәғ.

11.12.

VII

    «Йыл  миҙгелдәре.Ҡыш»  

5

27.

Ҡар  яуа.

1 сәғ.

13.12.

28.

Урманға  сәйәхәт.

1 сәғ.

18.12.

29.

30.

31.

Ҡыш тураһында  шиғырҙар, йырҙар  өйрәнеү.

Яңы йыл  байрамында.

Телмәр үҫтереү дәресе «Шыршы  байрамында»

3 сәғ.

20.12.

25.12.

27.12.

VIII.

   «Кейем – һалым».

6

33.

Беҙ  кейенәбеҙ.

1 сәғ.

15.01

34.

35.

Балалар  урамға  сығалар.

2 сәғ.

17.01.

22.01.

36.

Тышта  уйнайбыҙ.

1 сәғ.

24.01.

37.

Кемдең  күлдәге  матур.

1 сәғ.

29.01.

38.

Иртәнге  аш.

1 сәғ.

31.01.

IX.

   «Ҡунаҡтар»

2

39.

Беҙҙә  ҡунаҡтар.

1 сәғ.

5.02.

40.

Ҡунаҡтарҙы  һыйлайыҡ.

1 сәғ.

7.02.

X.

 «Хайуандар  донъяһында»

4

41.

Минең  этем  Аҡбай.

1 сәғ.

12.02.

42.

Бесәй-бесәй – бес.

1 сәғ.

14.02.

43.

Тауыҡ  менән әтәскә  ем  бирәбеҙ

1 сәғ.

19.02.

44.

Синыфтан  тыш  уҡыу  дәресе.

1 сәғ.

21.02.

XI.

    «Байрамдар»

6

45.

Атайҙар  байрамы.

1 сәғ.

26.02.

46.

Әсәйҙәр  байрамы.

1 сәғ.

28.02.

47.

48.

Ҡурсаҡтар  байрамға  килгән

2 сәғ.

5.03.

7.03.

49.

50.

Өләсәйҙә  ҡунаҡта.

2 сәғ.

12.03.

14.03.

XII.

    «Үҫентеләр»

2

51.

Бүлмәләге  сәскәләр.

1 сәғ.

19.03.

52.

Ялан  сәскәләре. Дарыу  үләндәре

1 сәғ.

21.03.

2.04.

XIII.

 «Ҡоштар».

2

53.

Ҡоштар – беҙҙең  дуҫтар.

1 сәғ.

4.04

54.

Телмәр  үҫтереү дәресе.

1 сәғ.

9.04.

XIV.

«Йыл  миҙгелдәре.Яҙ.»

6

55.

Яҙғы  тәбиғәткә  экскурсия

1 сәғ.

11.04.

56.

57.

Яҙғы  эштәр һәм  эш  ҡоралдары.

2 сәғ.

16.04.

18.04.

58.

Бөжәктәр.

1 сәғ.

23.04.

59.

60.

Балыҡтар. «Балыҡ тотоу»  уйыны.

Саф һауала уйындар

1 сәғ.

25.04.

30.04

XV.

      «Яҙғы  байрамдар»

5

61.

1Май – яҙ һәм хеҙмәт  байрамы.

1 сәғ.

7.05.

62.

9Май – Еңеү  көнө.

1 сәғ.

14.05.

63.

Кәкүк  сәйе.

1 сәғ.

16.05.

64.

Ҡарға  бутҡаһы.

1 сәғ.

21.05.

65.

Һабантуй.

1 сәғ.

23.05.

XVI.

     «Йыл  миҙгелдәре. Йәй.»

2

66.

Тиҙҙән  йәй.

1 сәғ.

28.05.

67.

Башҡорт  халыҡ уйындарын  өйрәнеү.

1 сәғ.

30.05.

МЕТОДИК  ҠУЛЛАНМАЛАР:

1.Аҙнабаева Ф.Ғ.,Нафиҡова З.Ғ.  Осҡон : төрлө милләт балалары тәрбиәләгән балалар баҡсаһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү буйынса программа –күрһәтмә һәм яҡынса дәрес өлгөләре.- Өфө: Китап, 2010. – 272 бит.

2.Аҙнабаева Ф.Ғ.,Шафиҡова Г.Р. Тәбиғәт һәм кеше. Методик ҡулланма.- Өфө: Китап, 2012, - 324 бит.

3.Аҙнабаева Ф.Ғ., Әғзәмова З.Ә. Уйындан – үҫешкә. Дидактик уйындар: мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн.Беренсе бүлек. – Өфө: Китап, 2010. – 72 бит.

4.Нафиҡова З.Ғ., Ғәлиева Ғ.Ғ. Башҡорт балалар баҡсалары өсөн комплекслы уҡытыу-тәрбиә программаһы. Яңыртылған икенсе баҫма. – Өфө: Китап, 2009. – 200 бит.

5. Нафиҡова З.Ғ. Уйнай-уйнай  үҫәбеҙ. Методик ҡулланма. – Өфө: Китап,2010. – 96 бит.

6.Нафикова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Ғ. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма. Өфө: Китап, 2010. – 136 бит.

7. Аҙнабаева Ф.Ғ.,Йылҡыбаева Г.Р., Харисова М.Р., Әминева Р.И. Тылсымлы өндәр: Күргәҙмәле-методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2012. – 144 бит.

8.Галяутдинов И.Г. Башкирские народные детские игры (на русском и башкирском языках). Книга первая. – Изд..2-е, с изм. – Уфа: Китап, 2002. – 248 с.: ил.

9. Йәйғор: Балалар баҡсаһының өлкәндәр һәм әҙерлек төркөмдәре өсөн хрестоматия. Икенсе китап/ Авт.-төҙ. А.Ш.Йәғәфәрова, төҙ. М.Б.Юлмөхәмәтов. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. – Һүрәттәре менән 216 бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теленнән эш программалары (1,3,4- сыйныфлар өчен, рус төркеме)

Здесь можно познакомиться с рабочей программой для детей русскояз.обучением. По учебникам Р..З.Хайдаровой и Ф.Сафиуллиной...

6 нчы сыйныфның рус төркеменә татар теле һәм әдәбиятыннан Р.Хәйдарова дәреслеге буенча төзелгән эш программалары

Татар теле һәм әдәбиятын аерып укыту сәбәпле, татар теле һәм татар әдәбиятына эш программасын аерым төзедем. Һәр программа титул битеннән, аңлатма язуыннан, календарь-тематик планнан тора. Планла...

татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары

татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары...

татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары

Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары...

Әдәбияттан эш программалары

А.Яхин методикасы белән укытучылар өчен...

Татар теленнэн эш программалары

А.Яхин методикасы буенча эшләүче мөгаллимнәргә...