Абзелилу - 85!
презентация к уроку (5 класс)

Шарафутдинова Гузалия Раисовна

Презентация про Абзелиловский район

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Наш Абзелиловский район2.03 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 14

Ҡотоева (ҡыҙ фамилияһы Исхаҡова) Гөлназ Мират ҡыҙы 1974 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡортостан « Китап » нәшриәтендә консультант, Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, «Ағиҙел» журналы мөхәрирриәтендә яуаплы сәркәтип булып эшләй. Хәҙерге көндә « Башҡортостан ҡыҙы » журналының баш мөхәррире. Бер нисә китап авторы. Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар союзы ағзаһы.

Слайд 17

Рәссам 1928 йылда Ишҡол ауылында донъяға килә. Уның йәш йылдары Асҡар һәм Абҙаҡ ауылдарында үтә. Һуғыш башланғас, йәш егет Магнитогорск ҡалаһына йәйәү бара, унда училищеға инеп токарь һөнәрен үҙләштерә башлай. Һуғыштан һуң ул Ленинград ҡалаһында архитектура һәм һынлы сәнғәт, Өфөлә театр һәм һынлы сәнғәт училищеларын тамамлай, Литва республикаһындағы дәүләт һынлы сәнғәт институтында уҡый.

Слайд 21

Айһылыу Йәғәфәрова 3 сентябрь 1948 йылда Әхмәт ауылында тыуа. 1966 йылда Ташбулат урта мәктәбен тамамлай һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен әҙерләү курсында уҡый. Шул мәлдән алып бөтә ғүмерен кескәйҙәр тәрбиәләүгә арнай. Красная Башкириялағы “Бәләкәс” балалар баҡсаһында башта тәрбиәсе булып эш башлай. 1968 — 1974 йылдарҙа ситтән тороп БДУ-ла белем ала. Һуңғы 27 йылда балалар баҡсаһы мөдире була. Кескәйҙәргә матур әҙәбиәттең етешмәүе борсоуға һала уны. Тәүәкәлләп балалар өсөн әкиәттәр, шиғырҙар яҙырға, күмәк уйын, күңел асыу программалары әҙерләргә тотона. Ошо ваҡыттан А.Йәғәфәрованың илһамлы ижады яңынан-яңы бейеклектәргә үрләй.

Слайд 23

Әсхәл Әхмәт-Хужа — шағир, тәржемәсе. Әхмәтҡужин Әсхәл Әбүталип улы 1942 йылдың 24 июнендә Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған. Ауылдарында урта мәктәпте тамамлай. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. 1965-1985 йылдарҙа "Ағиҙел" журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, редактор урынбаҫары, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлап ҡайта. Башҡортостан яҙыусылар союзында эшләй. 1996 йылдан Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1983 йылдан КПСС ағзаһы. 30-лап китап авторы. Әсхәл Әхмәт-Хужа 2015 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Слайд 24

Рамазан Уметбаев

Слайд 25

1924 йылдың 7 aпpeлендә Әбйәлил районының Әлмөxәмәт ауылында ишле ғаиләлә баш бала булып тыуа. Халыҡ ижадына ынтылышы малайҙа иртә асыла. Кoлxoз һәм paйoн һaбaнтуйҙарында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып беренсе урындар ала. 1939 йылдың декабрендә Совет-фин һуғышы башланғас, 9-сы класта уҡыған Paмaҙaн йәйәүләп Бeлopeт ҡалаһына осоусылар мәктәбенә уҡырға инергә сығып китә, әммә, йәше тулмағас, уны мәктәпкә алмайҙар. 1941 йылда, урта мәктәпте маҡтау грамотаһы менән тамамлап, тopф ҡырҡыусы булып Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшкә төшә. 1942 йыл башында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1945 йылдың ноябренән башлап «Cибaйалтын» руднигында эшләй, pудниктың комсомол ойошмаһының сәркәтибе була.

Слайд 26

Сәйәси темаларға арналған китаптары донъя күрә. 1965—1967 йылдарҙа — Мәскәүҙең йәмғиәт фәндәре академияһы аспиранты. Бында Paмaҙaн Өмөтбaeв иҡтисад фәндәре кандидаты, иктисад буйынса бер нисә китап авторы була. 1967—1975 йылдарҙа Бaшҡорт ACCP-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. КПСС-тың XXI съезы делегаты итеп һайлана. Алты тапҡыр БАССР -ҙың Юғары Советы депутаты булып һайлана, уның Президиумы ағзаһы була. 1982 йылда хеҙмәт юлын БACCP-ҙың Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһында тамамлай. 1997 йылдың 24 авгусында, Баймаҡ paйoны уҡытыусылары конференцияһынан ҡайтып, хәләл ефете Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы менән бер көндә яҡты донъя менән хушлаша. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Слайд 29

КүсимовТаһирТайып улы , генерал-майор, Советтар Союзы Геройы . 1909 йылдың 14 февралендә Әбйәлил районы Күсем ауылында донъяға килә. 1986 йылдың 10 майында донъя ҡуя. Өфө ҡалаһында, мосолман зыяратында ерләнгән.

Слайд 32

Хызыров Вахит Галибай улы Хызыров Вахит Галибаевич родился 16 ноября 1965 года в c. Таштимерово Абзелиловского в музыкальной семье. Башкортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Ш.Бабич премия лауреаты

Слайд 33

Римма Амангильдина

Слайд 34

Амангильдина Римма Зайнитдиновна родилась 1 апреля 1972 года в д. Халилово Абзелиловского района Башкирская АССР . Народная артистка РБ (2012). Заслуженная артистка РБ (2006).

Слайд 35

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!