Доклад
методическая разработка

Магдинова Эльза Канафиевна

«Дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа яңы технологиялар ҡулланыу нигеҙендә уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү».

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл doklad.docx31.98 КБ

Предварительный просмотр:

Хәйерле көн хөрмәтле коллегалар!

Минең сығышымдың темаһы: «Дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа яңы технологиялар ҡулланыу нигеҙендә уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү».

Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу – ҙур тырышлыҡ, сабырлыҡ талап иткән ҡатмарлы процесс. Уҡыусылар башҡорт телен үҙләштерһен өсөн уҡытыусыларға балаларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә, төрлө алымдар ҡулланып эшләргә, кластан тыш эштәрҙе лә һөҙөмтәле итеп ойошторорға кәрәк. Йәғни,  башҡорт теле дәрестәре, кластан тыш эштәр уҡыусыға белем бирергә, уны тәрбиәләргә, төрлө яҡлап үҫтерергә, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла булырға тейеш.  Һәм башҡорт телен тейешле кимәлдә уҡытыуға, уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләүҙә һәм уҡыу сифатын күтәреүҙә яңы технологияларҙың роле ҙур.

Яңы технологияларҙы дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа  урынлы ҡуллана белеү – бөгөнгө көндә уҡыу, уҡытыу системаһында төп талаптарҙың береһе.  Яңы технологиялар ҡулланып дәрестәр, кластан тыш саралар үткәреү модаға эйәреү түгел, бөгөнгө көн талабы. Сөнки был төр  дәрестәр, кластан тыш саралар уҡыусыларҙың практик белемдәрен нығыта, үҙ аллы эште тейешле кимәлдә ойошторорға, уҡытыу процесын индивидуалләштереүгә ярҙам итә, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уята.  Был уҡытыусылар иңенә ҙур яуаплылыҡ һала һәм яңы технологиялар үҫеше үҙ эшен яҡшы белгән, камиллашыуға ынтылған белгестәр талап итә.

Башҡорт теле дәрестәренең, кластан тыш сараларҙың  яңы технологиялар  ҡулланып үткәрелеүе үк уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Беренсенән, уҡыусылар өсөн яңы технологиялар үтә лә яҡшы таныш технологияларҙың береһе; икенсенән, уҡыусыларҙа урта быуын кешеләр, йәғни уҡытыусылар компьютерҙы әле белеп бөтмәй, тигән фекер нығынған, шуға күрә лә улар уҡытыусы менән ярышып эшләргә, уҡытыусынан яҡшыраҡ беләбеҙ тигән фекерҙе иҫбатларға тырышасаҡ;  өсөнсөнән, төрлө социаль сайттарҙа яҙышыу, аралашыу, сайттар аша төрлө материалдар эҙләү, кино-, видеофильмдар ҡарау өсөн ҡулланылған компьютерҙы нисек итеп белем биреү системаһында ҡулланып була икән, тигән проблемалы һорау үҙе үк уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа яңы технологиялар ҡулланыу уҡытыусыға уҡытыу процесын төрлөләндереүҙә ярҙам итә, дәрес ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле үтә. Әлбиттә, компьютер уҡытыусыны алмаштырмай, әммә һәр бер дәрес, сара уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу уята. Был ысул уҡытыусылар өсөн дә ҡыҙыҡ: уҡыусының белем кимәлен арттыра, уҡытыусыға яңы ысулдар эҙләргә мөмкинселектәр тыуҙыра.

Сығышымда уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү, уҡыу сифатын күтәреү маҡсатында дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа яңы технологиялар ҡулланыу ысулдарының бер нисәһендә генә туҡталып китмәксемен.

I. Интернет ысулы.

Интернет үҙенең иҫ киткес мөмкинселектәре менән беҙҙең тормошобоҙға ныҡлы үтеп ингән күренеш, бөтә төр предмет уҡытыусыларын да ҡыҙыҡһындырған  йүнәлеш.

Уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү күҙлегенән ҡарағанда, , интернет селтәрендәге материалдар яңырып тороуы, актуаль булыуы, төрлө телдә аралашыу ҡоралы булараҡ файҙаланыуы менән ҡыҙыҡлы.

Интернетты уҡытыу процесында ҡулланыуҙың иң ябай төрҙәренең береһе – уҡытыу, уҡыу процесы өсөн яңы матералдар эҙләү. Интернет селтәренән алынған материалдар традицион дәрестәр барышында ҡулланыла. Әлбиттә, был осраҡта интернет мөмкинселегенең бер өлөшө генә ҡулланыла. Әммә интернетты был маҡсатта ҡулланыу башҡорт теле дәресен уҡытыу йүнәлешен яңырта: уҡыусыға иҫ киткес күп материалдар араһынан һайлап алынған яңы мәғлүмәт менән танышыу мөмкинселеге тыуа.

Дәрес, уҡытыу процесында интернетты ҡулланыуҙың тулы мөмкинселеге фәҡәт аудиторияла күренә. Был төр эш өсөн компьютер класының интернет селтәренә тоташтырылған булыуы шарт.

Интернет селтәрендә уҡыусыларҙың теге йәки был йүнәлеш буйынса белемен арттырыуға ҡоролған үҙ аллы эш ойошторорға мөмкин. Был индивидуаль эш төрө. Уҡыусының грамматик, лексик белемен нығытыуға ҡоролған эш. Был йүнәлештә  башҡорт теленең машина фондын http://mfbl2.ru/ ҡулланырға була. Һөҙөмтәлә, порталдағы эҙләү системаһынан башҡорт теле буйынса синхрон, диахрон йөкмәткеле төрлө фонетик, фонологик, лексик-семантик, лексикографик мәғлүмәттәр алырға була.

Шулай уҡ төрлө ваҡиғалар буйынса яҙылған материалдарға комментарийҙар яҙырға, комментарийҙарҙа үҙ фекерен асыҡ, аныҡ итеп еткерергә өйрәтеү сараһы булараҡ та интернет технологияларын ҡулланырға була.

Әлбиттә, интернет технологияларын ҡулланып уҡытыуҙа уҡытыусының роле үҙгәрә. Был осраҡта инде уҡытыусы консультант, кәңәшсе, ә “тренер” түгел. Интернет технологияларын ҡулланып уҡытыу уҡыусыларҙа яңы төр мәҙәниәткә өйрәтеүҙең дә бер юлы булып торасаҡ.  Интернет ул уҡыуға ҡыҙыҡһыныу булдырыу, үҙ аллы белем алыу өсөн ғәжәйеп ҙур мәғлүмәт сығанағы. Интернетҡа һәр саҡ тулыланып тороусы белешмә сығанағы булараҡ ҡараш булдырыу мотлаҡ.

Шулай уҡ мәктәп дәреслектәре йыш яңырып тормай, ә бөтә яңы мәғлүмәттәрҙе интернетта табыу мөмкинселеге бар.

Әлбиттә, кәрәкле мәғлүмәтте таба белер өсөн, уҡыусыларҙы эҙләү системалары менән дә эшләргә өйрәтеү мөһим. Былар Яндекс (https://yandex.ru/) Yahoo (http://www.yahoo.com), Google (http://www.google.com), Alta Vista (http://www.altavista.com), Go.com (http:// infoseek.go.com) каталогтары, шулай уҡ  Rambler, Msn, Fast, Mail.ru, ICQ һ.б. төрлө порталдар.

Мәҫәлән, интернет ҡулланып, һүҙлек эшенең төрлө алымдарын ҡулланып була: бирелгән һүҙҙәрҙе яндекс, гугл аша һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе тәржемә иттереү, тәржемәнең дөрөҫлөгөн тикшертеү – сөнки бөгөнгө көндә был гугл, яндекста һүҙҙәр, һөйләмдәр  әлегә тулыһынса дөрөҫ тәржемә ителмәй; тәржемәне дөрөҫләү иҫтә ҡалдырыу, һөйләмдәр төҙөү.

II.Тестар

Үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү, уҡыу сифатын күтәреү маҡсатында мәктәп сайтына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән электрон тестар индерергә була. Тестар ярҙамында уҡыусылар үҙ аллы белемдәрен тикшерә һәм камиллаштыра ала.  

MyTest программаһы менән уҡыусыларға башҡорт телендә тест үткәрергә, тестарҙы редакторларға мөмкин, һөҙөмтәләр журналы ла программа системаһының үҙендә. Компьютер тестары эшләү, тестарҙы үткәреү, тест һөҙөмтәләрен йыйыу һәм анализлау, тестағы шкалалар буйынса билдәләр ҡуйыу мөмкинлеге лә бар был программала. Ҡулланыуға программа еңел һәм уңайлы. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа уны еңел үҙләштерә.

Тест төҙөү өсөн уңайлы тестар редакторы бар. Хатта компьютерҙы башланғыс кимәлдә белгән уҡытыусы ла был программаны еңел үҙләштерәсәк, дәрестә ҡуллана аласаҡ.

Мәктәптә компьютер селтәре булдырылған булһа, MyTest журналының модулен ҡулланып, тест һөҙөмтәләрен бер ергә йыйырға һәм эшкәртергә мөмкин. Шулай уҡ компьютер селтәре аша уҡытыусы уҡыусыларға тестарҙы таратып бирә ала. Был осраҡта инде тестарҙың файлын уҡытыусы һәр компьютерға айырым күсереп йөрөмәй.

III. Видеолар эшләү, редакторлау программалары “Мовэ Мекер” (Movie Maker) һәм “Пинэкл Студио” (Pinnacle Studio)

Артабан, ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы яңы технологиялар ҡулланыу ысулдарының бер төрө — видеолар эшләү, редакторлау программалары менән эшләү.

Һәр мәктәптә  компьютер программалары менән мауығып эшләүсе уҡыусылар төркөмө бар. Улар менән “Мовэ Мекер” һәм “Пинэкл Студио” программаларына нигеҙләнеп, тыуған яҡ тураһында текстары башҡорт телендә булған фильм төшөрөргә мөмкин. Әлбиттә, фильм төшөрөү – оҙайлы ваҡытты, һәр уҡыусынан  яҡшы әҙерлекте талап итеүсе эш төрө. Фильмды әҙерләү барышында уҡыусыларҙың ҙур ҡыҙыҡһыныуын күреү, бер-береһе менән ярышып материал эҙләүе, тәржемә эшенә дуҫ–иштәрен, ғаиләләрен йәлеп итеүҙәре, ә башҡортса текстарҙы яҙғанда телмәр үҫтереү, үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү,  уҡыусыларҙа  телгә, тыуған яҡҡа ҡарата ихтирам тәрбиәләү буйынса уңышлы эш төрҙәренең береһе.

Фильм төшөрөү барышында уҡытыусыға һәр уҡыусы менән айырым эшләргә, күрһәтмәләр бирергә, уның эшмәкәрлегенә етәкселек итергә тура килә. Бындай фильмдар, бер яҡтан, уҡытыусының методик ҡумтаһын һәм кабинетты материал менән байытһа, икенсенән, уҡыусылар тыуған төйәктең тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәби донъяһы менән танышыуын дауам итә, ә башҡа класс уҡыусылары  өр-яңы мәғлүмәт ала, өсөнсөнән, теләйме – теләмәйме башҡорт теленең грамматик нигеҙен өйрәнә.

Уҡытыусы уҡыусыға мәғлүмәтте әҙер рәүештә табып бирмәй, ә уны эҙләргә һәм табырға, уға анализ яһарға, уны системаға һалырға, табылған мәғлүмәткә нигеҙләнеп, тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә өйрәтә. Бындай эшмәкәрлектә алынған белем уҡыусының “шәхси” белеменә әүерелә, ә уҡытыусы ошо белемде, яңылыҡты эҙләргә, үҙләштерергә ярҙам итеүсе кәңәшсе урынын ала.  

IV. Microsoft Office программалары:

Артабан, ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы яңы технологиялар ҡулланыу ысулдарының бер төрө — Microsoft Office программалары менән эшләү.

Дәрескә йәки кластан тыш сараларға әҙерләнеү этабында WORD программаһының текстлы редакторына йыш мөрәжәғәт итергә мөмкин, сөнки уның дәрес өсөн кәрәкле дидактик материалдар, күргәҙмәлектәр менән тәьмин итеү мөмкинлектәре ҙур. Уҡыусылар ҙа үҙ аллы эштәрен ворд программаһында йыя, редакторлай, эштәрен айырым папкаға туплай белергә тейеш.

Компьютер технологиялары ҡулланып дәрес үткәргәндә бөгөнгө көндә презентация яһау киң таралыш ала. Бындай дәрестең нигеҙе – төрлө һүрәттәр, ябай, анимациялы схемалар, видеофильмдар ҡулланып, яңы материалды аңлатыу. Дәрескә материалдар туплау алдан башлана. Бөтә тупланған материалдар берләштерелә. Был осраҡта күберәк PowerPoint программаһы ҡулланыла. Дәрес барышында әҙерләнгән презентацион материал видеопроектор аша күрһәтелергә йә булмаһа айырым компьютерҙар аша эшләргә мөмкин. Был саралар ярҙамында уҡытыусы балаларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, унда башҡорт телен өйрәнергә  теләк булдырырға тейеш.

Презентация өсөн материал фәнни яҡтан нигеҙле, аңлайышлы, күргәҙмәле булырға тейеш. Презентацияны дәрестең белемдәрҙе актуалләштереү, яңы материалды аңлатыу;  белемдәрҙе нығытыу һәм системалаштырыу этаптарында ҡулланыу һөҙөмтәлерәк. Шулай уҡ дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа яңы технологиялар ҡулланыу нигеҙендә уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү ысулдарының да бер төрө. 

Уҡытыусының яңы технологиялар менән  эшләү логикаһын өс этапҡа бүлергә кәрәк:

  1. презентация эшләү алымдарын уҡыусыларға өйрәтеү, эшләү күнекмәләрен булдырырға.

2) дәрестең бурысына, йөкмәткеһенә ярашлы документтың йөкмәткеһен,  форматын эшләү.

3) уҡыусыларҙың проектың реализациялау маҡсатында уҡытыусының PowerPoint программаһы буйынса консультацияһы.

Бөгөнгө көндә уҡыусыларҙың түбәнге кластағылары ла, юғары синыфта уҡыусылары ла бер үк ҡыҙыҡһынып эшләйәсәк. Әммә был проект буйынса эшләгәндә уҡытыусы материалдар һайлағанда йәш үҙенсәлеген иҫәпкә алырға тейеш.

Шулай итеп, уҡытыусы дәрескә әҙерләнгәндә уҡыусыларҙы йәлеп итеп, уларҙың үҙҙәренән презентация эшләтеп, балаларҙа дәрескә генә ҡыҙыҡһыныу уятмай, уларҙы яңы технологиялар үҙҙәрен эшләргә өйрәтә.

Һис шикһеҙ, яңы технологиялар ҡулланып эшләнгән дидактик материалдар дәрестәрҙе йөкмәткелерәк, индивидуаль рәүештә алып барырға, уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләүгә һәм уҡыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә.  Дәрестәр заманса үтә.

Яңы технологиялар ҡулланып, бик күп ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин:уҡыусыларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы арта; уҡытыусының таҡта менән эшләүен кәметә, аҡбур менән таҡтаға яҙып, ваҡытын күп сарыф итеүҙән ҡотҡара; тестар ярҙамында үҙләштерелгән материалды тикшерергә, хаталарын төҙәтергә мөмкинлек бирә;  уҡыусыларға үҙаллы белем алыу, яңы мәғлүмәт үҙләштереү, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар, терәк схемалар төҙөү һәм башҡа эштәргә юл аса; яңы теманы өйрәнеү өсөн бай мәғлүмәт бирә.

Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренә, һәләттәренә ҡарап, дәреслек менән сикләнмәйенсә өҫтәлмә материалдар ҡулланырға була.

Ғөмүмән, компьютер технологияларының, яңы технологиялар ҡулланып эшләгән материалдарҙың өҫтөнлөгө күп. Улар мәктәп дәреслектәрен ҡабатламай, уҡытыусының, уҡыусыларҙың ижадына ҡоролған. Булған материалдарға өҫтәлмә материал булып торалар.

Тағы шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: заманса информацион технологиялар ҡулланылып үткәрелеүсе дәрестәргә әҙерләнеү өсөн, беренсенән, бик күп материалдар табыу, икенсенән, тапҡан мәғлүмәттәрҙе системаға һалып теркәү өсөн байтаҡ ваҡыт сарыф ителә.

Башҡорт теле дәрестәрендә, кластан тыш эштәрҙә яңы  технологиялар – ҡыҙыҡлы һәм фәһемле метод. Электрон дәреслектәр, һүҙлектәр, презентациялар, слайдтар  ҡулланыу уҡыусыларҙың  телмәрен байыҡтыра, үҙ аллы эшләргә өйрәтә, уҡыу сифатын күтәрә, уҡыусылар бирелгән материалды еңел һәм тиҙ үҙләштерәләр.

Сығышымды йомғаҡлап, шуны әйтергә була: дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа яңы  технологиялар файҙаланыу маҡсатлы һәм методик яҡтан нигеҙләнгән булырға тейеш. Сөнки яңы технологиялар – белем алыу өлкәһендәге маҡсаттарға ирешеү, уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү, уҡытыу процесын байытыу, бала шәхесе һәм уҡытыусының һөнәри оҫталығы үҫешенә йоғонто яһау сараһы.

Инновацион белем биреү, иң беренсе сиратта, яңы технологияларҙың, шулай уҡ илдең интеллектуаль, технологик, фәнни-техник көсө үҫеше менән бәйле.  Шуға күрә хәҙерге мәғариф системаһы шәхестә кешенең үҙенә лә, йәмғиәткә лә кәрәкле һәләтте үҫтереүгә ныҡ иғтибар итә. Бөгөнгө көндә уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү – беҙҙең эшебеҙҙә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе.

Һәр бер тарихи дәүер уҡытыусы алдында яңы талаптар ҡуя. Хәҙерге заман уҡытыусыһы уларға яуап бирергә, йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәргә әҙер булырға тейеш. Бөгөнгө уҡытыусы бөтә яҡлап та үҫешкән, заман менән бергә атлаусы, яңынан-яңы алымдар, информацион технологияларҙы ҡуллана белеүсе шәхес булырға тейеш.

Һығымта:

  • дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа яңы  технологиялар файҙаланыу маҡсатлы һәм методик яҡтан нигеҙләнгән булырға тейеш.
  • яңы технологиялар – уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү, уҡытыу процесын байытыу, бала шәхесе һәм уҡытыусының һөнәри оҫталығы үҫешенә йоғонто яһау сараһы.
  • бөгөнгө көндә уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү – беҙҙең эшебеҙҙә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе.

Башҡортостан Республикаһы Баҡалы  районы муниципаль районы
Иҫке Кәстәй ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

Доклад темаһы:

 “Дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа яңы технологиялар ҡулланыу нигеҙендә уҡыусыларҙа үҙ аллы белем алыу күнекмәләре тәрбиәләү һәм уҡыу сифатын күтәреү”

        Төҙөнө: башҡорт теле уҡытыусыһы

Мәғдинова Эльза Ҡәнәфи ҡыҙы

2020 йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Доклад:"Эффективность учебного занятия-стимул к успеху педагога и обучающегося" Доклад:" Профессиональная компетенция педагога в дополнительном образовании"

Млтивация ребенка на освоение нового для себя и интересного вида деятельности.Профессионально компетентным можно назвать педагога доп. образования, который на достаточно высоком уровне осуществляет пе...

Доклад к педсовету от 27 марта 2013 г. Тема доклада: «Формирование продуктивных компетенций через участие учащихся в кружковой деятельности».

Развитие творческих способностей  детей является неотъемлемой частью образовательного процесса, который включает в себя не...

Доклад "ФОРМИРОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАТИВНОЙ КУЛЬТУРЫ ПЕДАГОГА." и презентация к докладу.

Аннотация:В данной работе рассматривается вопрос формирования и повышения информационно–коммуникационной культуры педагога современной школы. «Все течет – все изменяется», - говорили древние. Эт...

Доклад "ФОРМИРОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАТИВНОЙ КУЛЬТУРЫ ПЕДАГОГА." и презентация к докладу.

Аннотация:В данной работе рассматривается вопрос формирования и повышения информационно–коммуникационной культуры педагога современной школы. «Все течет – все изменяется», - говорили древние. Эт...

Доклад "ФОРМИРОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАТИВНОЙ КУЛЬТУРЫ ПЕДАГОГА." и презентация к докладу.

Аннотация:В данной работе рассматривается вопрос формирования и повышения информационно–коммуникационной культуры педагога современной школы. «Все течет – все изменяется», - говорили древние. Эт...