М.Аҡмуллаға арналған дәрес өлгөһө
методическая разработка (5 класс)

Байбулатова Гузель

5-се класс өсөн М.Аҡмуллаға араналған дәрес өлгөһө. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл miftahetdin_akmullaga_arnalgan_dres_5-se_klass.docx50.45 КБ

Предварительный просмотр:

Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған дәрес. (5-се класс).

Тема: Яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулла.

Маҡсат:

1). М. Аҡмулланың ижады һәм тормош юлы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү;

2). «Нәсихәттәр» шиғырын уҡыу, һорауҙарға яуап биреү;

3).Аҡмулла ижад йоғонтоһонда белем, мәғрифәткә ынтылыш, ғәҙеллек юғары әхлаҡи - әҙәплелек, сафлыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: 3-сө класс өсөн “Башҡорт теле” дәреслеге; М.Аҡмуллаға арналған китаптар, плакаттар, интерактив таҡта, компьютер.

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ҡәҙерле ҡунаҡтар!

-Һаумыһығыҙ.

Уҡыусылар, дәрестең темаһын асыҡлар өсөн ребус сисеп алайыҡ. Интерактив таҡтаға ҡарағыҙ.Нимәләр төшөрөлгән? (Ай, ҡояш, ҡул, алма). Ай һүҙенең һуңғы хәрефен алып ташлайбыҙ. Ҡояш һүҙенең һуңғы өс хәрефоен алып ташлағыҙ. Ҡул һүҙендә ҡ хәрефен м хәрефенә алмаштырабыҙ. Алма һүҙендә 2,4 хәрефтәрҙе урындары менән алмаштырабыҙ. Ниндәй һүҙ килеп сыҡты уҡып күрһәтегеҙ әле. АҠМУЛЛА һүҙе килеп сыҡты.

  • Кем ул Аҡмулла?
  • Ул – шағир, уҡытыусы.
  • Яҡшы, дөрөҫ.
  • Уның берәй шиғырын уҡығанығыҙ, ишеткәнегеҙ бармы?
  • Эйе, бар. Беҙ уның “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” шиғырын уҡыныҡ.
  • Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?
  • Был шиғырҙа Аҡмулла уҡырға саҡыра.
  • Дөрөҫ, Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙа белем алырға өндәй. Ул – шағир- мәғрифәтсе. Мәғрифәтсе һүҙенең мәғәнәһен асҡлайыҡ. (интеактив таҡтала)

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән М. Аҡмулланың «Нәсихәттәр» тигән шиғыры менән танышасаҡбыҙ.

  • Беҙ һеҙҙең менән дәрестә ғәҙеллек, белем, юғары әхлаҡи - әҙәплелек, сафлыҡ тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Һәм тағы ла, һәр кеше өсөн был тормошта нимәләр кәрәклеген асыҡларбыҙ.

Төп тема.

а) Иң башта нимә һуң ул нәсихәт билдәләп китәйек, был һүҙ ҡайһы берҙәрегеҙгә таныш түгелдер.

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә бына нисек итеп бирелгән (экранда сыға).

Нәсихәт – тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән ҺҮҘ .

б) Шиғыр уҡыу.

-Был шиғыр һеҙгә алдан уҡырға бирелгәйне. Ә хәҙер бергәләп уҡыйбыҙ.

Уҡытыусы уҡый.

Уҡыусыларҙан сылбыр буйынса уҡытыу.

Һорау:

- Кемдең күңеленә ниндәй юлдар яҡыныраҡ? Ни өсөн?

- Ә был шиғырҙа төп һүҙҙәр ниндәй? (уҡыусылар яуап бирәләр һәм экранда схема сыға)

Дөйөм был һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Тимәк был һүҙҙәр кешегә хас булған сифаттар.

в) Һүҙлек эше.

- Әйҙәгеҙ әле тағы ла һүҙлеккә мөрәжәғәт итәейк (экранда слайдтар сыға).

Иман – ислам диненә булған ышаныс.

Иман – вера, религиозные убеждения.

Күңел – кешенең эске рухи донъяһы, хис – тойғоһо.

Күңел – душа.

Аҡыл – кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте.

Аҡыл – ум, интеллект.

Шөкөр – тормоштан, хәл - әхүәлдәр риза булған ҡәнәгәтлек эшсе.

Шөкөр – благодарность.

Әҙәп – яҡшы ғәҙәт, йола.

Әҙәп – вежливость, благовоспитанность.

Сабыр – ҡыйынлыҡҡа түҙеү, сыҙау һәләтлеге.

Сабыр – терпение, сдержанность.

Ихлас–саф күңелле, ысын теләкле.
Ихлас – искренний, чистосердечный.

Шиғырға буйынса әңгәмә ҡороу:

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр.

(Аҡылһыҙ кеше тәртипһеҙ, әҙәпһеҙ тигән мәғәнәлә бирелгән).

Тағы ла ете нәсихәткә әйләнеп ҡайтайыҡ. Һеҙ, уҡыусылар, ошо сифаттарҙың ҡайһыһын беренсе урынға ҡуйыр инегеҙ? Ни өсөн?

Уҡыусылар: Бөтә нәсихәтте лә беренсе урынға ҡуйып була. Сөнки кешелә иман, аҡыл, күңел сафлығы, намыҫ, ихласлыҡ , әҙәп кеүек сифаттар булырға тейеш.

Уҡытыусы: Был шиғырҙа Аҡмулла үҙенең ысын кеше тураһында уй-ҡараштарын билдәле бер тәртипкә һалып, дөйөмләштереп ҡуя һәм күңел сафлығы, намыҫ, аҡыллылыҡ, ихласлыҡ, әҙәплелек кеүек сифаттарҙы уның менән айрылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай. Шуға күрә лә ул ҡан-ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур, паҡ булырға саҡыра.

Презентация буйынса Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән ҡыҫҡаса байҡау яһау.

Йомғаҡлау.

Аҡмулла үҙенең “Нәсихәттәр” шиғырында әҙәпле , намыҫлы, аҡыллы булырға саҡыра.

Баһалау.Дәрестә яҡшы яуап биргән уҡыусыларға билдәләр ҡуйыу.

Өйгә эш. 1. “Нәсихәттәр“ шиғырын тасуири уҡырға,

2. Аң, белем тураһында мәҡәлдәр алып килергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хис...

Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған әҙәби кисә

Аҡмулла... Был  исем күптән инде халыҡ уйына, хаҡлыҡҡа, ғәҙеллеккә, юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән. Шағир 19 быуаттың икенсе яртыһындағы 3 халыҡ (башҡорт, татар, ҡаҙаҡ) әҙәбиәтенең к...

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла» Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла»Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»...