Башҡортостан тураһында шиғырҙар.
учебно-методический материал

Сәмиғуллина Миләүшә Рәфәүиз ҡыҙы

Шиғырҙар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkortostan_turahynda_shigyrzar.docx15.75 КБ

Предварительный просмотр:

"Башҡортостан - беҙҙең Ватан..."

                    (Фәрҙәнә  Ғөбәйҙуллина)

Тыуған илем - беҙҙең урам,
Тыуған яғым - ҡуйы урман,
Тыуған ерем - бешкән балан,
Гөл-сәскәле йәшел ялан.
Үҙ еремдә - үҙ йортобоҙ,
Мине һөйгән әсәм-атам,
Мәктәбебеҙ, уҡытыусым,
Башҡортостан - беҙҙең Ватан.
Һандуғастар таллыҡтарҙа,
Һыуҙа йөҙгән балыҡтар ҙа,
Шундай гүзәл беҙҙең Ватан,
Үҙ илемде мин яратам!

"Башҡортостан"

                     (Факиһа Туғыҙбаева)

Башҡортостан-
Тыуған илем,
Ул бит һаҡлай
Туған телем,
Ул бит һаҡлай
Яҡты көнөм,
Бирә миңә
Аҡыл, белем.
Башҡортостан -
Тыуған ерем,
Әсәйемдәй
Берҙән-берем!
Башҡортостан -
Минең Ватан,
Яратамын
Бала саҡтан!

"Ҡайын япрағы"

         (Мостай  Кәрим)

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
...Картаға ҡарап, еремде:
- Бер япраҡ саҡлы, - тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным - илем!
                           

"Дан һиңә, дан, Башҡортостан!"

                                   (Рәми Ғарипов)

Күк Уралдың иркен күкрәгендә
Азат шоңҡар ғорур осҡанын
Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән:
Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!
Егет ҡулы тейһә, ер майы ла
Ете ҡаттан ата фонтанын.
Ҡотлайым мин халҡым егетлеген:
Дан һиңә, дан,Башҡортостаным!
Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең,
Ҡулдарында булһа оҫтаның.
Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды:
Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!
                                       

         "Башҡортостан"

           (Рәсимә Ураҡсина)

Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.

                                     


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС

Разработка урока на  тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә»  по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...

Өфө тураһында презентация

Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышыу.​...

Башҡортостан тураһында шиғырҙар

Башҡортостан  тураһында  шиғырҙар.   Был  материалда  Башҡортостан  шағирҙарының   Башҡортостан тураһында  матур  - матур  шиғырҙары  туплан...

Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.

Һандарҙы телмәрҙә актив ҡулланыу өсөн төрлө күнегеүҙәр башҡарыу....

Башҡортостан таштары тураһында презентация.

Башҡортостан таштары  тураһында презентация....