Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. дәреслеге буйынса 6-сы класта “ Наил Сафин “Бишбармаҡ». Күнегеүҙәр эшләү”- тип аталган темаға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе.
план-конспект урока (6 класс) по теме

Нәсибуллина Алһыу Байтимер ҡыҙы

Башҡортостан яҙыусыһы Наил Сафиндың Бишбармаҡ тексты йөкмәткеһе менән таныштырыу,уҡыған тексты тормош менән бәйләргә өйрәтеү.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. дәреслеге  буйынса  6-сы класта “ Наил Сафин “Бишбармаҡ». Күнегеүҙәр эшләү”- тип аталган темаға  башҡорт теле һәм әҙәбиәте  дәресе.


                                                                                                                Нәсибуллина Алһыу Байтимер ҡыҙы

башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Иҫкешах төп дөйөм   белем биреү мәктәбе

Н Сафин “Бишбармаҡ”. Күнегеүҙәр эшләү.

Маҡсат: 1.Башҡортостан яҙыусыһы Наил Сафиндың “Бишбармаҡ» тексты йөкмәткеһе  менән таныштырыу,уҡыған тексты тормош менән бәйләргә өйрәтеү.

2. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, уҡылған әҫәргә    ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү, һүҙлек байлығын арттырыу ,исем тураһында алған белемдәрҙе ҡабатлау, нығытыу .

3.Уҡыусыларҙың фекерләү сәләтен үҫтереү, уҡыусыларҙа зирәклек, отҡорлоҡ, иғтибар тәрбиәләү.

4.Уҡыусыларҙа башҡорт милли аштарына ҡыҙыҡһыныу уятыу,ватансыл рух

тойғоһо,тыуған илгә ихтирам хисе тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу: Н.Сафиндың”Башҡорт аштары” китабы,мультимедиа проекторы, компьютер, интерактив таҡта,башҡорт халыҡ көйө,тест һорауҙары менән карточкалар.

                                      Дәрес барышы

 I.Ойоштороу мәле .

1.Психологик инеш.

         - Һаумыһығыҙ уҡыусылар !

           Кәйефтәрегеҙ нисек?

          ( Ҡояшлы иртә кеүек.)

         (  Башҡорт  дәүләт телен өйрәнергә тип килдек!)

  • Афарин, дуҫтарым ултырығыҙ! Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.
  • Күрүегеҙсә,беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән.Әйҙәгеҙ,ҡунаҡтарҙы,бер-беребеҙҙе,бөтә донъяны сәләмләйек.

                    Һаумы ,ҡояш! (слайд 1)-  

                    Һаумы,дуҫым!

                    Хәйерле иртә,ҡунаҡтар!(хор менән уҡыу)

  • Әгәр һеҙ һәр көндө ошолай бөтә донъяны сәләмләп каршылаһағыҙ, яратһағыҙ һәйбәт кешеләр булып үҫерһегеҙ.
  • 2.Дәрес алды шиғырын уҡыу.

Башҡорт теле -минең телем,

Хөрмәтләйем мин һине.

Матурлығың , нескәлегең

Таң калдыра бит мине.

Әйҙәгеҙ балалар ошо экрандағы шиғъри юлдарҙы бергә уҡып китәйек.

Мин һеҙгә башта үҙем уҡып ишеттерермен.

                          Башланып китте дәрес, (слайд 2)-

                         Беҙ матур ултырабыҙ.

                         4 ле,5 ле билдәләрен

                          Көн һайын арттырабыҙ.(хор менән уҡыу)

  • Афарин! Башҡорт телебеҙ  үҙенең матурлығы,нескәлеге менән беҙҙе һоҡландыра,шатландыра.Башҡорт телендә һөйләшә белеүебеҙ беҙҙә сикһеҙ ҡәнәғәтлек хисен тыуҙыра.
  • 3.Мотивация тыуҙырыу.
  • Иғтибар менән экранға карайбыҙ!

                          Тырышлыҡ бушҡа китмәҫ. (слайд 3)

-Һеҙ был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ? Дөрөс.

-Тырышлыҡ нимәгә килтерә?

-Тимәк , һеҙ бөгөн дә тырышып эшләп ,яңы белем алырһығыҙ. 4.Фонетик-орфоэпик күнегеү.

Әйҙәгеҙ балалар,ритмик һамаҡтарҙы минең арттан кабатлап  телде ,телмәрҙе көйләп алайыҡ та эшкә тотонайыҡ.

                 Турғай оса фыр-фыр! (слайд 4)

                Ҡаҙ ҡағына ҡанҡ-ҡанҡ!

II. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын уҡыусыларға еткереү.

  • Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән Наил Сафиндың “Бишбармаҡ”тексты менән танышасаҡбыҙ,кем? нимә ?һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәрҙе ҡабатлау күнекмәләре өҫтөндә эшләясәкбеҙ, үткәндәрҙе нығытасаҡбыҙ.

III.  Төп  өлөш.

  1. а)Дәфтәрҙәргә число һәм теманы яҙыу.

(Өсөнсө февраль.

Класс эше.

Н. Сафин “Бишбармаҡ”. Күнегеүҙәр эшләү.)

б). Иғтибар менән генә текстың исемен тикшереп үтик әле. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Моноң өсөн беҙгә ярҙамға һүҙлек килә.( һүҙлектә эш)

                 

в) Эйе, дөрөҫ. Балалар, шулай итеп беҙ бөгөн дәрестә бишбармаҡ тураһында һөйләшәсәкбеҙ. (слайд 5)

Афарин!Бишбармаҡтың нимә аңлатканын дәфтәрҙәргә яҙып ҡуябыҙ.

   

г) Наил Мортаҙа улы Сафин үҙ гөмөрөнөң күп йылдарын башҡорт аштарын эҙләү һәм тикшереү,яҙып алыуға бағышлаған. Ул –яҙыусы.Уның ошо китабында башҡорт халыҡ аштарының рецептары бирелгән.Теләгән кеше тәнәфестә алып ҡарарға мөмкин.Уҡыусылар, хәҙер мин Наил Сафиндың “Бишбармаҡ» текстын уҡыйм, ә һеҙ иғтибар менән ҡарап барығыҙ  һәм дауам итеп уҡырһығыҙ.

(I өлөштө уҡытыусы башлай, аҙағын балалар сылбырлап уҡып дауам итә).

-  Кем аңланы?

- Ә кем аңламаны? (Әҙерәк тәржемә)

Текстта ,тимәк ,һүҙ нимә тураһында бара?

-Текстта һүҙ башҡорт аштарынын бер төрө ,бишбармаҡ,уны нисек дөрөс итеп бешереү тураһында һүҙ бара.

д)  Һүҙлек эше.Текстан һуң бирелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыклап үтик.

( уҡыусы уҡыуы).

е) Афарин! Хәҙер текстан аш-һыу,һауыт-һаба исемдәрен яҙып алабыҙ ҙа руссаға тәржемә итәбеҙ.Һәр партаға һүҙлектәр ҡуйылған,ҡулланырға мөмкинһеҙ. (дәфтәрҙәрҙә эщләйбеҙ.)

(Дәфтәрҙәрҙе алышып ,бер-беребеҙҙең эште тикшереп баһалайбыҙ.

 Хатаһыҙ эш-5ле ,1-2 хата-4 ле ,3-5 хата -3 ле ,6 хата- 2 ле.)

          бишбармаҡ-…бишбармак…………(слайд 6)

Һурпа-бульон

Һалма-лапша

Һөҙлөк-навар на поверхности мясного бульона

Ҡорот-курут

Кәсә-пиала

Сынаяҡ-чашка        һәйбәт! Кемдәр 5-ле алды?

ж) Был һүҙҙәр нимәне белдерә? (предметты). Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?(кем?,нимә?). Ә уларҙы нисек атайбыҙ?(исем-имя существительное).Тимәк,бөгөн дәрестә исемде ҡабатлап,нығытып китәрбеҙ.

е) Бишбармаҡты бешереү тәртибен иҫегеҙҙә ҡалдырып, өйөгөҙҙә әсәйдәрегеҙ менән бишбармаҡ бешереп ҡарағыҙ.Беҙ эшләп арып киттек .”Батырға ла ял кәрәк” тигән әйтем бар, әйдәгеҙ ял итеп алыйҡ.Ял минуты.

-Мин ҡурайҙы яратам

Ҡулдарымда уйнатам-

Бармаҡтарым уйнайҙар

Улар һис тә талмайҙар

Бер,ике,өс...

Бер,ике,өс...

Беләктәргә,йөрәктәргә

Инһен көс!

Хәҙер ял итәбеҙ

Һәм тағы ла яҙабыҙ слайд-8 (курай көйө)

IV.    Ғәмәли эштәр.(слайд9)      

Һеҙҙең алда проблемалы эш.

Һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға кәрәк.Баҫымды ҡалын хәрефле һүҙҙәргә төшөрөргә кәрәк. ? слайд-10

Яҙғы каникул мартта башланамы?

Мартта яҙғы каникул башланамы?

Мартта һүҙе нимәне белдерә? Һүҙ төркөмө яғынан. (предметты)

Ниндәй һорауға яуап бирә? (нимә?)

Һөйләмден ниндәй кисәге булып килә? (касан?- ваҡыт хәле)

-Дәреслектең 184 – се битен асып 2-се күнегеү буйынса эшләйбеҙ.Биремде.....уҡый.(сылбыр рәүешендә уҡыу)

(-4-се күнегеүҙе класс менән ҡысҡырып уҡыу һәм дәфтәргә яҙыу.

Тырышып эшләһәң,йортоң ҙа ,ашарыңа ашың ҙа буласаҡ. )

-

-

Офтальмонотренинг(слайд-10)-күҙҙәр өсөн гимнастика

-5-се күнегеүҙәге шиғырҙы тасуири уҡыйбыҙ.(уҡыусылар уҡыуы)

Хәсән Назар “Йәшәйем” тигән шиғырендә нәфрәтленеү тойғоһо кисерә.Уның бик ҡаты аҫыу килеүе шиғри юлдарҙа сағыла.Ватанға дошман баҫып ингәҫ һеҙҙең олатай,өләсәйҙәрегеҙ ҙә ошондай нәфрәт хисе кисергәннәр.Улар туған илҙе яҡлап яуға күтәрелгәндәр.Бына һәр йыл 9-сы май Еңеү көнөн билдәләйбеҙ.Илебеҙ быйыл Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылай .

V.Нығытыу.(слайд 12).

Эшебеҙҙе дауам итеп үҙ аллы эш эшләп алайыҡ.Мин һеҙгә тест һорауҙары таратам ,һеҙ дөрөс яуапты һайлап алып билдәләргә тейешһеҙ. Уныштар һеҙгә!

1.Кем ул Наил Сафин?

а) уҡытыусы      б) яҙыусы

2.Наил Сафиндың ни исемле китабы менән таныштығыҙ?

а) “Башҡорт аштары”    б) “Ҡунаҡ һәм намыҫ”.

3.Бишбармаҡ тексты ниндәй теманы сағылдыра?

а) тәбиғәтте   б) башҡорт аштарын. (слайд 13-14)

VI.Рефлексия

Афарин! Эшебеҙҙе дауам итәбеҙ, минең һеҙгә һорауҙарым тыуҙы.Һеҙ яуап бирергә әҙерме? слайд 15

Мин нимәгә өйрәндем... слайд 15

Мин нимә белдем? слайд 15

Минең өсөн иң кәрәклеһе... слайд 15

VII Дәресте йомғаҡлау.

-              Тимәк,   бөгөн дәрестә нимәләр белдек? Дәрестә кемдәр һәйбәт эшләне? Кемдәр үҙҙәрен маҡтай ала? Кем иптәшен маҡтарға теләй?Ни өсөн?

-           Кем бөгөн алган белемен киләсәктә ҡуллана алам,бөтәһен дә аңланым,тип уйлай –йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.Кемгә тема ҡатмарлы булды,кемгә ярҙам кәрәк –ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.

Бик тырышып эшләнегеҙ.Рәхмәт!

Билдәләр-......... 

     Өйгә эш биреү.1.Һүҙлектәге һүҙҙәрҙе ятларға.

  1. 74-се күнегеү,184-се бит.Әсәй,өләсәйҙәрегеҙҙән һорашып,берәй башҡорт ашының рецебын яҙып алығыҙ. (слайд 19)


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

ИҪКЕШАХ ТӨП ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ БАШКОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ НӘСИБУЛЛИНА АЛҺЫУ БАЙТИМЕР ҠЫҘЫ Дәрестең темаһы : «Н. Сафин “ Бишбармаҡ ”. Күнегеүҙәр эшләү » . Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. дәреслеге буйынса 6-сы класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе

Слайд 2

Һаумы,ҡояш! Һаумы, дуҫым! Хәйерле иртә, ҡунаҡтар!

Слайд 3

Башланып китте дәрес, Беҙ матур ултырабыҙ. «4» ле,«5»ле билдәләрен Көн һайын арттырабыҙ.

Слайд 4

Тырышлыҡ бушҡа китмәҫ.

Слайд 5

Турғай оса фыр-фыр ! Ҡаҙ ҡағына ҡанҡ-ҡанҡ !

Слайд 6

Тимәк , бишбармак - тураған ит менән эре һалманан торған тоҙлоҡло аш ; ҡул - лама .

Слайд 7

Башҡортса - русса ( татарча ) ‏ Бишбармаҡ – бишбармак (-) ‏ Һурпа - бульон ( шулпа ) ‏ Һалма - лапша ( тукмач ) ‏ Һөҙлөк-навар на поверхности мясного бульона ( ө ре ) ‏ Ҡорот - курут (-) ‏ Кәсә-пиала ( касә ) ‏ Сынаяҡ-чашка ( йомыры ) ‏

Слайд 8

- Мин ҡурайҙы яратам Ҡулдарымда уйнатам- Бармаҡтарым уйнайҙар Улар һис тә талмайҙар Бер,ике,өс...Бер,ике,өс... Беләктәргә,йөрәктәргә Инһен көс!Хәҙер ял итәбеҙ Һәм тағы ла яҙабыҙ

Слайд 10

Яҙғы каникул мартта башланамы? Мартта яҙғы каникул башланамы?

Слайд 12

Экспресс-һорау «Йондоҙҙар ямғыры» Кем ул Наил Сафин? Наил Сафиндың ни исемле китабы менән таныштығыҙ? « Бишбармаҡ» тексты ниндәй теманы сағылдыра?

Слайд 13

1. б) яҙыусы 2. а) « Башҡорт аштары » 3. б ) башҡорт аштары

Слайд 14

АФАРИН!

Слайд 15

РЕФЛЕКСИЯ

Слайд 16

Мин нимәгә өйрәндем...

Слайд 17

Мин нимә белдем?

Слайд 18

Минең өсөн иң кәрәклеһе...

Слайд 19

74-се күнегеү, 184-се бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

9 нчысыйныфта татар теле дәресе "Татар теле диалектлары"

Безнең татар теле бай һәм нык үскән камил тел. Ул өч диалекттан тора. Диалекталь сүзләр - татар теленең байлыгы, бизәге. Шушы өч туркем төрле сөйләшләргә бүленә. Һәр сөйләш үзенчә матур. Безнең сөйләш...

Факил Сафинның "Биек тауның башларында" әсәре буенча класстан тыш уку дәресе

Дәрес Татарстанның атказанган мәдәният хезмәткәре,Г.Исхакый исемендәге премия лауреаты якташыбыз  шагыйрь һәм язучы Факил Сафинның тормыш юлын өйрәнү, иҗатының әһәмиятен а...

Татар теле һәм әдәбияты укытучысы Галимова Гүзәлия Наил кызының үз белемен күтәрү өстендә эшләү планы

Татар теле һәм әдәбияты укытучысы Галимова Гүзәлия Наил кызының үз белемен күтәрү өстендә эшләү планы...

Татар теле дәресе: Кошлар - безнең дусларыбыз. (Кабатлау дәресе)

4 нче сыйныф өчен татар теле дәресе (рус подгр.)...

Дәүләт гомуми белем бирүче бюджет учреждениесе “Советлар Союзы Герое И.Н.Конев исемендәге Чирмешән кадетлар интернат мәктәбе”нең татар теле һәм әдәбияты укытучысы Талипова Наилә Кәлимулла кызының 2015-2018 нче уку елларына үз белемен күтәрү өстендә э

Максат: Яңа федераль белем бирү стандартларына нигезләнеп, укытуның эчтәлеген яңарту; яңа алым һәм технологияләр кулланып, укыту сыйфатын күтәрү; югары нәтиҗәлелеккә ирешү.Бурычлар: - Яңа федерал...

Татар теле һәм әдәбиятын укытуда актуаль проблемалар. Заманча татар теле һәм әдәбияты дәресе.

Татар теле һәм әдәбияты укытучыларының  методик берләшмәсендә ясаган чыгыш.  "Татар теле һәм әдәбиятын  укытуда  актуаль проблемалар. Заманча татар теле һәм әдәбияты дәресе"....

Нәби Дәүли исемендәге Базарлы Матак гимназиясенең югары квалификацион категорияле татар теле һәм әдәбияты укытучысы Сафина Лилия Гавас кызының эш тәҗрибәсеннән

Нәби Дәүли исемендәге Базарлы Матак гимназиясенең югары квалификацион категорияле татар теле һәм әдәбияты укытучысы Сафина Лилия Гавас кызының эш тәҗрибәсеннән...