Класс сәғәте “Минең ғаиләм-минең байлығым”.
классный час (6 класс) по теме
Уҡыусыларҙы ғаилә,генеология ,нәсел ағасы һүҙҙәренең мәғәнәләренә төшөндөрөү, балаларҙы үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөргә өйрәтеү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
klass_sgte_minen_gailm-minen_baylygym.docx | 26.64 КБ |
klass_sgte_minen_gailm-minen_baylygym.ppt | 2.16 МБ |
Предварительный просмотр:
Класс сәғәте “Минең ғаиләм-минең байлығым”.
Маҡсат:
1. Уҡыусыларҙы “ғаилә” , “генеология”,”нәсел ағасы”һүҙҙәренең мәғәнәләренә төшөндөрөү;балаларҙы үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөргә өйрәтеү.
2.Үҙ ғаиләңҙең тарихын өйрәнеү кәрәклеген (потребность) тыуҙырыу;патриотик һәм гражданлыҡ хисләре тәрбиәләү.
3. Ғаилә ағзаларына ҡарата ихтирам тәрбиәләү; үҙенең ата - әсәһен, туғандарын яратҡан шәхес тәрбиәләү, ғаиләлә социаль ролдәр (ҡыҙ, ул, апай, ағай, ир, ҡатын, ейән, ейәнсәр, ҡусты, һеңле, атай, әсәй, олатай, өләсәй) башҡарыуҙың мөһимлеген аңлатыу, ғаиләлә ауыр осраҡтар булыу мөмкинлеген иҫкәртеү.
4.Уҡыусыларҙың киләсәктә атай, әсәй булыуҙарын иҫәпкә алып, уларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү.
Йыһазландырыу:
“Бәләкәс һәм Карлсон” йәнһүрәте,презентация,һүҙлектәр.
Класс сәғәте барышы
I.Ойоштороу мәле .
-Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Бөгөнгө класс сәғәтенең темаһын белеү өсөн дөрөс итеп ребусты сисәргә кәрәк.
-Экранға иғтибар итегеҙ әле.
Ребус.
- Үзеңдән оло булған бер туған ир-ат ( ағай)
- Балаһы булған ир кеше (атай)
- Баш бармаҡ –олатайым ,һуҡ бармаҡ-өләсәйем,урта бармаҡ-атайым,сы-ғанаҡ бармаҡ-әсәйем,сәтәкәй бармаҡ –нәни бәпес,ул-?(мин)
- Әсәйҙең әсәһе-(өләсәй)
- Бала әйтә торған беренсе һүҙ- (әсәй)
II .Төп өлөш.
Тимәк, беҙ һеҙҙең менән бөгөн класс сәғәтендә ғаилә темаһына һөйләшәсәкбеҙ. “Минең ғаиләм-минең байлығым”тип атала беҙҙең дәресебеҙ. (дәфтәргә яҙыу)
Ғаилә-атай,әсәй,балаларҙан һәм башҡа яҡын туғандарынан торған кешеләр.
Терра- лексикон һүҙлегендә ғаилә — тарихи аныҡ ойошҡанлыҡҡа эйә булған, ағзалары никах йәки туғанлыҡ (һәм тәрбиәгә алған балаларға) мөнәсәбәте менән бәйле, уртаҡ көндәлек тормош, үҙ-ара әхлаҡи яуаплылыҡ һәм социаль зарурлыҡ менән йәшәгән социаль төркөмдө аңлата.
Ғаиләнең тарихи формалары:
Ғаилә, нигеҙҙә, бер никахлы булған, күп ҡатынлылыҡ һирәк, башлыса башҡорт общинаһының бай ҡатламдары һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре араһында осраған
-парлы ғаилә-милектәре айырым,ир-ат һәм ҡатын араһында неустойчивые связи
- ҡәрҙәш ғаилә төркөмө (5—30) ырыу бүленешен тәшкил иткән, бер ауылда 10—60 ғаилә йәшәгән
-17 быуатҡа тиклем башҡорттарҙа балалы бер нисә никахлы парҙан (3—4 быуын) торған ҙур ғаилә осраған
-19 быуат уртаһында Рәсәй дәүләтенең һалым сәйәсәте ҡатыландырылғас, берҙәм ғаилә (ҡаҙна файҙаһына яһаҡ, төрлө йыйымдар һәм йөкләмәләр һалыу өсөн төп берәмек булған бер хужалыҡҡа ҡараған бер нисә бәләкәй ғаилә)барлыҡҡа килә
-20 быуат башынан бәләкәй ғаилә, төп ғаилә формаһына әүерелә, шулай уҡ берҙәм һәм тулы булмаған ғаилә осрай, этник яҡтан ҡатнаш ғаилә барлыҡҡа килә
Хәҙерге йәмғиәттә йәшәгән күп кешеләр өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте булып ғаилә тора (нуклеар ғаилә).Атай,әсәй һәм балаларҙан тора.
Ә хәҙер үҙеғеҙҙең ғаилә әғҙаларығыҙҙы һанап үтегеҙ.
- Әсәй-Мама
- Атай-Папа
- Ағай-Брат
- Апай-Сестра
- Ҡусты-Братишка
- Һеңле-Сестренка
Бу ғаилә әғҙалары туғанлыҡ связи менән бәйләнгән.Тимәк,туған –ҡан ҡәрҙәш булалар.Уларҙы яҡын туғандар тиләр.,яҡын туғандарға шулай уҡ олатай менән өләсәй ҙә инә.Алыҫ туғандарға кемдәр инә икән?Уйлап ҡарайыҡ.
- Ағайҙар-Дяди
- Апайҙар-Тёти
- Ике туған ағайҙар,апайҙар-Двоюродные братья, сёстры.
- Ҡарт өләсәйҙәр,оло инәйҙәр –Прабабушки
- Ҡарт олатайҙар-Прадедушки
- Афарин!Һеҙҙең туғандарығыҙҙы яҡыныраҡ белеү өсөн “Баҫығыҙ, кемдең...” уйыны уйнайбыҙ.
Баҫығыҙ, кемдең ҡустылары бар..
Баҫығыҙ ,кемдең һеңлеләре бар…
Баҫығыҙ ,кемдең ҡарт өләсәйҙәре бар...
Баҫығыҙ кемдең йыраҡ туғандары Америкала йәшәй...
Баҫығыҙ кемдең ҡыҙы ,улдары бар...
-Бына мин һеҙҙең менән яҡынырыҡ таныштым,ә һеҙ үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙы искә төшөрөп алдығыҙ.Дәресебеҙҙе дауам итеп мин һеҙҙе генеалогия тигән фән менән таныштырып уҙам.Ул-тарихтың нәсел-ырыуҙар сығышын тикшергән бүлеге.Генеологик ағас- шәжәрә,нәҫелдең бер-бер артлы килгән буындары(дәфтәргә яҙыу).
Нығытыу.Үҙ аллы эш
Күрсәтмә әсбап итеп мин һеҙгә Аҡмулланың һәм Искәнҙәровтар нәсел-ырыуҙарының шәжәрәһен тәҡдим итәм.Мин һеҙгә үрнәк бирәм, ошо шаблонды ҡулланып һеҙ үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе төҙөй алаһыҙ.Бында фамилия ,исемдәрегеҙҙе һәм туған йылдарығыҙҙы яҙа алаһығыҙ.
-Бөгөн дәреҫтә беҙ үҙебеҙҙең нәсел ағасын төҙөп ҡарарбыҙ.
Афарин!Кем шәжәрәһен күрһәтергә теләк белдерә?Рәхим итегеҙ!(күргәҙмә) Өйҙә тулы нәсел ағасын эшләп килә алаһыҙ.
Тимәк, ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.
Афарин!
Хәҙер беҙ “Бәләкәс һәм Карлсон “ йәнһүрәтен ҡарп китәбеҙ.Һеҙгә ошондай бирем-Бәләкәстең ғаилә әғзәләрен билдәләргә.
(әсәй атай ағай апай)
Тимәк,-нимә ул ғаилә?
-Ниндәй туғандар була?
-Нимә ул генеалогия?
-Класс сәғәте һеҙгә оҡшанымы?
Ошоноң менән беҙҙең бөгөнгө һөйләшеү тамам. Моғайын, был һөйләшеүҙән һуң һәр берегеҙ ниндәйҙер дөрөҫ фекергә килгәндер, киләсәге тураһында уйланғандыр тип ышанам. Барығыҙға ла һәйбәт ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
А Ғ А Й А Т А Й М И Н Ө Л Ә С Ә Й Й Ә С Ә
Ғаилә- атай , әсәй , балаларҙан һәм башҡа яҡын туғандарынан торған кешеләр .
ғаилә — тарихи аныҡ ойошҡанлыҡҡа эйә булған, ағзалары никах йәки туғанлыҡ мөнәсәбәте менән бәйле, уртаҡ көндәлек тормош, үҙ-ара әхлаҡи яуаплылыҡ һәм социаль зарурлыҡ менән йәшәгән социаль төркөмдө аңлата.
- парлы ғаилә-милектәре айырым,ир-ат һәм ҡатын араһында тотроҡһоҙ бәйләнеш -ҡәрҙәш ғаилә төркөмө утыҙлап ырыу бүленешен тәшкил иткән, бер ауылда иллеләп ғаилә йәшәгән
-17 быуатҡа тиклем башҡорттарҙа балалы бер нисә никахлы парҙан өс – дүрт быуын торған ҙур ғаилә осраған -берҙәм ғаилә (бер хужалыҡҡа ҡараған бер нисә бәләкәй ғаилә)
-20 быуат башынан бәләкәй ғаилә төп ғаилә формаһына әүерелә, шулай уҡ берҙәм һәм тулы булмаған ғаилә осрай, этник яҡтан ҡатнаш ғаилә барлыҡҡа килә хәҙерге йәмғиәттә йәшәгән күп кешеләр өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте булып ғаилә тора .
әсәй- мама атай- папа ағай- брат апай- сестра ҡусты- братишка Һеңле - сестрёнка
ағайҙар - дяди апайҙар - тёти ике туған ағайҙар , апайҙар- двоюродные братья , сёстры ҡарт өләсәйҙәр , оло инәйҙәр – прабабушки ҡарт олатайҙар- прадедушки
Генеалогия- тарихтың нәсел-ырыуҙар сығышын тикшергән бүлеге. Генеалогик ағас- шәжәрә,нәҫелдең бер-бер артлы килгән буындары.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Минем гаиләм- минем шәҗәрәм. Тәрбия сәгате.Моя семья-мое родословное.Классный час.
Тема : Минем гаиләм- минем шаҗәрәмМаксат: укучыларда гореф- гадәтләргә, гаилә традицияләренә,ядкарьләренә кысыксыну уяту, буыннар бәйләнеше, исем, фамилияләр, аларның килеп чыгышы, әһәмияте туры...
Контрольная работа "Дыхание", 8 класс (в форме мини ЕГЭ)
Контрольная работа содержит вопросы части А, В, С. Это позволяет проверить знания учащихся, умения более глубоко, то есть на уровне понимания сути явлений....
Минем гаиләм -минем төп терәгем
Гаилә - ул җылы учак. Учак янына аның әгъзалары җыела. Гаилә никадәр нык булса, аннан килгән җылылык та шулкадәр көчле була. Гаиләнең нигезе нык булырга тиеш. Гаилә ул – йорт кебек, ә нигезе нык ...
Мастер-класс по бисероплетению "Мини-розочки"
Мастер-класс по бисероплетению "Мини-розочки". Предназначен для учащихся младшего и среднего школьного возраста....
Мастер-класс Разработка экологического мини-проекта «Покормите птиц зимой»
Мастер-класс. «Разработка экологического мини-проекта «Покормите птиц зимой» проводился в рамках Иркутской областной стажировочной площадки». Особенность данного мастер-класса в...
Урок по математике в 6 классе по теме "Длина окружности". Информационный мини-проект
Урок Информационный мини-проект по математике в 6 классе по теме "Длина окружности"...
Литературная гостиная по творчеству Алексея Гучиновича Балакаева «Мини җирҺл- мини үнн»
Литературная гостиная по творчеству калмыцкого писателя Алексея Балакева....