Йондоҙло сәғәт
материал

Билалова Миләүшә Миңлебай ҡыҙы

Сценарий. Кластан тыш сара.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Йондоҙло сәғәт15.78 КБ

Предварительный просмотр:

“Йондоҙло сәғәт” уйыны.

Сәхнәлә “Минең Ватаным” йыры

1-се алып барыусы. Хәйерле көн, дуҫтар, хәйерле көн,

                                      Хәйерле көн йәше, ҡартына.

                                      Хәйерле көн килгән ҡунаҡтарға

                                      Хәйерле көн барыһы-барыһына.

2-се алып барыусы.  Хөрмәтле уҡыусылар,уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар һәм мәртәбәле жюри ағзалары! Һеҙҙе 2-се мәктәптә “Йондоҙло сәғәт” бәйгеһендә күреүебеҙгә бик   шатбыҙ.

1-се алып барыусы. Әйҙәгеҙ, һеҙҙең рөхсәт менән, сәхнәбеҙ түренә бәйгебеҙҙең    сәбәпселәрен саҡырайыҡ. Улар: 6 класс уҡыусылары-

2-се алып барыусы. Шулай итеп, “Йондоҙло сәғәт” уйынын башлайбыҙ!

1-се алып барыусы. Туҡта, туҡта, ҡайҙа ашығаһың? Ә еңеүсене кем билдәләй һуң?

2-се алып барыусы.  Ысынлап та, бөтөнләй баштан сыҡҡан. Бәйге булғас, жюриһыҙ  булмай инде ул.

1-се алып барыусы. Мәртәбәле жюри ағзалары менән таныштырып китергә рөхсәт     итегеҙ:

2-се алып барыусы. Ә бына хәҙер инде “Йондоҙло сәғәтт”те башлаһаҡ та була. Уйын өс турҙан  һәм финалдан тора. Финалға иң күп мәрәй йыйған өс уҡыусы сығасаҡ. Һәр турҙан һуң иң әҙ мәрәй йыйған уҡыусылар төшөп ҡаласаҡ. Ә мәрәй йыйыу өсөн инде һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү талап ителә. Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа һандар яҙылған табличкалар ята. Һеҙҙән ошо табличкалар ярҙамында бирелгән һорауға дөрөҫ яуап һайлап алыу талап ителә.

1-се алып барыусы.   Һулар һауам, йәнгә дауам,

   Сыуаҡ,матур көнгенәм,

   Күңелдәргә йәйғор һуҙған

   Йор һәм сәсән телгенәм,

   Башҡортостан илгенәм!

2-се алып барыусы. 1 тур. “Башҡортостан буйлап” 

1. Шүлгәнташ мәмерйәһе Башҡортостандың ҡайһы районында урынлашҡан?

1) Ейәнсура районы;

2) Бөрйән районы;

3) Баймаҡ районы;

4) Ундай мәмерйә юҡ.

2. Башҡортостан картаһын ҡайһы шағир ҡайын япрағына оҡшата?

1) Назар Нәжми;

2) Рауил Бикбаев;

3) Мостай Кәрим;

4) бер кем дә оҡшатмай.

3. Башҡортостанда нисә район бар?

1) 61;       2) 48;
3) 53;       4) 54.

4. Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы?

1) Стәрлетамаҡ;    3) Өфө;
2) Темәс;                  4) Бөрө.

5. Башҡортостандағы иң оҙон йылға?

1) Ҡариҙел;
2) Кама;
3) Дим;

4) Ағиҙел

2-се алып барыусы. Беренсе тур тамам. Һүҙҙе жюриға бирәйек.

Йыр “Минең ҡалам”

1-се алып барыусы. 2 тур. “Нефтекамам-туған ҡалам”

2-се алып барыусы.

1.Нефтекама ҡалаһына нисәнсе йылда нигеҙ һалынған?

  1. 1963
  2. 1962
  3. 1964
  4. 1961

2.  Күрһәтелгән гербтарҙың ҡайһыныһы Нефтекама ҡалаһыныҡы?(слайдта 4 төрлө герб)

3. 2013 йыл беҙҙең ҡала үҙенең нисә йыллыҡ юбилейын билдәләй?

1) 45         3) 65

2) 50         4) 55

4. Ҡаланың 2-се һанлы мәктәбе нисәнсе йылда асылған?

1) 1961        3) 1963

2) 1962         4) ундай мәктәп юҡ

5.  Беренсе директоры кем булған?

1)                      3)

2)                       4)

1-се алып барыусы. 2-се тур тамам. Жюри  ағзаларына һүҙ бирәйек

Бейеү

Бергә : Өсөнсө тур килеп етте – тик зирәктәр генә үтте.  

2-се алып барыусы . Беҙ һеҙҙең менән уйыныбыҙҙың аҙағына ла яҡынлаштыҡ. Алда – финал.  Бер нисә минуттан беҙ “Йондоҙло сәғәт” уйынының еңеүсеһен билдәләйәсәкбеҙ.

1-се алып барыусы . Өсөнсө турҙа еңеүселәрҙе финалға саҡырабыҙ.”Башҡортостан” һүҙенән кем күберәк һүҙ төҙөр. Исем һүҙ төркөмөнә ингән һүҙҙәр генә дөрөҫ яуапҡа һаналасаҡ. Бер минут ваҡыт бирелә.Ваҡыт китте.

БАШҠОРТОСТАН

1-се алып барыусы . Шулай итеп,  “Йондоҙло сәғәт” уйыны тамам.Ә хәҙер хөрмәтле жюриға һүҙ бирәйек.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Әҙәби – музыкаль композиция «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо»

Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, М.Кәримдең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙы өйрәнеүгә ынтылыш уя...

Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо - Мостай Кәрим

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән яҡындан танышыу...

«Йондоҙ сәғәте»

laquo;Йондоҙ сәғәте»...

Йондоҙ сәғәте

Йондоҙ сәғәте...