Тикшеренеү эше
материал по краеведению на тему

Эҙләнеү эше Шәрәк ауылының тарихы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ezlneu_eshe_sharyak.docx52.52 КБ

Предварительный просмотр:

Башкортостан  республикаһы

Салауат районы

Лағыр  урта мәктәбе

                   

                           

                                      Номинация « Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте»

Шәрәк ауылы-

боронғо  башҡорт ауылы

                                                                Лағыр урта мәктәбенен 5- се класс                                                                                                         уҡыусыһы  Садиҡова Айгөлдөң      

тикшеренеү эше

Етәксеһе Садыҡова  Гөлнур Закир ҡыҙы

                                                           

                                            Лағыр-2016

                                                                 

Йөкмәткеһе

1.Инеш                                                                                            

2.Төп өлөш                                                                                                    

2.1 Шәрәк ауылы тарихы

2.2 Ауылдағы нәҫел аралары

2.3 Ер-һыу атамалары

3 Йомғаҡлау                                                                                  

4. Ҡулланылған әҙәбиәт  

5  Ҡушымта                                                            

                                                   

                                            Инеш

                                                                       Эй тыуған яҡ! Һаман һаҡлайһың һин,

                                                                       Бала саҡтың тәүге эҙҙәрен.

                                                        Миңә яҡын һинең һәр аҡланың,

                                                    Һәр бер тауың,үҙән, ерҙәрең.

Яҡуп Ҡолмой

  Һәр төбәктең үҙенә генә хас йәме, сере, тарихы бар.Улар, әлбиттә, исемдәрҙә, атамаларҙа тупланған. Исемдәрҙә – ил тарихы, тиҙәр. Ер-һыу атамалары халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө ул. Ваҡыт үтеү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы бер исемдәр аҡрынлап юйыла бара, оло быуын  үҙе менән тарихты алып китә. Шуға күрә ауыл тарихын, ер-һыу атамаларын, уларға ҡағылышлы легендаларҙы  ваҡытында теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләсәк быуынға еткереү - беҙҙең изге бурысыбыҙ тип һанайым. Был турала М5х9мм9тс9лим  %м5тбаев 72ене4 китабында:

«А6аба баш3орт3а 5с н9м9не беле7 мотла3: беренсе8е – 72е4де4 сы1ышы4ды, й91ни 72 ырыуы4ды беле7, икенсе8е- йондо22ар2ы исемл9п а4латыу 89м 5с5нс585 ри79й9тт9р2е, 5л94д9р2е, ер-8ыу атамаларын беле7», тип яҙып ҡалдырған.

   Тикшеренеү эшебеҙҙең актуаллеге: борон беҙҙең ата-бабалар: «Һәр кеше үҙ ауылының,халҡының тарихын белергә тейеш»,- тигән һәм үҙ балаларынан ошо ҡағиҙәне  үтәүҙе талап иткән. Ошо аманатҡа хыянат  итмәҫ өсөн был эште башҡарып сығырға кәрәк. Шуның өсөн дә үҙемдең тыуған төйәгем – Шәрәк  ауылы тарихын байҡау,   тирәһендәге   ер-һыу атамаларын туплау, легендаларын өйрәнеү, уларҙы төркөмләү эшенә тотондом.

 Тикшеренеү эшенең  маҡсаты: ауыл тарихына арналған мәҡәләләрҙе тикшереп,

ауылдың оло кешеләре  менән әңгәмә үткәреп  Ш9р9к ауылының  боронғо башҡорт ауылы ик9нен иҫбатлау.Иптәштәремдә ер-һыу атамаларының тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

 Тикшеренеү эшенең бурыстары:ер-һыу атамаларын өйрәнеү, ауылдың оло кешеләре  менән осрашыу,ер-һыу атамаларына бәйле әҙәбиәт  менән танышыу, Шәрәк ауылының боронғо ауыл икәнлеген иҫбатлау.

Тикшеренеү объекты: Шәрәк ауылы тарихы, тарихи хәтерҙе һаҡлап алып ҡалған топонимия.

 Тикшеренеү предметы: ауыл тарихы һәм ер-һыу атамаһына  бәйле материалдар .

 Тикшереү эшенең сығанаҡтары:тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн тыуған яҡҡа ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, аңлатмалы, диалектик   һүҙлектәр, теоретик ҡулланмалар, ер-һыу атамаларын төрлө яҡлап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтар файҙаланды. Шулай уҡ ауылдың оло кешеләре  менән фекер алышыу ойошторолдо.

 Тикшереүҙең практик әһәмиәте:

 Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, шәжәрә төҙөүҙәәктәп музейында файҙаланыла ала.

Структураһы– тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт  исемлегенән һәм  ҡушымтанан тора.

                                       

                         

                                                           Төп өлөш

Шәрәк ауылы тарихы

  Шәрәк- үҙенсәлекле  бәләкәй ауыл. Бәләкәй генә ауыл булһа ла тамырҙары боронғоға барып тоташа.    Раил Кузеевтың башҡорт ҡәбиләләре

классификацияһында Шәрәк ауылы ингән Тырнаҡлы ырыуы  Әйле ҡәбиләһенең бер тармағы  булып тора. 1795 йылда Тырнаҡлы ырыуына туғыҙ ауыл ҡарай: Шәрәк, Яуын, Лағыр, Мөхәмәт, Ибрай, Йүкәлекүл, Сағыр, Әйтеш, Елгилде.

    Ауыл  тарихы тураһында , ауылға беренсе килеп ултырыусылар тураһында башҡорт ғалимдарының хеҙмәттәренә, легендаларға таянып, оло быуын кешеләренең һөйләгәндәрен тыңлап белергә була.

    Беренсенән,уның тураһында Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡортостан  ауылдары тарихы» китабында түбәндәге мәғлүмәт бирелә: « Ошо атамалы йылға эргәһендә 1795 йылда ни бары 9 ихата- йорт булған, унда 21 ир  заты һәм 31  ҡатын-ҡыҙ  енесе йәшәгән. 1761 йылда ла шунса йорт һәм кеше иҫәпләнгән.  Былар барыһы ла ауыл 18 быуаттың һунғы өсөнсө өлөшөндә барлыҡҡа килгән тигән фекерҙе раҫлай.1834  йылда 13  йортта  81башҡорт һәм бер йортта 3 ҡаҙаҡ теркәлә. 1859 йылда 30  йорта 70 ир-ат һәм 68 ҡатын- ҡыҙ  йәшәй. Ҡаҙаҡтарҙың һаны 17 кешегә етә. 1920 йылда  57 йорта 300 башҡорт иҫәпләнә.   Ошо яҙмаларҙы уҡығандан һуң  ауылдың үҫешен, халыҡтың күбәйеүен әйтергә була. Ололарҙың һөйләүе буйынса, ауылдың урыны әҙерәк  Һаҡтау яғына күскән булған.  Ни өсөн халыҡ урынынан күсте икән тигән һорау тыуа?

 Башҡорт халҡы үҙенең ерен, иркен һаҡлап һәр саҡ  яуға күтәрелеп торған.

 Халыҡ араһында бөгөнгө көндә лә ошондай риүәйәт йәшәй : Иҫке Мөхәмәт ауылында башҡорттар Минлеғәле Юлаевты хан итеп күтәрәләр, уға Ҡараһаҡал исеме бирәләр.Әй аша сығып был хан үҙенен ғәскәрен Тырнаҡлы ырыуы халҡы менән тулыландыра һәм яуға күтәрә .Ҡараһаҡал яуы баҫтырылғас, Тырнаҡлы ырыуы урынлашҡан ауылдар яндырыла, кешеләрен язалап үлтерәләр.

    Крәҫтиәндәр һуғышында ла Тырнаҡлы ырыуы ауылдарының халҡы бик әүҙем ҡатнаша.Ошо яуҙарҙан һуң да халыҡ  үҙенең ерен ташлап китмәй, көл-күмергә әйләнгән ауылдан йыраҡ түгел урынлаша тип фаразларға була.

   Ә « Өфө губернияһынын Өфө өйәҙе буйынса 1895 – 1896 йылдарға статистика мәғлүмәттәре» тупланмаһында ауылға төрлө яҡлы  характеристика бирелә: « Шәрәк ауылы – Әй йылғаһының һул яҡ тигеҙ һәм түбәнге ярында урынлашҡан. Уға Шәрәк йылғаһы ҡоя. Өйәҙ ҡалаһынан – 90, Үрге Ҡыйғы ауылынан – 20, Лағыр ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта. Шәрәк йылғаһы тирмән төҙөү өсөн уңайлы. Халҡы- аҫаба башҡорттар. Ерҙәре бер урында ғына.  Тирмән урыны (2 дисәтинә) – йылына 10 тин түләү иҫәбенән 12 йылға ҡуртымға бирелгән.Шулай уҡ Биҙәүеш күлендә балыҡ тотоу урындары ла йылына 10 тин түләү иҫәбенән ҡуртымға бирелгән.Ауылда бер йәмәғәт тирмәне бар.Ауылдын бер өлөшөн элекке хәрби дәрәжәләге ҡырғыҙ-припущен никтар алып тора.Улар 4  йортта 6 кеше йәшәй”

    Икенсенән, легендаларҙа бәйән ителеүенсә, ата-бабаларыбыҙ Һырдарья буйындағы Ҡәйеп тигән ерҙә йәшәгән.Бер заман бер байҙын аҡбуҙ аты, байталы һәм Ғәҙелбаныу тигән ҡыҙы юҡ була.Өс егет уны эҙләргә китә.Улар эҙ буйлап оҙаҡ бара һәм Турғаяҡ эргәһендә килеп таба.Ә аттарҙын эҙе һаман Уралға китә.Егеттәр Әй буйына килеп сыга.Бында улар тәбиғәттен хозурлығына хайран ҡала: ҡуйы ҡара урмандар, бормалы йылғалар,үҙәндәр...  Ул төбәктә кешеләр булмай.Егеттәр бер йылғаны – Әй, икенсеһен – Үҙән, улар араһындағы тауҙы Ҡөҙрәт тип атай. Ҙур булмаған бер йылға буйында ике атты ла табалар , һәм Һырдарья буйына әйләнеп ҡайталар.Егеттәр күргәндәрен һөйләп биргәс , бөтә ырыу башҡоттары Уралға күсә.Улар араһында – мырҙаларҙың ата-бабаһы Мырҙабәк, тырнаҡлыларҙын ата-бабаһы Имса, әйлеләрҙен ата-бабаһы – Имсанын туғаны Тумса ла була.

   Быларҙан тыш, тырнаҡлыларҙын тарихы боронғо  башҡорт шәжәрәләрендә лә сағылыш таба.Тажетдин Ялсығолдон Әйле ҡәбиләһенен шәжәрәһендә Тырнаҡлы ырыуына нигеҙ һалыусы тип Иштәк тигән башҡорт ханы күрһәтелә.Уның һигеҙ улы була: Тамьян, Үҫәргән, Күбәләк, Бикәтүн, Һарт, Тырнаҡлы, Түбәләҫ, Дыуан.  Шәрәк ауылында йәшәүсе ике ара:бикәнәйҙәр оҙон бармаҡтар Тырнаҡлы ырыуына керә, шулай  булғас ауыл бик боронғо һәм унда тәү башлап килеп  ултырыусылар   ошо ара кешеләре булған тип уйларға була.

Легенда-риүәйәттәрҙә һөйләнеүенсә, Бикәнәй ҡарт улдары менән ошо хозур тәбиғәтле урынға килеп ултырған. Ауылдың ере  күп булған . Был турала Әсфәндиәровтың атап үтелгән китабы буйынса әйтергә була.  Лаҡлы ауылы  1760  йылдын 3  февралендә Тырнаҡлы улысынын аҫаба башҡорттарынан договор нигеҙендә һәр йорттан 25 тин  түләү шарты менән мәңгелек ҡулланыуға ер алып килеп ултыра .Договорҙан күренеүенсә, был территория Ҡаратаулы һәм Түбәләҫ улыстары ерҙәренә тиклем майҙанды ала (йәғни яҡынса ҡарағанда хәҙерге Лаҡлы менән Урмансы, Нәсебаш менән Лаҡлы, Сыбаркүл межаларына тиклем )һәм был территория яҡынса 6000  гектар тәшкил итә.Тимәк, Лаҡлылар Тырнаҡлы ырыуының  Шәрәк ауылынан ер алған, тип раҫларға мөмкин.

    Ауыл аҡһаҡалы Садыҡов Илдус  бабай һөйләүе буйынса ауылға  Шәрек йылғаһы исемен ҡушҡандар. Был йылға көнсығышҡа ҡарай табан аға, ә шәрек һүҙе көнсығыш тигәнде аңлата.Тимәк йылғаға ҡарап ауылға исем биргәндәр. Борон  Әй йылғаһы Күҫтәр тауы аҫтынан  аҡҡан, шуға ла ауылдың элекке урыны, ере Күҫтәр тауына яҡын булған, тип һөйләне Илдус бабай. Ауылдың яндырылыуы тураһында олатайҙарҙан ишеткәнен, ауыл Һаҡтау тауы яғына күскәнен, шуға ла боронғо зыяраттың ауыл уртаһында тороп ҡалыуын аҡһаҡал да һөйләне.

Шәрәк ауылындағы нәҫел аралары.

    Оло быуын кешеләре һөйләүенсә ауылға улдары менән Бикәнәй ҡарт тәүҙә килеп ултырған. Шулай булғас, бикәнәйҙәр араһы ауылға нигеҙ һалыусылар.

 Оҙон бармаҡтар араһы , шулай уҡ Тырнаҡлы ырыуынан, бикәнәйҙәрҙән ер һорап һуңыраҡ килгәндәр тип әйтәләр.

  Мин үҙем иштуғандар  нәҫеленән.Беҙҙең шәжәрәлә Иштуған олатай 1810  йылда үҙенен ғаиләһе менән хәҙерге Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылынан указлы мулла булып килгән тип билдәләнгән.   Беҙ шул Иштуған олатай балалары- иштуғандар.   1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Шәрәк ауылында  Әйле ҡәбиләһенә ҡараған Һарт ырыуынан булған указлы мулла Иштуған Әлимғол улы ғаиләһе  йәшәүе  билдәле.  Тимәк, Шәрәккә указлы мулла килтерелгәс ауыл мәсете лә ябай ғына булмаған тип уйларға була.

 Шәрәк  ауылында ҡырғыҙҙар араһы ла бар.  Статистика мәғлүмәттәре буйынса был ара нәҫелдәре 1895-1896  йылдарҙа  ауылда йәшәгән, уларға төп халыҡ  ауыл эргәһенән ер биргән булған.Ҡырғыҙҙар нәҫеле үҙҙәренең шәжәрәһендә 1824 йылдарҙа Шәрәк ауылына килеүҙәрен күрһәтә.

      2012  йылда бикәнәйҙәр, оҙон бармаҡтар,иштуғандар, ҡырғыҙҙар аралары  Шәжәрә байрамы үткәрҙе.Һәр ара үҙенең шәжәрә ағасын төҙөп, ете быуынына тиклем нәҫелен барлап, ата-бабаларынын рухтарын шатландырып ҙур эш башҡарҙы.

Шәрәк ауылы тирәһендәге  ер-һыу атамалары

   Белеүебеҙсә, топонимика бөтә булған ер-һыу атамаларын, географик   атамаларҙы өйрәнә.Топонимиканың тармаҡтары булған гидронимика- һыу атамаларын, ойконимика - ауыл, район һәм башҡа кеше йәшәй торған пункт атамаларын, ә оронимика тау, һырт,ҡалҡыу урындарҙың атамаларын тикшерә.          Шәрәк ауылы ике йылға ҡушылған урында  урынлашҡан. Борон кешеләр өй тәҙрәһен көндөң сығышына ҡаратыр булған, йылға ярҙарына ҡалҡыу урындарға өй һалған, ел-дауылдан һаҡланыу өсөн тау ышығын һайлаған.

     Ауылым Шәрәк тәбиғәттең иң матур урынында урынлашҡан.Әй йылғаһынын һул ярында, тау-урмандар ҡосағында ултыра ул. Ауыл эргәһендәге һәр таш, һәр һуҡмаҡ, һәр күл, яландын үҙ атамаһы тарихы бар.

    Ауыл халҡы йылға ярына урыны- урыны менән  исем атаған.

 Азима – йыртҡыл урын.

 Ат йөҙҙөргән – элек малайҙар ат йөҙҙөрөп уйнағандар.

 Биктимер йырыны.

 Ҡыҙыльяр – бында аҡтар менән ҡыҙылдар араһында ҡаты һуғыш була, ҡыҙылдар аҡтарҙы ҡырған, яр ҡып-ҡыҙыл булып ҡалған.

 Иген төбәк – ере ундырышлы, иген һәйбәт үҫкән.

 Ҡарағай төбәк – берҙән бер ҡарағай үҫкән урын булған.

 Арал – Әйҙең элекке үҙәне.

 Ҡараяр – йылға яры ҡарайып ятҡан урын.

 Биҙеүеш – борон күле арендаға бирелгән.

     Ауыл эргәһендә төрлө атамалы күлдәр ҙә күп.

 Иҫке Әй күле – борон Әй йылғаһы шул тирәнән аҡҡан.

 Түнәрәк күл – түп- түнәрәк булыуы өсөн атағандар.

 Ҡайынлыкүл – ҡайындар үҫә күл тирәһендә.

 Үлекүл – балығы ла юҡ, ҡоштарҙа йәшәмәй.

    Ауыл халҡын ел-дауылдарҙан һаҡлап тороусы тауҙар – Һаҡтау.Был тауҙа йөрөһәң Әлмәтҡул ҡултығын үтеп Ҡараса шишмәһенең тәмле һыуын эсеп Сынғырауыҡ мәмерйәһенә барырға була.

    Был мәмерйә тураһында Башҡортостан телевидениеһы эҙәрмәндәр тапшырыуында күрһәтте.

Сыңғырауыҡ мәмерйәһе

    Был мәмерйәгә Сынғырауыҡ исеме ҡушылған, ул соҡорҙа урынлашҡан.Әгәр таш ташлаһаң, шул таш сыңғырҙап төшөп китә. Илдус бабай  мәмерйә тураһында шулай тип һөйләне: «Беҙ малай саҡта арҡан менән мәмерйәгә төштөк. Сама менән ун һигеҙ метр булғандыр, шунда шешәгә яҙыулы ҡағыҙ һалып ултыртып  ҡалдырҙыҡ. А малайҙар менән тағы ла килеп йөҙ метрлыҡ ҡармаҡ ебенең осона таш бәйләп төшөрҙөк буйламаны.  Таш ырғытһаң, яҡынса был тауыш ярты минут ишетелә ине.»

    Эҙәрмәндәр был мәмерйәне тикшереп шундай һығымтаға килделәр: был мәмерйәне тикшерер өсөн айырым экспедиция үткәрергә кәрәк,сөнки мәмерйәлә  ҡар һыуҙары сүп-сар тултырған.

Өфәйғолаҡ

  Әй ярының иң текә урыны. Өфәй уба тигәнде аңлатһа, ысынлап та, был  тау һырты  ҡолаҡҡа оҡшап тора.

Күҫтәр тауы

 Тау  атамаһы урыҫ һүҙенән килеп сыҡҡан.18 быуатта урыҫ хөкүмәте башҡорттарға тимерлек тоторға рөхсәт итмәгән.Ләкин башҡорттар йәшереп тимер эше менән булашалар.  Йәшерен бер тимерлек тауҙа була. Тимерсене Кустар-хәҙрәт тип йөрөтәләр.  Был тау атамаһы кустарь һүҙенән тороп ҡалған.

                                                      Йомғаҡлау

   Шулай итеп, тикшереү барышында алдыбыҙға ҡуйылған бурысты үтәнек тип уйлайбыҙ. Беҙ ауыл тураһында материалдарҙы уҡып, өйрәнеп, оло быуын кешеләренән һорашып шуны асыҡланыҡ.

  1.  Шәрәк ауылы Ҡараһаҡал яуына тиклем булған һәм  яуҙан һуң көл-күмергә әйләнгән, ләкин халыҡ тыуған төйәген ташламаған яңынан ауылын тергеҙгән.
  2.  Ауылға башлап килеүселәр Бикәнәйҙәр араһы.
  3.  Ер-һыу атамаларының тарихы ауылдың боронғолоғон иҫбатлай.
  4.  Киләсәктә был эште дауам итеп ауыл тарихын ныҡлап өйрәнергә, ер-һыу атамаларын тулыраҡ асыҡларға уйлайбыҙ.

      Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Әнүәр Әсфәндиәров Башҡортостан  ауылдары тарихы. 9 китабы

2.   Рәшит Шәкүр  Исемдәрҙә- ил тарихы. Өфө, 1984.

3.  Кузеев Р.Г. Башкирские шежере. Уфа, 1960.

   

 

 Хәйерле көн , мин Лағыр урта мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы  Садиҡова Айгөл.  Минең тикшереү эшемдең темаһы « Шәрәк ауылы- боронғо башҡорт ауылы»

         Слайд                                                Эй тыуған яҡ! Һаман     һаҡлайһың һин,

                                                                       Бала саҡтың тәүге эҙҙәрен.

                                                        Миңә яҡын һинең һәр аҡланың,

                                                    Һәр бер тауың,үҙән, ерҙәрең.

слайд

Һәр төбәктең үҙенә генә хас йәме, сере, тарихы бар.Улар, әлбиттә, исемдәрҙә, атамаларҙа тупланған. Исемдәрҙә – ил тарихы, тиҙәр. Ер-һыу атамалары халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө ул. Ваҡыт үтеү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы бер исемдәр аҡрынлап юйыла бара, оло быуын  үҙе менән тарихты алып китә. Шуға күрә ауыл тарихын, ер-һыу атамаларын, уларға ҡағылышлы легендаларҙы  ваҡытында теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләсәк быуынға еткереү - беҙҙең изге бурысыбыҙ тип һанайым.

  (слайд)        Был турала М5х9мм9тс9лим  %м5тбаев 72ене4 китабында:

«А6аба баш3орт3а 5с н9м9не беле7 мотла3: беренсе8е – 72е4де4 сы1ышы4ды, й91ни 72 ырыуы4ды беле7, икенсе8е- йондо22ар2ы исемл9п а4латыу 89м 5с5нс585 ри79й9тт9р2е, 5л94д9р2е, ер-8ыу атамаларын беле7», тип яҙып ҡалдырған.

( слайд)       Тикшеренеү эшебеҙҙең актуаллеге: борон беҙҙең ата-бабалар: «Һәр кеше үҙ ауылының,халҡының тарихын белергә тейеш»,- тигән һәм үҙ балаларынан ошо ҡағиҙәне  үтәүҙе талап иткән. Ошо аманатҡа хыянат  итмәҫ өсөн был эште башҡарып сығырға кәрәк. Шуның өсөн дә үҙемдең тыуған төйәгем – Шәрәк  ауылы тарихын байҡау,   тирәһендәге   ер-һыу атамаларын туплау, легендаларын өйрәнеү, уларҙы төркөмләү эшенә тотондом.

   (слайд)     Тикшеренеү эшенең  маҡсаты: ауыл тарихына арналған мәҡәләләрҙе тикшереп,

ауылдың оло кешеләре  менән әңгәмә үткәреп  Ш9р9к ауылының  боронғо башҡорт ауылы ик9нен иҫбатлау.Иптәштәремдә ер-һыу атамаларының тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

        Тикшеренеү эшенең бурыстары:ер-һыу атамаларын өйрәнеү, ауылдың оло кешеләре  менән осрашыу,ер-һыу атамаларына бәйле әҙәбиәт  менән танышыу, Шәрәк ауылының боронғо ауыл икәнлеген иҫбатлау.

Шәрәк ауылы тарихы

  Шәрәк- үҙенсәлекле  бәләкәй ауыл. Бәләкәй генә ауыл булһа ла тамырҙары боронғоға барып тоташа.    Раил Кузеевтың башҡорт ҡәбиләләре

классификацияһында Шәрәк ауылы ингән Тырнаҡлы ырыуы  Әйле ҡәбиләһенең бер тармағы  булып тора.    Ауыл  тарихын  өйрәнер өсөн мин Әнүәр Әсфәндиәровтың « Башҡортостан ауылдары тарихы” китабын уҡыным һәм   ауылым тураһында шуларҙы белдем,( слайд) Беҙҙең ауыл 18  быуатта уҡ барлыҡҡа килгән.

 Башҡорт халҡы үҙенең ерен, иркен һаҡлап һәр саҡ  яуға күтәрелеп торған.

 Халыҡ араһында бөгөнгө көндә лә ошондай риүәйәт йәшәй : Иҫке Мөхәмәт ауылында башҡорттар Минлеғәле Юлаевты хан итеп күтәрәләр, уға Ҡараһаҡал исеме бирәләр.Әй аша сығып был хан үҙенен ғәскәрен Тырнаҡлы ырыуы халҡы менән тулыландыра һәм яуға күтәрә .Ҡараһаҡал яуы баҫтырылғас, Тырнаҡлы ырыуы урынлашҡан ауылдар яндырыла, кешеләрен язалап үлтерәләр.

    Крәҫтиәндәр һуғышында ла Тырнаҡлы ырыуы ауылдарының халҡы бик әүҙем ҡатнаша.Ошо яуҙарҙан һуң да халыҡ  үҙенең ерен ташлап китмәй, көл-күмергә әйләнгән ауылдан йыраҡ түгел урынлаша тип фаразларға була.

   Ә « Өфө губернияһынын Өфө өйәҙе буйынса 1895 – 1896 йылдарға статистика мәғлүмәттәре» тупланмаһында ауылға төрлө яҡлы  характеристика бирелә: « Шәрәк ауылы – Әй йылғаһының һул яҡ тигеҙ һәм түбәнге ярында урынлашҡан. Уға Шәрәк йылғаһы ҡоя. Өйәҙ ҡалаһынан – 90, Үрге Ҡыйғы ауылынан – 20, Лағыр ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта. Шәрәк йылғаһы тирмән төҙөү өсөн уңайлы. Халҡы- аҫаба башҡорттар. Ерҙәре бер урында ғына.  .Ауылда бер йәмәғәт тирмәне бар.Ауылдын бер өлөшөн элекке хәрби дәрәжәләге ҡырғыҙ-припущен никтар алып тора.Улар 4  йортта 6 кеше йәшәй”

    Легенда БУЙЫНСА ата-бабаларыбыҙ Һырдарья буйында  йәшәгән борон һәм Әй буйына килеп сығып шунда төйәк ҡоралар.  

    Тырнаҡлыларҙын тарихы боронғо  башҡорт шәжәрәләрендә лә бар.

Әйле ҡәбиләһенен шәжәрәһендә Тырнаҡлы ырыуына нигеҙ һалыусы тип Иштәк тигән башҡорт ханы күрһәтелә.Уның һигеҙ улы була: Тамьян, Үҫәргән, Күбәләк, Бикәтүн, Һарт, Тырнаҡлы, Түбәләҫ, Дыуан.  Шәрәк ауылында йәшәүсе ике ара:бикәнәйҙәр оҙон бармаҡтар Тырнаҡлы ырыуына керә, шулай  булғас ауыл бик боронғо һәм унда тәү башлап килеп  ултырыусылар   ошо ара кешеләре булған тип уйларға була.

 Легенда-риүәйәттәрҙә һөйләнеүенсә, Бикәнәй ҡарт улдары менән ошо хозур тәбиғәтле урынға килеп ултырған.

     Ауыл аҡһаҡалы    Садыҡов Илдус  бабай һөйләүе буйынса ауылға  Шәрек йылғаһы исемен ҡушҡандар. Был йылға көнсығышҡа ҡарай табан аға, ә шәрек һүҙе көнсығыш тигәнде аңлата.Тимәк йылғаға ҡарап ауылға исем биргәндәр. Борон  Әй йылғаһы Күҫтәр тауы аҫтынан  аҡҡан, шуға ла ауылдың элекке урыны, ере Күҫтәр тауына яҡын булған, тип һөйләне Илдус бабай. Ауылдың яндырылыуы тураһында олатайҙарҙан ишеткәнен, ауыл Һаҡтау тауы яғына күскәнен, шуға ла боронғо зыяраттың ауыл уртаһында тороп ҡалыуын да аҡһаҡал һөйләне.

Шәрәк ауылындағы нәҫел аралары.

    Оло быуын кешеләре һөйләүенсә ауылға улдары менән Бикәнәй ҡарт тәүҙә килеп ултырған. Шулай булғас, бикәнәйҙәр араһы ауылға нигеҙ һалыусылар.

 Оҙон бармаҡтар араһы , шулай уҡ Тырнаҡлы ырыуынан, бикәнәйҙәрҙән ер һорап һуңыраҡ килгәндәр тип әйтәләр.

   Шунан  һуң Иштуғандар килгән.

   Шәрәк  ауылында ҡырғыҙҙар араһы ла бар.  Ҡырғыҙҙар нәҫеле үҙҙәренең шәжәрәһендә 1824 йылдарҙа Шәрәк ауылына килеүҙәрен күрһәтә.

     2012  йылда бикәнәйҙәр, оҙон бармаҡтар,иштуғандар, ҡырғыҙҙар аралары  Шәжәрә байрамы үткәрҙе.

     Был беҙҙең шәжәрә.

  Мин үҙем иштуғандар  нәҫеленән.Беҙҙең шәжәрәлә Иштуған олатай 1810  йылда үҙенен ғаиләһе менән хәҙерге Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылынан указлы мулла булып килгән тип билдәләнгән.   Беҙ шул Иштуған олатай балалары- иштуғандар, шулай тармаҡланып таралғанбыҙ.  1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Шәрәк ауылында  Әйле ҡәбиләһенә ҡараған Һарт ырыуынан булған указлы мулла Иштуған Әлимғол улы ғаиләһе  йәшәүе  билдәле.  Тимәк, Шәрәккә указлы мулла килтерелгәс ул ваҡытта ауыл мәсете лә ябай ғына булмаған тип уйларға була.

Шәрәк ауылы тирәһендәге  ер-һыу атамалары

     Ауылым Шәрәк тәбиғәттең иң матур урынында урынлашҡан.Әй йылғаһынын һул ярында, тау-урмандар ҡосағында ултыра ул. Ауыл эргәһендәге һәр таш, һәр һуҡмаҡ, һәр күл, яландын үҙ атамаһы тарихы бар.

    Ауыл халҡы йылға ярына урыны- урыны менән  исем атаған.

 Азима – йыртҡыл урын.

 Ат йөҙҙөргән – элек малайҙар ат йөҙҙөрөп уйнағандар.

 Биктимер йырыны.

 Ҡыҙыльяр – бында аҡтар менән ҡыҙылдар араһында ҡаты һуғыш була, ҡыҙылдар аҡтарҙы ҡырған, яр ҡып-ҡыҙыл булып ҡалған.

 Иген төбәк – ере ундырышлы, иген һәйбәт үҫкән.

 Ҡарағай төбәк – берҙән бер ҡарағай үҫкән урын булған.

 Арал – Әйҙең элекке үҙәне.

 Ҡараяр – йылға яры ҡарайып ятҡан урын.

 Биҙеүеш – борон күле арендаға бирелгән.

     Ауыл эргәһендә төрлө атамалы күлдәр ҙә күп.

 Иҫке Әй күле – борон Әй йылғаһы шул тирәнән аҡҡан.

 Түнәрәк күл – түп- түнәрәк булыуы өсөн атағандар.

 Ҡайынлыкүл – ҡайындар үҫә күл тирәһендә.

 Үлекүл – балығы ла юҡ, ҡоштарҙа йәшәмәй.

    Ауыл халҡын ел-дауылдарҙан һаҡлап тороусы тауҙар – Һаҡтау.Был тауҙа йөрөһәң Әлмәтҡул ҡултығын үтеп Ҡараса шишмәһенең тәмле һыуын эсеп Сыңғырауыҡ мәмерйәһенә барырға була.

    Был мәмерйә тураһында Башҡортостан телевидениеһы эҙәрмәндәр тапшырыуында күрһәтте.

Сыңғырауыҡ мәмерйәһе

    Был мәмерйәгә Сынғырауыҡ исеме ҡушылған, ул соҡорҙа урынлашҡан.Әгәр таш ташлаһаң, шул таш сыңғырҙап төшөп китә. Илдус бабай  мәмерйә тураһында шулай тип һөйләне: «Беҙ малай саҡта арҡан менән мәмерйәгә төштөк. Сама менән ун һигеҙ метр булғандыр, шунда шешәгә яҙыулы ҡағыҙ һалып ултыртып  ҡалдырҙыҡ. А малайҙар менән тағы ла килеп йөҙ метрлыҡ ҡармаҡ ебенең осона таш бәйләп төшөрҙөк буйламаны.  Таш ырғытһаң, яҡынса был тауыш ярты минут ишетелә ине.»

    Эҙәрмәндәр был мәмерйәне тикшереп шундай һығымтаға килделәр: был мәмерйәне тикшерер өсөн айырым экспедиция үткәрергә кәрәк,сөнки мәмерйәлә  ҡар һыуҙары сүп-сар тултырған.

Өфәйғолаҡ

  Әй ярының иң текә урыны. Өфәй уба тигәнде аңлатһа, ысынлап та, был  тау һырты  ҡолаҡҡа оҡшап тора.

                                    Күҫтәр тауы

 Тау атамаһы урыҫ һүҙе кустарь һүҙенән тороп ҡалған тигән легенда бар.

                                                      Йомғаҡлау

   Шулай итеп, тикшереү барышында алдыбыҙға ҡуйылған бурысты үтәнек тип уйлайбыҙ. Беҙ ауыл тураһында материалдарҙы уҡып, өйрәнеп, оло быуын кешеләренән һорашып шуны асыҡланыҡ.

1 Шәрәк ауылы Ҡараһаҡал яуына тиклем булған һәм  яуҙан һуң көл-күмергә әйләнгән, ләкин халыҡ тыуған төйәген ташламаған яңынан ауылын тергеҙгән.

 2. Ауылға башлап килеүселәр Бикәнәйҙәр араһы.

  1.   Ер-һыу атамаларының тарихы ауылдың боронғолоғон иҫбатлай.

 4   Киләсәктә был эште дауам итеп ауыл тарихын ныҡлап өйрәнергә, ер-һыу атамаларын тулыраҡ асыҡларға уйлайбыҙ.

               

                         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Туган ягым - яшел бишек" темасына фәнни-тикшеренү эше

Урман-кырлар, тау-калкулыклар, елга-күлләр... Һәр төбәкнең төрле атамалар белән исемләнгән, халык теленә кереп калган аерым тарихы, легенда-риваятьләре белән анда-күңелдә яшәгән урыннары бихисап...

Укучыларның фәнни-тикшеренү эшләрен оештыру – заман таләбе

Укучыларның фәнни-тикшеренү эшләрен оештыру – заман таләбе.Укучыларны эзләнү-тикшеренү эше  белән шөгыльләндерә алу бик зур мөмкинлекләр ача, укучыларның сөйләм телен, иҗади сәләтен үстерергә ярд...

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә эзләнү-тикшеренү эшен оештыру

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә эзләнү-тикшеренү эшен оештыру күнекмәләре күрсәтелгән. Тема, максат, төп бурычлар һәм җиңел ысуллар ......

Укучыларның фәнни тикшеренү эшләрен оештыру – заман таләбе.

Хәзерге мәгариф системасында укытучылардан укучыларның фәнни-тикшеренү эшчәнлеген даими, системалы оештыру сорала.Бүгенге педагогларның бурычы – укучыларның фәнни-тикшеренү эшчәнлеген оештыру, ф...

ПРОЕКТНАЯ РАБОТА “ Яшь эзтабарлар”түгәрәге кысаларында “352 нче Орша дивизиясе эзләреннән” темасына эзләнү-тикшеренү проекты. Исследовательский проект “ По следам 352 ой Оршанской дивизии” в рамках кружка “ Юный следопыт

Актуальность проектаАктуальность этого проекта определяется тем, что, в 90-е годы прошлого столетия в России произошли как важные, позитивные перемены, так и негативные явления, неизбежные в период кр...

Фәнни-тикшеренү эше. Нәби Дәүлинең “Яшәү белән үлем арасында” повестендә патриотлык.

Тема: Нәби Дәүлинең  “Яшәү белән үлем арасында” повестендә патриотлык....

"Г.Афзал иҗатында патриотик тәрбия" темасына фәнни-тикшеренү эшенең презентациясе

В слайдах презентации даются  несколько фотографий  татарского народного писателя Г. Афзала,  также поэта-патриота М.Джалиля, которому автор посвящает свои стихи....