Класс сәғәте "Таапланмаһын бала күңеле"
классный час (7 класс) на тему

Хасанова Эльвира Сайфутдиновна

Сценарий классного часа

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon stsenariy_taplanmahyn_bala_kunele.doc61 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрес барышы:

Слайд 1

Яңғыратып көлһәк бергә

Донъяның бар балалары,

Ер шатлыҡҡа һәм бәхеткә

Күмелмәйсә ҡаламы

Алһыуланһын алһыу алма

Балаларҙың усында.

Ер байрағы – алһыу Ҡояш

Алланһын баш осонда!

Слайд 2

-Хәйерле көн, ҡәҙерле  уҡыусылар һәм хөрмәтле уҡытыусылар! Беҙҙең  класс сәғәтебеҙ  бөгөнгө тормоштоң төп проблемаларының береһе булған – хоҡуҡҡа бәйле һәм “Тапланмаһын бала күңеле”  тип атала. Бала саҡ үҙе бер матур миҙгел кеүек кенә бит. Һәр көнө байрамдай, бәхетле кисерештәргә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға сорналырға тейеш. Сөнки бала саҡ хәтирәһе күңелгә мәңгелеккә уйыла. Аҡ ҡағыҙҙай саф, эскерһеҙ бала күңеле тапланмаһын, ғәзиздәребеҙ лайыҡлы кешеләр булып үҫһен тиһәк, беҙ уларҙы хәстәрлектән, наҙ-һөйөүҙән мәхрүм итмәҫкә тейешбеҙ. Ә хәҙер күңелдәрҙе күтәрер өсөн бер беребеҙҙең ҡулдарын ҡыҫып йылмайып алайыҡ.

    -Кешенең барлыҡ тормош юлы, бала сағы, уҡыу йылдары  һәм үҫеүе, яңынан – яңы буяуҙарға балҡып йәшәүе ошо изге ер менән бәйле. Был һоҡландырғыс һөйөүҙең йәне – Башҡортостан!

Слайд 3

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына, -

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер  япрағы  ни бары.

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –

Шундай йәшел, юғары.

Слайд 4

- Ә беҙ йәшәгән ил нисек атала һуң

Яуап. Рәсәй.

- Эйе, беҙҙең илебеҙ бик ҙур һәм бай. Ә беҙҙең дәүләтебеҙ йәшәгән халҡы менән бай.

Рәсәй  – күп милләтле ил. Беҙҙә барлығы 170 төрлө милләт һәм этнос төркөмдәре йәшәй.

Слайд 5

Ер йөҙөндәге  һәр бер кеше әсәһе  биргән ҡәҙерле бүләкте – әсә телен ғүмер-ғүмергә һаҡлап килә, тыуған тупрағында үҫеп сығып, быуындан-быуынға күсеп килгән милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы үтәргә тырыша.

Һәр халыҡ – ҙурмы ул, аҙ һанлымы, үҙенең Ер йөҙөндә йәшәүе менән үк бөйөк  һәйкәлдәргә хаҡлы Ә улар дуҫ, татыу йәшәр өсөн ҡағиҙәләр уйлап сығарғандар. Кеше, уның хоҡуҡтары һәм иректәре  иң юғары ҡиммәт булып тора.

-Уҡыусылыр, ә һеҙ ниндәй ҡағиҙәләр беләһегеҙ.

Яуаптар. 

Слайд 6

-Эйе, кеше хоҡуҡтарының дөйөм Декларацияһы булдырылған.

Был дата 1948 йылда булдырылып, ике йылдан һуң рәсми рәүештә билдәләнә башлаған.

Унда ер йөҙөндәге халыҡтарҙың нимәгә хоҡуғы барлығы 30 статьяла асыҡ яҙылған һәм был документ, 360 телгә тәржемә ителеп, донъя илдәренә таратылған. Был документта кеше хеҙмәткә, ялға һәм белем алырға хоҡуҡлы яҙылған.

Слайд 7 

-Һәр бер бала  тәрбиәгә, уҡыуға, ялын ойоштороуға, ижади һәләттәрен үҫтереүгә, сәләмәтлекте нығытыуға хоҡуҡлы.  Бала үҙен үҙе генә яҡлай алмай, шуның өсөн башҡа илдәр менән бергә  Рәсәй ҙә  1989 йылда “Балаларҙы яҡлау тураһында конвенция”ға ҡул ҡуйҙы.

Ә нимә һуң ул КОНВЕНЦИЯ

КОНВЕНЦИЯ – ул килешеү, йәғни бер нисә ил балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында килешеү төҙөүе.

Слайд 8  

Балалар хоҡуҡ тураһында уҡыйҙар:

-йәшәүгә хоҡуҡлы. Бер кем дә йәшәүҙән мәхрүм ителә алмай.

-йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға

-азатлыҡ  хоҡуғына эйә.

-туған телен файҙаланыу, аралашыу, тәрбиә, белем алыуға  һәм ижад итеү -телен ирекле һайлап алыу хоҡуғына эйә

-ата-әсәләре менән йәшәргә,

 -һаулығын һаҡлауға һәм медицина ярҙамына

-һәр бала  ялға хоҡуҡлы.

-Дөрөҫ,  һеҙ кеше хоҡуғының бер нисәүһен генә һанап киттегеҙ.

Уҡыусы 1.

Йәй баштары.

Йыһан шау сәскәлә-

Тәбиғәттең гүзәл миҙгеле.

Ер сафланған ләйсән ямғырҙарҙан;

Әйтерһең дә сабый күңеле…

Уҡыусы 2.

Аяҙ зәңгәр күкле тыуған илдә

Үтһен баласаҡтың һәр көнө.

Сабый яҙмышына ҡул һалмаһын

Быуаттарҙың әсе хөкөмө.

Слайд 10

1 июнь – Халыҡ –ара балаларҙы яҡлау көнө. Ул шулай уҡ балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау көнө лә. Беҙ балаларҙы һәр төрлө бәлә -ҡазаларҙан, йәтимлектән, аслыҡтан, яуызлыҡтан, тупаҫлыҡтан, битарафлыҡтан, уҫаллыҡтан һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ. Әлеге көн 1950 йылдан башлап, ул балалар байрамы булып билдәләнә.

 Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә балаларға бүләктәр биреү, сағыу байрамдар ойоштороу матур йолаға әйләнде. Шуға күрә был көндө шат йөҙҙәр, ҡыуаныслы ауаздар яңғырап торған, күңелгә яҡын байрам тип ҡабул итеү үҙе бер бәхет.

Уйын “Ярай- ярамай”

Уҡытыусы:

Слайд 12

Рәсәй Федерацияһының Конституцияһында былай тиелә: “Кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыу башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙорға тейеш түгел”

Кеше хоҡуҡтарының дөйөм Декларацияһының 5 статьяһында  “Бер кемдә кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙорға тейеш түгел” тиелә.

Слайд 13

- Ә һеҙ нисек яуыз, кешелекһеҙ  кешене нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ. Уның йөҙ киәфәттәре ниндәй буласаҡ.

-Ә хәҙер шундай яуыз  кешенең йөҙөн һүрәтләгеҙ.

“Яуыз кеше яҡшы кешенең барлығына ышанмай” мәҡәлен нисек аңлайһығыҙ.  

Слайд 14

“Татлынан-татлы - яҡшы һүҙ, затлынан-затлы яҡты йөҙ” мәҡәленең мәғәнәһен кем аңлатып бирер.

Яуаптар тыңлана.

- Уҡыусылар, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ. Беҙҙең арала яҡшы кешеме, әллә яман кеше күберәкме.

Уҡытыусы.

Уҡыусылар һеҙҙең һәр берегеҙҙең күңелендә яҡшылыҡ бар.Ул бәләкәй генә ҡояшҡа тиң. Яҡшы кеше  тәртипле, тәрбиәле, ярҙамсыл, һәйбәт иптәш һәм кәңәшсе булырға тейеш. Яҡшы кешенең мөнәсәбәте, ярҙамы яҙғы наҙлы ҡояштай йылыта. Шуның өсөн яҡшы кешенең йөҙөн таҡтаға элеп ҡуяйыҡ, ә насар кешенекен ситкә һалайыҡ.

Уҡытыусы.

Балалар хоҡуғы тураһында беҙ күп нимәләр белдек, ә беҙ үҙ  бурысыбыҙҙы беләбеҙме һуң.

Яуаптар тыңлана.

 Слайд 15

Беҙҙең илебеҙҙең  төп законы булып – Конституция тора. Конституцияла беҙҙең бурысыбыҙ тураһында былай тиелә. 

Слайд 16

  • Ватанды, тирә-яҡ мөхитте һаҡларға;
  • хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡларға;
  • тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға;
  • закондарҙы үтәргә;
  • башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иректәрен,
  •  намыҫын һәм кешелек дәрәжәһен ихтирам итергә;
  •   атай-әсәһен хөрмәт итергә;
  • белем алырға.

- 2010 йылдың июлендә «Башҡортостан Республикаһында балалар хоҡуғы тураһында» БР законына үҙгәрештәр индерелде. Был үҙгәрештәр тәү сиратта 17 йәш тулмаған үҫмерҙәрҙең төнгө тәүлектә йәмәғәт урындарында йөрөүенә бәйле. Төнгө тәүлектә йәмәғәт урындарында йөрөгән балаларҙың ата-әсәләре штраф түләйәсәк.

Слайд 17,18

17 май  донъя  берләшмәһе Халыҡ-ара балаларҙың ышаныс телефоны кѳнѳн билдәләй. Рәсәйҙә  ул «Балалар ышаныс телефоны  – «ЭЙЕ»  девизы аҫтында үтә.

Был датаға Рәсәй беренсе тапҡыр 2010 йылда ҡушылды.   Балаларҙың ышаныс телефоны – балаларға, үҫмерҙәргә,  уларҙың хоҡуҡтарын боҙоу, рәхимһеҙ мѳнәсәбәттә  булыуҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү йәһәтенән, ашығыс психологик ярҙам хеҙмәте ул.  Тѳп маҡсаты -  иғтибарға һәм яҡлауға мохтаж балалар мәнфәғәтенә  эшләү.

   Балалар менән ҡаты, рәхимһеҙ мѳнәсәбәткә ҡаршы информацион кампанияға ярашлы  2010 йылда Республика Хѳкүмәте һәм  ауырлыҡ кисергән  балаларға ярҙам  Фонды  республика территорияһында  берҙәм 8-800-2000-122 ышаныс телефоны эшен тәьмин итеү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйҙы.  

Балалар, үҫмерҙәр ѳсѳн республика социаль приюты (246-12-12) һәм ғаиләгә, балаға, үҫмерҙәргә  социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге  лә (273-09-00) берҙәм  ышаныс телефонына ҡушылды.  

Ышаныс телефонында махсус ѳйрәтелгән белгестәр – психологтар эшләй.  Унда   махсус белемле үҫмерҙәр ҙә ултыра. Уларға,  ололарға ҡарағанда, үҫмерҙәр менән уртаҡ тел табыусы балалар шылтырата ала. Ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар, ҡатмарлы ситуацияларҙы тыныс шарттарҙа асыҡлау һәм конкрет аҙымдар яһау ѳсѳн ышаныс телефоны мѳмкинлек бирә.

Ышаныс телефонына һәр кем  шылтырата ала.  Белгестәр  һәр береһен тыңлап, кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп  ебәрәсәк.  Шылтыратыусы үҙен  борсоған һорауға тулы яуап, кәңәш  аласаҡ. Шылтыратыу – аноним. Фамилия, йәшәгән ереңде һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе әйтеү мѳһим түгел. Иркен аралашыу  ѳсѳн икенсе исемде лә алырға була.  Ышаныс телефондары тәүлек әйләнәһенә, йә иһә расписание буйынса эшләй.

 “Айнур  исемле малай тураһында”

Бүлмәлә ғилә ағзалары йыйылған. Өләсәһе бәйләм бәйләй, әсәһе яҙышып ултыра, атаһы телевизор ҡарай. Шул ваҡыт йүгереп Айнур килеп керә.

Улы: Әсәй, асыҡтым тиҙерәк ашат тей ҙә ашай башлай.

Әсәй: Бар ҡулыңды йыу. Бысраҡ ҡулдар менән өҫтәл артына ултырмайҙар.

Улы: Бөгөн беҙ дәрестә Конвенция тураһында үттек. Һин дөрөҫ әйтмәйһең, баланы кәмһетәһең.

Өләсәһе: Айнур  улым, башым ауыртып тора. Аптекаға дарыуға ғына барып кил әле.

Улы: Өләсәй, мин эшләргә  тейеш түгелмен. Рәхмәт мин былай ҙа туйҙым.(сығып китә)

Әсәй: Улым һауыт-һабаны ғына йыуып ал әле.

Улы: Әсәй, һин балаға эш ҡушырға тейеш түгелһең.(телевизор ҡарарға ултыра)

Атаһы:  Телевизорҙы һүндер ҙә,  дәрес әҙерләргә  ултыр. Хәҙер эләгә.

Улы: Һин яуызлығыңды күрһәтәһең, атай.

Әңгәмә үткәреү.

-Ғаилә ағзаларының хаталарын табығыҙ.

- Малайҙың, атайҙың  әйткән һүҙҙәре дөрөҫме.

Уйын “Хоҡуҡ йәки бурыс”

-Ғаиләлә йәшәү (хоҡуҡ)

- Атай-әсәйгә ярҙам итеү (бурыс)

-Белем алыу (хоҡуҡ)

-Тырышып уҡыу(бурыс)

- һаулығын һаҡлау һәм медицина ярҙамын алыу(хоҡуҡ)

-Тәбиғәтте һаҡлау(бурыс)

Үҙ исемеңә эйә булыу (хоҡуҡ)

Башҡа балалар менән уйнау (хоҡуҡ)

-Ҡайһы саҡта балалар  атай-әсәйҙәрен тыңламауҙы, алдашыуҙы, дәрес ҡалдырыуҙы, тәртип бозоуҙы, үсекләшеүҙе һәм  насар уҡыуға хоҡуҡлыбыҙ тип уйлайҙар.

 - Уҡыусылар, әле һеҙ парта артында ниндәй хоҡуҡҡа эйәһегеҙ.

Яуап. Белем алыу.

- Эйе, бөгөнгө класс сәғәтендә һеҙ ниндәй хоҡуҡҡа эйә булыуығыҙ тураһында белемегеҙҙе арттырҙығыҙ.

Атай-әсәйгә һүҙ.

Ҡырҙар буш. Буралар тулы.

Хеҙмәт итә тантана.

Ә һинең яңы эш йылың

Мәктәптәрҙә башлана.

Уңған бул һин, тырыш бул һин,

Күңелең иркен ялан.

Йомарт белем орлоҡтарын

Шул яланға сәс, балам!

Слайд 20

Башҡортостан Республикаһы президенты Рөстәм Хәмитов указы менән 2012 йыл Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителә. Был беҙҙең республикала артабан да балаларға ҙур иғтибар биреү дауам итәсәк тигәнде аңлата.

 -Донъялағы барлыҡ мөғжизәләрҙең мөғжизәһе –  балаҙыр. Бала – кешелектең бөгөнгөһө, киләсәге һәм дауамы ла. “Ил тыныслығы ирҙә булһа, йән тыныслығы – ҡатында, ил киләсәге балала!” – тиелә бит халыҡ мәҡәлендә … Эйе, кешелектең киләсәге бөгөнгө балалар  ҡулында. Уларҙың һау-сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен өсөн беҙ - өлкәндәр ҡайғыртырға тейешбеҙ.

Уҡыусылар:

Сабый тыуа, ҡабыҙып киң ғәләмгә

Яҙмышының серле йондоҙон.

Бәхетле әсә, һөйөнөп, бәхет бағлап,

Ҡулдарына ала ул- ҡыҙын.

Уҡыусы:

Шул минуттан яңы кеше өсөн

Тормош һынауҙары башлана.

Йә, Хоҙайым, көсһөҙ был сабыйҙы

Рәхмәтеңдән генә ташлама.

Уҡыусы:

Татыу тыныс ғаиләлә үҫһен,

Тойоп пар ҡанаттар йылыһын.

Киләсәккә юлдар һайлағанда

Тәүге аҙымдары ныҡ булһын.

Уҡыусы:

Балаларға ерҙә йәшәү өсөн,

Атай- әсәй кәңәше бик кәрәк,

әсәй наҙы йәнгә шифа булһа,

ауыр саҡта атай ныҡ терәк.

Уҡыусы:

Балаларҙың көлөүҙәре

Тыныслыҡтың йыры һымаҡ.

Ул көлөүгә бала саҡтың

Әллә күпме йыры һыйған

Уҡыусы:

Кәрәк түгел тәржемәсе-

Көлөшәбеҙ бер телдә беҙ.

Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ,

Бирешмәйбеҙ бер кемгә беҙ.

Уҡыусы:

Көлөү беҙҙе дуҫлаштыра,

Көлөү беҙҙе берләштерә.

Бәхетле лә, көслө лә беҙ,

Бергәләшеп көлгәс кенә!

Уҡыусы:

Ҡояшлы булырға тейеш

Беҙҙең һәр бер иртәбеҙ.

Беҙ һеҙҙән тыныслыҡ менән

Бәхет талап итәбеҙ!

Уҡыусы:

Ә балалар көлә икән

Илебеҙҙә, Еребеҙҙә,

Тимәк, Ер ҙә иҫән әле,

Имен, тимәк, илебеҙ ҙә!

Уҡыусы:

Балаларҙың көлөшкәнен

Ишетһен Ер, тыңлаһын Ер!

Балаларҙың көлөүенән

Бер саҡта ла тынмаһын Ер!

Уҡыусы

Киләсәктең ҙур һүрәтен

Яһағы килә беҙҙең.

Йырҙан гөрләүен теләйбеҙ

Әйләнә- тирәбеҙҙең!

Йыр “Мир детям”


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сценарий осеннего бала для 5-7 классов

сценарий осеннего бала для 5-7 классов "Осенние мотивы 2012"...

Сценарий выпускного бала для 9 класса

Это фрагмент выпускного бала моих выпускников (9-в кл.,) Роль учителя в сценарии играла я сама, имена участников не вымышлены. Ребятам очень нравится такое сотрудничество....

Сценарий осеннего бала для 8-11 классов

В разработке представлено мероприятие -"Осенний бал" для 8-11 классов. мероприятие организовано в форме соревнования....

Контрольная работа по рассказу Л.Н.Толстого "После бала". Тест. 8 класс.

Контрольная  тестовая работа по рассказу  Л.Н.Толстого "После бала"  поможет проверить усвоение изученного материала....

выступление класса на осеннем балу

сценарий выступления класса на осеннем балу...

Урок литературы в 8 классе по теме: Рассказ Л. Н. Толстого «После бала». Контраст как прием, позволяющий раскрыть идею рассказа.

Урок разработан и проведен в рамках районного конкурса «Инновационные образовательные технологии в современном уроке» учителем русского  языка  и литературы МОУ «СОШ с.  Сальское»...