Олимпиада һорауҙары
олимпиадные задания

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаға әҙерләнеүсе уҡыусылар өсөн тәғәйенләнә

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл olimp.docx27.33 КБ

Предварительный просмотр:

5-се синыф уҡыусылары өсөн әсә теленән

олимпиада һорауҙары

1 Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен төркөмләп яҙығыҙ.

2 Өндәш һүҙҙәрҙе табып, өтөрҙәрҙе ҡуйып яҙығыҙ.

- Атаһы  исмаһам, улдарыбыҙ ҙа юҡ бит.

- Ҡайғырма әсәһе күреп тор, бына тигән улыбыҙ булыр әле.

- һау бул һөйөклө әсәйем.

- Хуш бул ҡәҙерле атайым. (“Ҡамыр батыр” әкиәтенән.)

3 Башҡорт алфавитын яҙығыҙ.Һуҙынҡы (ҡалын һәм нәҙек) һәм тартынҡы (яңғырау һәм һаңғырау) өндәрҙе, ике өндө белдергән һәм бер ниндәй ҙә өндө белдермәгән хәрефтәрҙе төркөмләп яҙығыҙ.

4 Бирелгән һүҙҙәргә мөмкин тиклем күберәк синонимдар яҙығыҙ. Антоним һәм омонимға билдәләмә бирегеҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

         Матур, көслө, ҙур.

5 “Металл” һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

5-се синыф уҡыусылары өсөн туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1 Нимә ул башҡорт халыҡ ижады?

2 Нимә ул мәҡәл? Мәҡәлдәр яҙығыҙ.

3 Кем ул Салауат Юлаев? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

4 Биография һәм автобиографияға билдәләмә яҙығыҙ.

5 “Тел – күңелдең көҙгөһө” тигән темаға миниатюр инша яҙығыҙ.

    6-сы синыф уҡыусылары өсөн әсә теленән олимпиада һорауҙары

1 Нимә ул лексика? Нимә ул фразеологик берәмектәр? Миҫалдар яҙығыҙ.

2 Һүҙ төркөмдәрен төркөмләп яҙығыҙ.

3 “Башҡортостан” һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

4 “Нәҙек” һүҙен дәрәжәлә үҙгәртегеҙ.

5 Һанға грамматик анализ яһағыҙ.

 Ер йөҙөндә 5 меңләгән тел бар.  

6 Алмаштың төркөмсәләрен һанап яҙығыҙ, һәр береһенә миҫалдар килтерегеҙ.

7 Һөйләмдәге ҡылымды заман, зат һәм һан менән үҙгәртегеҙ.

Борон-борон заманда, Уралтау менән Ағиҙел дә, Яйыҡ менән Һаҡмар ҙа юҡ саҡта, шыр урман эсендә йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. (“Урал батыр” әкиәтенән.)

8 Рәүеш тип ниндәй һүҙҙәр атала? 

6-сы синыф уҡыусылары өсөн туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1 Халыҡ ижады ниндәй төрҙәргә бүленә? Улар нисек барлыҡҡа килгән?

2 Әкиәт төрҙәрен яҙығыҙ. Һәр төргә әкиәттәрҙән миҫалдар килтерегеҙ.

3 Нимә ул легенда? Берәй легенданың йөкмәткеһен яҙығыҙ.

4 Бәйеттәргә ниндәй билдәләр хас?

5 Көләмәс һәм таҡмаҡ жанрҙарына аңлатма бирегеҙ.

6 Мөмкин тиклем күберәк  һынамыштар яҙығыҙ.

7 Зәйнәб Биишеваның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

8 “Башҡортостан – минең төп йортом”  тигән темаға миниатюр инша яҙығыҙ.

         7-се синыф уҡыусылары өсөн әсә теленән олимпиада һорауҙары

1 Туған телгә бағышлап яҙылған кемдәрҙең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? Оҡшаған шиғырҙың берәй куплетын яттан яҙығыҙ.

2 Ярашыу, башҡарылыу, йәнәшәлек һәм һөйкәлеү бәйләнештәренә миҫалдар яҙығыҙ.

3 Һөйләмдең эйә менән хәбәре ниндәй һүҙ төркөмдәренән килгән?

    Өс балаһын етем ҡалдырып, Ғилметдин был һуғыштан ҡайтманы. (М.Кәрим.)  

4 Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.

   Бына асыҡ тәҙрәләрҙән бер ваҡыт ҡурай моңо менән йыр ағыла башлай.(Ә.Еники.)

5 Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе тураһында яҙығыҙ.

6 Бер составлы һөйләмдең төрҙәрен һанап яҙығыҙ. Һәр төрөнә миҫалдар килтерегеҙ.

7 Тиң киҫәктәре булған һөйләм яҙығыҙ.

8 Тура телмәрле һөйләмдәрҙә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла. Миҫалдар килтерегеҙ.

    7-се синыф уҡыусылары өсөн туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1 Кемдәрҙең ниндәй тарихи әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

2 Нимә ул риүәйәт? Берәй риүәйәттең йөкмәткеһен яҙығыҙ.

3 Көләмәс, шиғыр, хикәйәт, парса, хикәйә, повесть, йыр, легенда, риүәйәт, роман, әкиәт, бәйет, поэма, таҡмаҡ, сеңләү. Үрҙә һаналып киткән жанрҙарҙың ҡайһыһы башҡорт халыҡ ижадына ҡарай?   

4 Нимә ул импровизация? Башҡорт әҙәбиәтендә кемде шағир-импровизатор тип әйтеп була?

5                          Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,

                          Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.

                          Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,

                          Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Был шиғыр юлдарының авторы кем? Шиғыр нисек атала?

6  М.Кәримдең әҫәрҙәрен һанап яҙығыҙ.

7 Башҡортостандың халыҡ яҙыусыларын атағыҙ.

8 “Минең ғаиләм” тигән темаға миниатюр инша яҙығыҙ.

   8-се синыф уҡыусылары өсөн әсә теленән олимпиада һорауҙары

1 Ҡушма һөйләмгә дөйөм төшөнсә бирегеҙ. Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмгә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмгә миҫалдар килтерегеҙ.

2 10 мәҡәл яҙығыҙ.

3 “Еләк” һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

4 Бирелгән схемалар буйынса һөйләмдәр төҙөгөҙ.

       1. “Т,-а,-т”.                       3. “Т?-а.-Т”.

       2. “Т!-а.-Т”.                       4. “Т.-а,-т”.

5 Нимә ул пунктуация? Ниндәй тыныш билдәләрен беләһегеҙ?

6 Ярҙамсы һүҙҙәрҙе һанап сығығыҙ, улар үҙ аллы һүҙ төркөмдәренән нимәһе менән айырыла?

7 Үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен һанап сығығыҙ, уларҙың һәр береһенең нимә белдереүен әйтегеҙ.

8 Һөйләмдәргә тыныш билдәләре ҡуйығыҙ.

Күренеп тора балаларға бындай һыйҙы күрергә тура килмәгән. (Ә.Чаныш.)

Сөләймән райкомда эшләне Мәрйәм мәктәптә балалар уҡытты. (Я.Хамматов.)

Әсәйем уҡытыусы атайым инженер.

8-се синыф уҡыусылары өсөн туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1 Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусыларын атағыҙ.

2 Нимә ул ҡобайыр? Ниндәй ҡобайырҙар беләһегеҙ?

3 Әҫәрҙәрҙең жанрҙарын һәм авторҙарын атағыҙ.

 “Кинйә”         “Йәшәйһе бар”        “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”

  “Ер”           “Боролош”            “Шүрәле ”.

4 Яратҡан шағирығыҙҙы йәки яҙыусығыҙҙы атағыҙ. Уның тормошо һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса ғына яҙығыҙ.

5 Башҡортостан Республикаһының иң юғары һәм маҡтаулы премияһы нисек атала? Ул кемдәргә һәм ни өсөн бирелә?

6 Башҡортостан Республикаһының Гербында һәм Флагында ниндәй символдар бар һәм улар нимә аңлата?

7 Кемдәр улар сәсәндәр? Ниндәй башҡорт сәсәндәрен беләһегеҙ, исемдәрен атап китегеҙ.

8 “Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух” тигән темаға миниатюр инша яҙығыҙ.

 

 

9-сы синыф уҡыусылары өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

  1. Башҡорт теле – беҙҙең туған телебеҙ һөйләмендә ни өсөн эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылған?
  2. Урмандар ҙа, яландар ҙа, тауҙар ҙа күңелемә үтә яҡын һөйләмендә ниндәй һөйләм киҫәктәре тиң булған?
  3. Ерле һөйләш телмәрен нисек атап йөрөтәләр? Башҡорт телендә нисә диалект бар? Һанап яҙырға.
  4. Күренештәрҙе, предметтарҙы үҙ-ара оҡшашлыҡ яғынан йәнәш ҡуйып һүрәтләү сараһы нисек атала?
  5. Төрлө күренештәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү нисек атала?
  6. Башҡорт телендә нисә ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар бар? Һанап яҙырға.
  7. Башҡорт телендә нисә яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар бар? Яҙырға.
  8. Дөрөҫ һөйләү һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре йыйылмаһы нисек атала?
  9. Күплек, эйәлек һәм хәбәрлек заты, килеш ялғауҙары ниндәй ялғауҙар төрөнә ҡарай?
  10. Башҡорт теленең үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айырып яҙырға.

9-сы синыф уҡыусылары өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

  1. Кино, телевидение, театр, музыка, һынлы сәнғәт, архитектура, художестволы әҙәбиәт ниндәй ижади хеҙмәт төрөнә ҡарай?
  2. Халыҡтың быуаттар буйына телдән телгә күсеп килгән һүҙ сәнғәте нисек атала?
  3. “Урал батыр” эпосында Урал менән Шүлгән ни өсөн ил гиҙеп сығып китәләр?
  4. “Урал батыр” эпосының төп темаһы. Геройҙарын һанарға.
  5. Ниндәй эпостар беләһегеҙ?
  6. Кем ул сәсән? Сәсәндәрҙең исемдәрен яҙырға.
  7. Нимә ул ҡобайыр?
  8. Авторы билдәле булған һүҙ сәнғәте төрө нисек атала?
  9. Салауат Юлаев тураһында нимәләр беләһегеҙ? (тормошо, ижады)
  10. “Беҙ – милләттең киләсәге” тигән темаға миниатюр инша яҙырға.

10-сы синыф уҡыусылары өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

  1. Нимә ул тел? Нимә ул телмәр?
  2. Синонимдарға, антонимдарға, омонимдарға миҫалдар килтерегеҙ?
  3. 5 фразеологик берәмек яҙырға.
  4. Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар? Ике өндө белдергән хәрефтәрҙе һәм бер ниндәй ҙә өн белдермәгән хәрефтәрҙе һанап яҙырға.
  5. Башҡорт теленең һүҙ төркөмдәрен айырып яҙырға.
  6. Һөйләм киҫәктәрен яҙырға.
  7. Башҡорт теленең стилдәре.
  8. Теҙмә һәм эйәртеүле һүҙбәйләнештәргә миҫалдар яҙырға.
  9. Йыйынаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр тип ниндәй һөйләмдәргә әйтәбеҙ? Миҫалдар менән дәлилләргә.
  10. Хыялымдың йылғыр ҡанаттары ауылыма ҡайтып етте һөйләменә синтаксик анализ яһарға.

10-сы синыф уҡыусылары өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һанарға.

2. Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыу осоро.

3. Совет осоронда барлыҡҡа килгән “Тулҡын” ойошмаһының  

   етәкселәре һәм ойошманың маҡсаты.

  1. Атлан, батыр, атҡа, тот һөңгөңдө! 

    ......... (яҙып бөтөрөргә)

      Ниндәй әҫәрҙән алынған? Авторы кем?  

  1. Таңсулпан, Мозой, Һөйөндөк, Иван Иванович, Әпкәләй ниндәй  

    әҫәр геройҙары? Авторы кем?

  1. Яҡташ яҙыусыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?
  2. З. Биишеваның әҫәрҙәрен һанағыҙ.
  3. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыларын һанарға.
  4. Автобиографик әҫәр тип ниндәй әҫәргә әйтәбеҙ? Автобиографик әҫәрҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.
  5. “Ғүмер бер генә, уны беҙ лайыҡлы йәшәргә тейеш” тигән темаға миниатюр инша яҙырға.

11-се синыфтар өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

  1. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен һанап яҙырға.
  2. Нимә ул һүҙбәйләнеш? Эйәртеүле һәм теҙмә һүҙбәйләнешкә миҫалдар килтерегеҙ.
  3. Ике составлы йыйнаҡ һәм ике составлы тарҡау һөйләм төҙөргә.
  4. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айырып яҙырға.
  5. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәрен билдәләргә.

Әйтелгән ваҡытҡа килеп етегеҙ

Эште оҙаҡҡа һуҙманылар

Һалҡынайта

Көҙ.

  1. Ҡышын урман елһеҙ шаулаһа, буран булыр һөйләменең төрөн билдәләгеҙ.
  2. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләргә ниндәй һөйләмдәр инә?
  3. Теҙемдәр ниндәй жанрҙарҙа ҡулланыла?
  4. Тел тураһында фән бүлектәрен һанағыҙ. Һәр бүлек нимә өйрәнә?
  5. Башҡорт алфавитының 25-се хәрефе.

11-се синыф уҡыусылары өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1. Поэзия, проза һәм драматургия өлкәһенә ниндәй жанрҙар ҡарай?

2.  Нимә ул триптих?

3. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары.

4. Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары.

5. М. Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

6. “Ҡояш еле” поэмаһының авторы.

7. Яҡташ яҙыусыларҙы һанарға.

8. “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” әҫәренең авторы.

9. Ниндәй премияларҙы беләһегеҙ?

10. “Яҙыусы – халыҡтың намыҫы, ҡолағы һәм күҙе” тигән темаға  

     миниатюр инша яҙырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Олимпиада һорауҙары

Олимпиадные задания по башкирскому (государственному) языку для учащихся 9 класса русскоязычных школ....

Туған башҡорт теленән 4 кластарҙа олимпиада һорауҙары.

Республика кимәле өсөн туған телдән олимпиада һорауҙары...

Олимпиада һорауҙары.

Ҡулъяулыҡ һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.Һөйләмдә дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйырға: Көнгәк  юлсылар менән айырылышырға теләмәгәндәй улар барған ыңғайға әкрен генә боролоп шағирҙың уйҙарын үҙенә...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада өсөн тест һорауҙары 7-се синыф

1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы хәреф бар?а) 36;б) 27;в) 21;г) 42....

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын баһалау

Башҡорт  теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын  баһалау....

Олимпиада һорауҙары

5-6 кластар өсөн тәғәйенләнгән олимпиада һорауҙары һәм эштәр...