Тыуған ерем - мәңге һынмаҫ терәгем
методическая разработка на тему

Хасанова Эльвира Сайфутдиновна

Сценарий внеклассного мероприятия

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon stsenariy_tyugan_erem_-_mnge_hynmas_tergem_hes.doc79 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы.

Ай, Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым!

Нурға сумған түбәһе-

Күккә ашҡан Уралым!

Һине маҡтай йырҙарым,

Һине данлай йырҙарым!

Матур Урал. Данлы һәм шанлы Урал тауҙары.. Был исем бөтә донъяға билдәле.

Урал йырының көйө яңғырай.

Зимфир.

Урал буйҡайҙары армыт-армыт,

Бар ергә лә әсә булған ул.

Сылтырап аҡҡан шишмә буйҙарына

Ырыуҙарын туплап йыйған ул.

Уҡытыусы. 

  • Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар бөгөнгө класс сәғәте”Тыуған ерем – мәңге һынмаҫ терәгем ”тип атала. Быйыл Башҡортостан республикаһы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы  республика йылы тип иғлан ителде.Ә районыбыҙ үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шулай итеп, был дәрестә республикабыҙ, районыбыҙ, ауылыбыҙ тарихын өйрәнеүҙе дауам итербеҙ.

Тыуған ер, тыуған Башҡортостан тупрағы. Ни тиклем күңелгә яҡынһың, ни тиклем ҡәҙерлеһең, изгеһең! Бәпкә үләне баҫҡан урамдарың да, ҡышҡы һалҡын бурандарың да, Урал ҡаялары аҫтынан урғылып сыҡҡан шишмәләрең дә диңгеҙҙәй тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙарың да – бөтәһе лә күңел түрендә.

Дилбәр.

Башҡортостан-башҡорт иле тигән һүҙ. Халҡыбыҙ борон-борондан Урал тауҙары, йылғалары буйында йәшәгән. Ошондағы матур тәбиғәткә һоҡланып, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”эпостарын, бик күп йырҙар ижад иткән. Урал тигән һүҙ ҙә башҡорт теленән алынған. Ул боролоп-боролоп, уралып ятҡан тауҙар тигәнде аңлата.

Света.

 Урал!

Үҙе боҙ диңгеҙенең һыуын эсә,

Ә ҡойроғо ҡойона Аралда.

Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап,

Мәғрур тора бында ҡаялар.

Уҡытыусы. 

Тәбиғәттең бөйөклөгөнә һәм илаһилығына таң ҡалырлыҡ. Ерҙең өҫтө лә, аҫты ла мәңгелек сер донъяһы итеп яратылған. Уралыбыҙ, Башҡортостаныбыҙҙа күпме байлыҡ тупланған, күңелдәрҙә яҡты хис тойғолар уятып, моңдар бөркөп тора был ерҙәр. “Уралҡайҙың аҫты алтын, өҫтө- шиғыр, үҙе нур. Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр”, тип  яҙған Шәйехзада Бабич.

Йыр “ Тыуған илем- Башҡортостаным”

Дилбәр.

Башҡортостан- ил йортонда

Матур гөл ул Архангел.

Йәнем, тәнем, рухым менән

Мин һиңә бәйләнгәнмен.

Айгиз.

Архангел районы Урал тауы итәгендә урынлашҡан. Бында сафһыулы Инйәр, Еҙем, Ҡурғаш, Ләмәз, Баҫыу йылғалары аға.

Айнур.

Районыбыҙ 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола, территорияһы-квадрат метр. Ул Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Иглин райондары һәм Силәбе өлкәһе менән сикләшә.

Света.

Район үҙәге – Архангел ауылы 18–се быуатта башҡорт ерҙәренә күсеп килә башлайҙар, был Аҫҡын йылғаһы буйында Архангел баҡыр иретеү заводына нигеҙ һалыныуға бәйле. Быларҙың бөтәһе лә Архангел өйәҙенә буйһона.

Уҡытыусы.

Ырымбур губернаһы канцелярияһының 1750 йылдың  1 мартындағы указы буйынса И.В. Твердышев менән И.С. Мясников Ҡумырыҡ-Табын өйәҙе башҡорттары ерҙәрендә Архангел заводы төҙөй. Архангел быуаһы буйында завод төҙөлөштәре, күмер келәттәре, домна мейестәре урынлашҡан була.

Дилбәр.

Апхангел ерендә шулай уҡ 1893-1894 йылдарҙа латыш ауылдары барлыҡҡа килә. Бында удел ведомствоһы Балтика буйынан килгән 250 ғаилә өсөн ер һатып алып бирә.

  1. латыш ғаиләләре Архангел ауылы тирәһенә һәм 40 саҡырымға тиклемге арала 3447 кешенән торған тотош Арх-Латыш ауыл йәмғиәтен ойоштора.

Айнур.

Район халҡы эшсән, егәрле. Бында иген игәләр, мал аҫрайҙар, йорттар һалып, юлдар төҙөйҙәр.

Уҡытыусы.

Эйе, тыуған яғыбыҙ данлыҡлы шәхестәре менән лайыҡлы ғорурлана.Советтар Союзы Геройҙары: маршал И. Пстыго, генерал-майор И. Киселев, подполковниктар И. Антипин, Т. Саевич. Рәсәй Космонавтика академияһы вице-президенты В. Булавкин, Тау фәндәре академияһы академигы Э. Юлбарисов, композитор Р. Хәсәнов, медицина фәндәре кандидаты, Өфөләге өө-се дауананала урынлашҡантравмотология һәм ортопедия кафедраһы доценты, Башҡортостан хирургтарының “Алтын скальпель”премияһы лауреаты М. Вәлиев һәм башҡалар районыбыҙҙың ғорурлығы булып тора.

Айгиз.

 Йыл ғүмер эсендә район танымаҫлыҡ булып яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Барлыҡ башҡортостандар кеүек, архангелдар ҙа республика үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Һуңғы йылдарҙа ғына яңы мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, үҙәк район дауаханаһы, ветерандар йорто үҙ ишектәрен асты. Районда газ уҙғарыу 1995йылда башланды. Ююлдар, күперҙәр төҙөү, ремонтлау эштәре дауам итә.

Денис

Районыбыҙҙа 15  милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй. 2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, район халҡының һаны 20165 кеше тәшкил итә.

 Света.

Ҡәрҙәшлекте танымаһаң,

Халҡыбыҙҙы һөймәһәң,

Бауы өҙөлгән тәсбих

Кеүек таралырбыҙ, дуҫтарым.

Айнур.

Бөгөн районда 24 башҡорт ауылы бар. Ә ауылдар бөтәһе 75 иҫәпләнә.

Дилбәр.

Башҡорт ауылдары Аҙау,Айтмәмбәт, Оҙондар, Тәүәкәс, Абҙан, Көмәрле, Тирәкле, Ҡыҫынды...

Уҡытыусы.

Хәтер ҡапҡаларын асайыҡ. Хәтереңде турайт, күҙҙәреңде ас, был быуаттар төпкөлөнән риүәйәттәрҙә һаҡланған Ҡыҫынды йылғаһы аға

 

Айнур.

Тыуған ерем-сәңгелдәгем,

Аҫыл, алтын төйәгем.

Ашҡындырып алға иткән

Мәңге һынмаҫ терәгем.

Уҡытыусы.

 Ҡыҫынды ауылының һәр үләне, һәр ташы, һәм йылғаһы беҙҙең атай, олатайҙайҙар хаҡында хәтерләй, беҙҙең дә эҙҙәребеҙ, беҙҙең дә йырҙарыбыҙ ошо ергә, ошо һыуҙарға, ошо таштарға һеңеп ҡала. Эйелеп бер таш ал. Ишет, ул шыбырлай – “Һаумы, улым”, ул – йылмая – «Хәлдәр нисек ҡыҙым?”. Ағасын ҡосаҡла был ерҙең – ат-бабаларҙың күңел йылыһын той. Йылға сылтырауын тыңла - өләсәй-әсәйҙәрҙең, гәзиз инәйҙәрҙең йырын тапшыра ул. Бында, тап ошонда ғына уларҙың аманаты, мөхәбәте килеп етә.

Света.

Боронғо легендалар буйынса, Ҡыҙрас Муллаҡаев ете ғаиләне утарға күсерә һәм Ҡыҫынды 1749 йылдан Муллаҡай утары була. 18 быуат аҙағында ауылға әйләнә тип халыҡ хәтерендә һаҡланған. Атай-олатайҙарыбыҙ һөйләүе буйынса, улар Еҙем йылғаһы буйында йәшәгән.

Был ауыл бр урам башҡорттар, бер урам татарҙар урынлашҡан булған. Ауыл кешеләре Мағаш тауы итәгенә йәйләүгә йөрөр булған.

Завод төҙөлгәндән һуң баҡыр ташый башлайҙар. Халыҡ йәйләүҙә булған ваҡытта, юлаусылар уларҙың бар мөлкәтен алып китә.

Борон-борондан халыҡ батшаның ғәҙелһеҙ закондары тарафынан йәберләнеп йәшәгән.

Ауыл халҡын талауҙан тыш уларҙы көнөн дә! , төнөн дәһаә ергә ултырған мискәләрҙе оҙатыу өсөн йөрөткәндәр..Ошо хәлгә түҙә алмай, татарҙар Ҡаран йылғаһы буйына күсенәләр. Ә башҡорттар оло юлда ҡалалар. Унда ла уларға тынғы булмай. Шулай итеп, ата-бабаларыбыҙ йәберләүҙәрҙән ҡасып, урман төпкөлөнә һыйынғандар. Улар уңайһыҙ, ҡыҫынҡы ергә, урман эсендәге сылтырап аҡҡан бәләкәй йылға буйында урынлашалар. Йылға ла, ауыл да Ҡыҫынды тип атала башлай.

Уҡытыусы.

Батша хөкүмәте ситтән килеүсе урыҫтарға һәм башҡа милләт халыҡтарына күпләп ер һата. Шулай итеп, башҡорттар йәшәгән ерҙә урыҫ урамы барлыҡҡа килә.

Ә.З. Әсфәндиәров: “Еҙем (Зилим) башҡорт ауылы була, ун һигеҙенсе быуат урталарында урыҫ ауылына әйләнә, бында Архангел заводы крәҫтиәндәре йәшәй башлай тип яҙа.Ерҙәре завод ҡарамағына һатылғас, аҫаба башҡорттар Күрпес- Табын олоҫонан Дыуан-Табын олоҫона күсеп ултырып, Яңы Еҙем(Зилим), йәки Яңы Еҙем-Ҡаран ауылын барлыҡҡа килтергәндәр. Заводсыларға ерҙәрҙе һатҡас, Ырныҡшы һәм Еҙем буйындағы аҫаба башҡорттар биләмәләргә хоҡуҡтарынан мәхрүм ҡалалар һәм күсеп китергә мәжбүр булалар”- тип яҙа.

  

Денис

Ҡыҫынды ауылын электән өс осҡа бүлгәндәр: түбән, юғары ос, ҡыйыш урам.Тәүҙә ауыл халҡы әлеге ауылдың үҙәк өлөшөндә һәм йылға буйлап урынлашҡан булған. Хәҙерге ауылдың урта тирәһендә мәсет, ат һарайы булған.

Ҡыҫынды йылғаһының һул яҡ ярында боронғо зыярат булған. Ул ҙур биләмәне алып торған. Әлеге колхоз баҫыуы ла зыяратҡа тура килә. Унда ауылыбыҙҙың боронғо ата-балалары ерләнгән.

Зимфир.

Ҡыҫынды ауылы мәсете 1895 йылда теркәлгән. Ул 226 ир, 225 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. Яҡтыкүл ауылы халҡы Ҡыҫынды мәсетенә йөрөргә тейеш булған.

Уҡытыусы.

Революцияға тиклем беҙҙең ауылда 60 йорт, 2 кибет,мәсет булған.

Айнур.

1914 йылда Германия Беренсе Донъя һуғышын иғлан иткәс тә Ҡыҫындынан Әбдүлмәнов Лоғаман, Әбдүлмәнов Лоҡман, Әминев Мөхәмәтулла, Бакеев Ғәзизулла, Кәримов Хәйбулла, Кәримов Зинәтулла, Солтанов Йәнтүрә, Фәхриев Лотфулла, Хәсәнов Әбүбәкир, Хәсәнов Зариф, Абайҙуллин Зәкир, Шәрипҡолов Солтан, Яхин Кинйәбай, Шәрипҡолов Хәйрулла,Хәзиәхмәтов Мөхәмәт һәм башҡалар ил һаҡларға китә.

Дилбәр.

1918 йылда Ҡыҫындыла Совет власы урынлаша. Иҫке ҡоролошто үҙгәртеү башлана. Уҡытыусы Фәтҡуллин менән Хәсәнов Шәйхислам мәсеттең манараһын ауҙаралар.

1920-1924 йылдарҙа Ҡыҫынды ауылы Тирәкле олоҫона ҡарай.

Ҡыҫынды ауылының беренсе старостаһы Шәрипҡолов Баһау, унан һуң Кәримов Сибәғәт, Хәсәнов Әхмәтгәрәй була.

1929 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Үтәймулла ауылынан Уразбаев Шәрәфетдин яңы алфавит буйынса уҡыта башлай.

Денис.

1930 йылда ауылда колхоз ойошторола башлай. Колхоздың исеме “ Ҡыҙыл партизан”тип атала.

Зимфир.

1931 йылда ауыл халҡы берҙәм ағас мәктәп төҙөй. Был башланғыс мәктәп әлеге мәктәп урынында төҙөлә.

Айнур.

Башҡорт халҡы борон-борондан тыуған илен һөйөүе, уны яугирҙәрсә яҡлауы менән дан ҡаҙанған.

1941-1945 йыл фашист Германияһы беҙҙең илебеҙгә ҡот осҡос һуғыш башлай. Һуғыштың тәүге көндәренән үк Ҡыҫынды ауылынан 153 кеше фронтҡа китә. Шуларҙың тик 70- нә тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. 83 яугир тыуған тупрағын күреү бәхетенә ирешә алманы. Улар йыраҡта мәңгелек йоҡоға талды.

Зимфир.

Һуғыш осоронда Шәрипҡолова Ғилминур, Хәсәнова Үлмәҫбикә, Рәхмәтуллина Зарифа, Рәхмәтуллина Сәмиға әбейҙәр тимер атҡа ултыралар. Тракторҙа

Шәрипҡолова Ғилминур Арслан ҡыҙы оҙаҡ йылдарэшләй.

Уҡытыусы.

1946-1948 йылдарҙа элеккке правление (иҫке магазин) бинаһында медпункт эшләй башлай.

1952 йылда икенсе ағас мәктәп һалына.

Дилбәр.

1962 йылда тәүге электр уты тимерлектә дизель моторы ярҙамында бирелә. Тәүге тимерлек Ҡылы буйында, һуңынан ауыл башында урынлаша. Ошо  осорҙа ауылда “изба-читальня” элекке мәсет бинаһында була.

1969 йылда ауыл уртаһында клуб төҙөлә.Был мәҙәниәт усағы

2009 йылдың мартына тиклем эшләп килде.

Света.

1969-1970 йылдарҙа ауыл осонда ферма төҙөлә.

1979  йылда өс синыфлы яңы таш мәктәп сафҡа индерелә.

1980 йылда ат һарайы, 1982  йылдафельдшерлыҡ пункты, йылда яңы магазин төҙөлә.

1992 йылда өс йыллыҡ мәктәпкә таш төкөтмә төҙөлә һәм тулы булмаған туғыҙ йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ошо уҡ йылда һәйкәл ҡуйыла.

1996 йылдан Ҡыҫынды мәктәбе урта мәктәп булып эшләп килә.

Айнур.

Башҡортостаныбыҙ күге тыныс булһа ла, ер шарында дары еҫе сыға әле. Афған һуғышында ауылдаштарыбыҙҙан Хәсәнов Фидәил Фәнил улы, Юламанов Рәис Әхмәҙислам улы, Исламғолов Сәлим Ғилметдин улы хәрби бурыстарын үтәһәләр, Чечнялағы локаль бәрелештәрҙә Ҡырымбаев Сәлимйән Рәхимйән улы, Мөхәмәҙуллин Ғимран Камил улы, Солтанов Рузиян Йыһанур улы, Ҡырымбаев Данир Сабирйән улы ҡатнашты.

Уҡытыусы.

2005 йылда мәктәп эргәһендә иркен, яҡты спорт залы үҙ ишектәрен асты.

2009 йылдың март айында ауыл халҡы ҙур ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе-заман төҙөлгән социальүҙәк төҙөлдө. Бер түбә аҫтында мәҙәниәт йорто. Медпункт, магазин үҙ ишектәрен асты.

2000йылдар башындаШәрипҡолов Рим Әғзәм улы,2009 йылдың яҙында Ғайсина Сәлимә Хибәтулла ҡыҙының шәхси магазиндары эшләй башланы. Бөгөнгө көндә Ҡыҫындыла 105 йорт, урта мәктәп,3 магазин, ферма, социаль үҙәк эшләп килә.

Ауылыбыҙ көндән-көн үҫә, матурлана, ауылдаштарыбыҙҙың көн-күреше яҡшыра, яңы йорттар ҡалҡып сыға, өйҙәргә газ керетелә.

Айгиз.

Һау, сәләмәт тормош көтөү,

Ата-баба мираҫы,

Тәнебеҙгә, йәнебеҙгә күсер,

Ошо ерҙең ҡото, ырыҫы.

Света.

Беҙ мәңгелек юлынан барабыҙ. Тороп ҡалма, халҡым, был юлда һинең

дә өлөшөң бар тарих түрендә - үҙең хужа булһаң үҙ илең дә, үҙ ерең дә, үҙ өйөң дә - шунда һиңә ҡот, бәрәкәт, шунда һиңә бәхет, сәғәҙәт.

Уҡытыусы.

 Тыуған ил-тыуып үҫкән ерҙән башлана. Беҙ артабан да республикабыҙҙың, районыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың тарихын өйрәнеп, киләһе быуынға еткерергә бурыслыбыҙ. Атай-олатайҙар хаҡында хәтер, эҙҙәребеҙ, йырҙарыбыҙ ошо ергә, ошо һыуға һеңеп ҡалһын.

Йыр “Минең Ватаным”


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тыуған еремә ҡыш килде. Антонимдар.

3-сө класс уҡыусылары өсөн "Ҡыш" темаһына йомғаҡлау дәресе. ФДББ стандарттарына яраҡлаштырып үткәрелгән асыҡ дәрес....

Тыуған ерем – Башҡортостан. Башкортостан – мой край родной.

Цели:·         воспитание в детях любви к Родине, уважения к ее героям и чувства гордости за них;·         развитие твор...

Кластан тыш сара "Башҡортостан - тыуған ерем". Баһауетдинова А.Р.

Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған сценарий...

Сценарий Новогоднего праздника "Сказ про Ерему-купца, удалого молодца"

Сценарий Новогоднего праздника "Сказ про Ерему-купца, удалого молодца" предусматривает реализацию воспитательных задач и формирование коммуникативных, личностных и метапредметных УУД. Сценар...

Темазы: «Боданып кӨрээлиңерем… Таапкының кижиге хоразы кайы хирел?»

Темазы: «Боданып кӨрээлиңерем…Таапкының кижиге хоразы кайы хирел?»деп темалыг беседа-сайгарылганы бо класс шагында кӨӨр бис.   *Сорулгазы: 1) Таакпы болгаш наркотик деп би...

Внеклассное мероприятие "Тыуған ерем – Башҡортостан»

Внеклассное мероприятие «Тыуған ерем – Башҡортостан» Цель: познакомить обучающихся с достопримечательностями БашкортостанаЗадачи: углубить знания об истории и культуре республики;спо...