Сценарий конкурса "Һылыуҡай"
методическая разработка

Галия Сабировна Хасанова

Сценарий конкурса "Һылыуҡай " на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon dokument_microsoft_word.doc49 КБ

Предварительный просмотр:

                    Һылыуҡай – 2020

                                    Төҙөнө ; Хәсәнова Ғ.С.

Музыка (курай)

Ҡурай моңо аҫтында шиғыр

Таһир

 Һинең наҙҙар нурлы яҙҙар кеүек

Йөрәгемде, йәнде иретә.

Был донъяла бары ҡатын- ҡыҙҙар

Беҙҙе текә баҫып йөрөтә!

Музыка аҫтында алып барыусылар сыға.

Беренсе алып барыусы

  • Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар,ҡәҙерле тамашасыла

Таһир.-Хәйерле көн, килгән ҡунаҡтар

Г.С.-Лицеебыҙҙың ҡасандыр традицияһына кергән, һуңғы ваҡытта әҙ генә онотолоп торған, күркәм байрамға –“ Һылыуҡай “бәйгеһенә рәхим итегеҙ!

Таһир.    Өс мөғжизә мине әсир һалды-

 Ер.

Йәнә күк,

Йәнә ҡатын кеше

Өс сер мине уйға, шомға һалды-

Ер.

Йәнә күк

Йәнә ҡатын кеше.

Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.

Төбө күренер, бына асылыр ҙа.

Ҡатын кеше генә асылмаҫ сер.

Тылсым булып ҡалыр асылында..

Г.С. -Ысынлап та, ҡатын- ҡыҙҙар, иң гүзәл, сихри, яҙ миҙгелендәй матур, серле зат..Шуның өсөн дә, беҙ был бәйгебеҙҙе мотлаҡ ошо миҙгелдә уҙғарырға булдыҡ.

Таһир. -Быйылғы йыл, республикабыҙ башлығы Указы менән “Башҡорт теле йылы” тип иғлан ителде.Шуға күрә, был бәйгебеҙ, “Телем күрке – илем күрке” тигән девиз аҫтында уҙасаҡ.

Г.С    -Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре.. Ошо һүҙҙәр менән “ Һылыуҡай – 2020” бәйгеһен баашлап ебәрәйек (фанфары)

Таһир.   -Бәйге булғас, уның баһалаусылары ла булырға тейеш бит, хөрмәтле баһалама ағзалары менән таныштырып китәйек.

Г. С.             Тамашасы зарыҡмаһын,

Минуттарығыҙ етә

Рәхим итегеҙ , гүзәлдәр

Сәхнәбеҙ һеҙҙе көтә!

Фанфары

Таһир. - Беренсе номер аҫтында, унынсы класс уҡыусыһы, гүзәлдәрҙән – гүзәл, Гүзәл Аллаярова, ҡаршы алабыҙ!

Г.С. - Икенсе Һылыуҡайыбыҙ – һылыу ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, етенсе  А класс уҡыусыһы – Линара Кәримова!

Таһир. - Өсөнсө номер аҫтында туғыҙынсы класс сибәре- Эльмира Хөснөтдинова!

Г.С. - Киләһе һылыуҡайыбыҙ – һигеҙенсе класс уҡыусыһы, иң наҙлы ҡыҙыбыҙ – Наҙгөл Хөснөтдинова!

Таһир. - Бишенсе һанлы бәйгесебеҙ – туғыҙынсы класс уҡыусыһы, нәзәҡәтле, Дания Ирғәлина!

Г.С. - Һәм һуңғы һылыуыбыҙ , етенсе Б класс уҡыусыһы, ләйсән ямғырындай саф Ләйсән Фәйзуллина!

Таһир.          Уралымдың сикһеҙ хазинаһы

Балҡып ята алмас, алтыны

Тик алмастан , алтынынан ҡиммәт

 Аҫылташ ул – башҡорт ҡыҙҙары

Г.С.  - Бына ошондай һылыу, яғымлы, үткер, сая, ысын башҡорт ҡыҙҙары көс һынашасаҡ бөгөн беҙҙә! Уларға уңыштар теләп, тағы берҙе алҡышлап китәйек!

Таһир.  - Беҙҙең тәүге бәйгебеҙ, әлбиттә, визит картаһы.Хәҙер һәр һылыу уҙе менән таныштырып китергә тейеш.Шулай итеп, рәхим итегеҙ, Һылыуҡайҙар!

Г.С.  - Ҙур рәхмәт, һылыуҡайҙар, ә хәҙер икенсе бәйгебеҙ.

Таһир . - Матурлыҡ йөҙҙә генә түгел, һүҙҙә лә тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Башҡорт халыҡ ижады бик фәһемле мәҡәлдәргә бай.Хәҙер мәҡәлдәр буйынса көс һынашып китәйек.Беҙ һеҙгә мәҡәлдәр әйтәсәкбеҙ, ә һеҙ уларҙы дауам итергә тейешһегеҙ.

Г.С.  - Ҙур рәхмәт, һылыуҡайҙар. Киләһе бәйгебеҙ –һорауҙар

  • Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар( 42)
  • Башҡорт алфавитын яттан һөйләү
  • Алфавитты дауам итергә

  • Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле

Унан башҡа минең илем юҡ

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ..

Ошо күңелгә үтеп ингән шиғырҙан өҙөктөң авторы кем ? (Рәми Ғәрипов)

Концерт номеры

Г.С.  - Киләһе бәйгебеҙ, “Ҡурсаҡтар” тип атала.Сөнки тиҙҙән сәхнәгә ҡурсаҡ кеүек матур ҡыҙҙарыбыҙ, үҙҙәренең буй- һындары,  дөрөҫ кейенә белеүҙәре , шулай уҡ ипле сәстәре менән беҙҙе һоҡландырасаҡтар! Хөрмәтле баһалаусылар, һеҙгә был юлы, ҡыҙҙарыбыҙҙың буй – һынына, үҙҙәрен тотошона,кейемдәрендә башҡорт элементы булыуҙарына һәм уларҙың прическаларына иғтибар итергә кәрәк булыр.

ТаҺир.    Шундай ҡыҙҙар була

Матурлығы

Ҡапыл әсир итә йөрәкте

Күңел ҡылы ҡапыл зыңлап китә

Наҙы менән өҙә үҙәкте..

Г.С.    -  Ҡаршы алабыҙ, сәхнәлә  йөрәк ҡылдарын зыңлатыусы, Белорет  лицей- интернаты ҡыҙҙары!

Дефиле, прическа

Таһир.  -Ҙур рәхмәт һылыуҡайҙар, көслө алҡыштар менән оҙатабыҙ сибәрҙәрҙе!

Г.С. - Бер кемгә лә сер түгел, башҡорт ҡыҙҙары -  сибәр, тыйнаҡ, тәртипле , шул уҡ ваҡытта сая ла! Киләһе бәйгебеҙ- сая ҡыҙҙар! Кәрәк саҡта һыуға төшөрҙәр, кәрәк булһа утҡа керерҙәр, иле , теле өсөн ҡулға ҡорал да алырҙар улар!Мәргәнлеккә был ярышыбыҙ!

Дротик менән сәпкә атыу

Таһир.  - Киләһе бәйгебеҙ шулай уҡ ысын башҡорт ҡыҙҙарына хас .. Элек- электән беҙҙең ҡыҙҙар ҡул эштәренә бик оҫта булғандар. “Оҫтабикәләр” тип атала был бәйге. Был ярыш ваҡытҡа һәм сифатҡа.

Ямау һалыу.(музыка. “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”)

Г.С.  - Ҙур рәхмәт һылыуҡайҙар, был юлы ла һынатманығыҙ!

Таһир.  - Бәйгебеҙ аҙағына етеп килә. Хәҙер һуңғы көс һынашыуға әҙерләнегеҙ , ҡыҙҙар!

Концерт номеры

Г. С. - Шулай итеп ,“Һылыуҡай – 2020” бәйгеһенең һуңғы көс һынашыу ваҡыты килеп етте.

Был бәйгелә ҡыҙҙар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәсәктәр!Рәхим итеп, көслө алҡыштар менән ҡаршы алабыҙ! Сәхнәлә...

Таһир. - Ошоноң менән “Һылыуҡай -2020” бәйгеһе  аҙағына килеп етте, хәҙер һүҙҙе хөрмәтле жюри ағзаларына бирәбеҙ.

Ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр.

Г.С.   - Беҙҙең һылыуҡайҙарыбыҙ, тамашасылар, хөрмәтле баһалаусыларыбыҙ, барығыҙға ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, киләһе


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сценарий последнего звонка "Сценарий многосерийного фильма"

интересный тематический сценарий последнего звонка....

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»    Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»  Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...

разработка сценария "исторический КВН".Сценарий игры "исторический аукцион"

Сценарии "исторический КВН2и игра "исторический аукцион" способствуют к самореализации ученика, воспитание настойчивости, выдержки, способности принимать решения, т е все то, что необходимо для успеха...

Сценарий спектакля на английском языке "The magic gift". Сценарий спектакля "Волшебный дар"

Сценарий подходит для проведения предметных  недель на тему Хеллоуин, Рождество, День Святого Валентина.Мы поставили спектакль силами учащихся 7, 2, 3 классов. Выступили перед начальной школой на...

Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ» (сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)

Сценарий праздника русского языка   «СЛОВО О СЛОВАХ»(сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)Щербак Е.В., МКОУ СОШ № 42013-2014 уч.год...

Сценарий праздничного концерта, посвященного международному женскому дню 8 марта «Песни весны в кругу семьи» методическая разработка мероприятия (сценарий).

Данная методическая разработка является сценарием праздничного концерта, посвящённого международному женскому дню 8 марта. В разработке представлен полный сценарий со стихами, авторами и названиями пе...