Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы
проект на тему

Карагулов Тагир Амирович

Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tanhylyu_gynullinanyn_shahitly_ser.docx27.17 КБ

Предварительный просмотр:

Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер”

китабының исем туйы

“Салтанат” өлгөлө балалар бейеүҙәре ансамбле

1-се алып барыусы:

- Һаумыһығыҙ! Хөрмәтле ҡунаҡтар!

2-се алып барыусы:

- Хәйерле көн! Әҙәбиәт һөйгән, ижад ялҡынында янған, китап “ене” ҡағылған дуҫтарыбыҙ!

1-се алып барыусы:

- Китап тигәндәй, халҡыбыҙ элек-электән уны белем шишмәһенә тиңләгән. Үҙенең тоғро дуҫылай яҡын күргән. Рухи хазинаһы тип иҫәпләгән.

2-се алып барыусы:

- Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова ла:

Һин бит, китап,
Тормошҡа юл күрһәткән дә!
Һин бит, китап,
Киләсәккә нур һипкән дә!,

- тип яҙғайны.

1-се алып барыусы:

- Ә яңы китап донъя күреүе – яңы тыуған сабый менән бер. Сөнки, ижад емеше булараҡ уны көтөп алаһың, өмөттәр бағлайһың. Ә уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы иһә ысын мәғәнәһендә һине бәхетле итә.

2-се алып барыусы:

- Бөгөн беҙҙә лә китап туйы!

2-се алып барыусы:

- Эйе, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйына йыйылғанбыҙ!

1-се алып барыусы:

- Яҡташыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашырға ҡәләмдәштәре, дуҫтары, ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары, әҙәбиәт һөйөүселәр һәм уҡыусылар килгән.

2-се алып барыусы:

- Таңһылыу Фәтих ҡыҙы тынғыһыҙ замандаштарыбыҙҙың береһе. Ижад менән шөғөлләнә, ҡалала үткән сараларҙың уртаһында ҡайнай. Илебеҙ киләсәге һәм телебеҙ яҙмышы өсөн борсола. Сибай гимназия-интернатының да көтөп алған ҡунағы ул.

1-се алып барыусы:

- Шуныһы ҡыуаныслы: Таңһылыу Ғәйнуллина хеҙмәт юлын нәҡ ошонда башлай һәм егерме йылдан ашыу йәш быуын тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.

2-се алып барыусы:

- Ә хәҙер һүҙ гимназия-интернат директоры Роза Бикбоваға бирелә. Рәхим итегеҙ, Роза Хамматовна!

Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова сығыш яһай. 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлай.

1-се алып барыусы:

- Күптән түгел Таңһылыу Фәтих ҡыҙы күркәм ғүмер байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Юбилярҙы тәбрикләп, төрлө яҡтарҙан ҡотлауҙар яуҙы ғына. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, күренекле шағирә һәм композитор Зөһрә Фәйзуллина үҙенең ҡәләмдәшенә арнап шиғыр ҙа яҙған.

2-се алып барыусы:

- Таң ҡыҙының бөгөн юбилейы!

Бер аҙ һалҡын, әммә ҡояшлы.

Холҡонда ла нәҡ шул сифат:

Һалҡын аҡыл, сафлыҡ һыйышҡан.

Ә күңеле сабый күңелендәй,

Тик изгелек ҡылыу уйында.

Йөҙөк ҡашы кеүекгүзәл ҡатын!

Һинһеҙ йәшәү миңә ҡыйындыр.

Һин бит минең һис тынғылыҡ белмәҫ,

Алтын ҡанат, аҫыл ҡошҡайым.

Аҡ ҡағыҙға уйҙарыңды теҙеп,

Донъя йәмләп йәшә дуҫҡайым!

1-се алып барыусы:

- Бик матур шиғыр! Таңһылыу Фәтих ҡыҙы! Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ижади уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ юлдаш булһын!

2-се алып барыусы:

- Таңһылыу Фәтих ҡыҙы Сибай ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, педагогия училищеһында белем ала. Үрҙә әйтеүебеҙсә, ике тиҫтә йылдан ашыу мәктәп-интернатта эшләгәндән һуң, 15 йыл ғүмерен радиожурналистикаға арнай (пауза) Сулпан, бәлки тормош юлы хаҡында, бына ошолай һөйләп тороу кәрәкмәйҙер, ә?

1-се алып барыусы:

- Нисек “бына ошолай…”?

2-се алып барыусы:

- Күптән түгел яҡташыбыҙ хаҡында телевизорҙан бер тапшырыу ҡараным. Бында уның хаҡында барыһы ла асылған да һалынған…

1-се алып барыусы:

- Әйҙә, ҡарап үтәйек!

Таңһылыу Ғәйнуллина хаҡында тапшырыу (7 мин.)

1-се алып барыусы:

- Китап менән күңелебеҙ

Нурлана, сафлана.

Ҡулға китап алыу менән,

Изге юл башлана.

2-се алып барыусы:

Китап белем донъяһының

Тылсымлы бер инеше,

Ошо тылсымлы инештән

Бөтә ғүмере буйына

Ҡөҙрәт ала һәр кеше.

1-се алып барыусы:

- “Шаһитлы сер” китабына авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған 7 хикәйәһе, 20 очеркы һәм 1 пьесаһы тупланған. Ниндәй генә жанрҙы алма, әҙәрҙәрҙә –заман һулышы, шул заманға хас геройҙар яҙмышы сағылдырылған. Йәшәү рәүешенең төрлө төҫтәре, биҙәктәре урын алған. Мәҫәлән, китапҡа исем биргән “Шаһитлы сер” хикәйәһендә мөхәббәт тарихы, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте асыҡ һүрәтләнә. Әҫәрҙә яңғыҙлыҡ уңыш килтермәй, һәр кем үҙ парын табып йәшәргә тейеш, тигән фекер үҙәккә ҡуйыла.

2-се алып барыусы:

- “Ғүмер хаҡы” хикәйәһе иһә тормошта үҙең булып ҡалыу, ғәҙеллек һәм ихтирам сифаттарына тоғро ҡалыу мәсьәләһен күтәреп сыға. Төп герой – Айбәк Айзанов та түрә булып киткәс, яҡын-тирәләге таныштарына, дуҫтарына мөнәсәбәте үҙгәрә. Үҙен-баш, үҙен-түш ҡиәфәтендә тота башлай. Кире сифаттары арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа осрағанын һиҙмәй ҙә ҡала.

1-се алып барыусы:

- Телебеҙ һағында торған уҡытыусыларыбыҙ ҙа әҙәби әҫәрҙәр аша киләсәк тәрбиәләү мөмкинлеген яҡшы аңлай. Хәҙер һүҙҙе Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлаповаға бирәбеҙ.

2-се алып барыусы:

- Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы, “Шаһитлы сер” китабындағы әҫәрҙәрҙең әһәмиәте хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова сығыш яһай

1-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы!

2-се алып барыусы:

- Хөрмәтле ҡунаҡтар, ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа белем усағының йөҙөк ҡашы, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты “Салтанат” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай (Етәксеһе – Фәнүзә Мәжит ҡыҙы Мөхәмәтйәнова). Ҡаршы алығыҙ!

“Салтанат” өлгөлө балалар бейеүҙәре ансамбле

1-се алып барыусы:

- Китап – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя,

Уның хаҡын белмәгәндәр уйға суммай,

Сумдың икән ул донъяға – мәңге туймай,

Йәшәрһең, ти, хистәрҙән айырылмай

2-се алып барыусы:

- Китап рухи хазинабыҙ,

Йәнгә ул дауа һымаҡ.

Ҡәҙерен белгән кешегә

Китап бит бик-бик кәрәк

Икмәк, һыу, һауа һымаҡ!

1-се алып барыусы:

- Таңһылыу Ғәйнуллина етенсе тиҫтәһен ваҡлағанда ла ижад итеүҙән туҡтамай. Киреһенсә, яңынан-яңы геройҙар менән осраша, яңы образдар тыуҙыра. Уларҙы барлыҡ кешелек донъяһына өлгө итеп күтәрә. Бөгөн яҡташыбыҙ 100-ҙән публицистик мәҡәләләре һәм очерктары “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Бельские просторы” журналдарында, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Атайсал” һәм “Сибайский рабочий” гәзиттәрендә баҫылған. Шулай уҡ “Сибай һөйләй”, “Яҙмыштарҙа йәйғор төҫтәре”, “Шаһитлы сер” китаптары авторы.

2-се алып барыусы:

- Таңһылыу Фәтих ҡыҙы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көстө, илһамды ҡайҙан алаһығыҙ? Ошо хаҡта серҙе беҙгә лә сисһәгеҙ ине?

Таңһылыу Ғәйнуллина һөйләй

1-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Таңһылыу Фәтих ҡыҙы!

2-се алып барыусы:

- Китапта билдәле замандашыбыҙ, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Сибай педагогия колледжын яңы бейеклектәргә күтәргән Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитов хаҡында очерк бар. Бөгөн беҙҙең сараға уның хәләл ефете лә килгән. Рәхим итегеҙ, Фаина Зайнулловна!

1-се алып барыусы:

- Фаина Зайнулловна, очеркты ниндәй уй-хистәр менән уҡып сыҡтығыҙ? Хөснөтдин Хәйбулла улының кешелек сифаттары бар тулылығында асылғанмы?

Фаина Хәмитова һөйләй

2-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Фаина Зәйнулла ҡыҙы!

1-се алып барыусы:

- Әйтеп үтеүебеҙсә, был китапта 20-нән ашыу очерк урын алған. Ә геройҙары иһә үҙебеҙҙең аранан – етәкселәр, ябай төҙөүселәр, сәнғәт әһелдәре һәм башҡалар һәм башҡалар. Барыһы ла хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, уңышҡа өлгәшкән яҡташтарыбыҙ.

2-се алып барыусы:

- Хәҙер һүҙ – үҙешмәкәр композитор Әминә Бикташеваға бирелә. Рәхим итегеҙ!

Әминә Бикташева һөйләй

- Пьеса яҙыу еңелдән түгел. Был жанр әҙәбиәттә иң ҡатмарлыларҙан һанала. Сөнки, автор геройҙың эске кисерештәрен, күңел торошон һәм холоҡ-фиғелен асырға, тамашасыға еткерергә бурыслы. Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Хәтер” пьесаһы ла актуаллеге менән иғтибарҙы йәлеп итә. Хәйер, сәхнә түрен уҡыусыларға бирәйек!

“Хәтер” пьесаһын сәхнәләштереү

1-се алып барыусы:

- “Үгәй тиһәләр ҙә”…(пауза) Бөгөнгө көнитмешебеҙҙең мәсьәләләрен үҙ эсенә алған хикәйәне халыҡ яратып уҡый. “Йәшлек” гәзитендә баҫылды, күптән түгел уҡыусыларҙың һорауы буйынса “Сибайский рабочий”ҙа донъя күрҙе. Ҡыҫҡаһы, халыҡ оҡшатты.

Ә хәҙер һүҙ 9-сы лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шағирә Фирүзә Алсынбаеваға бирелә.

2-се алып барыусы:

- Рәхим итегеҙ, Фирүзә Илһам ҡыҙы!

Фирүзә Алсынбаева “Үгәй тиһәләр ҙә” әҫәре буйынса фекерен еткерә

1-се алып барыусы:

- Баймаҡ районы Иҫән ауылындағы ҡарағас хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр? “Доғалы ҡарағас”, “Хикмәтле ҡарағас”, ”Эйәле ҡарағас” та тип йөрөтәләр. Таңһылыу Фәтих ҡыҙының был мәҡәләһе матбуғатта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

2-се алып барыусы:

- Редакцияларҙың һорауы буйынса бер нисә гәзиттә баҫылып та сыҡты. Ә хәҙер һүҙҙе 9 В класс уҡыусыһы Гөлдәриә Иҙрисоваға бирәйек.

1-се алып барыусы:

- Рәхим ит!

Гөлдәриә Иҙрисова “Доғалы ҡарағас”

2-се алып барыусы:

- Әмир Гәрәев һүҙҙәре менән әйткәндә, ауыр мәлдә һис хыянат итмәҫ, яҡшы иптәш, зирәк аҡыллы кәңәшсе, тоғро дуҫ булырҙай ысын-ысындан мөғжизәүи хазина бит ул китап. Йәнә килеп, китаптың тәжрибәле атай, мәрхәмәтле әсәй, уңған тәрбиәсе, һәйбәт уҡытыусы икәнлеге бәхәсһеҙ.

1-се алып барыусы:

- Кеше уйлап тапҡан меңәрләгән асыштар араһында бер мөғжизәлеһе китаптыр. Ә китапхана рухи донья, китап һөйөүселәрҙе үҙенә тартып торған илаһи көс, тиҙәр халыҡта.

2-се алып барыусы:

- Ошоноң менән Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы айҡанлы ойошторолған кисәне тамамлайбыҙ. Ул барығыҙҙың да күңеленә хуш килгәндер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Һүҙебеҙҙе йыҡмай, саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, килеп еткән ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

1-се алып барыусы:

- Кисәбеҙ тамам. Ә хәҙер фотоға төшөү өсөн сәхнәгә саҡырабыҙ. Һау булығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Есть итли не есть? Вот в чем вопрос!"

Классный час для учащихся 7 класса проводился в рамках программы "Здоровое питание".   Цель:   донести до учащихся информацию о различных биологически активных веществах (БАДах), ...

Йосыф Хуҗинның “Уртак язмыш кояшыбыз”(Иске Җияш авылы тарихы)дигән китабын тәкъдир итү кичәсе.

Сценарий внеклассного мероприятия ,посвященый презнтации книги...

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары

Инновацион проект "Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү алымдары"...

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"...

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"(презентация)...

Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"

Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"...

"Һылыуҡай" бәйгеһе

quot;Һылыуҡай" бәйгеһе сценарийы...