Сценарий выступления агитбригады "Мы за ЗОЖ"
материал

Юмагужина Нэркэс Ириковна

Сценарий для выступления агитбригады "Мы за ЗОЖ" (на башкирском языке)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл my_za_zozh.docx18.09 КБ

Предварительный просмотр:

                                               “ Беҙ сәләмәт тормош яҡлы”

                                        (Агитбригада сығышы өсөн сценарий)

Сәхнә ябыҡ. Музыка ҡуйыла. Уртаса йәштәрҙәге ир сыға, таяҡҡа таянған.  Эскәмйәлә баяны ултыра.  Ир эләгеп ҡолап китә. Зарлана.

-Эй, ҡартлыҡ – түгел шул шатлыҡ.

  Ҡорһаҡ китте, һаулыҡ бөттө.

Тигеҙ урында ҡолап барыла.

(Эскәмйәгә барып ултыра. Йыр йырлай “Эй хоҙайым, һаулыҡ һорайым һинән”)

  • Ҡартайыуҙары шатлыҡ түгел шул, бер аяғың ерҙә – икенсеһе гүрҙә. (Тороп алға килә. Музыка аҫтында фәрештә сығып баҫа)

Фәрештә :    

  • (Ни эшләп улай яман уйҙарға биреләһең? Ваҡытынан алда үҙеңде үҙең бөтөрәһең? Үҙ тормошоң, үҙ  һаулығың  барыһы ла һинең ҡулыңда, ишетәһеңме, һинең ҡулыңда

  • Ә нимә эшләй алам һуң мин?

Фәрештә:

Сәләмәтлегеңде нығыт, таҙа ризыҡҡа өҫтөнлөк бир, дөрөҫ туҡлан, күберәк хәрәкәт ит, спорт менән шөғөллән, яман ғәҙәттәреңде ташла.

                                              (Ҡара көс (Лень) сыға)

Ҡара көс:

- Тыңлама, ҡартайған көнөңдә һиңә нимәгә ул спорт. Ошоға тиклем спортһыҙ йәшәй алғанды артабан да йәшәрһең. Буш менән башыңды ҡатырма. Һиңә хәҙер күберәк ял,  кәрәк, диванда рәхәтләнеп телевизор ҡарап .Артыҡ һиңә тағы нимә кәрәк?

Тауыш алыҫлашҡандан алыҫлаша: Бөтәһе лә үҙ ҡулыңда!

Ир (уйсан):

- Бөтәһе лә үҙ ҡулыңда...  Эште ниҙән башларға? Дөрөҫ туҡланыуҙан! (сығып китә)

                                         1. Бейеү “Буҙа”

(Бейеп бөткәс, буҙа менән сәхнәгә сығалар)

Буҙалары, буҙалары,

Күпереп әсеп тора.

Буҙа эскән кешеләрҙең,

Ғүмере оҙон була.

  • Хөрмәтле ҡунаҡтар, шифалы буҙанан ауыҙ итегеҙ!

                   (буҙа ҡуялар)

(Ир кеше скандинав таяҡтар менән китеп бара. Бағанала объявление күреп ҡала. Уҡый “Үткәл мәҙәниәт йорто илле йәш һәм унан өлкәндәрҙе фитнес түңәрәгенә саҡыра. Яҙылыу өсөн телефон)

  • Ҡалай шәп! Яҙылам, һис шикһеҙ яҙылам. (телефондан шылтырата, һөйләшә –һөйләшә  сығып китә)

                                          2. Бейеү “Зумба”

Балалар сыға:

-Типһә тимер өҙөрлөк                       Хөрмәт

Батыр булайым тиһәң.

Сыныҡ дуҫым бала-саҡтан,             Вадим

Спорт менән һин шөғөллән!            Бергә

Ауырыуға һис бирешмәй,              Айзилә

Сәләмәт булам тиһәң.

Ялҡауланма, бала-саҡтан               Азалия

Спорт менән һин шөғөллән.

Сәләмәт тән-сәләмәт рух,

Бүләк ошо шөғөлдән.

Һаулыҡ иң ҡиммәтле байлыҡ

Спорт менән һин шөғөллән!

   

                                      3. Спортивный номер

                                         4. Бейеү

Музыка “Все бегут”. Төп герой пробежкала йөрөп ята.  Туҡтап, тамашасы алдында үҙенең уңыштары тураһында һөйләй.

Ҡорһаҡ бөттө,

Тын алыуҙары еңел булып китте.

Күҙҙәр асылып, дәрт күтәрелеп,

Йәшәгеләр  килеп китте.

     (Таҡмаҡтарын әйтә. Ул әйтеп бөтөүгә таҡмаҡсылар сығып теҙелә).

                                                   5. Таҡмаҡтар

 Хор менән: Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

.

.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий выступления агитбригады "Мы выбираем жизнь"

Данный сценарий составлен для пропаганды здорового образа жизни во Всемирный день "Отказа от курения". Возрастная категория учащихся 8-11 классы. ...

Сценарий выступления агитбригады отряда ЮИД. Старший состав 12 лет.

Сценарий выступления  агитбригады отряда ЮИД. Старший состав 12 лет.в него включены стихи и песни....

Сценарий выступления агитбригады отряда ЮИД. Младший состав 8 лет

Сценарий выступления агитбригады отряда ЮИД. Младший состав 8 лет. В сценарий включены песни, стихи и сценки....

Сценарий выступления агитбригады волонтёров МОУ "Михайловская средняя общеобразовательная школа №1"

Сценарий подробно рассказывает как стать волонтёром, кто такие волонтёры, чем они занимаются, как получить Волонтёрскую книжку. Предназначен для агитационной работы....

Сценарий выступления команды КВН по избирательному праву

Сценарий выступления команды "Ох,уж эти детки". КВН по избирательному праву повышает мативацию к изучению элективного курса....

Сценарий выступления агитбригады по Закону 1539-КЗ на тему "Мы выбираем жизнь"

С этим сценарий выстцпает наша агитбригада волонтёров "Эдельвейс". Мы встречаемся с подростками, напоминаем им о небходимости соблюдения Закона...

Сценарий выступления агитбригады "УПБ - 55 лет"

55 лет существует ученическая производственная бригада в Шелаевской средней школе. Члены школьной агитбригады (10-11 класс) в интересной форме рассказывают  историю бригады....