Кластан тыш сара "Мәңге йәшә, яҡтылыҡ йырсыһы!"
методическая разработка на тему

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы

Кластан тыш сара

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon "Мәңге йәшә, яҡтылыҡ йырсыһы!"40.5 КБ

Предварительный просмотр:

МӘҢГЕ ЙӘШӘ, ЯҠТЫЛЫҠ ЙЫРСЫҺЫ!

                   Әкрен генә ҡурай моңо ағыла (Ҡурайҙа  көй).

1-се алып барыусы:

Ай, Аҡмулла, Аҡмулла,

Хаслыҡ күргән хаҡ мулла.

Яйыҡ буйла, Дим буйла,

Халҡың яҙмышын уйла.

2-се алып барыусы: Үҙе тере саҡтан уҡ халыҡ күңеленең, заманының бөйөк улы булып танылған мәшһүр шағир Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй мираҫ ҡалдырҙы. «Мулла» төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, ғилем, аҡыл эйәһе тигән мәғәнәне һала.

1-се алып барыусы:

Аҡмулланың шиғырҙарына яҡшылап баҡ,

Күңелеләй яҙғандары пактарҙан пак.

Һәр әйткәне йәнгә дауа, хаҡтарҙан хаҡ,

Зиһенеңә нур һибелер ана шул саҡ.

2-се алып барыусы: Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы Туҡһанбай ауылында аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала.

                                       (Арба һөйрәп Аҡмулла килеп сыға)

Аҡмулла: Ай, донъя! Ҡыуҙым һине ун йәшемдән,

Яраным шул ваҡыттан юлдашыңа.

Мәхрүм ташлап китәрең белмәгәнмен,

Юламай китмәҫ инем моңдашыңа.

1-се алып барыусы:

Китап һүҙен боҙоп әйткән боҙоҡ мулла

Өҫтөн сығыр унан да, бурлыҡ ҡылһа.

Аҡмулла күпте күреп һырғалаған,

Һәр ерҙә наҙандарҙы ҡуҙғалаған.

2-се алып барыусы: Аҡмулла тере сағында уҡ халҡының, заманының бөйөк улы булып танылған данлыларҙың береһе. Ул мәғрифәткә өндәүсе дәртле бер сәсән-шағир булып йәшәне, шәхсиәте менән дә, поэтик ижады менән дә халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең гүзәл өлгөләрен күрһәтте. Аҡмулла иһә халыҡты ғилем-һөнәргә эйә булырға, яҡтылыҡҡа, хөр тормошҡа саҡырып хитаптар ижад иткән.

Аҡмулла: Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк,

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

                    (Шәкерттәр сығып ултыралар, Аҡмулла уларҙы уҡыта).

Аҡмулла: Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилдәр ҡатарына кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

Хәл килһә, французса белгән яҡшы.

1-се шәкерт: Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,

Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.

Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,

Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

2-се шәкерт: Тормошо башҡа илдәрҙең көн шикелле,

Тормошо наҙан илдең төн шикелле.

Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ. Мейегә һалып:

Күренә ошо ере миң шикелле.

3-сө шәкерт: Һәр ҡайҙа хәлең харап, булһаң наҙан,

Йоҡонан баш күтәрер зирәк әҙәм.

Башҡа йорт, ғилем эҙләп талпыныуҙа,

Һис юҡтыр ер йөҙөндә беҙҙән яман.

4-се шәкерт: Егеттәр, хәбәрҙәр бул замананан,

Һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм.

Ниңә беҙ хур булабыҙ башҡа йорттан –

Беҙ ҙә бит тыуып үҫтек ата-ананан.

5-се шәкерт: Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,

Ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле.

Баҡсалай, егет әҙәм күркәмләнә,

Ғилем менән һүҙ һөйләһә, бал шикелле.

1-се алып барыусы: Бөтә ҡалған ғүмерен шағир ил гиҙеп, башҡорт йәйләүҙәрен, ҡаҙаҡ далаларын ҡыҙҙырып, уҡытыусылыҡ итеп тә, ғилем - мәғрифәт өләшеп үткәрә.

2-се алып барыусы: Халыҡ батырын онотмай. Яҡтылыҡ йырсыһы – Аҡмулла мәңге халыҡ күңелендә. 1989 йылда Миәкә районы Советы ҡарары менән Аҡмулла исемендәге премия булдырылыуы, баш ҡалабыҙҙағы юғары уҡыу йорттарының береһенә бөйөк шәхестең исеме бирелеүе, йыл һайын Халыҡ – ара “Аҡмулла уҡыуҙары”, Республика күләмендәге “Аҡмулла вариҫтары” бәйгеләренең үткәрелеүе быға асыҡ дәлил булып тора.

1-се уҡыусы: “Башҡорттарым, уҡыҡ кәрәк!” –

Ораны Аҡмулланың.

Шул оранды ҡабул итеү

Бурысы һәр баланың.

2-се уҡыусы: Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәре

Бөгөн дә бик ҡәҙерле.

Өгөт - нәсихәттәре лә

Беҙҙең өсөн фәһемле.

3-сө уҡыусы: Аҡмулланың шиғырҙарын,

Уҡыйбыҙ ҡабат-ҡабат.

Унда ғилем һәм тәрбиә,

Бирәләр беҙгә һабаҡ.

4-се уҡыусы: Сал быуаттар аша үткән

Шиғриәте – аманат.

Уҡырбыҙ, белем алырбыҙ,

Сығармабыҙ яманат.

5-се уҡыусы: Аҡмулланың шиғырҙары,

Һөйөү кеүек үлемһеҙ.

Киләсәккә маяҡ булып,

Аң-белемдең нуры һеҙ.

1-се алып барыусы: Йылдар үткән, мәшһүр шағирҙы тыуҙырған дәүерҙән алыҫлаша барған һайын Аҡмулла һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла сағыуыраҡ күренә. Уның поэтик ижады бөгөн дә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, беҙҙе, йәш быуынды дөйөм кешелеклек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, белем алыуға – яҡтылыҡҡа ынтылыуҙа маяҡ булып тора.

Аҡмулла: Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,

Тибрәһен шул телем һәр даим.

Бирҙең, тәңрем, телде беҙгә, һөйлә, тип,

Тура юлға телде шуға әйҙәйем!

2-се алып барыусы: Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтан һуң “Башҡорттарым” тип тәүге тапҡыр туған халҡына мөрәжәғәт иткән Аҡмулла тормошо һәм ижады беҙҙең өсөн ифрат әһәмиәтле. Салауаттан һуң Аҡмулла үҙенең ижадында туған халҡын алға, белем алыуға, яҡтылыҡҡа әйҙәгән бөйөк шағир ул. Мәңге йәшә, яҡтылыҡ йырсыһы – Аҡмулла!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"

Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...

Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы

сайт учителя башкирского языка и литературы...

М. Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы. Йомғаҡлау дәресе. 9-сы класс.

АннотацияМифтахетдин Акмулла – один из видных представителей башкирской литературы второй половины  XIX века. Акмулла поэт-борец за личное достоинство, сэсэн-обличитель религиозных фанатов,...

Разработка внеклассного мероприятия "Аҡмулла -яҡтылыҡ йырсыһы" "Акмулла -поэт,просветитель"

Аҡмулла -яҡтылыҡ йырсыһы. Кластан тыш сара.9-11 кластар өсөн. М.Аҡмулла уҡыуҙарын уткәреү сараһы....