Ғәлиәкбәр ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары тарихы
учебно-методический материал по краеведению (6 класс) на тему

Мухаметов Абделвахит Гибатович

Ғәлиәкбәр ауылы ҡағылышлы ер-һыу атамаларында дөйөм башҡорт хал-ҡының тарихы ла сағылған.Ҡаҙаҡтар борондан борондан беренә баш-ҡорт еренә барымта менән килгән. Улар араһында һәр ваҡыт һуғыш булып торған. Беҙҙә лә ошо ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиты бар. Ҡырғыҙ айыры тип атала ул ер. Ҡаҙаҡтар (халыҡ элек уларҙы ҡырғыҙ тип йөрөткән) менән тартҡылаш 18-се быуат баштарына тиклем дауам иткән. Шулай булғас, ауылым боронғо, һәм мин ата-бабаларымдың үҙ ер-һыуын бирмәйенсә тиңһеҙ алышына ғорурланам.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ер тарихы43.9 КБ

Предварительный просмотр:

ҒӘЛИӘКБӘР АУЫЛЫ ЭРГӘ-ТИРӘҺЕНДӘГЕ

ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ

     Ғәлиәкбәр ауылы ҡағылышлы ер-һыу атамаларында дөйөм башҡорт хал-ҡының тарихы ла сағылған.Ҡаҙаҡтар борондан борондан беренә баш-ҡорт еренә барымта менән килгән. Улар араһында һәр ваҡыт һуғыш булып торған. Беҙҙә лә ошо ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиты бар. Ҡырғыҙ айыры тип атала ул ер. Ҡаҙаҡтар (халыҡ элек уларҙы ҡырғыҙ тип йөрөткән) менән тартҡылаш 18-се быуат баштарына тиклем дауам иткән. Шулай булғас, ауылым боронғо, һәм мин ата-бабаларымдың үҙ ер-һыуын бирмәйенсә тиңһеҙ алышына ғорурланам.

Ҡырғыҙ айыры.

     Ғәлиәкбәрҙең көньяғында бер ҡурған бар. Борон ҡыпсаҡ ырыуы менән ҡырғыҙ ырыуы, ошо тирәлә туҡталып, тирмә ҡороп төпләнеп  алғандар ҙа мал үрсетеп йәшәй башлағандар. Улар үҙ-ара дошман йәшәгәндәр. Бер ваҡыт ике ырыу араһында һуғыш сыҡҡан. Ҡыпсаҡ ырыуы көслөрәк булып, ҡырғыҙҙарҙы ҡырып һалғандар. Ҡырғыҙҙарҙы күмеү өсөн ер кәрәк булған, ләкин ер ҡыпсаҡтарҙыҡы. Улар ер бирмәгәндәр.

       Ҡырғыҙҙар алыҫтан дөйә менән тупраҡ ташып, яҡташтарын күмеп ҡайтып киткәндәр. Ул урын әле лә бар. Сәфәр утарына киткәндә юлдың һул яғынан ҙур ғына ҡауҡыулыҡ булып күренеп тора. (1998 йылда уҡыусылар яҙып килтерҙе. Был легенданың “Легендалар һәм риүәйәттәр” китабында Сабитов Хәмит Ибраһим улынан яҙып алынған варианты бар).

 Үтәбикә ҡаяһы (1-се вариант)

      Бер бабайҙың Үтәбикә исемле ҡыҙы булған. Ауылдың байы уны һоратырға теләгән. Ҡыҙҙың ата-әсәләре риза булған. Улар ярлылыҡта ғына көн иткән. Ҡартайған көнөбөҙҙә, исмаһам,рәхәтләнеп йәшәп ҡалайыҡ, тип уйлағандар. Ләкин Үтәбикә риза булмаған. Ул, никах көнө килеп еткәс, сығып ҡаса һәм матур бер ҡая күреп ҡала. Шул саҡ бай  эҙләп килә һәм уны күрә. Үтәбикә, етеп килгән байҙы күреп ҡалғас, Нөгөш буйында булған был ҡаяға йәһәт кенә менгән дә йылғаға ташланған. Шунан алып был ҡаяны Үтәбикә ҡаяһы тип йөрөтәләр.      (2005 йылда 1958 йылғы Үтәғолов Ғаяз Хәмит улынан ҡыҙы Үтәғолова Фәйләрә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вә хит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Үтәбикә ҡаяһы (2-се вариант)

      Бер ҡарттың Үтәбикә исемле ҡыҙы булған. Шундай сибәр, егәрле ҡыҙҙы яулаусылар күп булған.

      Ауылдың иң бай кешеһе Үтәш мулла ла яусы ебәргәс, Тайып ҡарт уйға ҡалған. берҙән-бер ҡыҙын өсөнсө ҡатынлыҡҡа биргеһе лә килмәгән, үҙенең ҡартайған көнөндә, исмаһам, бай булғыһы ла килгән. Байлыҡ яғы еңгән: Тайып ҡарт ризалығын биргән. Ә үтәбикә риза булмаған, сөнки йәмһеҙ муллаға өсөнсө ҡатынлыҡҡа барғыһы килмәгән. Әммә атай кеше ҡыҙының һүҙенә ҡарап тормаған… Туй булаһы көндә Үтәбикә урманға ҡасҡан һәм бер ҡая янына килеп сыҡҡан. Аҫта таҫмалай Нөгөш аға. Ҡыҙ күп уйлап тормаған, ҡаянан ташланған. Ҡарт бик ҡайғырған, ләкин һуң булған. Үтәбикә һикергән ҡая уның исеме менән йөрөтөлә башлаған. (1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Аҫылғужин Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улынан (1911 йылғы) ейәнсәре Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Сафия ташы йәки кейәү ҡасҡан йылға

       Ямаш ауылынан Сафия исемле ҡыҙ Оло Кәбәскә кейәүгә сыға. Уның ике ҡәйнәһе, бер ҡайныһы була. Сафияны ҡәйнәләре һыйғыҙмай-ҙар. Бер ваҡыт ул һыуға бара ла көйәнтәһе менән биҙрәһен ултыртып, Ямашҡа ҡаса. Сафия, Бәккән еренә еткәс, тояҡ тауы-шын ишетеп, артына боролоп ҡарай, ә кейәүе ат менән баҫты-рып килгән була. Ул яр буйына йүгереп төшә һәм, таш ҡыуышына инеп ята, кейәүе һиҙмәйенсә үтеп китә.

       Кейәүе ҡайныһының йортона барып етеүе була, Сафия ла ҡайтып төшә.

 Ҡайнылары кейәүен туҡмарға уйлайҙар, ләкин кейәүҙәре бер йылға буйлап ҡасып ҡайтып китә. Шул ваҡыттан алып был йылғаны Кейәү ҡасҡан йылға, Сафия йәшенеп ятҡан ташты Сафия ташы тип йөрөтә башлағандар. (1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Аҫылғужин Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улынан (1911 йылғы) ейәнсәре Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

       Элек Ғәлиәкбәр тирәләй байтаҡ ҡына ауыл булған: Бикташ, Кәбәс, Түбәнге ауыл. Улар 20 – се быуаттағы боролоштар арҡаһында юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер ул урындарҙа, халыҡ йәшәгәнлеген белдереп, ҡәбер таштары ғына ҡал-ған. Мәҫәлән, Бикташ ауылына бәйле бер нисә риүәйәт һаҡланған.

Бикташ ауылы

 Бикташ ауылы Ғәлиәкбәрҙән үрҙә, Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан

булған. Имеш, элек ул ауылдың исеме булмаған.Шунда бер өйҙөң эргәһендә өҫ-

тәл ҙурлыҡтай таш ятҡан. Эҫе йәй көнө күк йөҙө ҡапыл ҡараңғыланып киткән дә , ел-дауыллы ямғыр йәшенләп яуа башлаған. Ошо ваҡытта өйҙәрҙең ҡыйыҡ-тарын емереп, ағастарҙы йығып, таш осоп киткән. Дауылдан һуң ауыл ҡарт-тары ауылға Бикташ исеме таҡҡандар. Хәҙер ул ауыл ҡороған, шулай ҙа исеме юғалмаған. (1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Аҫылғужин Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улынан (1911 йылғы) ейәнсәре Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

       Бикташ ауылында йәшәүселәрҙең кәсебе менән бәйле риүәйәт тә бар.

Бикташ бөгөлө.

Борон башҡорттар ер биләп алғанда хәҙерге Бикташ ауылы урынына Бикташ исемле кеше килеп ултырған. Уның 4 улы була: Байғаҙы, Мөхәмәтша, Бирғолай, Шахнияз. Ул уландары менән кәсеп  иткән:  ағас ҡырҡып, һал сығара; баҙ яғып, дегет ҡайната; туғын ярып, сана табандары эшләй. Уландары ир етеп, үҙҙәре донъя көтә. Бикташ малайҙары менән һалға төшә. Һал менән төшөп барғанда, Бикташ ауылының түбән яғындағы Әрәм ҡоҙашы тамағына илле-алтмыш метрҙай етәрәк, Нөгөшкә арҡыры төшөп торған бәләкәй генә  ҡая бар. Бикташ бабай һал менән шунда туҙа һәм һыуға батып үлә. Һыу ҡайтҡас, бабайҙы табып алып, шундағы тау башына ерләйҙәр. Уландары, ауыл халҡы менән килеп, зыяратын таштан бурап ҡуялар. Шул ерҙе хәҙер Бикташ бөгөлө тип йөрөтәләр. Зыярат әле лә таштан буралған көйө ерҙән бер метрҙай ҡалып тора. Уның өҫтөнә муйылдар үҫкән. (2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминев Рәис Шәрифйән улынан ( 1960 йылғы) улы Әминев Вәсил башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алып килде).

       Тауҙар, урмандар  аша аға-аға, ялан ерҙәргә килеп сыҡҡан беҙҙең матур-ҙарҙан да матурыраҡ, күркәмдәрҙән дә күркәмерәк йылға ул Нөгөш! Күңелен баҫыр өсөн:

                                               Нөгөш кенә буйы аҡ томан,

                                               Ел иҫмәйсә томан баҫылмай.

                                               Йөрәккәйем янып барғанда,

                                               Бер йырламай баҫылмай, - тип йырлар ҙа

 булғандар.

       Таҡыясусаҡ! Ул миңә бала саҡтан таныш. Сөнки ауылым кешеләре уны теленән төшөрмәй. Атайым төндә уяна ла:

     –Таҡыясусаҡ башы бөгөн тыныс, иртәгә көн боҙолмаҫ, – ти ҙә тынысланып йоҡлап китә. Йәки:

     –Таҡыясусаҡ шаулай, эштәрҙе йәһәтләр кәрәк, - ти. Ә мин ҡолаҡ һалам: тәүҙә аҙ ғына шау ишетелә. Был көсәйә барып, көслө үкереү хасил була. Ысынлап та, ауылымдың талисманы ул Таҡыясусаҡ. Ауылдаш-тарым уның менән һоҡлана, ғорурлана, ә ситтән килгәндәр:

       –Был тауығыҙ емерелеп төшмәйме? Нисек эргәһендә йәшәй алаһығыҙ ул? – тиҙәр. Тауҙың аҫтында ғына күл бар. Халыҡ фекеренсә, имеш, бында аждаһа

бар. Таҡыясусаҡ үҙенә бәйле бәйет шаһиты ла. Хәл былай була.

Берәүҙең һыйырын тау артында айыу йыя һәм һунарсылар уны ҡарауыллап атырға булалар. Төн ҡараңғы була. Емтек янына бер ҡара нәмә яҡынлай башлағас, уны атып йығалар. Яҡтырғас ҡына , айыу тип, яңғыҙ  ҡатындың ҡара һыйырын атҡандарын күргәндәр. Ауылдың төртмә теллеләре оҙаҡламай бәйетен дә сығарып ҡуялар:   

                                                   Таҡыясусаҡ башында

                                                    Таҙғаҡ яһай өс батыр.

                                                    Иң олоһо Садиҡ батыр

                                                    Бирә нисәхәт,өгөт.

****

                                                    Ғәлиәкбәр ауылының

                                                    Үткер икән мөгөҙө.

                                                    Садиҡ ағай батыр икән:

                                                  Атып йыҡҡан бер үҙе.

      Ҡая ниндәй күркәм! Әйтерһең дә, ул көслө дауылдан ашалмаған, ҡаты һыуыҡтарға сатнамаған, ҡояш ҡыҙыуынан, ямғыр йыуыуынан онталмаған…

       Бөйөк Ватан һуғышына Ғәлиәкбәрҙән 100-гә яҡын ир-егет яуға киткән. Әлбиттә, һуғышҡа китеүселәр һуңғы тапҡыр Таҡыясусаҡ башынан ауылына әйләнеп ҡарап:

                                                     Таҡыясусаҡ тауы бейек,

                                                     Тора-тора мендем башына.

                                                     Иҫән-һау ҙа ғына йөрөп ҡайтһам,                                                

                                                    Тарих яҙыр инем ташына, - тип хушлашыу йырын яратҡан тауына бағышлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың  яртыһы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта алған. Тыуған ил алдында күрһәткән батырлыҡтарын, еңеүгә ышанысын  түбәндәге бәйет аша белеп була:

Бәйетемдең башы

Сталинград һуғышы.

Анау тауҙың башына

Кемдәр таяҡ ташлаған?

                  *

Бар донъяны алам тип,

Герман һуғыш башлаған.

Гитлер ниңә һуғышаһың,

Әллә һиңә донъя тар?

                 *

Беҙ һуғышты теләмәйбеҙ,

Яҙған договорың бар.

Беҙ һуғышҡа барабыҙ,

Мәскәү – беҙҙең ҡалабыҙ.

                *

Нап(ы)расно һуғышаһың,

Берлиныңды алабыҙ –  

Алтмыш дивизия килә

Сталинградҡа атлап.

                *

Дон буйынан йүгереп сыҡтыҡ,

Шул немецтарҙы артлап.

Немецтарҙы беҙ ураттыҡ,

Фронтҡа юл асырға.  

*                    

Йыуан ҡорһаҡ ҙур немецтар

Белмәй ҡайҙа ҡасырға.

                     *

Себенме, тип ҡул һелтәйем,

Осоп килә һауардин.                      

Илде ятҡа бирер өсөн

Тыуҙыммы ни анадин?

                     *

Ҡара томан, ҡара төтөн

Бөркөп тора томанда  

Түгелгән ҡан, түгелгән йәш

Һыймай ана урамға.

                      *

Немец бер ҙә һыймай икән

Әсе һыуыҡ буранда.

Туҡһан биш мең фашисты беҙ

Пленға алдыҡ урамда.

                        *

Сталинград ауылы,

Тауҙа булды дауылы.

Ҡул күтәреп илап торҙо

Немецтарҙың Пау(ы)лы.

                     

Ана килә машина

Паулюстарҙың башына.

Эҙләгәнеңде таптың, тип

Яҙып киттем ташына.

(Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминева Фәриҙә инәйҙән (1914 йылғы) уҡытыусы Усманова Әминә Арслан ҡыҙы 1970 йылдарҙа уҡыусыларҙан яҙҙыртып алған.)


       Ғәлиәкбәр ерендәге һәр таш тарих һөйләй. Тауҙар, таштар, ҡаялар – тыуған тәбиғәттең илаһи матурлығы ла, кеше күңеленең, рухының сағылышы ла. Ниндәй генә уй-кисерештәр тыуҙырмай кеше күңелендә ана шул тауҙарға менеп баҫыуҙары.

Ишеккәйем алды, һай, ҡуш тирәк

Ҡуш тирәккәй төбө ер еләк.

Еләктәре бешкән, һай, йыйған юҡ,

Йәш ғүмерҙәр уҙҙы, һиҙгән юҡ.

Ишеккәйең алдын һепереп тот,

Алма тәгәрәтеп уйнарһың.

Был йырҙарҙы, йәнем, иҫеңдә тот,

Мин үлгәс тә һағынып йырларһың, - тип йырлаған боронғолар уның тура-һында. Сал тарих та, беҙҙең бөгөнгө көн дә, киләсәк хаҡындағы хыялдар ҙа – барыһы ла бәйле ошо ергә, ошо мәғрүр тауҙарға. Әммә бөтәһенән дә бигерәк халыҡтың тарихи ептәрен һаҡлап торғандай был тауҙар, был ҡаялар. Ниндәй иҫтәлектәр, риүәйәттәр, легендалар йәшәй халыҡ күңе-лендә! Ә исемдәрендә ни ҡәҙәрле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һаҡланып ҡалған?! Ҡалыу , Ҡалыу мороно, Аратау, Уралтау, Өйрәкташ, Сусҡа морон, Үтәбикә ҡаяһы, Күгат ташы, Йәнгәрәй тауы, Сафия ташы

Ҡондоҙбай

      Был урын Емеш үлеге яланына яҡын яҡын ғына. Тәбиғәте лә матур, һоҡланғыс. Урмандың күп өлөшөн ҡайын, уҫаҡ ағастары алып тора. Бына ошо урында Ҡондоҙбай тигән кеше бесән әҙерләгән. Уға, әлбиттә, ағас араһындағы ҡуйы үләнлек, был ерҙең емеш-еләккә бай булыуы оҡшаған.Оҙаҡ йылдар буйына бында бесән әҙерләгәнгә, был ер уның хөрмәтенә Ҡондоҙбай тип атала башлаған. (2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ (1943 й.) ейәнсәре Күлбаева Таңһылыу Флүр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Кинйәбикә ҡаяһы            

           Бер ҡарттың Кийәбикә исемле ҡыҙы булған. Улар ярлы йәшәгәндәр.

Кинйәбикә бик һылыу булған. Уға бер ҡарттың күҙе төшкән. Байлыҡҡа ҡыҙығып, атаһы Кинйәбикәне ҡартҡа кейәүгә бирергә булған. Быны белеп ҡалған ҡыҙ ҡаянан һикергән. Шунан алып был ҡаяны Кинйәбикә ҡаяһы, ә Нөгөш йылғаһы аръяғындағы уяны Кинйәбикә уяһы тип йөрөтәләр.       (2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ (1943 й.) ейәнсәре Күлбаева Таңһылыу Флүр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Күгатташ ҡаяһы

     Бик боронғо заманда ярлылар аслыҡ ваҡытында байҙың күк атын урлап һуялар. Ауылдан төньяҡҡа ҡарай 2 саҡрым тирәһе самаһында, Кесе Нөгөш  Оло Нөгөшкә ҡушылған ерҙә тәпәшәк кенә бер ҡая бар. Ҡаяла 3 мәмерйәбар. Ярлылар шул ҡаяның бер мәмерйәһендә итте йәшереп кенә бешереп ашап йөрөгәндәр. Шунан бирле был Күгатташ ҡаяһы исемен йөрөтә. (Әминев Хәлил Иҙел улы олатаһы Әминев Ағзам Яхъя улынан (1933 й.) 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Йәнгәрәй тауы (1-се вариант)

      Борон заманда беҙҙең ауылда Йәнгәрәй исемле бик көслө, ҡурҡыу белмәҫ батыр йәшәгән. Шул батыр бер көндө, уҡ-ян менән ҡоралланып, һунарға сығып киткән. Тау буйлап бик оҙаҡ йөрөгән. Шулай йөрөй торғас, бер айыуға тап булған. Был айыу ҡая ситенә ултырып алған да тау түбәненә таш тәгәрәтә, ти. Үҙе таштарҙың даңғыр-доңғор тәгәрәгәнен ҡолаҡ һалып тыңлап ултыра икән. Бына айыу сираттағы ташты тау ситенә килтереп һалған да тәгәрәтеп ебәргән. Үҙе тыңлап торғанда ғына, Йәнгәрәй, ҙур таш алып, айыуҙың башына тондорған. Айыу тау түбәненә тәгәрәп төшөп киткән. Йәнгәрәй ҙә, яҙа баҫып, тауҙан ос-ҡан. Бер заман иң алдан даңғыр-доңғор килеп таш төшөп бара, ти, уның артынан айыу, шунан – Йәнгәрәй. Иртәгеһен кешеләр килеп тапҡанда, Йәнгәрәй хәл өҫтөндә ятҡан була. ул үҙенән бер аҙ ситтәрәк ятҡан айыуға төртөп күрһәткәс, эштең ниҙә икәнен аңлағандар. Шунан башлап был тау Йәнгәрәй исеме менән йөрөй башлаған. (Бөрйән районы Ғәлиәкбәр урта мәктәбе уҡыусыһы Аҫылғужина Алһыу Шәрәфетдин ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә өләсәһенән яҙып алды һәм “Аманат”   (1997 й.) баҫтырып сығарҙы)

Йәнгәрәй тауы (2-се вариант)

      Элек Йәнгәрәй исемле бер һунарсы ҡарт йәшәгән. Ул тауға менеп ҡараһа, мәмерйә эсендә айыуҙар ята, ти. Йәнгәрәй, һөңгө менән ҡоралланып, тауға менгән дә мәмерйә эсенә таш бәргән. Айыуҙар берәмләп сыға торған, ҡарттың ҙур ташҡа терәп ҡуйылған һөңгөһөнә сәнселеп, аҫҡа осоп төшә торғандар. Һунарсы, айыуҙар сығып бөттө, тип уйлап, ял итергә булған. Шул саҡ иң аҙаҡтан иң ҙурыһы килеп сыҡҡан да ҡартҡа йәбешкән. Хәнйәрен алып өлгөрмәгән ҡарт һунарсы, айыу менән алыша-алыша, тау аҫтына тәгәрәгән. Улар шунда уҡ йән биргәндәр.

     Йәнгәрәй ҡарт үлгәс, уның исеме ошо ҙур тауға бирелгән. Тауҙың башында шул уҡ исемле ҙур ғына күле лә бар. (Әминев Әмир Рәхимйән  улы олатаһы Күлбаев Әхмәт Мөхәмәт  улынан (1930 й.) 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Йәнгәрәй тауы (3-сө вариант)

     Элек Ғәлиәкбәр ауылында Йәнгәрәй тигән бик оҫта һунарсы йәшәгән. Ул бигерәк тә айыуға һунарға йөрөргә яратҡан. Был кеше көслө булған. Үҙ ғүмерендә 70 айыу алған. Ауылдан 10 саҡрым алыҫлыҡта Мулла туғайы тигән сабынлыҡтың ҡаршыһында бик бейек ҡая бар. Ҡаяла мәмерйә бар. Йәнгәрәй алдына шул мәмерйәнән бик ҙур айыу килеп сыҡҡан. Һунарсы һыҙмаһынан атып ебәргән. Айыу яраланып, бик ярһып уға ташланған. Улар икәүләшеп тау аҫтына тәгәрәгәндәр. Ауыл кешеләре уларҙы табып алғандар.Был Йәнгәрәйҙең һуңғы 70-се айыуы булған. Йәнгәрәй исеме ошонан тауға бирелгән. (1998 йылда уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).

Ҡалыу. Ҡалыу ташы     

Борон әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың бик уңған һәм бик сибәр ҡыҙы булған, бөтә кеше уға ҡарап һоҡланып туя алмаған. Бер ваҡыт ҡыҙҙы бер егет урлап алып киткән. Бабай, быны һиҙеп ҡалып, уларҙың артынан ҡыуа төшкән. Бейек һәм оҙон тауҙы артылғанда уның аты арыған. Бабай улай иткән, былай иткән, ләкин әмәлен таба алмаған һәм  бер ташҡа ултырған да;”Ошондалыр инде ҡыҙымдан минең ҡалыуым” - , тигән.шунан башлапошо тауҙы Ҡалыу тауы, бабай ултырған ташты Ҡалыу ташы тип йөрөтә башлағандар.(2005 йылдаҒәлиәкбәр ауылында йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны ҠаһармановАбдулхаҡ Абдрахман улынан (1927 й.) ейәнсәре Юламанова Нурсилә Рауил ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).

Ниғмәт ташы      

     Ғәликбәрҙән 5 километр алыҫлыҡта, Тәрән кисеүҙең өҫ яғында, Ниғмәт

ҡаяһы бар. Элек Нөгөш йылғаһы буйлап ағас һаллап сығарып һатҡандар.

Бер ваҡыт Ниғмәт тигән кеше улы менән яҙғы ташҡын ваҡытында йылға буйлап һал ағыҙып алып килгәндәр. Нөгөш, тау йылғаһы була-раҡ, яҙ көнө бигерәк ҡаты аға. Һал менән аҡҡанда алдағы ҡая-таштарҙы, бейек-бейек тулҡынлы шаршыларҙы белгән тәжрибәле кеше кәрәк. Ниғмәт шундайҙарҙың береһе булған.

      Әлеге урында ни сәбәп менәндер аталы-уллы һал менән текә һәм бейек ҡаяға барып төкәгәндәр. Улар икеһе лә үлгән. Шунан бирле был ҡаяны Ниғмәт ҡаяһы тип йөрөтә башлағандар. (2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ (1943 й.) ейәнсәре Күлбаева Таңһылыу Флүр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Һуғыш туғайы

      Борон заманда Ғәлиәкбәр ауылында йәшәгән дә, ти бер бай. Уның малдары бик күп булған. Һыу эсергәндә малдарының бер осо кәртәһендә, икенсеһе һыуҙа булған, ти. Бай бер ваҡыт бесән сабырға үҙенең кешеләрен өмәгә ебргән. Барһалар, Кәбәс ауылындағы бер бай ҙа үҙ кешеләрен бесән сабырға ебәргән булған. Ул да бик бай йәшәгән. Малдары, көтөү-көтөү булып, яландарҙы тултырып йөрө-гән. Бына яланда ике байҙың кеше-ләләре осрашҡандар һәм, сабынлыҡ өсөн талаш сығып, ике арала һуғыш башланған. Һуғыш бик оҙаҡ барған һәм Ғәлиәкбәр байының еңеүе менән тамамланған. Шунан башлап был туғайҙы Һуғыш туғайы тип йөрөтә башлағандар. Әле лә был туғай шул  менән йөрөй.(1998 йылда уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).

Мөзәй йылғаһы

     Был хәл бик борон булған. Ғәлиәкбәр ауылында бай ғына бер кеше йә-шәгән. Уның ике ҡатыны булған. Улар үҙ-ара һыйышмағандар. Байрамби-кәнең атаһы. Атаһы быларҙы ҡунаҡҡа саҡырған. Улар Үрге Нөгөшкә барып, өс-дүрт көн ҡунаҡ булғандан һуң, ҡайтырға сыҡҡандар. Ике көндәш сананың артында ултырып  килгәндәр. Ә  алда хужа кеше дилбегә тотоп килгән. Уларҙың аттры шәп һәм шаян булған. Бер текә тауҙы төшкәндә, быларҙың аттары алып ҡаса. Шунан файҙаланып, Байрамбикә, бер йыуан ҡайынға сана яҡынлашҡас, Мөзәямалды сананан төртөп осорған. Ҡайынға төкөп, Мөзәямалдың башы ярылып үлгән. Бына беҙ хәҙер Мөзәй тип йө-рөткән тау һәм йылға Мөзәямал исеменән ҡыҫҡартып алынған.(1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Ғәлиев Сабир Ғәле улынан ҡыҙы Ғәлиева Йәмилә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).

Арыҡтай

      Борон бер бай, өмәгә әйтеп, бесән саптырырға булған. Өмәгә, нигеҙҙә, осон-осҡа ялғап йәшәгән кешеләр йыйылған. Улар, был бай һимеҙ генә атын һуйҙырыр әле, тип уйлаған һәм бик тырышып эшләгән. Бына ҙур ғына яланды сабып бөтөп, ашарға ултырғандар. Ләкин ит тарата башлағас, өмәселәр аптырап ҡалған бай,:өмәгә тип, ни бары арыҡ ҡына тай һуйҙырған. Халыҡтың яман асыуы килгән һәм ошо бесән сапҡан ерҙе, байға мыҫҡыл итеп, Арыҡтай тип атағандар.

1997 йылдаҒәлиәкбәр ауылын-да йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ҡаһарманов Аб-дулхаҡ Абдрахман улынан (1927 й.) Үтәғолова Филиә Ғаяз  ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә өләсәһенән яҙып алды һәм “Аманат” баҫтырып сығарҙы).

Йөкмәткеһе

  1. ИНЕШ
  2. I БҮЛЕК.  ҒӘЛИӘКБӘР АУЫЛЫНЫҢ УРЫНЛАШЫУ ҺӘМ ТӘБИҒӘТ ШАРТТАРЫ
  3. II БҮЛЕК. АУЫЛЫМ МИНЕҢ
  1. Ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы.
  2. Ауылдың исеменең барлыҡҡа килеүе.
  3. Ауыл эсендәге ер-һыу атамалары.
  1. ЙОМҒАҠЛАУ
  2. ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

  1. ИНЕШ

                           Тыуған ил,

                                           Тыуған төйәк,

                                                                   Тыуған ер…

                            – Тыуып-үҫкән яғың ниндәй? – тиһең.

Тыуған яғым!

Тыуған яғыммы?      (Р.Шаммас.)

       Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ғәзизе – ата-әсә, иң ҡәҙерле-һе – тыуған ер, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һин йылытҡан өй усағы, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең… Шуны тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар. Шу-ларҙы ҡәҙерләгән кеше оло һыуҙарҙың татын, яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер.                                                        

Һәр кемдең үҙ тыуған яғы булған кеүек, һәр халыҡтың тыуған, ғүмер кисергән тө-йәге бар. Борон башҡорт ырыуҙары Урал буйҙарына бик борондан килеп төпләнеп, шунда башҡорт халҡын ойошторған, Уралды тыуған төйәге тип атаған, йорт-ере тип иҫәпләгән, уны маҡтап ҡобайырҙарын, эпостарын, йырҙарын ижад иткән. Беҙҙең Бөрйән районы территорияһын бөрйән, ҡарағай ҡыпсаҡ, түңгәүер ырыуҙары төйәк иткән. Бөрйән – бик боронғо ер. Уның боронғолоғон башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күҫәк” эпостары, күп һанлы легенда-ри-үәйәттәре, йырҙары, “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” исемлегенә лайыҡлы ингән, тәүтормош кешеләренең төйәге булған һәм әле лә үҙенә күптәрҙе тартып торған, әсир иткән һоҡландырғыс, мәшһүр “Шүлгән” мәмерйәһе, башҡорт балы,  Ер шарын-да берҙән-бер ерҙә традициялары һаҡланған солоҡсолоғо иҫбатлай. Тыуған ил той-ғоһо иһә Тыуған ил,туған халыҡ төшөнсәләрен үҙ эсенә алыр һәм уның асылын тәш-кил итер, туған халҡы, теле, моңо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, йырҙары, легендалары, риүәйәттәре бер бөтөн була.

       Үткәндәребеҙҙе белмәй тороп: “Кем инек һәм кем булдыҡ? Кем һуң беҙ, ни хәл-дәбеҙ, яҙмышыбыҙ ҡайҙа бара?” – тигән һорауҙарға яуап табып булмауы һәр кемгә билдәле.Үткәнде танып-белеү ил-йорт, халыҡ, милләт, тел, башҡорт рухы бөгөн ни хәлдә  икәнен тойорға һәм киләсәге күҙалларға мөмкинлек бирә. Һәр кемдең үҙенең бәләкәй Тыуған иле бар – ҡала,  ауыл… Тыуған ергә һөйөү ауылдың тәбиғәтенә,  ху-

 жалығына, тарихына, мәҙәниәтенә, традицияларына  иғтибар иттереп, уларға һаҡ-сыл ҡараш тәрбиәләй. Эскән һыуы, кискән һыуы һәр кемгә лә яҡын. Тау-урманда йәшәүсегә – тауҙары, урмандары, далала тыуғанға далаһы яҡын. Шул тойғо мине тыуған ауылым Ғәлиәкбәрҙең тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнеүгә этәрҙе. Шул тойғоно – тыуған тәбиғәткә мөхәббәт, ә киңерәк мәғәнәлә тыуған ер, тыуған ил той-ғоһо, тибеҙ.

       Минең тикшеренеү эшемдең темаһы: “Ғәлиәкбәр ауылының микрото-понимикаһы”. Эҙәрмәнлек эшем минең ауылымдың тәбиғәте, хужалығы, тарихы, мәҙәниәте, традициялары менән туранан-тура ҡыҙыҡһыныуыма бәйләнгән, сөнки тыуған ер, уның кешеләре һәр кешене тыуғандан алып ғүмеренең аҙағынаса күңе-лендә мәңгелек ҡала, оҙата килә.

      Актуаллеге: Һуңғы йылдарҙа Тыуған ил, тыуған ер мәсьәләләре  күптәрҙе борсой һәм тыуған ауылымдың тарихын өйрәнеүем – патриотизмға өндәүселәргә туранан-тура яуабым.

       Маҡсатым: Ғәлиәкбәр ауылы тарихына бәйле йыйылған материалдарҙы тәр-типкә һалыу, йомғаҡлау.

       Эш методтары: Йыйылған материалды өйрәнеү, анализлау, тәртипкә килтереү һәм йомғаҡлау юлы менән эҙәрмәнлек эше:

  • интервью алыу;
  • ауыл  аҡһаҡалдары менән осрашыу;
  • тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләү;
  • темаға бәйле әҙәбиәтте өйрәнеү.

I БҮЛЕК.  ҒӘЛИӘКБӘР АУЫЛЫНЫҢ УРЫНЛАШЫУ    

ҺӘМ ТӘБИҒӘТ ШАРТТАРЫ

      Ғәлиәкбәр ауылы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 740 метр бейеклектә ята.Тау һырттарын шишмәләр һәм йылғалар бүлгеләй. Ауыл эргәһенән Нөгөш йылғаһы аға. Көньяҡ Уралдың тау-урманлы, яҫы япраҡлы һәм ылыҫлы урман зонаһына инә. Тәбиғәт шарттары ҡаты: йәйен эҫелек 30-35, ә ҡышын 40  градусҡа етә.

II бүлек. Ауылым минең

1.1. Ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы

       Ғәлиәкбәр ауылы 1850 – 1859 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. 1859 йылда 25 йортта 148 кеше йәшәгән, ә 1920 йылда – 66 йортта 337 кеше. Ауылдың исеме антро-понимдан алынған. Тәүге күсеп килеүсе Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминов  һәм  уның ар-тынан эйәреүселәр хәҙерге Баймаҡ районы Темәс ауылынан.

  1. Ауылдың исеменең барлыҡҡа килеүе

       Ғәлиәкбәр ауылы тирәһендә ер-һыу атамалары бер нисә төркөмгә бүленә. Мәҫәлән, ауыл атамаһының килеп сығыуы тураһындағы риүәйәтте алып ҡарайыҡ. Уның ике варианты бар, икеһе лә Баймаҡ районы  Темәс ауылынан күсеп ултырған Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминовҡа бәйле.  Ысынбарлыҡҡа тап килгәне түбәндәгегеһе-лер.

 Ғәлиәкбәр ауылы 

        Нөгөш йылғаһы буйына Темәс ауылынан бер боланан һуң Монаш  исемле кеше күсеп килеп  донъя көтә башлай. Мал көтә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Утарға башҡа яҡташтары ла күсеп ултыра  һәм шунлыҡтан ҙурая. Хәлле кешеләре лә арта. Ауылға исем биреү кәрәклеге килеп сыҡҡас, һәр байҙың үҙ исемен ҡалдырғыһы килгән, үҙ-ара талаш башланған . Монаш тәүҙә күсеп килеүсе булараҡ өҫтөн сыҡҡан.

        Ул, русса яҡшы уҡый-яҙа белгән Ғәлиәкбәр исемле егетте эйәртеп, өйәҙ үҙәге Орскиға китә. Монаш, түрәләрҙе ризалатып, ауылға үҙенең исемен бирҙертеүгә ки-лешә һәм ҡағыҙ тултырыуҙы Ғәлиәкбәргә ҡуша. Ғәлиәкбәр байҙың тома наҙанлы-

Ауылдың түбәнге осо Уҫағуй башынан

ғын үҙ мәнфәғәте өсөн файҙалана – танытмаға үҙ исемен яҙҙыра.Ошонан алып ике быуатҡа яҡын ауылым Ғәлиәкбәр исемен йөрөтә.    

      Ә бына был риүәйәт Ғәлиәкбәр ауылына рәсми исем бирелгәнгә тиклемге атама тураһында һөйләй.

Иҫке ыҙма

        Беҙҙең ауылдан алыҫ түгел был урын, үрге осонда ғына. Ниңә шулай ата ла икән ул?  Олатаһы Күлбаев Әмир  Тимерҡаҙыҡ улынан  2005 йылда ейәнсәре Таңһы-

лыу беҙгә тарихын яҙып алып ҡалдырған. Элек, күсенеп килеп йәшәй башлағас, ха-лыҡ ошонда, Аҫҡараҡ йылғаһы буйына, килеп ултырған, сөнки был урын хәҙергегә ҡарағанда бөтә яҡтан ышыҡ булған, килгән-киткәндәрҙең күҙенә салыныу мөмкин-леге булмаған. Аҙаҡ, халыҡ арта  башлап, урын  тарая  башлағас,хәҙерге урынға кү-

Иҫке ыҙма

сенгәндәр. Шул урынды хәҙер Иҫке ыҙма тип йөрөтәләр. Ыҙма элек халыҡ йәшәгән урынды аңлатҡан.    

Өсөйлө

      Ауыл исеменә бәйле тағы ла бер исем менән танышып үтәйек. Өсөйлө тип бынан 15-20 йылдар элек ауылдың үрге осонда йәшәгән өс ғаилә йәшәгән ерҙе атайҙар ине. Өс өй ауылдан бер ни тиклем (300 метр самаһы) айырылып урынлашҡан булған һәм унда оҙаҡ йылдар өс кенә ғаилә йәшәгән. Бүтән өйҙәр төҙөлмәгән. Шуға ла Өсөйлө ауылы тип тә йөрөткәндәр, ә кешеләрен өсөйлөләр. Сит кешеләргә, Өсөйлөгә барып киләйек, тиһәң аңламайҙар.

1.3.Ауыл эсендәге ер-һыу атамалары.

      Ғәлиәкбәр ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларын түбәндәгесә төркөмләп була:  1. Ауыл исеме, урыны (ойконим): Ғәлиәкбәр, Иҫке ыҙма, Өсөйлө.

  1. Йылға, күл исемдәре (гидроним): Нөгөш йылғаһы,Аҫҡараҡ йылғаһы, Аҡбалсыҡ йылғаһы, Батша ҡотоғо, Ғәйниә ҡотоғо.
  2. Йылға эсендәге һәм буйындағы ҙур таштар: Иҙән(өҫтәл)таш, Ослоташ, Ба(о)тинкаташ, Ҡыҙматаш, Эйәрташ, Аҡташ.
  3. Тау, уба, түбә исемдәре (оронимдар): Таҡыясусаҡ, Уралтау, Кәзә тауы, Аратау, Күсоя, Зыярат тауы, Мәсет тауы, Ямаш тауы, Һарат уяһы.
  4. Ағаслыҡ (дримоним): Хәҙрәт шыршыһы, ветерандар аллеяһы.
  5. Юл, ҡабаҡ (дромоним): Ямаш юлы, Таҡыясусаҡ аша йәйәүлеләр һәм атлылар һуҡмағы, Бөрйән юлы.
  6. Урам, тыҡрыҡ: Эт тыҡрығы, Афғанистан, Пакистан.
  7. Һыу инеү урыны: Суҡмуйыл, Аҫҡараҡ тамағы, Һөрәмбәт.
  8. Кәсеп-шөғөлгә бәйле: Паровой, Кардон туғайы.
  9. Тарихи ваҡиғаларға бәйле асылған обелискылар: 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына, 1917 – 1921 йылғы граждандар һуғышы ваҡиғаларына бәйле, З.Вәлиди туҡтап йөрөгән йортҡа, 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға.

         Ойконимдар тураһында үрҙә әйтеп үттек, хәҙер ҡалған  ер-һыу атамаларының риүәйәттәренә, аталыу тарихына айырым туҡталып үтәйек.

     

Йылға, күл  исемдәре (гидроним)

Нөгөш йылғаһы

       Ауылым һыулаған Нөгөш йылғаһы ла тарих һөйләй. Туймазы районында Нөгөш  исемле йылға, Собханғол исемле ауыл бар. Эҙәрмәндәр иҫбатлауынса, 1500 йылдар-ҙа беҙҙең яҡ башҡорто Арыҫланбәк, атаһынан ҡалған мираҫты, ер-һыуҙарҙы мәңге-ләштереү өсөн, ошо яҡтарға күсеп килеп, ҡара урмандарҙы ҡырҡып, йорт-ҡура, ҡа-ралты төҙөгән.

       Ғаиләһе ишәйгән, бала – сағаһы күп булған. Арыҫланбәк үҙе нигеҙ ҡорған ауыл-ға үҙенең исемен биргән һәм ошонда төпләнеп ҡалған, ә иң өлкән улын, бөгөнгө Нө-гөш йылғаһы буйына, йорт ҡаралтылар төҙөп, башҡа сығарған. Был ауылды Төп-килде тип атағандар.

Шулай булғас, беҙҙең  йәшәгән төбәктә башҡорттар 1500  йылдарҙан алда уҡ йәшәгән, тип әйтергә ныҡлы нигеҙебеҙ  бар. Нөгөш һүҙенең килеп сығышына ҡарата халыҡта ике фекер бар. Беренсеһе буйынса, Урал батырҙың улдарының береһенең исеме. Икенсеһе Нөгөш йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған урынына бәйле. Был ерҙә йылға ҡырҡа боролош, мөйөш яһай. Мөйөш боронғо төрки телендә мөгөш  тип  яң- Нөгөш йылғаһы

ғыраған.  Тауҙар,  урмандар  аша  аға-аға, ялан ерҙәргә  килеп сыҡҡан беҙҙең матур-ҙарҙан да матурыраҡ, күркәмдәрҙән дә күркәмерәк йылғабыҙ ­ Нөгөш!  

       Аҡбалсыҡ йылғаһы башланған урындан элек мейесте аҡлау йә булмаһа өйҙө тыштан  һылап  йылытыу өсөн  аҡ  төҫтәге балсыҡ алғандар. Хәҙер был урында Ғү-мәрова Фәйрүзә Һаҙый ҡыҙы йәшәй.

Батша ҡотоғо

       Был шишмә уртаһында, яҙ көнө ҡар ирей башлағас уҡ асылып, йәй урталарына тиклем ағып ята. Урындағы халыҡ, яҙ көнө ауыл эсендә һыу торбаһы үткәрелгәнгә тиклем, Нөгөш һыуы таҙарғанғансы,  аш-һыу әҙерләү өсөн һыуын файҙаланған. Мәктәп музейында һаҡланған материалдарҙан билдәле булыуынса, Ямаш тауы битләүенән сығып ятыусы был шишмә эргәһендә батша тәхеткә ултырған (таж кейҙергән) ваҡытта өҫтән төшөрөлгән указ буйынса бөтә ауыл халҡы байрам үткәргән.

      Был йола оҙаҡ йылдар буйына халыҡтың ғәҙәтенә инеп ҡалған: ололар ҙа, балалар ҙа яҙ байрамдарын шунда үткәреп килгән. Хәҙер был тирәлә  йорттар төҙө-лөп, Йәштәр урамы барлыҡҡа килде. Шишмә баш алған ер кәртәләп алынған, һыуы элекке һымаҡ  бик йыш ҡулланылмаһа ла улаҡ ҡуйылған. 300 метр самаһы юл үткәс, Усағуй йылғаһына ҡушыла. 1970 йылдарҙа ерҙе ҡаҙып, һыу юлын мәктәп яғына бороп индереп, мәктәп баҡсаһында йәшелсә һуғарыу өсөн дә файҙаланғандар. Һуңы-нан йәшелсә баҡсаһы икенсе урынға күсерелгәс, шишмә тәүге йырҙаһына күскән.

     

Ғәйниә ҡотоғо

      Ғәйниә ҡотоғо бик ҡыҫҡа ғына шишмә – оҙонлоғо 5 – 6 метрҙан артмай, Усағөй йылғаһына ҡоя, тик ул ҡыҫҡа ғүмерле – яҙ көндәре  ер дымлы ваҡытта ғына аға. Килеп сығыуы ла осраҡлы: Нөгөш йылғаһының яҙ, көҙ миҙгелдәрендә һыуының эсерлек таҙа булмауына бәйле. Әнүәр Дилмөхәмәтовтың (1941 йылғы) өләсәһе Ғәйниә Нөгөш йылғаһына һыуға барған һайын  дымланып ятҡан ерҙе күреп йөрөгән. Бер ваҡыт, лом алып, шул урынды таштан таҙарта башлаған. Бер аҙ һыу сыҡҡан. Бы-ны күргән ауыл кешеләре уға ярҙамға килгән. Шунан аҙаҡ был шишмә Ғәйниә ҡотоғо исемен алған.

Усағуй

      Ауылды урталай бүлеп аҡҡан Уҫағуй йылғаһының исеме ул башланған ерҙә борон уҫаҡ урманына һәм уяға бәйле килеп сыҡҡан. Усаҡлы уя тора-бара Усағуй тип атала башланған.  Уның һыуы шундай йомшаҡ: керҙе һәйбәт таҙарта.     Аҫҡараҡ йылғаһының исемен асыҡлап булманы – шуныһы йәл. Аҫҡараҡ, Нөгөш йылғалары ҡоромай, ә ҡалғандары яҙын-көҙөн ер дымға туйынған саҡта ғына аҡһалар ҙа, ауыл халҡына файҙаһы бар: мал эсерә, кер йыуыуға тотона, йәшелсәгә ҡоя.    

Күл тамағы

       Нөгөш йылғаһы элек Таҡыясусаҡ тауының ситенән аҡҡан. Яҙ көнө боҙ киткән ваҡытта тығындар барлыҡҡа килә һәм йылға икенсе урындан аға башлай, сөнки ҡыш ҡаты килһә, боҙ йылғаға ҡуша туңған осраҡтар була. Яҙғы һыу, ни тиклем

Күл тамағы

көслө булмаһын, уны урынынан ҡуҙғата алмай, икенсе ерҙән аға башлай һәм тора-бара үҙенең ағышын үҙгәртә. Элекке урында күл  хасил була. Күлдең башы, Нөгөш йылғаһы менән тоташмаһа ла, тамағы йылға менән бәйләнешен өҙмәй. Шуға күрә лә халыҡ Күл тамағы тип йөрөтә башлаған.

Йылға эсендәге һәм буйындағы ҙур таштар

       Был таштар айырым йылға эсендә  буйында бер-береһенә  яҡын йәки төрлө урында урынлашҡандар һәм күләме ҙур булыуы менән айырылып торалар. Ос-лоташ, Ба(о)тинкаташ, Эйәрташ, Аҡташ балаларҙың яратып һыу ингән ерендә – Суҡмуйылда.Ни өсөн шулай аталыуы исемдәренән аңлашылы: оҡшатыу юлы менән яһалғандар. Ҡыҙматаш та ошонда уҡ, һыу ситендә. Балалар һыуҙан сыҡҡас, бер нисәүһе бер юлы ятып ҡыҙыналар – ҡояшлы көндә таш эҫе була. Һөрөмбәттәге Иҙән(өҫтәл)таш йылға эҫендә һәм оҡшатыу юлы менән яһалған. Уны берәүҙәр өй иҙәненә, ә икенселәр яҫы өҫтәлгә оҡшаталар.

Тау, уба, түбә исемдәре (оронимдар)

Аратау

Аратау ауылдың ҡап                                                                                                            уртаһында тора. Исе-ме шунан алынған. Уның башына менеп ҡараһаң,ауылдың бөтә тирә-яғы, үрҙә һанап үтелгән топонимдар күренеп тора. 

                                               

Таҡыясусаҡ.

Ул Аратауға ҡаршы Нөгөш йылғаһы аръя-ғындағы тауҙың иң бейек түбәһе.Алыҫтан ҡараһаң, таҡыя  кейгән кешенең ба-шына оҡшап тора. Ул тү-бәнән бөтә тирә-яҡ ус тө-бөндә генә һымаҡ күре-нә: алыҫтағы тауҙар ар мыт-армыт булып күгәреп яталар. Ғәлиәкбәр халҡы был тауҙы бик тә ярата,  үҙенең                                                                                                                                                                                                           ғорурлығы, талисманы итеп һанай. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы З.Вәлиди Ғәлиәкбәр ауылына йәш сағында ла, граждандар һуғышы йылдарында ла һуғылып үткән һәм Таҡыясусаҡтың башына менеп ҡурай уйнаған.

Күсоя  

 Ауылдың үрге осона сығып, Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер аша үткәс, текә тауға үреләһең. 1933 йылғы Әминев Ағзам Яхъя улы һөйләүенсә, ошо тауҙың битләүендә бер кешенең 100-ләп күсе булған һәм ҡорттары  200 бат-манға яҡын бал биргән. Шунан тороп ҡалған инде тауға үрелгәндәге текә  уяға исем – Күсоя. Хәҙер район үҙәгенә төп юл ошонан үтә.

 Мәсет тауы.

       1995  йылдарҙа төҙөлгән яңы мәсеттән аҫтараҡ элек мәсет булған. Октябрь рево-люцияһынан һуң 1961 йылға тиклем мәсетте мәктәп итеп файҙаланғандар. Яңы мәк-тәп төҙөлгәс, ул  ташландыҡ хәлгә килә. 1984 йылда, ауыл-ды йәмһеҙләп ултыра, тип бө-төнләйгә емереп ташланылар. 1980  йылдарҙың   аҙағында ул              

урынға халыҡты хеҙмәтләнде-реү йорто төҙөлдө,  һуңынан элемтә бүлексәһе булып китте.                  

Халыҡ телендә итәгендә элекке мәсет урынлашҡан тау әле лә Мәсет                                                         тауы тип йөрөтөлә.                 

                                                                 

Уралтау .

     Беҙҙең Ғәлиәкбәр ауылы тауҙар араһында ултыра. Шуларҙың береһе Уралтау. Был тауҙың бер яғында туғай, эргәһенән Нөгөш йылғаһы аға. Тауға бындай исем ни өсөн                                                              

бирелде икән?    

      Тау исеме Урал тигән егеттән алынған. Ул хәл бик элек булған. Урал бик оҫта һу-

 нарсы булған. Ул ошо тау башына менә лә тыуған еренә арнап көй сығарып уйнаған. Бер көн Урал, тауҙың ҡаялы еренә баҫып һыҙғырайым тигәндә,таш айырылып китә. Егет бик ҡурҡа һәм шәбәйә алмай үлеп ҡала. Шунан башлап тау Уралтау исеме менән йөрөтөлә башлай. (1941 йылда тыуған Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ улы һөйләп ҡалдырған мәғлүмәттәр буйынса алынды.)

     Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ул арғы Аратау тип тә аталған, сөнки элегерәк әлеге Аратау  ауылдың  түбән осо булып, Уралтау тирәһендә халыҡ йәшәмәгән, был ерҙәр сабынлыҡ булған.

Кәзә тауы 

       Ғәлиәкбәр ауылында элек кәзәләр бик күп булған. Улар иртә яҙҙан алып        ҡара көҙгә тиклем кәртәгә ҡайтып инмәгән. Ошо тау уларҙың яратҡан урыны: ел-ям-ғырҙан да ышыҡланғандар, эт,  бүренән дә  һаҡланғандар,  төндө лә шунда үткәргән-

дәр. Шулай килеп сыҡҡан тауҙың аталышы.

       Ҡалған ике тауҙың атамаһы ябай ғына: Зыярат тауы зыярат эргәһендә,  

ә Ямаш тауы –  Үрге Нөгөш ауылына  киткәндәге юл.

Һарат уяһы

      Бесән етмәгән йылдарҙа Ғәлиәкбәр ауылы халҡы ма-лына урмандан йы-ла ташып ашата. Йыланың ҡайы-рын һәм сыбыҡ-сабы-ғын көйөш малы яра-тып ашай. Уны төбө-нән үк ҡырҡмаһаң, бер нисә йылдан үрген-ләп, өс-дүрткә тармаҡ-ланып,тағы ла үҫеп ки-тә, ҡоромай. 1930 йыл-ғы Күлбаев Әхмәт  Мөхәмәт  улының  һөйләүенсә, элегерәк бер ҡарт, малына бесән етмәй башлағас, ауылдың ҡаршыһындағы Таҡыясусаҡ тауының бер уяһында йыла әҙерләгән. Уны алып ҡайтыу өсөн, һары атын егеп, бик текә булһа ла, уя буйлап тауға менгән. Йыла тейәп алып төшөп килгәндә, йөк ныҡ этә. Аты сананы тота алмаған һәм, ҡаянан йөгө-ние менән осоп, шунда үлгән. Шунан ҡалған был уяның исеме. 

Ағаслыҡтар (дримонимдар)

Хәҙрәт шыршыһы

       Хәҙрәт шыршыһы зыярат эсендә. Ҡәберҙәргә ултыртылған ағастарҙың иң бейеге һәм ул ҡайҙан күренеп тора. Ололарҙың һөйләүенсә, бында 1918 йылда

Хәлитов Әҙһәм мулла ерләнгән һәм ҡәбер өҫтөнә шыршы ултыртҡандар.

Ветерандар аллеяһы

      Бөйөк Еңеүҙең 45 йыллығына арнап, мәктәп эргәһендә аллея булдырылды. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтыусылар иҫтәлегенә йәш ағастар ул ваҡытта иҫән булған һуғыш ветерандары, мәрхүмдәрҙең туғандары тарафынан ултыртылды һәм хәҙер мәктәп эргәһен йәмләп ултыра.

 

                                 Юл, ҡабаҡ (дромонимдар) 

          Бөрйән юлы район үҙәгенә Күсоя аша һалынған , ә Ямаш юлы тип Үрге

Нөгөш ауылына  киткән юлдарҙы  атап йөрөтөләр.

Һуҡмаҡтар

     Хәҙерге йәш быуын онотҡан тағы ине һуҡмаҡ бар. Улар икеһе лә Таҡыясусаҡ тауы аша һалынған. 1990 йылдарға тиклем халыҡ Бөрйән урман хужалығының Нөгөш лесни-

чествоһы, мәктәп, “Шүлгән-таш” ҡурсаулығының тракторҙарына ҡарап торҙо.Еңел һәм

ауыр машиналар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бала-саға  ауылға машина килһә,

эргәһенән китмәй ине. Күп кеше ауылдан 45 километрҙа ятҡан район үҙәгенә йәйәү йәки һыбай йөрөнө. Таҡыясусаҡ аҫтындағы  һуҡмаҡтар электән булған,   сөнки  юлды күп-                                                                                                                                                    кә ҡыҫҡартып, Уртайортҡа сығаралар.

                                     Урам, тыҡрыҡ    

 

       Афғанистан, Пакистан исемле урамдар ауылдың әсе теллеләре арҡаһында килеп сыҡҡан. 1980 йылдарҙа ауылдың түбәнге осонда йәшәгән ике әбей, ныҡ ҡына талашып, оҙаҡ ҡына яраша алмай йәшәгәндәр. Был ваҡытта Афғанистан менән Пакистан араһында һуғыш барған була. Был әбейҙәр бер-береһенә яҡын, ләкин йырын аша йәшәгәндәр. Әсе теллеләргә шул етә ҡалған: йырындың бер Афғанистан, икенсе яғы Пакистан булып киткән. Быны йәштәр белмәй, ләкин ололарҙың хәтерендә: Пакистанға йәки Афғанистанға барам, тиһәң аңлайҙар.

      Эт тыҡрығының да исеме әсе теллелеккә бәйле. Ауыл ерендә өй һайын тиерлек эт тоталар.Ауылдың хәҙер Илдар Ғәбитов исемен йөрөткән урамда эттәр үтә күп булып, үткән кешегә, мал-тыуарға абалап, үтергә форсат бирмәй икән. Әсе телле ге-нә бер инәй аптырағас, йәне көйөп, мин эттәр тыҡрығында йәшәйем, тип һөйләнгән. Халыҡ уны элә һалып алып, исемен дә йәбештереп ҡуйған. Тыҡрыҡтың атамаһы әле лә йәшәй, онотолмаған.

                                   Һыу инеү урындары

      Нөгөш йылғаһы ҙур булмаған тау йылғаһы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның һәр бер бөгөлөнөң, тәрән ятыуының, шаршыһының атамаһы бар. Ауыл эсендә бала-сағаның яратып һыу ингән урыны була. Улар беҙҙең ауылда өс ерҙә. Был уның тәрәнлегенә бәйле.  

Суҡмуйыл.

       Элек ауыл эргәһендә лә Нөгөш буйы тотошлай әрәмәлек булған. Һуңғы йылдарҙа ул юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Ауылдың түбәнге осо ҡуйы муйыллыҡ менән ҡапланған булған һәм муйылы ла һәр ваҡыт уңған, кешеләр муйыл йыйыу өсөн алыҫҡа йөрөмәгән. Йәй көндәре ауыл балаларының яртыһының тиерлек яратып һыу ингән урынының исеме ошо муйыллыҡҡа бәйле.

Һөрөмбәт

      Аҫҡараҡ йылғаһының Нөгөшкә ҡойған ере лә тәрән генә. Исеме шунан алынған. Һөрөмбәт ауыл уртаһында. Бында 1960 йылдарҙа туғайын һөрөп, тары сәскәндәр. Хәҙер был урын һай, һыу инмәһәләр ҙә, исемен халыҡ онотмай. Элегерәк хатта йәй көндәре лә ат йөҙҙөрөрлөк булған.  

Кәсеп-шөғөлгә бәйле урындар

Кордон туғайы

      Ауылдың түбәнге осонда Нөгөш йылғаһын сыҡҡас та бер туғайҙа ҡасан дыр кеше

йәшәгәнлеге беленеп торған урын бар. 1951 йылғы Аҫылғужин Минияр Әхмәҙулла улынан был урын тураһында һорашҡас, түбәндәгеләр асыҡланды.

      Борон урман ҡарауылсылары ауылдан ситтә,үҙҙәренә беркетелгән биләмәлә, йәшәгәндәр һәм был урынды, урыҫтарға эйәреп, кордон тип йөрөтә башлағандар. Революциянан һуң да бындай хәл дауам иткән. Ололарҙың хәтерләүенсә, йорттары эстән дә, тыштан да сутланған булған. Бикбаев Ғаффар ағайҙың атаһы шул кордонда йәшәүен һәм шул йорттан уның Бөйөк Ватан һуғышына китеүен хәтерләй. Урман хужалығының Ғәлиәкбәр лесничествоһы асылғас, кордон бөтөрөлгән, ләкин халыҡтың теленә Кордон туғайы булып хәтеренә һеңгән.

Паравай (паровой) 

       1930 йылдарҙа Суҡмуйылдан 100 метр самаһы өҫтәрәк яр буйында дегет

ҡайнатыу өсөн ҡоролма төҙөлә. Һыу буйына төҙөлөүенең сәбәбен һыуҙың күп кәрәк булыуы һәм янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау менән аңлаталар ололар.Дегет күп етеште-релгән. Күлбаев Әхмәт бабай, ул саҡта бәләкәй булһа ла, дегеттең улаҡ буйлап сө-бөрләп һауыттарға ағып торғанын һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бер эшсенең янып үлгән кәүҙәһен әле лә хәтерләй. Янғындан һуң эш туҡтатыла һәм ҡабат  тергеҙелмәй Иғтибар итеп ҡараһаң,  әле  булһа ла был ерҙә ҡасандыр ниндәйҙер ҡоролма. булғанын һиҙеп була.

        Тарихи ваҡиғаларға бәйле асылған обелискылар

1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелиск

     Тәбиғәт ҡомартҡыһына инмәгән дүрт объект бар. Улар Ғәлиәкбәр ауылы кешеләренең илебеҙ тарихына бәйле барлыҡҡа килгәндәр. Һүҙҙе боронғо осор тари-хын сағылдырғанынан башлайыҡ. Мәктәп ихатаһына ингәс тә уң яҡта  1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелиск тора. Ул мәктәптең

тарих уҡытыусыһы Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы инициативаһы менән эшләнде. 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полкы составында Ғәлиәкбәр ауылынан Ҡарағол Солтанғолов ҡатнаша һәм  “Парижды алған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

      Икенсеһе – З.Вәлидигә бәйле урын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, З.Вәлиди төшөп йөөгән йорт хәҙер юҡ һәм шул тәңгәлгә булһа ла таҡтаташ ҡуйылмаған. Сәғитов Зәки Хаммат улының әсәһе Ғәйшә инәй йәшәгән йорт 1990 йылдарың урталарына тиклем  ныҡ булған. Ул үлгәндән һуң йортто һүтеп, бүтән маҡсатта файҙалана башланылар. Оло быуын был турала белә, ә йәштәр юҡ.

      Бөрйән яғынан килеп,  ауылға ингәс тә, штык формаһындағы обелиск күҙгә ташлана. Ул граждандар һуғышы осоронда язалап үлтерелгән ике йәш егет иҫтә-легенә ҡуйылған.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың хөрмәтенә обелиск

1984 йылда 9 май байрамына Ғәлиәкбәр ауылы уҡытыусылары Әминев Фәрит

Шәрифйән улы һәм Әминев Иҙел Ағзам улы тарафынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар хөрмәтенә обелиск асылды. Обелиск тәүҙә иҫке клуб алдында урынлаштырыл-ды, һуңынан яңыртылып,  кеше-гә күренеп торған урынға күсе-релде.                              

Еңеү байрамы тантаналары йыл һайын ошо обелиск янында үт-кәрелә.

Йомғаҡлау

      Ғәлиәкбәр ауылы эсендәге генә топонимдарҙы өйрәнгәндән һуң, түбәндәге һығымталар яһарға мөмкин, уларҙың барлыҡҡа килеүе:

  1. Ауыл тирәһендәге атамалар туранан-тура халыҡ тормошона,
  2. Урындың географик үҙенсәлектәренә,
  3. Ауыл барлыҡҡа килеү тарихына,
  4. Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә,
  5. Хәл-ваҡиғаларға,
  6. Тарихи ваҡиғаларға,
  7. Кәсебенә бәйле.

      Ер-һыу атамаларын йыйыуҙы һәм өйрәнеүҙе тиҙләтерғә кәрәк, сөнки уларҙың күбеһе, бигерәк тә микротопонимдар, онотолоуға дусар була, иҫкеләре урынына яңылары барлыҡҡа килә. Ер-һыу атамаларының барыһын да – боронғоларын да, һуңғыраҡ осорҙа барлыҡҡа килгәндәрен дә – фәнгә, тарихҡа һәм, иң мөһиме, киләсәк быуынға ҡалдырыу өсөн бик ентекләп йыйырға кәрәк. Шунһыҙ ерен-һыуын, тарихын, тыуған ерен, илен белмәгән, хөрмәт итмәгән маңҡорттар быуыны үҫеп сығасаҡ. Ә тарих беҙҙең эргәлә генә, хатта аяҡ аҫтында. Мин тикшеренеү эштәре башҡарғандан һуң шундай дөйөм һығымтаға килдем һәм ҡуйылған маҡсаттарға ирештем.

        Беренсенән, ауыл топонимикаһы осраҡлы килеп сыҡмаған; икенсенән,һәр атама ауыл кешеләре өсөн бик мөһим, сөнки уларҙа яҡындарының, тәү тәпәй баҫҡан,  күңелгә һеңгән урындар йәшәүен дауам итә.

Киләсәккә маҡсат:

  1. Фотоальбом төҙөү.
  2. Эҙләнеү эшен киңерәк планда башҡарыу.
  3. Картаға мөмкин тиклем бөтә исемдәрҙе индереү.

Әҙәбиәт

  1. Р.Шәкүр. Исемдәрҙә – ил тарихы. Тикшеренеүҙәр, мәҡәләләр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте. 1993. 256 бит.
  2. Ф.Фазлыева. Уралым – тыуған төйәгем. Методик ҡулланма. Башҡортостан “Китап” нәшриәте. 1997. 200 бит.
  3. Ә.М.Сөләймәнов, К.Х.Булатов, М.Ғ.Муллағолов. Ғәзиз ерем. Шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар. Өфө: Башҡортостан  китап  нәшриәте. 1980. 152 бит.
  4. Ә.Әсфәндиәров. Ауылдар тарихы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ФДББС буенча атамалар сүзлеге

ФГОС буенча атамалар сүзлеге...

Презентация. Ғәлиәкбәр ауылы буйлап виртуаль сәйәхәт

Ғәлиәкбәр ауылы буйлап виртуаль сәйәхәт...

Инша "Минең тыуған ауылым"

Ауылымдың эргәһенәнЮшатыр йылғаһы аға.Талғын ғына ел иҫкәндәТулҡынын ярға ҡаға.....

Татар халык җырларында кием-салым атамалары (фәнни-тикшеренү эше)

Татар милли киемнәре - үзе бер гүзәл дөнья. Безнең   әби-бабаларыбыз киемнең килешле, күркәм һәм уңайлы булуына игътибар биргәннәр. Менә шул өс-баш, аяк киеме образларын халык авыз иҗа...