Эш программалары
рабочая программа (9 класс)

Аккужина Зульфия Рауфовна

Башҡорт (дәүләт) теле дәрестәренә дәүләт стандарттары буйынса эш программалары һәм календарь-тематик пландар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_tele_9_klass_2_variant.docx38.49 КБ

Предварительный просмотр:

1.Аңлатма яҙыу

        Башҡорт теле - башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды.

Эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2002 йылдың 10 апрелендә №29/2005 бойороғо менән раҫланған һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы менән килешелгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән  (интеллекты үҫешмәгән) балалар өсөн коррекцион белем биреү учреждениеларының базис уҡыу планына (II вариант), Башҡортостан Республикаһы Учалы коррекцион мәктәп-интернаты дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2018-2019 уҡыу йылының “Уҡыу планы”на тура килтереп төҙөлдө.

        Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы;29.12.2012й.,№273-ФЗ;
  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы;
  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы
  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы
  • Федераль дәүләт белем биреү стандарттары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән (интеллекты үҫешмәгән) балалар өсөн приказ № 1599 19 декабрҙән  2014 й.;
  • ФДББС-на  таянып эшкәртелгән Учалы коррекцион-мәктәп интернаты адаптив төп белем биреү программаһына;
  • ДБДББУ Учалы КМИ-ның  Уставы;
  • 2018-2019 уҡыу йылына  йыллыҡ эш календаренә таянып төҙөлдө.

        

2. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСЕНӘ ДӨЙӨМ ХАРАКТЕРИСТИКА

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, ҡатмарлы дефектлы (2-се вариант) 9 класс уҡыусылары өсөн башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү маҡсаттары үҙ-ара бәйле ике аспекттан тора:академик һәм  иң мөһиме тормош компетенцияларына  өйрәтеү. Башҡорт теленә өйрәтеү  процесында  уҡыусыларҙа телмәр компетентлығын  булдырыу  үҙәктә  тора. Дәрестәрҙә,  кластан һәм дәрестән   тыш сараларҙа, көндәлек тормошта  уҡыусылар , башҡорт телен  аралашыу ҡоралы булараҡ файҙаланып, тыңлап, һөйләй,  мөмкинлеге булһа  уҡый  һәм яҙа белергә тейеш. Коррекцион мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың телмәрен  үҫтереү  - уҡытыусының иң мөһим  бурысы. Телмәргә  өйрәтеү – ул аралашыу аша телмәр күнекмәһе булдырыу  һәм телмәр саралары менән эшләүҙе системалы алып барыу.

        Телде өйрәнеү өсөн күргәҙмә материалды дөрөҫ һайлап алырға һәм дәресте методик яҡтан дөрөҫ  ойошторорға кәрәк. Уҡыу-уҡытыу комплектының маҡсаттары:

  • уҡыусыларҙы тел һәм телмәр, аралашыу (коммуникатив), тормош компетенциялырын формалаштырыу һәм үҫтереү;
  • һөйләгәнде, уҡығанды тыңлау һәм  аңлау һәләттәрен үҫтереү;
  • уҡыусыларҙа элементар  яҙыу күнекмәләрен булдырыу  һәм үҫтереү;
  • башҡорт телен өйрәнеү  барышында уҡыусыларҙы башҡорт халҡының  рухи байлығы  менән таныштырыу.

Был маҡсаттарға ирешеү өсөн түбәндәге бурыстарҙы хәл итергә кәрәк:

  • башҡортса телмәрҙе  тыңлап  аңларға күнектереү;
  • тәҡдим ителгән ситуация буйынса диалогик  телмәр төҙөргә өйрәтеү;
  • дәрескә әҙерләнеү: билдәле тема буйынса һүрәттәр һайлау, уйынсыҡтар әҙерләү;
  • төрлө милләт кешеләренең үҙ-ара аңлашып, татыу  йәшәуенә ынтылыш тәрбиәләү;
  • башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте, балалар әҙәбиәте, халыҡ йолалары, ауыҙ-тел ижады менән тәрәнерәк таныштырыуға, башҡорт халҡына һәм уның теленә ихтирам  тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала.

Уҡытыу процесын ойоштороуҙа түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

  • уҡыусыларҙың аҡылға зәғифлектәрен, интеллектуаль үҫешмәгәнлектәрен иҫәпкә алып, уҡыу эшмәкәрлегенә дөрөҫ талаптар ҡуя белергә;
  • уҡыусыларҙың  индивидуаль һәм дифферинциаль үҙенсәлектәрен белеп эш итергә;
  • уҡыусы шәхесенә ихтирам менән ҡарарға һәм талапсанлыҡты ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа;

3.УҠЫУ ПЛАНЫНДА ПРЕДМЕТТЫҢ УРЫНЫ

        Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән (интеллектуаль үҫешмәгәнлек) Учалы коррекцион мәктәп-интернатының  9-сы класс уҡыусылары өсөн  (II вариант)  башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙе аҙнаһына 2 сәғәттән, 40-ар минутлыҡ дәрестән, 2018-19  уҡыу йылына 66 сәғәттән  торған  программа  Базис уҡыу планына  таянып ҡоролдо. 

4.УҠЫУ ПРЕДМЕТЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘӘ ПЛАНЛАШТЫРЫУ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ 

        Аҡылға зәғиф, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙы башҡорт  телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү(диагноздарын, физик һәм психик үҙенсәлектәрен, үҫеш тотҡарлығын иҫәпкә алып), телмәр үҫтереү, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү  процессында социаль тәжрибә (тормош компетенцияларын) туплау уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

        Хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы уҡыусы Башҡорт теле дәрестәрендә белем алыу, телмәр үҫтереү менән бер рәттән йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

        Уҡыусыларҙың шәхсән һөҙөмтәләрен үҙләштереүҙә Учалы коррекцион мәктәп-интернаты төҙөгән адаптив төп дөйөм белем биреү программаһына таянып, индивидуаль-шәхси сифаттарын һәм социаль (тормош компетенцияларын) яраҡлаҡлаштырыу  инә.

        Шәхсән һөҙөмтәләргә инә:

  • Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының гражданины итеп үҙен тойоу,үҙенең иле, республикаһы, районы, ҡалаһы, ауылы өсөн ғорурлыҡ тойғоһон формалаштырыу (уятыу);
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт билдәләрен (гимн, герб, флаг) нығытыу, һаҡсыл ҡараш һәм һөйөү тәрбиәләү;
  • күп милләте  Республикабыҙҙың мәҙәниәте менән танышыу һәм уларға ҡарата шәфҡәтле , иғтибарлы булыу;
  • көндәлек тормошта социаль-көнкүреш  белемдәрен ҡуллана белеү;
  • кешене анлай белеү, әгәр кәрәк булһа, ярҙам итеү, ҡыйын саҡта яҡындарын, йәштәштәрен йәлләү,ауырыу кешегә иғтибарлы булыу теләге тыуҙырыу;
  • үҙ теләге  менән һаулыҡ һорашырға, хушлашырға, өлкәндәргә, йәштәштәренә рәхмәтле булыу теләге тыуҙырыу, «һаумыһығыҙ», «хәйерле иртә», «осрашҡанға тиклем», «һау булығыҙ»,  «рәхмәт», «рәхим итегеҙ» кеүек  төрлө өндәшеү ысулдарын ҡулланыу;
  • үҙенең бөтә мөмкинселектәрен ҡулланып, үҙ файҙаһына ирешеү маҡсатында бүтән балалар һәм өлкәндәр менән аралашырға, төрлө яҡлы баҫымдарға  ҡаршы торорға өйрәнеү;
  • ыңғай һәм кире тойғоларын асыҡ күрһәтә белеү;
  • үҙ-аллы тормошҡа әҙерлекте формалаштырыу;
  • хәүефһеҙ  һәм  сәләмәт тормош алып барыу, хеҙмәткә (ҡул  эштәренә) ҡыҙыҡһыныу уятыу, эш һөҙөмтәһен күреү, рухи һәм материаль байлыҡтарға һаҡсыллыҡ  булдырыу;
  • кеше менән аралашыу этикетын  үҙләштереү.

        Предмет һөҙөмтәләренә  Башҡорт теле дәрестәрендә алған белемдәре һәм оҫталыҡтары инә. Минималь (минимальный) һәм етәрлек (достаточный)  кимәлдә (уровень)  билдәләнә. Предмет һөҙөмтәләренең  етәрлек кимәле  ҡайһы бер ауыр аҡыллы һәм рус милләтле  уҡыусылар  өсөн  үҙләштереү  мотлаҡ түгел.

        Күпселек үҡыусылар өсөн минималь кимәл  мотлаҡ булып тора. Минималь кимәлде үҙләштерә алмаусылар өсөн (диагноздарын  иҫәпкә алып), мәктәп  консилиумы (ПМПк) тәкдиме менән уҡыу индивидуаль план буйынса ойошторола.

        2018-19 уҡыу йылы аҙағына 9-сы класс уҡыусылары (II вариант) өсөн башҡорт телен дәүләт теле булараҡ үҙләштереүҙә предмет һөҙөмтәләре:

Минималь  кимәл

Етәрлек кимәл

  • башҡортса иҫәнләшеү һәм хушлашыу;
  • башҡорт хәрефтәрен танып, дөрөҫ яҙа белеү;
  • башҡорт өндәрен дөрөс әйтеү;
  • 1-10 тиклем һанай белеү;
  • төп төҫтәрҙе белеү;
  • ғаилә ағзаларын белеү;
  • кешенең тән өлөштерен белеү;
  • уҡыу әсбаптарының атамаларын дөрөҫ әйтә белеү;
  •   элементар һорауҙарҙың мәғәнәһен  аңлау, уларға элементар яуап биреү;
  • дәреслектән текстарҙы күсереп яҙа белеү;
  • кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, баш кейемдәренең атамаларын белеү;
  • йыл миҙгеленә тура килтереп кейенеүҙәре, балаларҙың уйындары, кешеләрҙең эштәре тураһында ҡыҫҡаҡ яуап биреү;
  • йыл миҙгелдәренең атамаларын, һауа торошон, яуым төшөмдө карточкалар ярҙамында һөйләү;
  • йорт, ҡырағай хайуандарының  уларҙың балалары тормошо , туҡланыуҙары тураһында һөйләү;
  • уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу;
  • тексты тыңлау, йөкмәткеһен һорауҙар (уҡытыусы) ярҙамында һөйләй белеү;
  • текст буйынса  уҡытыусыға (иптәштәренә) һорау биреү;
  • 4-5 шиғырҙы (дүртюллыҡтарҙы) яттан белеү;
  • ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;
  • сюжетлы һүрәттәр, ҡаралған фильмдар һәм телетапшырыуҙар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;
  • ваҡиға, персонажға мөнәсәбәтен белдерә белеү;
  • башҡорт теленән рус теленә, һәм киреһенсә, тәржемә итә белеү;
  • тексты шыма, һүҙҙәрҙе тотош, дөрөҫ уҡыү;
  • тейешле интонация менән уҡый белеү;
  • текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;
  • текстан һорауҙарға яуап табыу;
  • картиналар ҡарау, уға исем биреү;
  • хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур һәм тоташтырып яҙыу;
  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;
  • һөйләмдәрҙә һүҙҙәрҙең предметты, уның эшен хәрәкәтен, һанын һәм  сифатын белдереүсе һүҙҙәрҙе таба белеү;
  • һүҙ төркөмдәрен һәм уларҙың ниндәй һорауға яуап биреүҙәрен белеү;
  • сюжетлы һүрәт, һорауҙар, терәк һүҙҙәр (уҡытыусы) ярҙамында ҡыҫҡаҡ ҡына хикәйә, әкиәт ижад итергә.

5.УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ (66 СӘҒӘТ)

1.Көн дә мәктәпкә барам  (9 сәғәт)

Бөтә балалар өсөн ҙур байрам - 1 сентябрь, уҡыу, йәйге  каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәрен һәм хәрефтәрен (ҡабатлау). Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.

Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында  һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.Ниндәй предметты ярата/яратмай? һорауына яуап биреү. «Исем» темаһын үҙләштереү. Исемдең берлек һәм күплек ялғауҙарын практик ҡулланыу.

2. Мин ғаиләмде яратам  (8 сәғәт)

«Ғаилә» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу. Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте.  Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер  эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. «Сифат» темаһын үҙләштереү. Сифаттарҙы  практик ҡулланыу.

3. Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем (7 сәғәт)

Тема буйынса һүҙ байлығын арттырыу. Ер шары, Тыуған ил, тыуған төйәк тураһында һөйләшеү, фекер алышыу. Буш ваҡытты, ял көндәрен файҙалы үткәреү тураһында әңгәмә ҡороу. Тыуған төйәккә һөйөү, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Телмәрҙә күрһәтеү алмаштарын ҡулланып, һөйләмдәр төҙөү. «Һан» темаһы  менән танышыуҙы дауам итеү.

4. Ауылда/ ҡалала йәшәйем  (10 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, эш-шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте.Ҡала һәм ауыл тормошо, улар араһындағы айырманы тасуирлау. Күмертау, Стәрлетамаҡ  ҡалалары тураһында текстар уҡыу, һорауҙарға яуап биреү. Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтары тураһында һөйләшеү. Рәт һандарын телмәрҙә ҡулланырға күнегеү. Ҡушма һандарҙы үҙләштереү.

5. Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ (10 сәғәт)

Тема буйынса яңы һүҙҙәр менән танышыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға, һауа торошон тасуирларға өйрәнеү. Һауа торошон белеү кәрәклеге, метеорологтарҙың эше тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Һынамыштарҙы  өйрәнеү. «Рәүеш» һүҙ төркөмө менән танышыу. Нисек? Ни рәүешле? һорауҙарын үҙләштереү. Ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға күнегеү.

6. Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ (7 сәғәт)

Тема буйынса яңы һүҙҙәр менән танышыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү. Хыял булыуы ғына етмәй, был хыялға ирешеү өсөн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кәрәклеге тураһынад әңгәмә ҡороу. Төрлө өлкәлә ҙур уңыштар яулаған билдәле шәхестәр менән танышыу, улар тураһында мәғлүмәт йыйыу. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).

7. Һатып алырға өйрәнәм (8 сәғәт)

Тема буйынса яңы һүҙҙәр менән танышыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.Бюджет, ғаилә бюджеты, аҡса һәм бәхет төшөнсәләре менән танышыу, уларҙың айышына төшөнөү. Кейем атамаларын өйрәнеү. Модалы кейемдең матур ғына түгел, уңайлы, заманса, килешле булыуына төшөнөү. Ҡылым һүҙ төркөмө менән танышыу. Ҡылым-хәбәрҙең һәр ваҡыт һөйләм аҙағында килеүен үҙләштереү.

8. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау (7 сәғәт)

6. ТЕМАТИК  ПЛАНЛАШТЫРЫУ

 

Бүлек

Сәғәттәр һаны

1

Көн дә мәктәпкә барам  

9

2

Мин ғаиләмде яратам 

8

3

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем

7

4

Ауылда/ ҡалала йәшәйем 

10

5

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ

10

6

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ

7

7

Һатып алырға өйрәнәм

8

8

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

7

Бөтәһе

66

7.КАЛЕНДАРЬ-ТЕМАТИК ПЛАН

Дәрестәр  темаһы

сәғәттәр  һаны

планлаштырылған ваҡыт

үткәреү

 ваҡыты

Өйгә  эш

Иҫкәрмә

  1. Көн дә мәктәпкә барам  9сәғ.

1.

Беренсе сентябрь-Белем көнө! Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

5.09.

«Хәйерле сәғәттә» уҡырға

2.

Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм? Һөйләм.

1

6.09.

Тексты шыма уҡып өйрәнергә

3.

Мин ниндәй дәресте яратам/яратмайым? Һөйләм.

1

12.09.

Һүҙлекте ҡабатларға

4-

5.

Мин нимә уҡырға яратам? Исем.

2

13.09. 19.09.

«Айнурҙың дуҫтары» уҡырға;

яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ 10-шар исем яҙырға

6.

Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы?  Исем

1

20.09.

тема буй-са 5 пар антоним яҙырға

7-8.

Беҙ мәктәптә нимә тураһында һөйләшәбеҙ? Исем.

2

26.09. 27.09.

Тексты шыма уҡып өйрәнергә

9.

Телмәр үҫтереү. Исем.

1

3.10.

һүҙлекте нығытырға

II. Мин ғаиләмде яратам 8  сәғ.

10.

Беҙгә бергәләп күңелле.Сифат.

1

4.10.

«Минең атайым» уҡырға

11.

12

Мин – тәрбиәле бала. Сифат

2

10.10.

17.10.

Шиғырҙы тасуири уҡырға;

«Өс һәйкәл» уҡырға.

13.

Минең өйҙәге бурыстарым. Сифат.

1

18.10.

5 һүҙ кеше сифатын белдергән һүҙҙәр яҙырға

14.

15.

Минең яратҡан шөғөлөм.

2

24.10.

25.11.

Тексты шыма уҡып өйрәнергә;

ҡағыҙҙан самолет эшләргә.

16.

Мин йәшәгән бүлмә. Сифат.

1

7.11.

«Минең бүлмәм» һүрәт төшөрөргә

17.

Минең кескәй дуҫтарым. Сифат.

1

8.11.

Тексты шыма уҡып өйрәнергә

III. Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем  7 сәғ.

18.

Мин йәшәгән Ер. Алмаш.

1

14.11.

Планеталар һүрәтен төшөрөргә

19.

Мин йәшәген йорт (район). Алмаш.

1

15.11.

Шиғырҙы ятларға

20.

Минең  күршелерем. Алмаш.

1

21.11

Тексты шыма уҡып өйрәнергә

21.

Мин яратҡан урындар. Алмаш.

1

22.11.

Диалогты уҡырға

22.

Беҙҙең урам (йорт балалары). Алмаш.

1

28.11.

С.Михалковтың шиғырын тәржемә  итергә

23-24.

Беҙҙең уйындарыбыҙ. Алмаш.

2

29.11.

5.12.

1 уйын өйрәнергә

3 уйын-йомаҡ әҙерләргә

IV.  Ауылда (ҡалала) йәшәйем 10 сәғ.

25-26.

Минең тыуған ауылым (ҡалам). Һан.

2

6.12.

12.12.

«Минең тыуған төйәгем» һөйләргә өйрәнергә

27-28.

Ауыл һәм ҡала тормошо. Һан.

2

13.12.

19.12.

«Учалы» һүҙе нимәне аңлата;

ауылыңдың исеме нимә аңлата.

29.

Ҡалалағы һәм ауылдағы эштәр. Һан.

1

20.12.

«Айыу менән бабай» һөйләргә өйрәнергә

30-31.

Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары. Һан.

2

26.12.

27.12.

Тексты шыма уҡып өйрәнергә

32-33.

Тыуған ерем мөғжизәләре. Һан.

2

16.01.

17.01.

Тексты шыма уҡып өйрәнергә

34.

Телмәр үҫтереү. Һан.

1

23.01.

Үтелгән һүҙлек һүҙҙәрен ҡабатларға

V.  Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ  10 сәғәт

35-36.

Йыл миҙгелдәре ниңә  үҙгәрә? Рәүеш.

2

24.01.

30.01.

Диалогты тултырып уҡырға;

«Ҡыш һәм йәй» уҡырға

37-38.

Йәнлектәр йыл миҙгелен беләме? Рәүеш.

2

31.01.

6.02.

«Йәнлектәр ҡышын» буям буярға

39-40.

Бөжәктәр нисек йәшәй? Рәүеш.

2

7.02.

13.02.

Әкиәтте шыма уҡып өйрәнергә;«Бөжәктәр» буям буярға

41-42.

Һауа торошон белеү ниңә кәрәк? Рәүеш.

2

14.02.

20.02.

Тексты шыма уҡып өйрәнергә;

5 һынамыш яҙырға

43-44.

Киләсәктә тәбиғәттә үҙгәрештәр буламы? Рәүеш.

2

21.02.

27.02.

«Ҡарға бутҡаһы» тур-да мәғлүмәт йыйырға

VI.   Төрлө хәлдәр  тураһында һөйләшәбеҙ   7 сәғәт

45-46.

Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр. Ҡылым.

2

28.02.

6.03.

«Троллейбуста» уҡырға;

«Ҡарға» әкиәтен һөйләргә

47.

Мажаралар илендә.Ҡылым.

1

7.03.

1-әр мажара уйлап һөйләргә

48.

Минең иң ҙур хыялым. Ҡылым.

1

13.03.

«Минең хыялым» һүрәт йәки хикәйә

49-50.

Минең кумирҙарым. Ҡылым.

2

14.03.

20.03.

«Минең кумирым» фотоһын килтер уның тур-да һөйләргә өйрәнергә

51.

Телмәр үҫтереү дәресе. Ҡылым

1

21.03.

VII.  Һатып алырға  өйрәнәм.  8сәғәт

52-53.

Минен бюджет. Ҡылым.

2

3.04.

4.04.

Әкиәтте  һөйләргә өйрәнергә

54-55.

Мин кейем һатып алам. Ҡылым.

2

10.04.

11.04.

Диалог төҙөргә һәм сәхнеләштерергә

56.

Мин модалы кейем яратам. Ҡылым.

1

17.04.

«Миңә оҡшаған әйберҙәр» фотоһүрәт

57-58.

Бүләк һайлайым. Ҡылым.

2

18.04

24.04.

«Иптәшемә бүләккә» фотоһүрәт

59.

Телмәр  үҫтереү. Ҡылым.

1

25.04.

VIII.  Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.  7  сәғәт

60-

61.

Ш.Перро «Ҡыҙыл кәләпүш»

2

8.05.

15.05.

Уҡырға, һөйләргә әҙерләнергә

62-

63.

Ш.Перро «Ҡыҙыл кәләпүш» (сәхнәләштереү)

2

16.05.

22.05.

Нығытырға, һүҙҙәрен ятларға

64-

65.

«Белемден сиге юҡ»(югослав халыҡ әкиәте).

«Ҡомһоҙлоҡ бәләһе» (венгр халыҡ әкиәте)

2

23.05.

29.05.

Уҡырға, һөйләргә әҙерләнергә

66.

 «Бутҡа көршәге” (бер туған Гриммдар)

1

30.05.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теленнән эш программалары (1,3,4- сыйныфлар өчен, рус төркеме)

Здесь можно познакомиться с рабочей программой для детей русскояз.обучением. По учебникам Р..З.Хайдаровой и Ф.Сафиуллиной...

6 нчы сыйныфның рус төркеменә татар теле һәм әдәбиятыннан Р.Хәйдарова дәреслеге буенча төзелгән эш программалары

Татар теле һәм әдәбиятын аерып укыту сәбәпле, татар теле һәм татар әдәбиятына эш программасын аерым төзедем. Һәр программа титул битеннән, аңлатма язуыннан, календарь-тематик планнан тора. Планла...

татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары

татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары...

татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары

Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары...

Әдәбияттан эш программалары

А.Яхин методикасы белән укытучылар өчен...

Татар теленнэн эш программалары

А.Яхин методикасы буенча эшләүче мөгаллимнәргә...