Мостай Кәримдең хәтер кисәһе
методическая разработка по теме

кисә

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mustay_karim.docx19.27 КБ

Предварительный просмотр:

1

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе.

                  Маҡсат: халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады тураһында мәғлүмәт туплау,уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү,китап уҡыуға теләк үҫтереү,тыуған ер-һыуға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:М.Кәримдең портреты,инерактив таҡта,китаптар

күргәҙмәһе.

Ойоштороу мәле.

Шишмә районы таланттарға бай яҡ.Келәш ауылы ғына халҡыбыҙҙың бөйөк  шағирҙары  Мостай Кәрим менән Сәйфи Ҡудаштың , Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ йырсыһы Фәриҙә Ҡудашеваларҙың тыуған төйәге.(маҡсатты әйтеү,слайдта Ф.Ҡудашева һәм С.Ҡудашевтың портреты)                                                                                                                                         

Хәҙер Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижадына байҡау яһайыҡ.

(Экранда М.Кәримдең портреты ,Келәш ауылы слайды.)

2

1-се уҡыусы:М.Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов ) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуа.Бала сағы күңелле уҙа.М.Кәрим 1935 йылда үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас,ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый.Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнаша.Ҡаты яралана,2-се дәрәжә Ватан һуғышы,Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә..Һуғыштан ҡайтҡас , ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона.Мостай Кәримдең 1938 йылда’’ Отряд” ҡуҙғалды тигән тәүге китабы донъяға  сыға(.слайдта уның китабы.)

2-се уҡыусы:Мостай Кәрим бөйөк шағир.Уның “Европа- Азия”, ,”Вьетнам яҙмалары”, “Болгар дәфтәре” шиғырҙары,”Үлмәҫбай”, “Декабрь йыры”, “Ҡара һыуҙар” һәм башҡа поэмалары билдәле.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта Мостай Кәрим һалдаттарҙың батырлыҡтарын үҙ күҙҙәре менән күрә. Уларҙың батырлығына,тапҡырлығына, йор  һүҙҙәренә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүҙәренә һоҡлана.Бына шундай батыр ,йор һүҙле ,көр күңелле һалдаттарҙы шағир үҙенең Үлмәҫбай тигән поэмаһында һүрәтләй. (хәрби

 

һалдат кейеме кейгән уҡыусы “Үлмәҫбай” помаһынан өҙөк ятлай) (слайдта яугир һалдат. ) 

3-сө уҡыусы.Мостай Кәрим – драматург.Ул поэзия жанры менән бергә драматургия жанырында ла актив эшләп килә . Уның,, Яңғыҙ ҡайын”, «Ҡыҙ урлау», ,,Ай тотолған төндә”, ,,Айгөл иле”,  “Салауат”, “Ташлама утты,  Промитей”,”Йәйәүле Мәхмүт”һәм башҡа драмалары һәм  трагедиялары бар . М.Кәримдең драмалары театрҙарыбыҙҙың сәхнәләрендә ҡуйыла.( “Айгөл  иле” пьесаһынан өҙөк сәхнәләштерелә)

4-се уҡыусы. М.Кәрим - публицист. Уның очерктары гәзит-журналдарҙа баҫыла. Әле лә уның “Йәшлек” гәзитенең һәр бер  яңы һанында фекерҙәре һәм афоризмдары донъя күрә.

Слайдта:Берәүҙәр ғүмер буйы аҡыл һатып та ил хәтере һаҡларлыҡ фәһем ҡалдырмай,ә икенселәр урынлы әйтелгән бер кәлимә йор һүҙе менән әҙәм араһына инә , телдән төшмәй.

5-се уҡыусы:Мостай Кәрим –прозаик.Уның “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”,”Беҙҙең өйҙөң йәме”,”Ярлыҡау”, “Ауыл адвокаттары”, “Өс таған” һәм башҡа әҫәрҙәре беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып тора.Ә автобиографик повесы “Оҙон оҙаҡ баласаҡ” күп сит телдәрғә тәржемә ителгән. Әҫәр буйынса фильм төшөрөлгән.Рус телендә сыҡҡан “Хәбәр көтәм” китабы өсөн  Г.Х Андерсен исемендәге Халыҡ- ара Почетлы  дипломға лайыҡ булды.(”Өс таған”повесының “Башлыҡ һайлау” бүлегенән өҙөк сәхнәләштереү.)

Уҡытыусы:Беҙ һеҙҙең менән М.Кәримдең ,,Өс таған” повесының “Башлыҡ һайлау”өҙөгөн юҡҡа ғына сәхнәләшермәнек.Бына ошо бөйөк әҫәр беҙҙең Учалы районы Өргөн ауылында тыуған.Өргөн ауылы халҡы М.Кәримде  элек-электән белә.Сөнки ул Бөйөк Ватан һуғышында яраланып ҡайтҡас,үҙенең дуҫы ,ҡәләмдәше,яҙыусы Мөхәммәт Хәйҙәров эргәһенә ҡунаҡҡа килеп йөрөй.Өргөндөң саф һауаһы,  Мөхәммәт Хәйҙәровтың тормош иптәше Ғәйникамал апайҙың кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙы уның яралы йән-тәненә шифа булып тора .Оло быуын кешеләренең һөйләүенсә, Мостай Кәрим Өргөн,Ҡалҡан күлдәре буйында ял итергә яратҡан, хуш еҫ бөрккән ҡарағас,ҡарағай ағастары менән ҡапланған гүзәл тәбиғәтле Калкан,      Олотау,Оҙонғор тауҙарының башына менеп тирә- яҡҡа һоҡланған. (слайдта Оҙонтау,Ҡалҡан,Өргөн күлдәре). Уҡытыусы:М.Кәримдең ғүмеренең бер өлөшө Өргөн ауылы менән бәйле.Ололарҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ,улар оло әҙипте нисек  хәтерләйҙәр икән. 

1-се уҡыусы:Мөнира Зәкирова апай  һөйләгәндәрҙән(1936 йылғы.)   Улар 1950,1952,1953 йылдарҙа беҙҙең өйҙә берәр ай йәшәнеләр.1951 йылда ҡыҙҙары Әлфиә тыуып,килә алманылар.

  Мейәстән йөк машинаһы менән килерҙәр ине.Бөтә аҙыҡ-түлектәрҙе Өфөнән килтерә торғайнылар.Инәйем икмәк кенә бешерер ине.Керосинкалары ла үҙҙәре менән йөрөнө.Рауза апай шул нәмәкәйҙә вәринйә ҡайната ла беҙҙе һыйлар ине.Вәринйәгә күп үрелгән Илгизгә, ,,күп ашама”,тимәй, ,,Илгиз,ҡулыңды йыш йөрөтмә”,ти торғайны.

Разия тигән ҡараусы ҡыҙҙары булды.Ул беҙҙең Мозһар тигән этебеҙгә ,,Мотай,Мотай” тип өндәшһә,Мостай Кәримгә лә ,,Мотай,Мотай” тиер ине.Һаҡауыраҡ булды.

2-се уҡыусы: Нәжибә апайВәлиева(1928 й.)һөйләгәндәрҙән.Мостай ауылға йыл да килде . Бер көн кис көтөүҙән һуң Мостай еҙнәм менән Ғәҙиләләргә килеп инделәр . Мин дә унда инем. Ҡаҡ өҫтәл. Ғәҙилә йәймә бешергән. Сәй эсермәй сығарһаң ғәйеп була. Мостай ғәйепләп йөрөүсән кеше түгел. Эй аралашыусан ине! Бөтә кеше менән тиң аралашты, әңгәмәләшергә яратты. Һәммәһе менән дуҫлашып йөрөнө. Колхозды ла яратты.Улы Илгиз, ул ваҡытта үҫмер, ул да аралашып йөрөнө. Ауылыбыҙҙа аҙыраҡ ҡына аҡылға еңелерәк, бер клас та уҡымаған Әбүбәкер була торғайны. Шул инвалид малай менән ике йыл дуҫлашты. “Балнисҡа күрһәтәм. Уны уҡытырға кәрәк булған, төплө итеп һөйләшә белә”,-ти торғайны. Өсөнсө килеүенә Әбүбәкер үлгән инде. Эй үкенеп йөрөнө... Әбүбәкер тураһында яҙыусының хикәйәһе “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылды. Өргөндәрҙең оло быуыны Әбүбәкерҙе таныны. Мөхәммәт еҙнәм менән Ирәмәл аҫтындағы Ихсан,Әбделғасим ауылдарына ат егеп Тажетдинға хәл-әхүәл белешергә барып ҡайттылар. Ул колхоз рәйесе булған, һуңынан урман төпкөлөндә лесничий булып эшләне.  Икенсе ҡатынлыҡҡа йәш кәләш алды. Мостай Кәрим шул турала үҙе яҙҙы.

3-се уҡыусы:Рәйсә Әхмәтйәнова һөйләгәндәрҙән. (1935 йылғы)

Мостай Кәрим ғаиләһе менән тик Ҡобора апайҙарҙа  ғына торҙо.

Ә беҙҙең йортобоҙ Ҡобора апайҙарҙың эргәһендә булды.Ситәндән үрелгән соланыбыҙ улар яғына сығып торҙо.М. Кәрим ғаиләһе менән 3-4 йыл рәттән килә торғайны.Беҙ,ҡыҙ балалар, уларҙы ситән ярығынан күҙәтә инек.Бик ярлы йәшәнек.Рауза апай беҙгә ярыҡтан: ”Рәйсә,миңә еләк килтер»,-тиер ине.Беҙҙең бер ваҡытта ла вәринйә(ҡайнатма) күргәнебеҙ юҡ ине.Рауза апай минән алған еләкте нишләтә икән,тип ҡарап торҙом.Табаҡҡа һалып ҡайнатты.Аҙаҡ һыйланы.Тәүҙә варинйәне шунда күрҙем.

Бер йылы Роза Алиевна тигән ҡатынды килтерҙеләр.Һуғышта Мостафаны яу ҡырынан алып сыҡҡан икән,ғүмерен ҡотҡарған.Эй йыуан апай ине.Йөк машинаһынан баҫҡыс менән төшөрәләр,баҫҡыс менән мендерәләр.Шул апай бер ҙә күлдән сыҡманы.Ябығам, тип һыуға сумып тик ултырыр ине.

Уҡытыусы:Балалар ,”Өс таған”әҫәренең   төп геройы Вәзир повеста үҙ исеме менән индерелә.Ул М.Кәримдең улы Илгиз менән дуҫ булалар.Вәзир ҡапҡа аҫтынан ғына килеп ҡарап ята.Илгиз уға ашарға ташый.Йыры ла бар әле ул.

                      Бөгөн төндә төшөмә керҙе

                      Алюмин тигән ҡалай.

                                    Бөгөн көндөҙ һуғышып йөрөгән

                                    Илгиз менән бер малай.

Вәзиргә килгәндә ул ғүмер буйы Өргөндә йәшәне,колхоздың алдынғы механизаторы булды.Ҡатыны Зәкиә менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Булдыҡлы,егәрле бынамын тигән донъя көттө.Ҙур йорт һалды.                                                                         Айҙарҙың протатибы - Солтан .Ул Өргөндәге берҙән - бер ерән сәсле,һипкелле малай. Ғүмер буйы колхозда тракторист булып  эшләне.3 ҡыҙ ,1 ул үҫтерҙе.Улы Рим тышҡы  ҡиәфәте менән әҫәрҙәге Айҙарға оҡшап тора.

Яҡуптың протатибы- Зөфәр ағай Шәйхисламов.Ул Өргөн ауылында йәшәне,3 ҡыҙ үҫтерҙеләр.

     Ә Идрисов Алмазды әҫәрҙә Ғабдулла образы аша яҙа.Алмас ағай ауылда шофер булып эшләй.Шаян, йор һүҙле ағай булды.2 ҡыҙ,2 малай үҫтерҙе. Бәләкәй Гөлнур яҙыусы Мөхәмәт Хәйҙәровтың ҡыҙы Рәйхана.Кипапханасы булып эшләне.2 ҡыҙ үҫтерҙе.Хәҙерге ваҡытта Өргөндә атаһының өйөндә йәшәй.М.Кәримдең геройҙары ғүмер буйы бер аймаҡта йәшәнеләр.        

Әҫәрҙә ниндәй күлдәр тураһында һүҙ бара?

  1-се уҡыусы: Яҙыусы яҙған ауыл эргәһендәге Ҡалҡан күле-ул Өргөн күле.1965 йылдың 17 авгусынан Өргөн күле буйҙары тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Ҡылыслыкүл, ул киреһенсә Ҡалҡан күле.Районыбыҙҙа иң ҙур һәм иң һалҡын күл.Сөнки күлгә шишмәләр ҡушыла. Был күлдәрҙең төбөнән 1903-1907 йылдарҙа алтын сығарыла.Ҡалҡан күле төбөнән 15 кг,ә Өргөндән-1кг алтын табыла.

 Уҡытыусы:Повеста әйтелгән”Ирмен тигән кеше Кирәмәткә менмәй ҡалмаҫ”тигән һөйләмдең асылы нимәлә? 

2-се уҡыусы:Кирәмәт –ул Ирәмәл тауы.Уның башына менергә бөтә балалар хыяллана.Унда менеү анһат түгел:эре-эре таштар, ҡара ҡалын урмандар аша үтергә кәрәк.Кем дә кем бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп тауҙың башына менеп етә ала,шул ысын ир-егет була.Ә хәҙерге ваҡытта Ирәмәл тауынан туристар өҙөлмәй.Ләкин улар тәбиғәтебеҙгә күберәк зыян ғына килтерәләр.Арттарынан сүп-сар,һүндерелмәгән усаҡтар ятып ҡала.Әгәр беҙ үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙҙе һаҡламаһаҡ,М.Кәрим яҙған матурлыҡтан ни ҡалыр?

Уҡытыусы:М.Кәримдең ”Өс таған” повесын алып уҡығыҙ.Беҙҙең Учалы ерендә тыуған әҫәрҙән үҙегеҙгә күп нимә алырһығыҙ.Һүҙ байлығығыҙ артыр,телегеҙ шымарыр.Уҡыу барышында Учалы еренә оҡшашлыҡтарҙы табығыҙ һәм күҙ алдына килтерә барығыҙ.Ә тыуған яғыбыҙ тәбиғәте матурлығын М.Кәрим әҫәрҙәре аша күреп ҡәҙерләгеҙ,һаҡлағыҙ.                            


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

Что же случилось на Круглянском мосту? (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)

Урок литературы в 7 классе "Что же случилось на Круглянском мосту?" (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)...

М.Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-конференция

Был әҫәр кластан тыш өйрәнелә.Дәрес өлгөһөндә әҫәргә тулы анализ, геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү өсөн һорауҙар һәм яҡынса яуаптар бар....

Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә.

Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә....

Кры́мский мост, также Керченский мост

Занимательная  информация. П...