Рәми Ғарипов.
методическая разработка

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Рәми Ғарипов

Видео  (Ҡоломың)

Һаумыһығыҙ, ҡәзерле  уҡытыусылар

Һаумыһығыҙ  хөрмәтле ҡунаҡтар,дуҫтар  !

Яратҡан шағирыбыҙ,Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лаурераты , Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповҡа арналған әҙәби   киҫәбеҙҙе башлайбыҙ.

Видео

Рәми Ғарипов тыуған ауылында ете йыллы мәктәпте тамамлағас ,бермең туғыҙ йөҙ ҡырыҡ бишенсе-илленсе йылдарҙа Өфөләге туғыҙынсы башҡорт урта интернат –мәктәбендә уҡый.Бер мең туғыҙ йөҙ илле бишенсе  йылда Мәскәүҙә  Максим Горкий исемендәге институтын тамамлай .Бермең туғыҙ йөҙ илле бишенсе-алтмыш дүртенсе  йылдарҙа  ул Салауат районнындағы колхозда комсомол ойошмаһы етәксеһе,артабан “Башҡортостан ҡыҙы” журналында  яуаплы сәркәтип  була

Рәми Йәғәфәр улы йәмле Йүрүҙән буйҙарының хоҙур тәбиғәтенә хыйынып, ғорур тауҙарының көсөнә таянып батыр,данлы Юлай ,Салауат рухын үҙенә һендереп үҫә.

Йыр Йүрүҙән

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл otkrytyy_rmi_gripov.docx20.49 КБ

Предварительный просмотр:

Рәми Ғәрипов

Видео  (Ҡоломың)

Һаумыһығыҙ, ҡәзерле  уҡытыусылар

Һаумыһығыҙ  хөрмәтле ҡунаҡтар,дуҫтар  !

Яратҡан шағирыбыҙ,Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лаурераты , Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповҡа арналған әҙәби   киҫәбеҙҙе башлайбыҙ.

Видео

Рәми Ғарипов тыуған ауылында ете йыллы мәктәпте тамамлағас ,бермең туғыҙ йөҙ ҡырыҡ бишенсе-илленсе йылдарҙа Өфөләге туғыҙынсы башҡорт урта интернат –мәктәбендә уҡый.Бер мең туғыҙ йөҙ илле бишенсе  йылда Мәскәүҙә  Максим Горкий исемендәге институтын тамамлай .Бермең туғыҙ йөҙ илле бишенсе-алтмыш дүртенсе  йылдарҙа  ул Салауат районнындағы колхозда комсомол ойошмаһы етәксеһе,артабан “Башҡортостан ҡыҙы” журналында  яуаплы сәркәтип  була

Рәми Йәғәфәр улы йәмле Йүрүҙән буйҙарының хоҙур тәбиғәтенә хыйынып, ғорур тауҙарының көсөнә таянып батыр,данлы Юлай ,Салауат рухын үҙенә һендереп үҫә.

Йыр Йүрүҙән

Рәми Ғәрипов илен ,  халҡын һөйгән , көслө рухлы ,үҙенең нескәлеге,байлығын , тәмен ,йәмен тойоп, илхамланып яҡты өмөттәргә ышанып ижат итеүсе шағир булып үсешә.

ВИДЕО

Киң күңелле,хәр саҡ бахалҡы йылмайыусан кешеләргә ихтибарлы ,бар донъяға ғашиҡ Рәми хәр кешенең күңеленә  нур ,дәрт өстәүсе шиғырҙар яҙа

            ШИҒЫР “Матурлыҡ!”

Үтер йылдар, 
Үтер күп быуаттар 
Һәм асылыр яңы донъялар. 
Беҙҙең тормош, 
Беҙҙең әкиәттәр 
Тарих биттәренә оялар. 
Был тарихте уҡып, киләсәктә 
Рәхәтләнеп, бәлки, көлөрҙәр?.. 
Ә кем белә, 
Бәлки, беҙгә кире 
Ҡайтыр өсөн һағынып йөрөрҙәр? 
 

            Шиғыр  Ҡустыма

Шағир иҫән саҡта уның күп әҫәрҙәре, тәржемә емештәре донъя күрмәне, төрлө яҡтан уға аяҡ салдылар, кәмһеттеләр. Ә ул алда әйтер һүҙҙәрем бар әле тип арымай талмай эшләне, көнө- төнө ижад итте.

Үҙенең бер хатында: «Минең башҡаларға әйтелмәгән бик күп фекерҙәрем бар. Малым да, даным да юҡ, ләкин кешеләргә ҡалдыра торған һүҙҙәрем бар»тип яҙғайны

                       ШИҒЫР  “Елдәр булып иҫәм ,иҫкәндә”

Елдәр булып иҫәм иҫкәндә, 
Гөлдәр булып үҫәм үҫкәндә: 
Һыуҙар булып ағам акҡанда, 
Тауҙар булып баҫам баҫканда. 

Әйтер һүҙем — иҫкән елдәрҙә, 
Күрер күҙем — үҫкән гөлдәрҙә, 
Яҡты уйым — ағыр һыуҙарҙа, 
Мыҡты буйым — ғорур тауҙарҙа. 

Ал ҡанымда ҡояш нуры бар, 
Йөрәгемдә ерҙең йыры бар, 
Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар, 
Шуға минең әйтер һүҙем бар!..

Рәми Йәғәфәр улы милләтенең яҙмышы ,тел яҙмышы хаҡында бер кем баҙнат итмәгән саҡта ,беренсе булып  ҡыйыү һүҙ әйтеүсе була Тел өсөн янып йәшәгән  шағир .

Ул үҙенең эске тойғоларын “Туған тел” шиғырында яҙған

       ШИҒЫР  “Туған тел “                                                                                                                                             “Родной язык”

Рәми Гариповтың ижад ғүмере бары егерме йылдар тирәһе. Шағир  илленсе йылдар уртаһында әҙәбиткә килеп, етмешенсе йылдар уртаһында бик иртә китеп барҙы.

Әммә ул шул ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендәлә ғүмерлек әсәрҙәр яҙып ҡалдыра алды .Кешеләрҙең бөтә һөйөнсө лә ,көйөнсө лә,донъяның бөтә шатлығы һәм фажиғәләре ,халыҡ,ил яҙмышы шағир йөрәге аша үтте.

Видео

Күпкенә танылған шағирҙарыбыҙ Рәми Ғарипов тураһында ,уның яҙмышы , шиғырҙары тураһында  бындай һүҙҙәр әйтәләр

Видео Шағирҙар

Рәми ағай үҙенең ҡатыны Надежда менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙы Гөлнара  атаһын йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала.

Видео

Бөгөнгө көндә Инернет селтәрендә Рәми Ғәриповтың ижадын  яратыусыларҙың сайты бар

Видео

ШИҒЫР  “Февраль”    Крестина  Никита

                “  Күркәмлек “   Саляхова

Рәми Ғариповтың күп кенә шиғырҙарына  йырҙар яҙылған.Был турала  Роза Сәхәутдинова   бик матур итеп һөйләй .

Видео

ПЕСНЯ

 Айдар  Алгафович  башҡарыуында  Рәми Гарипов Һүҙҙәре  Роза Сәхәутдинова музыкаһы  “Үтте лә китте йәшлегем” йыры

Р. Ғариповтың яҙған шиғырҙары ул ябай шиғырҙар ғына түгел, ә беҙгә, халҡына ҡалдырған аманаты. Был донъяға ни өсөн килгәнебеҙҙе онотмаҫҡа, үҙ үҙеңә талапсан булырға, намыҫ менән йәшәргә, халҡыңа тоғро хеҙмәт итергә, матурлыҡты күрә белергә, кешеләрҙе яратырға, бер-береңә ышанып, таянып йәшәргә өйрәтте беҙҙе Рәми ағай!

Шиғыр  “Аманат”   Трущенков Данил

Аманат уҙғандар өсөн әйтелмәй

Аманат киләсәк өсөн әйтелә.

Рәми Ғариповтың исеме мәңгеләштереп  Өфөләге туғыҙынсы  мәктәп интернат Рәми Гарипов исемен йөртә .Салават районы  Аркайым ауылында  1989 ылда Рәми Гарипов исеменә дом музей асылған

Шағир китте-ерҙә эҙе ҡалды

Шағир китте –ерҙә нәҫеле ҡалды.

Шағир китте-ерҙә һүнмәҫ ,ялҡынылы йыры ҡалды.

 МИЛЯУША

Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ.



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

Туған тел Р. Ғарипов

Мин халҡымдын сәскә күңеленән,Бал ҡортондай ынйы йыямын....

“Рәми Ғарипов тормошо. “Аманат” ҡобайыры” темаһы буйынса дәрес планы

Предмет:  башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы тема өйрәнеү дәресеТема : Рәми Ғарипов. “Аманат” ҡобайыры.Дәрес дауамы: 1 дәрес - 45 минут.Класс: 6АҠулланылған технологиялар:компьютер,проектор, интеракт...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Рәми Ғарипов. “Сыйырсыҡ” шиғыры.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында уҡыусыларға тәүге белешмә биреү; “Сыйырсы3”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү....

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә ...

Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына сәйәхәт

Рәми Ғарипов  тормошона һәм ижадына  сәйәхәт (дәрес-семинар)...