Сценарий на 1 сентября
материал по теме

Нагимова Шауря Халяфовна

Литературно-музыкальная композиция ко дню Знаний на башкирском и русском языках. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Сценарий 1 сентября39.5 КБ

Предварительный просмотр:

  1. Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ!

Һеҙгә бәхет, һеҙгә шатлыҡ

Һеҙгә яңы бәрәкәт!

  1. День необычный сегодня на свете –

Музыка всюду, улыбки и смех

Школа открыла двери для всех!

  1. Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡыусылар һәм беҙҙең байрамдың ҡунаҡтары! Бөгөн беҙҙең илебеҙҙә Белем байрамы! Ошо байрам менән бөтәгеҙҙе лә ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Быйылғы уҡыу йылы шатлыҡтарҙан ғына торһон!

  1. Торжественная линейка, посвященная началу учебного года, объявляется открытой.

(Звучит гимн).

  1. Здесь собралась вся школа, чтобы услышать первый звонок нового учебного года. Дать старт новым интересным делам и продолжить традиции школы.

Учеба, здравствуй!

Школа, здравствуй!

Идем за знаниями вновь!

Сегодня праздник!

Школьный праздник!

      Встречаем мы учебный год.

 

Мәктәп, бөгөн һин ҡаршы ал,

Ишектәрең киң асып,

Беҙ ныҡлы белем алырбыҙ,

Дәрт-көстәр тора ташып.

  Мы уже соскучились по партам,

   Да и им невесело без нас.

   И, как будто книжкины страницы,

   Листья клёнов нынче шелестят.

Сентябргә барып тоташалыр,

Башланасаҡ һуҡмаҡ, яңы юл.

Беҙҙең өсөн һағынып, көтөп алған

Сентябрь  - ул,гүйә, яңы йыл.

Наша школа – это храм науки,

             Дом уюта, светлый огонёк,

             Добрые учительские руки,

             Первый и последний наш звонок.

Алда көтә ҙур юлдар,

Төрлө ҡыҙыҡлы фәндәр.

Белем донъяһына илтер

Мәктәптә үтер көндәр.

Аяҡ баҫһын яңы уҡыу йылы

Бәхет нурҙары менән!

Байрамыбыҙ дауам итһен

Шатлыҡ йырҙары менән.

Йыр «Белһәң ине»

Бөгөн беҙҙә оло тантана. Үҙебеҙҙең шатлыҡ менән уртаҡлашырға ҡунаҡтар ҙа саҡырҙыҡ. Улар араһында............

  1. Әй, килә яңы кешеләр,

Юлдарҙы гөлгә күмеп.

Иң кеселәр – беренселәр,

Үҙҙәре гөлдәр кеүек.

  1. Сегодня в нашу школу в первый класс пришли 3 ученика: Сулейманова Айзида Байрасовна, Сунагатова Камила Гаязовна, Шарафутдинов Вильдан Забирович.
  2. ә хәҙер һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ, беренселәр.

Мин кистән үк һалып ҡуйҙым

Портфелгә дәфтәрҙәрҙе.

Теҙеп ҡуйҙым берәмләп

Пеналға ҡәләмдәрҙе.

Туйғансы уйнар инем дә

Минең бит ваҡытым тар.

Иртәгә “5”ле алырға

Мәктәпкә бараһым бар.

Мин бит хәҙер уҡыусы,

Кәрәк миңә уҡырға

Ваҡытым аҙ ҡалыр инде

Ҡурсаҡ менән уйнарға.

        

        -А, ну давай,звени, звонок

И громче, а не тише”

Да так, чтоб каждый школьник мог

Тебя, звонок, тебя, звонок,

Тебя, звонок, услышать!

 

Ҡыңғырау шылтыратыу хоҡуғы - 1 класты тик биш билдәләренә генә тамамлаған Ғәлина Динәгә тапшырыла.

Ҡыңғырау шылтырай.

- Саҡыра, тағы саҡыра

  Ҡыңғырау синыфтарға.

   Бөгөндән – “Белем көнөнән”

               Уҡыу йылын башларға

Йыр «Беҙ хәҙер уҡыусылар»

Беҙҙең бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ, кисәге әҙерлек класында тәрбиәләнеүселәр. Уларҙы байрам менән ҡотларға Даньянова Гүзәлиә Сәлих ҡыҙы ла килгән. Һүҙ һеҙгә.

        Ә хәҙер һүҙ беренсе класс уҡыусыларының беренсе уҡытыусылары.......... бирелә.

Ҡотлау өсөн һүҙҙе ата-әсәләргә бирәбеҙ.

Беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асып, уҡыусы буласаҡ кескәй дуҫтарға 4 кластың  алдынғы уҡыусыһы Нәғимова Айгизәнән ошондай наказ.

Уҡығыҙ дүрткә-бишкә,

Итәғәтле булығыҙ,

Алдашмағыҙ һис ҡасан

Намыҫлылар булығыҙ.

(4 класс уҡыусылары беренселәргә бүләк тарата)

Һәр йыл уҡыусылар менән берлектә яңы уҡыу йылын беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ ҙа тулҡынланып ҡаршылай.

   - Дорогие учителя!

                 Мы желаем вам всем молодеть.

                 Никогда, никогда не стареть.

                 Вам здоровья, любви и тепла,

                 Чтоб зарплата приличной  была.

- Алығыҙ һеҙ бөгөн бүләк итеп,

               Сәскәләрҙең ошо бәйләмен.

           Ҡаршылағыҙ тағы бик күп йылдар

               Бөгөнгөләй “Белем байрамын”.

(Сәскәләр тапшырыу.)

Йыр «Уҡытыусыма»

Мәктәп һәм ғаилә тормошон өс төшөнсә бәйләй: УҠЫТЫУСЫ, УҠЫУСЫ, АТА-ӘСӘЛӘР.

Беҙҙә бөгөн тантана

Йөҙҙәр нисек нурлана

Беҙҙең менән бергәләп

Әсәйҙәр ҙә ҡыуана, атайҙар ҙа шатлана.

        

Үҫеп еттек бына беҙ

Ҙур кешеләр булырбыҙ

Ата-әсә йылыһын

Түгел онотаһыбыҙ.

Бөгөнгө байрам бөтәбеҙ өсөн дә шатлыҡлы һәм иҫтәлекле. Хөкүмәтебеҙ беҙгә ошондай матур мәктәптәр бүләк итһә, ата-әсәләр беҙгә ошо мәктәп тормошон йәмләндереүсе уҡыусыларҙы ышанып беҙҙең ҡулға тапшыра. Белем байрамын һәр ата-әсә үҙенсә көтә, өҙгөләнә, әйтерһең дә ул үҙе лә балаһы менән бергә уҡырға бара. Бына бөгөн һәр бала шундай матур кейенгән, йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡый – был, әлбиттә, ата-әсәләр тырышлығы. Һеҙгә хөрмәтле ата-әсәләр иҫәнлек-һаулыҡ, яңы уҡыу йылын һеҙҙең менән бергә үтергә яҙһын!

Бергә - Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр,

        Рәхмәт һеҙгә, атайҙар!

Йыр «Бәхет өсөн»

Ә хәҙер һеҙҙең алҡыштарығыҙ ярҙамында беренсе класс уҡыусыларын кластарына Белем донъяһына оҙатайыҡ.

Ошоноң менән тантаналы линейкабыҙ ябыҡ.

Килеүегеҙ өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт!

Музыка «Ҡарлуғастар төйәге»


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сценарий 1 сентября

Сценарий торжественной линейки "День знаний"...

Сценарий 1 сентября

торжественная линейка посвященная Дню Знаний со словами первоклассников и выпускников...

Сценарий 1 сентября-2011

Сценарий торжественной линейки 1 сентября - 2011...

Сценарий 1 сентября

Готовый конспект праздника....

Сценарий 1 сентября

Торжественная линейка, посвящённая Дню знаний, 1 сентября...

Сценарий 1 сентября

Сценарий Дня знаний предназначен для учащихся 5-11 классов....

Сценарий 1 сентября - 2011

Сценарий проведения торжественного праздника, посвященного Дню Знаний....