Выпускной вечер
методическая разработка (11 класс) на тему

Хасанова Эльвира Сайфутдиновна

Сценарий выпускного вечера

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_vypusknogo_vechera.docx22.35 КБ

Предварительный просмотр:

Алып барыусы. Э.С.              (Презентация) Талғын музыка

   Бала саҡ! Сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Ниңә шулай тиҙ үтеп китәһең һин? Бигерәк моңһоу һинең менән хушлашыуы. Һине  һәр бер кеше  төштөрендә күреп һағына. Бер-ике минутҡа ғына булһа ла,  киренән бала саҡ иленә ҡайтып килгеһе килә...

Алып барыусы   Ф.Ф

  Йәшел болон, аҡ ҡайыным,

   Ҡолондарым, аттарым.

   Йәйге кистә болондарҙа,

   Уйнап үткән саҡтарым...  

 Алып барыусы

   Елеп кенә үткән икән,

    Бала саҡтың йәйҙәре.

    Күңел генә шул йәйҙәргә,

    Бик йыш ҡайта әйләнеп.

Алып барыусы

Эйе, бынан 11 йыл элек бәләкәй генә ҡыҙ һәм малайҙар, белем һарайы ҡапҡаһының бик ҙур йоҙағын асып ингән ине. Һеҙҙе был көндө ҡыңғырауҙың көмөш сыңы беренсе дәрестәргә саҡырҙы. Бөтә мәктәп эсе балаларҙың шат тауышы менән тулған ине, ә был малай һәм ҡыҙҙар бәләкәй генә фәрештәгә тиң ине. (Фәрештә сыға. Әйләнә, уйнай)

Алып барыусы

Улар бала саҡ илендә осор ҡанаттарын нығытып, тәүге ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәнделәр. Бына үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыр ваҡыттар етте, бала саҡ иле һау булығыҙ ҡошсоҡтарым тигән кеүек. Уларҙы йәшлек иле көтә. (Йәшлек иле фәрештәһе сыға. Улар осраша.)

Бала саҡ: Кем һин?

Йәшлек: Мин-йәшлек.

Бала саҡ:  Һин көтөп тор Йәшлек. Был балалар туйғансы тағы ла уйнаһындар, йырлаһындар, көлһөндәр.

Йәшлек: Юҡ, уларҙы Йәшлек иле көтә. Был илдә мин уларға яҡты юл күрһәтәсәкмен. (Сәғәт һуға)

  • Ишетәһегеҙме?
  • Был тауыш йыһандан килә. Мәктәп тип аталған ҙур тыуған йорт менән айырылышыу тауышымы, әллә йәшлек иленә саҡырыумы? Хуш, бала саҡ, беҙ китәбеҙ. (Ике яҡҡа сығып китәләр)

Икенсе өлөш.

 Алып барыусы

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм сығарылыш класс уҡусылары!

   Бөгөн беҙҙәр ҙур тантана- 11-селәрҙең сығарылыш кисәһе, уларға өлгөргәнлек аттестаты тапшырыу байрамы һәм мәктәп менән хушлашыу кисәһе. Барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм аттестат тапшырыу тантанаһын асыҡ тип иғлан итәбеҙ. (Гимн РБ)

   Бөгөнгө тантанаға уҡыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килде. Улар менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ.

  1. Мулюков Вәзих             улы
  2. Шаһиев Урал Сәйфетдин улы

Бөгөн беҙ мәктәбебеҙҙең 6 уҡыусыһы менән хушлашабыҙ. Хәҙер уларҙы сәхнә түренә саҡырайыҡ (музыка аҫтына сығалар).

Алып барыусы

 1.Заһир спортты бик ярата,

    Бик ярата хеҙмәтте.

    Уҡырға пландар ҡора,

    Һайлап төрлө хеҙмәтте.

  Сәхнәгә Сираев Заһир Таһир улын саҡырабыҙ!

Алып барыусы

2.Фәндәрҙе бик яҡшы белгәс,

    Айһылыуға яҡты юл!

    Медицинаны яратам,

    Табиб булырмын, ти ул.

    Сәхнәгә Хажеева Айһылыу Айнур ҡыҙын саҡырабыҙ!

Алып барыусы

3.Бик тырыш ҡыҙ Айһылыу

    Бар фәндәрҙе ярата

    Юғары белемле булыу

    Уның барлыҡ хыялы.

    Сәхнәгә Хәсәнова Айһылыу Фирзәт ҡыҙын саҡырабыҙ.

Алып барыусы

4. Баҫалҡы, яҡшы, ипле

    Бик уңған ҡыҙ Гөлзиә.

    Изге булһын барыр юлы,

    Тормошҡа ашһын хыялы

   Сәхнәгә Шәмсетдинова Гөлзиә Илфат ҡыҙын сыҡырабыҙ.

Алып барыусы

5. Матурҙыр  буйы, һыны

   Һайлай төрлө һөнәрҙе

  Яҡшы белгес булыу уйы,

   Юрист булыу хыялы.

  Сәхнәгә Шаһимарҙанова Карина Байрас ҡыҙын саҡырабыҙ!

Алып барыусы

6. Көләс йөҙлө, шат күңелле,

    Шуҡ беҙҙең Лианабыҙ.

    Уҡырға пландар ҡора,

    Һайлап төрлө һөнәрҙе.

    Сәхнәгә Йосопова Лиана Ғалинур ҡыҙын саҡырабыҙ!

Алып барыусы

Аяҙ беҙҙең күгебеҙ,

Тормош яҡты,

Байрам хисе беҙҙең күңелдә!

Ҡарлуғастар бөгөн осорабыҙ,

Ҙур тормошҡа әйҙәп был көндә!

Алып барыусы

Шулай уҡ, бөгөнгө тантанаға 9 класс уҡыусылары  ла саҡырылды. Уларға  бөгөн төп дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлау тураһында аттестат  тапшырыла. Әйҙәгеҙ, сәхнә түренә  рәхим итегеҙ!

1.Ғәниев Таһир Наил улы

2. Вахитова Айзада Айтуған ҡыҙы

3. Ғәфәрова Зөлфиә Әхәт ҡыҙы

4. Муллагилдина Руфина Салауат ҡыҙы

5. Хәйретдинов Алмаз Фанияз улы

6. Хаметов Ильмир Илнур улы

7. Хәсәнова Әлиә Булат ҡыҙы

8. Хөсәйенов Ринат Әхмәт улы

Алып барыусы

Хөрмәтле, дуҫтар! Иғтибар итегеҙ! Тантаналы минуттар яҡынлаша. Мәктәпте тамамлау тураһында приказ менән таныштырыу өсөн һүҙ мәктәп директоры Әлфирә Вәкил ҡыҙы Баһауетдиноваға бирелә. (Фанфары, аттестат тапшырыу)

Алып барыусы

Ҡәҙерле, уҡыусылар!

Һеҙҙе оҙатҡанда оло юлға,

Ҡаты итеп ҡулдар ҡыҫышҡанда,

Йылы һүҙҙәр генә һөйләйбеҙ,

Изге теләк кенә теләйбеҙ.

  • Ҡотлау өсөн һүҙ райондан килгән ҡунаҡ-    ?      бирелә.

Алып барыусы

Хәҙер һүҙҙе 11-селәрҙең беренсе уҡытыусыһына бирәбеҙ. Тажетдинова Гөлфиә Яһанур ҡыҙы, рәхим итегеҙ!

Алып барыусы

Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙҙең бөгөнгө шатлығығыҙҙы класс етәксегеҙ ҙә уртаҡлаша. Һүҙҙе Сагитдинова Вәлиә Сабирьян ҡыҙына бирәбеҙ.

Алып барыусы

Артабан ҡотлау өсөн һүҙ ата-әсәләргә бирелә.

(Ҡотлайҙар: Роза, Римма, Ғалинур, Нәйлә, Фирзәт, Миниса)

Алып барыусы

Ҡәҙерле уҡыусылар!

Алдығыҙҙа тормош имтиханы,

Хеҙмәт аша барыр юлығыҙ.

Юлығыҙҙа- бәхет гөлләмәһе,

Ысын кешеләр һеҙ булығыҙ!

Хәйерле, уң булһын юлығыҙ!

Алып барыусы

Һөнәр һайлау эше- ҡатмарлы ул,

Күңел ятҡан эште һайлағыҙ.

Ынтылығыҙ йыһан киңлегенә,

Сикһеҙ ғәләмде лә яулағыҙ!

 Алып барыусы

Осҡан һайын ҡанатығыҙ нығыр

Һәм асыла төшөр күҙегеҙ.

Үҙегеҙҙән юйылмаҫлыҡ булып,

Ҡош юлылай ҡалһын эҙегеҙ!

Алып барыусы

Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ бөгөн ҙур тормош юлына аяҡ баҫаһығыҙ. Һеҙҙең беҙгә лә әйтер һүҙҙәрегеҙ барҙыр. Рәхим итегеҙ!(Уҡыусылыр сығышы)

Лиана

  Бер ғәмһеҙ бала саҡтарым

   Мәктәбем, һиндә үтте

   Йыйылдыҡ беҙ һуңғы кисәгә

   Һаубуллашыр мәл етте.

Айһылыу Хәжиева

   Гөрләп үтте мәктәптә

   Ғүмерҙең ун бер йылы

   Киләсәктә көтә беҙҙе

   Үҙ аллы тормош юлы

Гөлзиә

Таралһаҡ та төрлө тарафтарға,

Яҡты хәтирәләр ҡаласаҡ.

Тик таба алмай эҙләп йөрөр инде,

Мәктәп буйлап беҙҙе бала саҡ. 

Карина

Ҡанат яҙған ҡошсоҡтарҙай,

Талпынабыҙ осоп китергә.

Йәштән күңелебеҙҙе елкендергән,

Хыялдарҙы ысын итергә.

Сираев

Айырылабыҙ һөйгән мәктәп менән,

Ғүмеребеҙҙең алһыу таңында.

Хәйерле юл теләп оҙаталар беҙҙе,

Саф сәскәләй тормош яҙына.

Айһылыу Хәсәнова

Бөгөн беҙҙә йәшлек үҙе ҡунаҡ-

Был осрашыу шуға ҡәҙерле.

Хушлашмайыҡ, бары һаубуллашайыҡ,

Айырылып киткән саҡтарҙа.

Был изге йорт, тыуған нигеҙ кеүек,

Осраштырыр беҙҙе тағы ла.

 (Йыр )

Алып барыусы

Һәр бер кеше табыр үҙ юлын,

Һәр бер кеше табыр үҙ йырын.

Күмелеп ҡалмаҫ алтын бөртөктәр,

Булған саҡта һеҙҙең кеүектәр.

Алып барыусы

Барған һайын белем юлдары

Күтәрелер тағы юғары.

Яулай барыр яңы киңлектәр,

Булған саҡта һеҙҙең кеүектәр.

УҢЫШТАР ЮЛДАШ БУЛҺЫН!

Алып барыусы

Ошоноң менән хушлашыу кисәһенең беренсе өлөшө тамам. Ә бер нисә минуттан, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар , барығыҙҙы ла байрам өҫтәленә саҡырабыҙ.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Добрый вечер выпуск. Сценарий выпускного вечера в 11 классе.

***сценарий выпускного вечера . Торжественная часть  с чествованием первого учителя, родителей, учителей предметников, а также классного руководителя....

Материал для подготовки выпускного вечера, линейки на 25 мая, вечера "Последний звонок"

Данный материал поможет подготовить вечер "Последнего звонка" для 11 класса, линейку "Последний звонок" и выпускной вечер....

сценарии внеклассных мероприятий: выпускного вечера, последнего звонка, вечера встречи с выпускниками.

Внеклассные меропрития проводятся в школе.Последний звонок- праздник для выпускников 9, 11 классов. В празднике участвуют: гости, родители выпускников, учащиеся школы, учителя. Выпускной ве...

сценарии внеклассных мероприятий: выпускного вечера, последнего звонка, вечера встречи с выпускниками.

Внеклассные меропрития проводятся в школе.Последний звонок- праздник для выпускников 9, 11 классов. В празднике участвуют: гости, родители выпускников, учащиеся школы, учителя. Выпускной ве...

Выпускной альбом. Сценарий выпускного вечера.

Выпускной альбом. Сценарий выпускного вечера....

выпускной вечер "Вечер школьных воспоминаний"

Сценарий выпускного вечера для вечерней школы...

Выпускная эстафета. Игры на выпускном вечере.

Выпускная эстафетаЗатея с обручем. Опубликовано в журнале "Чем развлечь гостей" № 3(118)2012...