Рабочая программа по ФГОС (башкирский язык) 2-4 кл
рабочая программа на тему

Насыпова Гульфия Маратовна

Рабочая программа

Скачать:


Предварительный просмотр:

       

Башҡорт (дәүләт) теленән  эш  программаһы

2-4 класс

 

            Төп белем биреү программаһы.

Бөгөн Рәсәй Федерацияһы ҡабул  иткән Мәғариф тураһындағы Закондың 9 –сы статьяһының 1-се пунктына ярашлы,мәктәптәрҙә балаларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә төп норматив документтарҙың береһе булып Төп дөйөм белем биреү программаһы тора.Уға уҡыу планы,һәр предмет буйынса эш программаһы,баланы рухи һәм әхлаҡи яҡтан  тәрбиәләү һәм үҫтереү йүнәлештәренең йөкмәткеһен      билдәләүсе һәм башҡа бүлектәр инә.

Аңлатмалы яҙыу

Программа 2005 йылда   Толомбаев Х.А ,Усманова М.Ғ ,Ғәбитова З.М., Дәүләтшина М.С. тарафынан төҙөлгән   Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған  мәктәптәрҙең 1-11синыфтары өсөн  башҡорт теленән  программаға нигеҙләнеп эшләнде.

Был  программам уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ  өйрәнеүсе  балаларға тәғәйенләнә. Бындай мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш итәм:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
  2. Башҡорт теле –балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
  3. Башҡорт телен баланың туған  теленә таянып өйрәнеү.
  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн,аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.    

Федераль Дәүләт стандарттарына  таянғанда,беҙ, уҡытыусылар, балаға шәхси йүнәлеш биреүсе, биргән белемде тормошта ҡулланырға өйрәтеүсе. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик  маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

    Дәреслек:Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  2,3, 4-се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслектәр – Өфө : Китап, 2006, 2008, 2010 й.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Ғәбитова З. М., Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле һәм туған (башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.

      Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М.,    Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

      Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Өфө ҡалаһы Киров районы 18 –се муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт   теленә уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
  3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
  4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен  өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа   телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен  өс йүнәлештә өйрәнеүҙе:

- башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;

 - башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;

 - бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.  

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.

      Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

      Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

  • Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;
  • Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;
  • Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;
  • Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;
  • Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;
  • Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;
  • Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;
  • Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү

Уҡыу планында предметтың урыны.

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 2, 3, 4- се кластарҙа 105 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт,  һәр класта 35 уҡыу аҙнаһы).

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

  1. Танып белеү маҡсаты

        Уҡыусылар  башҡорт  халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

            Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе  урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

        Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

  1. Тәрбиәүи маҡсат

        Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

  Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):
  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:
  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
  • Яҙыу телмәрен үҫтереү
  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
  2. матур яҙыу күнекмәләре;
  3. байрам открыткалары  яҙыу;
  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

2-4 кластарҙа башҡорт теле   йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

  • Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;
  • Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;
  • Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;
  • Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;
  • Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.

     Уҡыусының башланғыс мәктәпте тамамлағанда һөйләү эшмәкәрлеге төрҙәре буйынса түбәндәге белемдәргә эйә булыуы күҙ уңында тотола.

Башланғыс кластарҙа туған телде уҡытыуҙың тематик йөкмәткеһе.

        II класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм өс этаптан тора:

1. Башҡортостан. Танышыу. Минең мәктәбем. Минең яратҡан уйындарым, уйынсыҡтарым. Беҙ һанарға өйрәнәбеҙ. Ниндәй төҫ матур?  Йәшелсәләр. Емештәр. Магазинда. Ҡоштар. Тән өлөштәре. Көн режимы. Мин һәм минең ғаиләм.  Кейем-һалым. Аяҡ кейемдәре. Йәйге һәм ҡышҡы кейемдәр. Йорт хайуандары һәм ҡоштары. Ҡырағай хайуандар. Ҡыш. Яңы йыл. Ҡышҡы уйындар.

2.  Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре менән танышыу. Башҡорт һәм рус телдәрендә А, О, Ы, Э хәрефтәрен һәм өндәрен сағыштырыу. Үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Башҡорт телендә В хәрефенә фонетик анализ. 

3. Башҡортостандың күренекле шағирҙары  менән танышыу: Ф. Рәхимғолова, Г. Юнысова, А. Йәғәфәрова, Р. Ураксина, Ф. Туғыҙбаева, К. Даян, С. Әлибай, А.Игебаев, Р.Ғарипов. Минең яратҡан әкиәттәрем. Еңеү көнө. Башҡортостандың ҙур ҡалалары. Ғаилә байрамдары. Бүләктәр. Яратҡан шөғөлөм. Спорт төрҙәре һәм уйындары. Минең дуҫтарым. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

        III класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә.

       Ижек. Баҫым. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙә интонация.  Тыныш билдәләре. Башҡорт теленең алфавиты (ҡабатлау). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Сифат. Ҡылым.  Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Һан. Һан төркөмсәләре. Синтаксис. Ябай һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр         тәртибе.    
    Ж. Кейекбаев, М. Кәрим, А.Игебаев,  К. Кинйәбулатова,  Ф. Туғыҙбаева, Р. Ниғмәти ижады менән танышыу. Һаумы, мәктәп! Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Алтын көҙ. Һөнәрҙәр. Нимә яҡшы, нимә насар. Транспорт. Юл. Врачта. Почтала Әкиәттәр. Ҡыш. Урал тәбиғәте. Башҡорт аты. Ҡаһарманлыҡ юлы. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Яҙғы тәбиғәт. Балаларҙың тормошо һәм эштәре. Йәй.

IV класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә .

Башҡорт теленең алфавиты (ҡабатлау). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Исемдең эйәлек категорияһы. Сифат. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Һан. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың грамматик үҙенсәлектәре. Алмаш. Алмаш төркөмсәләре. Рәүеш. Рәүеш төркөмсәләре. Ярҙамсы һүҙҙәр. Синтаксис. Һүҙбәйләнеш. Ябай һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.   Һөйләмдең интонация буйынса төрҙәре.  . Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.

   Ф. Туғыһбаева, Б. Рафиков, Г. Юнысова, Р. Байымов, С. Юлаев, Ф. Ғөбәйҙуллина,С.Әлибай ижадтары менән танышыу. Мәктәп. Тыуған ил. Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Тәбиғәт бүләктәре. Ил тарихы - халыҡ тарихы. Тормош - ижад… Тыуған илгә хеҙмәт итеү. Халыҡ аҡылы. Ҡыш. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Сәсәндәр. Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре. Башҡортостан ҡалалары. Башҡортостандың күренекле щәхестәре. Башҡортостандың иҫтәлекле урындары. Башҡорт аты. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Башҡортостан мәҙәниәте. Башҡорт халыҡ ижады. Балалар фольклоры. Яҙ. Кеше кеше булып ҡалһын. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Һаумы, йәй!

Планлаштырылған һөҙөмтәләр.

II класс.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;

2.  Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;

3. Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;

4. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарын һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу.

Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Кешенең исеме, фамилияһы, ҡала, район, ауыл, китап, журнал исемдәренең дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү.

4. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу.

5. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, тыңлау, һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен һөйләү.

6. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.

7. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.

8. Һөйләм төрҙәрен билдәләү (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, һөйләмде дөрөҫ яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.

2. Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.

3. Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.

4. Диалог, монолог ҡора белеү.

5. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.

6. Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү. Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.

III класс.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

6. Ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булыу, файҙалы ял итеү;

7. Кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

2. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

3. Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

4. Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу.

3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү.

4. Һүҙ төркөмдәрен айыра белеү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

2. Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

3. Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

4. Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

5. Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.

5. Эшләгән эштәрен дөрөҫ баһалау һәм кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү.

IV класс.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

3. Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;

4. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

5. Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү;  диалогты дауам итеү.

3. Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

4. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу.

5. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

6. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.

2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.

3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.

4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

Башланғыс кластарҙа башҡорт теленә    өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре

           Рус мәктәптәренең башланғыс кластарында төп бурыс балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш   тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.

Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле   уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

        Бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт теле буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың   һөйләшә, уҡый, аңлай алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә. Программала тәҡдим ителгән теоретик материал ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы аралашыу процессында ҡулланыу төп урында тора.

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

1

20 - 25

80 - 90

25 - 30

2

30 - 40

100 - 120

35 - 40

3

40 - 50

120 - 150

45 - 65

4

55 - 65

150 - 200

75 - 85

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) тестарға яуаптар яҙыу.

Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:

Эш төрҙәре

Кластар

1

2

3

4

Һүҙлек диктанты

5 - 6

6 - 8

8 - 10

10 - 12

Диктант

10 - 15

15 - 20

25 - 30

35 - 40

Күсереп яҙыу

15 - 20

25 - 30

35 - 40

45 - 50

 

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.

Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1 - 4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.
  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Материаль – техник ҡулланмалар.

Дәрестәр 101, 102, 103, 104, 105, 201, 202, 203, 303,302, 304, 305, 301, 203, 304 кабинеттарҙа үтә.

Дәрес үткәреү өсөн:

  • телевизор
  • компьютер
  • интерактив таҡта  

 

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

  1. Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   2,3, 4-се  кластары  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2006,2008,2010 й.
  2. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  3. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  4. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  5. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.
  6. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  7. Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».
  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

9.  М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге.  Өфө : Китап, 2010.

10. Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З.  Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.

11. Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь.

 12.Интеллектуаль уйындар

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. ФГОС 5 класс.

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 5 класс ФГОС....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 2-се  класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы. Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:- Эш ...

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы....