Ғәлиәкбәр ауылы микротопонимикаһы һәм кәсеп-һөнәр
учебно-методический материал (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
I. Инеш
Уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙ Ғәлиәкбәр ауылы ер-һыу атамалары менән бәйле буласаҡ. Тәүҙә ҡунаҡтарҙы ауылыбыҙ менән таныштырып үтәйек.
Монтаж.
Вилиә: Тыуған ил /тыуып үҫкән ерҙән башлана.
Гөлиә: Кешегә иң ғәзизе /– ата-әсә,
Әлфиә: Иң ҡәҙерлеһе /– тыуған ер,
Йәнгүзәл: Иң татлыһы /– тәү эскән һыуың,
Азамат: Иң йылыһы /– һин йылытҡан өй усағы,
Йәнгүзәл: Иң йәмлеһе /– тыуған тәбиғәтең…
Гөлиә: Шуны тойоп үҫкән кешенең/ күңел ҡото бар.
Вилиә: Шуларҙы ҡәҙерләгән кеше /оло һыуҙарҙың татын/, яҡты донъяның ҡәҙерен/, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон/ нығыраҡ белер.
Азамат: – Тыуып-үҫкән яғың /ниндәй? – тиһең.
Тыуған яғым!
Тыуған яғыммы? (Р.Шаммас.)
Ғәлиәкбәр ауылы буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Эргә-тирәһе менән танышып алайыҡ. ( Презентация) – 3минут.
– Шулай итеп, ауыл буйлап виртуаль сәйәхәт итеп нимәләр белдек?
- Ер-һыу атамаларын асыҡланыҡ. (Вилиә)
- Ҡайҙа урынлашҡанын күрҙек. (Гөлиә)
- Тарихын өйрәндек. (Йәнгүзәл)
- Күп төрлө атамалар бар. (Азамат)
- Ауыл картаһына ҡарап, ер-һыу атамаларының төрҙәрен ҡарап сыға-йыҡ. (10 слайд)
II.
- Бөгөнгө дәрестең маҡсаты:
1. Ер-һыу атамаларында Ғәлиәкбәр ауылы халҡының боронғо кәсебенә, һөнәренә бәйлеләрен өйрәнеү.
2. Ғәлиәкбәр ауылында үҙеңдең эшеңде асып була йәки булмауын асыҡлау, проект төҙөү.
- Картанан һәм сәйәхәт иткәндә күреүегеҙсә, ҡайһы бер атамалар Ғәлиәкбәр ауылы халҡының кәсебенә бәйле барлыҡҡа килгән, йә булмаһа, кәсеп-һөнәр тураһында мәғлүмәт бирә. Әйҙәгеҙ, шулар тураһында һөйләшеп, ниндәй һөнәр тураһында һүҙ барғанлығын асыҡлайыҡ.
Вилиә: 1.Паравай. 2.Һарат уяһы
Гөлиә: Күсоя
Әлфиә: Һөрөмбәт
Йәнгүзәл: 1.Күл Тамағы. 2. Һыу инеү урындары
Азамат: 1. Кәзә Тауы
2. Аҡбалсыҡ йылғаһы, Балсыҡ соҡоро
Слайд
Атамалар | Ниндәй кәсеп-һөнөргә бәйле? |
Нимә етеште-релгән? |
Нимәгә кәрәк? | Был һөнәрҙең киләсәге (перспективаһы) |
Паравай | дегет ҡайнатыу | дегет | яраға һөртөү (дауа лау өсөн) ҡайыш майлау | дауам итеп була |
Күсоя | ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ | ҡорт балы | татлы риҙыҡ, дауа прополис | дауам итеп була |
Һарат уяһы | мал аҙығы етештереү (йыла ҡырҡыу) | йыла | мал аҙығы (витамин), аслыҡ осоронда онға ҡушып икмәк бешергәндәр | ҡоролоҡ йылдарында мал аҙығы |
Һөрөмбәт | игенселек (тары сәсеү) | тары | аҙыҡ | дауам итеп булмай |
Күл тамағы | һалабаш серетеү | һалабаш һөйән
| йыуғыс, септә ағас көрәк, һауыт-һаба | дауам итеп була |
Кәзә тауы | кәзә аҫырау | дебет, ит | дебет, ит | дауам итеп була |
1. Аҡбалсыҡ йылғаһы. 2.Балсыҡ соҡоро | төҙөлөш өсөн | аҡ һәм ҡыҙыл балсыҡ | мейес сығарыу өй һылау, өй нигеҙен һылау | дауам итеп була |
- Уҡыусылар, бөгөнгө семинар халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере, тип атала. Байман, байманлыҡ һүҙҙәрен нисек аңлайһығыҙ?
Байман – бай, етеш.
Байманлыҡ – бай, иркен, етеш йәшәүгә ынтылыу, тормошто ишәйтеү, күңел һалған эш менән шөғөлләнеү, рухи (күңел) байлыҡ.
Беҙ, Ғәлиәкбәр ауылына бәйле ер-һыу атамаларын өйрәнеп, киләсәк өсөн ниндәй эш башҡара алабыҙ?
- Ғәлиәкбәр ауылы ер-һыу атамаларына бәйләп, киләсәккә проект эше башҡарыу.
(Һәр уҡыусы билдәле бер атаманың тарихына ярашлы проект төҙөй ( 3 – 5 минут)
- проектты яҡлау (һәр уҡыусыға 1 минут)
Проект
Атама | Нимә була-саҡ? Эшҡы-уарлыҡ төрө. |
Нимә эшләнәсәк? |
Нөгөш йылғаһы (Әлфиә) | Ҡотҡарыусы | 1. Нөгөш йылғаһы буйлап ағыусы туристарҙы оҙатып йөрөү, уларға шарттар булдырыу. 2. Пляж асыу. 3. Яҙғы ташҡындарҙа кәмәлә ярыш. 4. Кәмә менән ял итеү. |
Күл тамағы (Азамат) | Халыҡ кәсептәре үҙәге | 1. Һалабаш серетеп, йүкә йыуғыс, атҡа септә, мунса шаршауы етештереү. 2. Һөйәндән мунса бураһы, сувенир әйберҙәр, ҡорт балы өсөн төрлө ҙурлыҡтағы һауыттар, һунарсыларға ағас көрәк етештереү. |
Кәзә тауы (Азамат) | Халыҡ медицинаһы?? | 1. Кәзә ҡымыҙы, һөтө етештереләсәк.Улар үпкә сир-ҙәренән дауалау сихәтенә эйә. 2. Экологик яҡтан таҙа ит етештереү. 3. Тире эшкәртеү цехы асып, күндән аяҡ кейеме.
|
Таҡыясусаҡ ( Әлфиә) | Спорт үҙәге | 1. Йәйәүлеләр һуҡмағынан өлкәндәр, ә атлылар һуҡма-ғынан балалар өсөн тауҙан шыуыу урыны. 2. Йәйәүлеләр һуҡмағынан – трамплин төҙөү. 3. Ҡаяһында ҡаяға үрмәләү, унан төшөүгә өйрәтеп була. |
Аҫҡараҡ тамағы (Йәнгүзәл) | Туҡталҡа | Һыу инеү урыны, пляж, йөҙөү майҙансыҡтары, кейенеү-сисенеү бүлмәһе, шешлек ҡыҙҙырыуға бөтә шарттар. |
Күсоя (Гөлиә) | Умарталыҡ | Умарталыҡ асып, өҫтәлмә эш урындары булдырыу. Йәшәү өсөн йорт, ҡорттарҙы ҡышлатыу урыны. Шул уҡ ваҡытта солоҡсолоҡ өсөн кәрәкле ҡорамалдар эшләү, түмәр сабыу урыны. |
Кардон туғайы (Вилиә) | Туристик база | Туристар өсөн йорттар, мунса, алда һөйләп үткән эшҡыуарҙарҙың етештергән тауарҙарын һатыу өсөн магазин төҙөү. Йәйен дә, ҡышын да сәйәхәт атта тотоу. |
IV
Йомғаҡлау
- Нимә белдек ?
- Һеҙ бай, иркен йәшәрһегеҙ, тик тағы ла нимәләрҙе иҫтән сығарырға ярамай?
- рухи байлыҡ,
- тик байлыҡ артынан ғына ҡыумау,
- мәрхәмәт булыу һ.б.
Дәрес бөттө, бөтәгеҙгә лә рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
ИСТОРИЯ ПРОИСХОЖДЕНИЯ ДЕРЕВНИ СЯРМЫСЬКАСЫ И ЕЕ МИКРОТОПОНИМИКА
Этот материал можно использовать на уроках культуры родного края, истории. Я считаю, что собранный в одну работу материал будет представлять ценность при изучении родного края. Нельзя допустить, чтобы...

Ғәлиәкбәр ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары тарихы
Ғәлиәкбәр ауылы ҡағылышлы ер-һыу атамаларында дөйөм башҡорт хал-ҡының тарихы ла сағылған.Ҡаҙаҡтар борондан борондан беренә баш-ҡорт еренә барымта менән килгән. Улар араһында һәр ваҡыт һуғыш булып торғ...
Инша "Минең тыуған ауылым"
Ауылымдың эргәһенәнЮшатыр йылғаһы аға.Талғын ғына ел иҫкәндәТулҡынын ярға ҡаға.....

«Исследование микротопонимики районов города Шимановска»
У микротопонимов в моём городе есть названия, связанные с историей заселения и хозяйственной деятельностью человека, с именами отдельных людей и связанные с преданиями, легендами. По...


