М. Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы. Йомғаҡлау дәресе. 9-сы класс.
план-конспект урока (9 класс)

Ғүмәрова Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы

Аннотация

Мифтахетдин Акмулла – один из видных представителей башкирской литературы второй половины  XIX века. Акмулла поэт-борец за личное достоинство, сэсэн-обличитель религиозных фанатов, убежденный учитель того, что только знание спасет от несправедливости, добрый советчик мудрыми назиданиями. Актуальны ли в наше время  его произведения?

Тема урока    “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы”

         Цели урока:

  1. Систематизировать, закрепить и обобщить полученные на уроке знания  о  жизни и творчестве М. Акмуллы;
  2. Расширить кругозор в области башкирской литературы;
  3. Воспитать у детей стремление к учебе, нравственности, честности и справедливости на примере жизни Акмуллы.
 

Формы работы: индивидуальная, групповая.

Оборудование: мультимедийный проектор, презентация, тесты по вариантам.

 

Ход урока:

  Урок состоит из трех частей:

1 часть.  Учащиеся рассказывают биографию и творчество Мифтахетдина Акмуллы – одного из крупных башкирских поэтов-просветителей конца XIX века. По рассказам одноклассников дети узнают новые сведения о том периоде времени,  когда жил поэт-борец.

2 часть.  Учащиеся вспоминают отрывки стихотворений, мудрые наставления мастера-острослова; участвуют в состязаниях сэсэнов; составляют пословицы-поговорки по теме; отвечают на блиц-вопросы; отмечают актуальность его произведений в наше время.

 

3 часть.  Учащиеся выполняют самостоятельную работу (раздача тестовых листов каждому ученику). Подведение итога  урока, определение по количеству сердечек (за каждый правильный ответ)  преемника М. Акмуллы.  Задание на дом: написать сочинение на тему “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы”.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon m.akmulla_-_yaktylyk_yyrsyhy._9_kl.doc246 КБ

Предварительный просмотр:

Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы. (2 дәрескә иҫәпләнгән)

(Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы)

Белем биреү маҡсаты: М.Аҡмулланың ижады һәм тормош юлы тураһында алған белемде нығытыу, системалаштырыу, яңылыҡ алыу;        

Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын, бәйләнешле телмәрен, үҙ аллы фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

Тәрбиәүи: мәғрифәтсенең   ижады йоғонтоһонда балаларҙа белемгә ынтылыш, ғәҙеллек, юғары әхлаҡи - әҙәплелек, сафлыҡ тәрбиәләү.

УУЭ: шәхескә йүнәлтелгән УУЭ: яңыны белергә, белгәндәрҙе камиллаштырыу теләге уятыу;

Регулятив УУЭ: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

Танып белеү УУЭ:  тормош менән бәйләү, белгәндәрҙе ҡулланып тест башҡарыу;

Коммуникатив УУЭ: һорауҙар биреү, уларға яуап эҙләү, класташтарҙы, уҡытыусыны ихтирам менән тыңлай белеү теләге уятыу.

Йыһазландырыу: Китаптар күргәҙмәһе. Р.Шәкүр.Арҙаҡлы башҡорттар. Өфө, 1998;

М.Аҡмулла. Шиғырҙар. Өфө, 1981; С. Ҡудаш. Йәшлек эҙҙәре буйлап. Өфө,1964; Ватандаш. 2006, № 7, 2007, № 4; 9-сы синыфтар өсөн дәреслектәр. Ғ.Хөсәйенов. Ил азаматтары.

Өфө, 1998; Башҡортостан уҡытыусыһы. № 11, 2001; Буклет. Аҡмулла. Өфө, 2001. Ә. И.Харисов. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Өфө, 1973.

Дәрес барышы.

  1. Ой.м. Уҡыу мотивацияһын булдырыу.
  • Һаумыһығыҙ, Республикабыҙ тураһында ҡыҫҡа һорауҙар-яуап алымын үткәрәйек

II.    Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү. Уҡыу проблемаһын ҡуйыу. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

-Мин Һеҙҙең иғтибарығыҙҙы интерактив таҡтаға йүнәлтәм. Унда шиғыр юлдары яҙылған. Әйҙәгеҙ, балалар, бергәләп уҡып китәйек.

Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,

Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.

Бирҙең, тәңрем, телде беҙгә, һөйлә, тип,

Тура юлға телде шуға әйҙәйем!

-Ысынлап та, беҙҙең башҡорт телебеҙ моңло ла, татлы ла, мөләйем дә, үткер ҙә. Туған телебеҙ - ата-бабалар аманаты, ата-әсәләребеҙҙең беҙгә иң ғәзиз бүләге. Бына ошо аманатыбыҙҙы күҙ ҡараһындай һаҡлаусы, үҫтереүсе, башҡорт халҡын донъя кимәленә сығарыусы шәхестәребеҙ һәр заманда тыуып торған, һәм беҙҙең бөгөн һөйләшәсәсәк шәхесебеҙ ҙә быуын - быуындан килгән сәсәндәр мираҫын, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған, үҙенең көрәш ҡоралы - шул үткер теле булған, ошо шиғыр юлдарының авторы турайында һөйләшәсәкбеҙ. Кем һуң ул?

Балаларҙың яуабынан һуң интерактив таҡтала портреты сыға.

- Эйе, мәғрифәтсе шағир М. Аҡмуллаға арналған хәтер һәм ҡәҙер дәресенә йыйылдыҡ. Бөгөн тағы яңы мәғлүмәттәр алып, белгәндәребеҙҙе системалаштырыл китербеҙ. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырған уҡыусыларыма, М. Аҡмулланың ялҡынлы йөрәге һеҙҙекен дә дөрләтеп ебәрһен өсөн, йөрәктәр бүләк итәсәкмен. Ә дәрес аҙағында кем иң күп йөрәктәр йыя, шул М.Аҡмулланың вариҫы (наследник, преемник) була. һәм быны иҫбатлаусы бүләк аласаҡ.

(Таҡтала ике мәҡәл йәшеренгән һүрәттәр сыға.)

- Был һүрәттәргә ҡарап ниндәй мәҡәлдәрҙе уҡырға була. (Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй.)

-Ошо мәҡәлдәрҙе дәллилләрҙәй Аҡмулланың бала һәм үҫмер

сағын һөйләп китегеҙ.

III. Аҡмулланың тормошо һәм ижады. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1) Бер бала таҡта алдына сығып һөйләй.

М.Аҡмулла 1831 йылдың 14 (яңы стиль менән 26) декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 1 2 -се Башҡорт кантоны, Күлиле - Мең олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. (Интерактив таҡтала Б. картаһы сыға, Миәкә рай. сиктәре күрһәтелгән)

Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы - икеһе лә аҫаба башҡорттар. Олатаһы ла. атаһы ла указлы муллалар булғандар.

Йәштән үк әсәһе үлеп, үгәй әсә ҡулында ҡалған Мифтахетдинға атаһының ишле ғаиләһендә ҡыйырһытылып үҫергә тура килә.

Аҡмулла башта үҙ ауылында тәүге һабаҡтарҙы атаһынан ала, унан күрше олостағы Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. һуңынан Стәрлебаш мәҙрәсәһенә китеп уҡый, унда шағир Шәмсетдин Зәкиҙең дәрестәрен тыңлай. Был мәҙрәсәлә уҡыуы киләсәктә күренекле шағир мәғрифәтсе булырға этәргес көс була. М. Аҡмулла был йылдарын ошолай хәтерләй: " Йыш ҡына Шәмсетдин Зәки менән тау баштарына менеп шиғырҙар уҡый ҙа, яҙа ла инек. Шунда минең тағы ла бейегерәк тауҙарға - үрҙәргә күтәрелеү хыялы тыуҙы."

Шуға был мәҙрәсә лә ҡәнәғәтләндермәй башлай. " Фәкирлектән артыҡ фән күрә алманыҡ", тип, мәҙрәсәне ташлап китә. Башта Ырымбур яғында була, унан Троицк мәҙрәсәһендә уҡый. Йәй көндәрен ҡаҙаҡ далаларына китеп, ҡаҙаҡ балаларын уҡытып йөрөй, ҡышын кире Троицкиға уҡырға ҡайта.

Сығып китеүенә 13 йыл тигәндә, Аҡмулла , ялан аяҡ йөрөгән ерҙәрен һағынып, тыуған ауылына ҡайта. Ләкин атаһы һәм үгәй әсәһе уны яҡты йөҙ менән ҡаршыламай. Күп йөрөп, төрлөһөн күреп "мәргәндәрҙе танырлыҡ хәлгә килгән" уҡымышлы Аҡмулланы атай йорто, ундағы ҡыҫынҡы тормош һис хушһындырмай. Оҙаҡламай ул тыуған ауылын бөтөнләйгә ташлап сығып китә. Ырымбурҙан атаһына яҙған

шиғри хатында ул үпкәләп былай ти:

Атаҡайым, инде һеҙгә юҡ бүтән һүҙ,

Был донъя малына туя алмай күҙ.

Ун өс йылда ҡайтып, үҙ итмәнең,

Инде һағынып ҡайтырҙай булманыҡ беҙ.

Шул ваҡыттан алып, Аҡмулланың халыҡ араһында илгиҙәр тормошо башлана.

(Яңынан таҡтала ике мәҡәл йәшеренгән һүрәттәр сыға.)

-Әле әйтелгәндәрҙән сығып, был мәҡәлдәр менән бәйләп нимә әйтә алабыҙ? (Буласаҡ шағирҙың олатаһы ла, атаһы ла уҡымышлы кешеләр булғанға, Аҡмулла ла белемгә ынтылыусан,маҡсатлы кеше булып үҫә).

2) -Ниндәй тарихи осорҙа йәшәгән М. Аҡмулла ? Бер бала таҡта алдына сығып һөйләй.

19-сы быуаттың 2-се яртыһы Башҡ - да кантондар идаралығын бөтөрөү , башҡорт ерҙәрен талау, тартып алыу, синфи ҡаршылыҡтарҙың көсәйеүе һәм әкренләп капиталистик мөнәсәбәттәрҙең урынлашыуы менән характерлана.

Был осорҙа культура, мәғариф эше йәнләнә төшә, ләкин Башҡ-н Рәсәйҙең иң үгәйһетелгән , иҙелгән мөйөштәренең береһе була. Ошо дәүерҙә, ҡәҙимселек менән йәҙитселек араһында көрәш башланған ваҡытта, әҙәбиәткә шағир М.А. килә. (Был ваҡытта таҡтала ике һүҙҙең лексик мәғәнәләре, С.Ҡудаш һүҙҙәре яҙыла, уҡыусы уҡып китә).

Ҡәҙимселек - иҫкелекте яҡлаған ағым. Ҡәҙимселек башында мосолман динселәре тора, хөкүмәт идаралары улар яҡлы була. (750-се бит Б. т. Һ. 1 -се том).        

Йәҙитселек - 19 -сы быуат аҙағында 20 -се быуат башында барлыҡҡа килеп, батшалыҡҡа ҡаршы революцион көрәш урынына мәҙәниәтселекте, мәғрифәтселекте алға һөргән хәрәкәт.(459-сы бит Б. т. һ. 1- се том).

Таҡтала: Башҡ-ң халыҡ шағиры С. Ҡудаш үҙенең "Йәшлек эҙҙәре буйлап" исемле китабында Аҡмулла һәм ул йәшәгән осорға түбәндәгесә баһа бирә: Иҫке дини фанатизм менән яңылыҡ керәштәре башланған уяныу йылдарында, төн ҡараңғылығы менән яңы ғына Һыҙылып килгән таң яҡтылығы һуғышҡан ваҡытта һайраған бер Һандуғас һымаҡ булып, бына шул яңы хәрәкәттең мәғрифәтсе бер пропагандист - йырсыһы булараҡ, әҙәбиәт майҙанына талантлы шағир М. Аҡмулла килгән"

-Рәхмәт. Ә хәҙер һорауҙарға ҡыҫҡа тиҙ яуаптар.

-Ниндәй милләт халыҡтары уны үҙ кешене тип таный? (башҡорт, татар, ҡаҙаҡ).

-Тыуған яҡтарында Аҡмулла кем булып танылған?(Сәсән телле шағир булып таныла).

-Ә ҡаҙаҡтар араһында кем булып таныла? (Мәргән аҡын кеше булып дан алған).

-Кемдәр уға уҡымышлылығы, тура һүҙлеге өсөн "Аҡмулла" тигән исем бирәләр? (ҡаҙаҡтар).

-Аҡмулла ҡаҙаҡса нимә тигәнде аңлата? (Ғәҙел һүҙле, тура, аҡыллы кеше. Эйе, ул исем аҙаҡтан М. Аҡмулланың шағирлыҡ исеме - псевдонимы булып китә. Тимәк, Аҡмулла исеме уға халыҡ тарафынан ҡушылған ҡәҙерле исем).

-"Уның тура Һүҙе берәүгә - им, берәүгә - ыу" тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

-Тәбиғәт тураһында ниндәй шиғырҙары бар? (Көҙ. Яҙ. Уяныу).

-Әҙиптең әҫәрҙәрендә ниндәй идеялар сағылыш таба? (мәрифәтселек ҡараштары, халыҡ тормошонда яңылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн аң-белемде, ғилем һөнәрҙе хәл иткес көс тип раҫлаусы идеялар ята).

Ниндәй жанрҙарҙа ижад итә? (мәғрифәтсе шағир көнсығыш поэзияһының образдар, жанрҙар, стилдәр системаһын ғына түгел, иң мөһиме уның гуманистик асылын, демократик рухын үҙләштерә, үҙ заманына яйлап үҫтерә. Шул ерлектә үҙен философик лирика, мәдхиә, мәрҫиә, робағи, ҡобайыр, нәсихәт, ғәзәл, шикәйәт, хат, уләң. әйтеш. парса, йомаҡ, өләң. Жанр формаларының оҫтаһы итеп таныта.)

Ижадынан аңлашыуынса, шағир боронғо ниндәй бөйөк философтарҙың хеҙмәттәре менән таныш? (Әфләтун (Платон), Газзали, Фараби хеҙмәттәре менән таныш булған)

Илгиҙәр шағир ҡайһы ерҙәрҙә йөрөгән?(карта күрһәтелә, күрһәтеп ебәр)

Нисәнсе йылда Өфөгә Р. Фахретдингә килә? Унда  ниндәй   мәхрифәтсе  менән   шиғыр  әйтеше  ярышын күрһәтәләр?(1894 йылда М. Өмөтбаев менән)

Беҙҙең Учалы районы менән бәйле нимәләрҙе әйтеп китә алаһығыҙ. (90-сы йылдарҙа Урал буйы башҡорттары араһында йәшәй. Учалы башҡорттары менән ныҡлап аралаша. Зәйнулла Ишан менән яҡындан таныш була.)

Аҡмулланы кем һәм ни өсөн, нахаҡҡа ғәйепләп, төрмәгә ултырта, һөйләп китегеҙ.

Нисә йыл, ҡайҙа төрмәлә ултыра? ( дүрт йыл Троицк төрмәһендә)

Төрмәгә ултыртып, уның рухын һүндерә алалармы?

Социаль мотивтар сағылдырылған ниндәй шиғырҙарын әйтә алаһығыҙ? (Урыным зиндан. Замана ғалимдарына. Булырмы. Егетлек хасиәте - мәғрифәттә. )

Уның зәһәр теленән ҡурҡҡан өсөн, байҙар яллаған кешеләр тарафынан нисәнсе йылда үлтерелә?(1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златоусҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә)

Ҡайҙа күмелгән. (Миәс зыяратында)

Әммә уның поэзияһы үлемде беләме? (Аҡмулланың ижады халыҡ күңелендә әле лә йәшәй.)

Таҡтаға ҡарайыҡ .        

Профессорыбыҙ Әхнәф Харисовтың һүҙҙәрен уҡыйыҡ. (Харисовтың портреты, Һүҙҙәре таҡтаға сыға).

“Аҡмулла Салауаттан һуң беренсе тапҡыр үҙ халҡына, башҡорттарым, тип ихлас күңелдән өндәшә, уны айырыуса бер ярһыныу менән мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра", -яҙып алығыҙ.

Туған халҡын мотлаҡ мәҙәниәтле итеп күрергә тырышыу, тормошта гел генә ана шул бөйөк идея менән янып йәшәү Аҡмулланы ғәжәп тәрән фекерле, аҫыл поэтикалы шиғырҙар яҙыуға килтергән.

- Аҡмулланың мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған иң мөһим әҫәрҙәрҙең береһе ниндәй?

Әйҙәгеҙ, был шиғырҙы тыңлап китәйек, (бер бала һөйләп китә)

Уҡыуҙың, белемдең кәрәклеге тураһында мәҡәл булырҙай, тәрән фекерле ниндәй һөйләмдәрҙе билдәләргә булыр ине. (Наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк. Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай. Белемлелек арыҫландан көслө батыр. Наҙанлыҡтан килер бәхетһеҙлек).

Тағы ла мәғрифәтселек идеялары ниндәй шиғырҙа сағылған? (Егетлек хәсиәте мәғрифәттә)

IV. Ә хәҙер сәсәндәр әйтеше ойоштороп алайыҡ. (Бының өсөн таҡтаға ике бала сығып сиратлап һөнәр, хеҙмәт тураһында мәҡәл-әйтемдәрҙе әйтәләр.)

Таҡталағы һүрәткә ҡарап, ниндәй мәҡәлде әйтеп була.

Ә үҙе ниндәй телдәрҙе белгән, ниндәй ҺӨНӘРҘӘРГӘ эйә булған? (Аҡмулла туған башҡорт телен генә түгел, ҡаҙаҡ, татар телдәрен дә шул осор әҙәби яҙма тел-төркиҙе лә, шулай уҡ ғәрәп, фарсы, рус телдәрен дә яҡшы белгән. Слесарлыҡ, столярлыҡ, йәғни балта эше, тегенселек кеүек һөнәрҙәргә эйә булған. Балаларҙы үҙ туған телендә заманса уҡытырға һәм тәрбиәләргә тырышҡан уҡытыусы).

Гуманист - мәғрифәтсенең вәғәз һәм өгөт итеп яҙылған шиғырҙарында ниндәй проблемалар күтәрелә?(Был шиғырҙарында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа - ярты бәлә, әгәр ҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ бул Һа - ул инде бөтә халыҡ бәләһе).

Был юҫыҡта ниндәй шиғырҙарын әйтеп китергә
була?(Нәсихәттәр. Аҡыл. Тел. Инсафлыҡ).

V. Аҡыл шиғырын бер бала һөйләп китә.

Таҡтала: Рәшит Закир улы Шәкүров үҙенең хеҙмәтендә ошолай ти (бер баланан уҡытыу): "М. Аҡмулла ижадының тәрән образлылығы, кешелеклеге, уның фекерләүенә хас диалектик эҙмә - эҙлелек шағирҙың иң яҡшы әҫәрҙәрен һоҡланғыс поэтик ҡомартҡылар, заманалар үткән һайын яңынан-яңы төҫтәре менән балҡып китерҙәй ынйы - гәүһәрҙәр рәтенә ҡуя. Аҡмулланың бәғзе шиғырҙары уның үҙ дәүеренән бигерәк беҙҙең бөгөнгөгә быуаттар аша нәҡ хәҙерге дәүер кешеһенә төбәп әйтелгәндәй. Мәҫәлән, "Нәсихәттәр" әҫәрендәге бына был тапҡыр һүҙле юлдар бөгөнгө көндә, беҙҙең донъяның аҫты өҫкә килгән хәүефле заманда үҙе үк киҫәтеү булып яңғырай түгелме:

          Иң әүүәл паклау кәрәк эстең керен,

                                                          Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.

                                                                 АҺ, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,

                      Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.

Эйе, белем дә, аҡыллы һәм, йәнәһе, ғәҙел булып күренеү оҫталығы ла хаттин ашҡан бөгөн. Ләкин намыҫ ҡытлығы, оятһыҙлыҡ, эскерлелек, сәйәсәттәге бысраҡлыҡтар арҡаһында ыҙа сигә халҡыбыҙ."

VI. Әҙәп, әхлаҡ тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп китәйек. (Таҡтала) Мәҡәлдәрҙең яртыһын дөрөҫ табып уҡығыҙ.

1. Антын боҙған        үҙең шуны күрерһең.

2. һүҙең менән        ялҡау яуабын табыр.

3. Ата-әсәңә ни ҡылһаң        холоҡ ҡалыр.

4. Егәрле яйын табыр        иманын боҙған.

5. Матурлыҡ китер        изгелек биҙәй.

6. Әҙәмде әҙәп        эшең бер булһын.

   VII. Йомғаҡлау.

- Ҡәҙелерле балалар, бөгөнгө һөйләшеүҙән сығып, ниндәй һығымталар эшләй алабыҙ. (Сәсән - шағирыбыҙҙың әҫәрҙәре беҙҙә ниндәй сифаттар тәрбиәләй. Нимәгә өйрәтә). ( Әҙәпле, кешелекле,аҡыллы, кеселекле булырға, тормош ауырлыҡтарын, һынауҙарын сабырлыҡ, түҙемлек менән еңеп сығырға, ҡәнәғәт була белергә, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылырға, эстетик зауыҡ күндерә).

М. А. исемен халыҡ күңелендә мәңгелләштереү өсөн нимәләр эшләнгән? (Бер бала һөйләй)

 (Слайдтар күрһәтеу.- китаптар күргәҙмәһе, музей күренештәре, премияһы)

Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың бары бер кескәй генә китабы - "Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе" - 1882 йылда Ҡазанда баҫылып сыға. 1904 йыл ошо ҡалала уның икенсе китабы донъя күрә. 1907 йылда был ике китаптағы шиғырҙар бергә тупланып яңынан баҫыла. 1935 йылда Алматыла Аҡмулланың ҡаҙаҡса "Өләңдәр жыйнағы" сыға. Иң тулы йыйынтығы -"Шиғырҙар" - 1981 йыл Өфөлә үҙ туған телендә баҫылып сыҡты. Унан башҡа хәҙер, Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын өйрәнеп, ғалимдарыбыҙ бик күп хеҙмәттәр баҫып сығара. Мәҫәлән, Яныбай Хамматовтың "Һырдаръя" романы һ.б. 1981 йылда үҙ тыуған ауылында музей асылды. 1989 йылда М. Аҡмулла исемендәге премия булдырылды. Был премия әҙәбиәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренән 15 кешегә бирелде. Иң беренсе премия яҙыусы Р. Шәкүргә тапшырылды. Туҡһанбай һәм Сафар ауылдары 1991 йылда Аҡмулла исемендәге колхоз булып ойоша. Зөлфәт Басыров М. Аҡмулланың портретын, бюсен эшләне. 2007 йылдан башлап йыл һайын М. Аҡмулланың көндәре үткәрелә.

        VIII. Тест һорауҙарына яуап бирәләр.

I вариант

1. Аҡмулла ҡайҙа тыуған?

a) Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылы        

b) Миәкә районы Туҡһанбай ауылы

c) Шишмә районы Келәш ауылы                

d) Ғафури районы Елемҡаран ауылы

2. Аҡмулла ҡайҙа төрмәлә ултырып сыға?

a) Ырымбурҙа                b) Өфөлә        c) Ҡазанда

d) Троицкиҙа                 e) Мәскәүҙә

3. Аҡмулланың «Дамелла Ширабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» китабы ҡасан һәм ҡайҙа баҫылып сыға?

a) 1904 йылда Ҡазанда                b) 1907 йылда Ырымбурҙа

c) 1892 йылда Ҡазанда

4.        Әҙәмгә ошаҡ менән яла яман,

        Себендән саға торған һағыҙаң яман.

        Һөйләһә, һөйләй бирһен ҡара наҙан,

        Ҡушылмаҫ, ҡоралайға ҡара ҡабан.

Был өҙөк Аҡмулланың ҡайһы шиғырынан?

a) «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»        b) «Урыным – зиндан»

c) «Һауаланма»                        d) «Инсафлыҡ»

5. Аҡмулла ҡайһы шиғырында халыҡты мәғрифәткә саҡыра?

“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»        b) «Урыным – зиндан»

c)  «Һауаланма»                                d) «Нуржанға»

6. 1894 йылда Өфөлә ниндәй башҡорт әҙиптәре менән осраша?
a) Шәмситдин Зәки        b) Ризаитдин Фахретдинов
c) Шәйехзада Бабич                d) М. Өмөтбаев
7.         Баланың ниһен маҡтайһың –
             Атаның телен алмаған;
             Ҡыҙҙың ниһен маҡтайһың –
             Ғәйбәт һүҙҙән ҡалмаған.
Аҡмулланың ҡайһы шиғырынан алынған өзөк?
a) «Инсафлыҡ»                b) «Аттың ниһен маҡтайһың”
c) «Урыным – зиндан»                d) «Уяныу»
8. Мифтахетдин Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән?
a) Өфөлә                b) Туҡһанбайҙа        c) Миәстә
d) Ҡаҙағстанда                e) Троицкиҙа
9. Ҡайһы әҫәрҙә М. Аҡмулланың тормошо сағыла?
a) М. Ямалетдинов «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым”
b) Я. Хамматов «Һырдаръя»
c) Д. Буләков «Килмешәк»
10. М. Аҡмулла ниндәй шағир булараҡ билдәле?


a) Мәғрифәтсе шағир        b) Суфый шағир        

c) Шағир-импровизатор

II вариант

1. Мифтахетдин йәшәгән йылдар:

a) 1752 – 1800                b) 1903 – 1965        c) 1831 – 1895

2. Шағир тыуған урын.

a) Миәкә районының Туҡһанбай ауылы

b) Салауат районының Малаяҙ ауылы

c) Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы

3. Ҡайһы әҫәрҙә М. Аҡмулланың тормошо сағыла?

a) М. Ямалетдинов «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым”

b) Я. Хамматов «Һырдаръя»

c) Д. Буләков «Килмешәк»

4. М. Аҡмулла ниндәй шағир булараҡ билдәле?

a) Мәғрифәтсе шағир        b) Суфый шағир                

c) Шағир-импровизатор

5. Нахаҡҡа ғәйепләнеп, Аҡмулла ҡайҙағы төрмәлә ултыра?

a) Ҡазанда                b) Өфөлә

c) Троицкиҙа                d) Стәрлебашта

6. Түбәндәге өҙөктәр ҡайһы шиғырҙарынан?

        Ян-януар йәшел үләнгә сығып,

        Көллөң ғәләм шатланышып булды мәж.

        Һүҙ тыңламаҫ улыңдан,

        Һыйҙаш булһа, сит артыҡ.

Турғай күрһәң, кәмләмә -

Бары тойғон табылмаҫ;

Ҡарындашың яманлап,

Үҙеңә туған бабылмаҫ.

Ҡәнәғәтең аҙайып, шул ваҡытта

Бер мал үлһә, йөҙ ҡайғырып, үкенерһең.

Ер йөҙөндә йәшлек күрке ҡалмайҙыр,

Биткә ыжғыр, һыуыҡ елдәр ыулайҙыр.

a) «Нәфсе» b) «Бәхет» c) «Аттың ниһен маҡтайһың»

d) «Өлгөр һүҙ» e) «Яҙ»  f) “Көҙ”

IX. Эшмәкәрлеккә рефлексия.  

Уҡытыусы һүҙе: Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың һәр строфаһы үҙе бер мәҡәл булырлыҡ шиғри гәүһәрҙәре менән, Көнсығыш классикаһы, халыҡ ижадының гүзәл традицияларынан һутланып үҫкән ижады менән әҙәбиәтебеҙ тарихында иң күренекле урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик Һәйкәл ҡалдырҙы. Шуға ла уның ижады, рухы беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй, һәм беҙ уны киләһе быуынға алып барып еткерергә бурыслыбыҙ, ә бының өсөн тырышып фән тауҙарына үрләргә, халҡыбыҙың рухи байлыҡтары нигеҙендә тәрбиәле булып үҫергә кәрәк.

X. (Йөрәктәрҙе иҫәпләү) Баһалар ҡуйыу, Аҡмулланың вариҫын билдәләү. Ҡәҙерле балалар, йөрәктәрегеҙҙе-йөрәк йылығыҙҙы ҡунаҡтарға бүләк итегеҙ,

XI. Өйгә эш. "Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы" тигән темаға инша яҙырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рус мәктәбендәге рус төркемнәре өчен әдәбияттан класстан тыш уку дәресе. 5 нче класс Изгелек – кояш нурына тиң.

Класс: 5 класс (РМРБ)Тема:  Бәйләнешле сөйләм теле үстерүДәрес темасы: “Изгелек-кояш нурына тиң”Дәрес  тибы: Класстан тыш укуДәрес барышы: 1 дәрес (45 минут)Алып бару формасы: ӘңгәмәМа...

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....

«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.

Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.Маҡсат:М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, ...

Презентация.«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.

Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.Маҡсат:М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, ...

Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы

сайт учителя башкирского языка и литературы...

Разработка внеклассного мероприятия "Аҡмулла -яҡтылыҡ йырсыһы" "Акмулла -поэт,просветитель"

Аҡмулла -яҡтылыҡ йырсыһы. Кластан тыш сара.9-11 кластар өсөн. М.Аҡмулла уҡыуҙарын уткәреү сараһы....