9 класта башҡорт теленән дәрескә технологик карта. Н.Мусин «Һай, урманым…»
план-конспект занятия (9 класс) по теме

Белем биреү маҡсаты: Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, текстың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; текстағы проблемалар үҙенсәлегенә таянып, уның актуаль булыуын күрһәтеү;  

Үҫтереүсе:  уҡыусыларҙың аңлы уҡыу күнекмәһен, бәйләнешле һөйләү телмәрен, үҙ аллы фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;  

Тәрбиәүи:  тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, яуаплылыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирамлыҡ, ярҙамсыллыҡ сифаттарын тәрбиәләү.  

УУЭ: ·        Шәхескә йүнәлтелгән УУЭ: яңыны белергә, белгәндәрҙе камиллаштырыу теләге уятыу.

-        Регулятив УУЭ: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

-        Танып белеү УУЭ: Тормош менән бәйләү, башҡа предметтар менән бәйләнеш булдырыу,өлгө буйынса эш итә белеү, белгәндәрҙе ҡулланып терәк конспект буйынса һөйләү, төркөмдә проект төҙөү

-          Коммуникатив УУЭ:  Һорауҙар биреү, уларға яуап эҙләү, башҡа уҡыусыларҙы ихтирам менән тыңлай белеүгә теләк уятыу, төркөмдә эшләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon n.musin_ay_ty_moy_les.doc514 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Ноғоман Мусиндың 85 йәшлек юбилейына арналған республика дәрес эшкәртмәләре конкурсы

Н.Мусин «Һай, урманым…»

Шәйхетдинова Айгөл Мансур ҡыҙы

Башҡортостан Республикаһы

Октябрьский ҡалаһы ҡала округының

«18-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»

муниципаль бюджет дөйөм белем

биреү учреждениеһы

Октябрьский – 2016

Республиканский конкурс на лучшую методическую разработку, посвящённую 85-летнему юбилею народного писателя

 Республики Башкортостан Нугумана Мусина

Н.Мусин «Ай, ты мой лес …»

Шайхутдинова Айгуль Мансуровна

муниципального бюджетного

общеобразовательного учреждения

  «Средняя общеобразовательная школа № 18»

городского округа город Октябрьский

Республики Башкортостан

Октябрьский – 2016

Дәрестең технологик картаһы

Предмет

Башҡорт теле

Класс

9

Дәрес төрө

Яңы белем биреү дәресе

Дәрес темаһы

Н.Мусин “Һай, урманым…”

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, текстың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; текстағы проблемалар үҙенсәлегенә таянып, уның актуаль булыуын күрһәтеү;  

Үҫтереүсе:  уҡыусыларҙың аңлы уҡыу күнекмәһен, бәйләнешле һөйләү телмәрен, үҙ аллы фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;  

Тәрбиәүи:  тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, яуаплылыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирамлыҡ, ярҙамсыллыҡ сифаттарын тәрбиәләү.  

УУЭ

  • Шәхескә йүнәлтелгән УУЭ: яңыны белергә, белгәндәрҙе камиллаштырыу теләге уятыу.
  • Регулятив УУЭ: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;
  • Танып белеү УУЭ: Тормош менән бәйләү, башҡа предметтар менән бәйләнеш булдырыу,өлгө буйынса эш итә белеү, белгәндәрҙе ҡулланып терәк конспект буйынса һөйләү, төркөмдә проект төҙөү;
  • Коммуникатив УУЭ:  Һорауҙар биреү, уларға яуап эҙләү, башҡа уҡыусыларҙы ихтирам менән тыңлай белеүгә теләк уятыу, төркөмдә эшләү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет   Н.Мусиндың “Һай, урманым” тексын уҡыу

Белеү  уҡылған текстың йөкмәткеһен белеү, тексҡа анализ яһай, идеяһын, проблематикаһын асыҡлай алыу, актуаллеген иҫбатлау.

Эшләй белеү тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы  бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Шәхескә йүнәлтелгән хикәйә эстәлегенең әхлаҡи яғына, текста автор күтәргән проблема һәр бер кешегә ҡағылышлы икәненә  иғтибар итеү

Метапредмет:  тормош һабаҡтары, биология.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: туған яҡҡа, тыуған ергә, тәбиғәткә иғтибарлы, һаҡсыл булыу, тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген башҡаларға ла еткереү.

Йыһазландырыу

Башҡорт теле.Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.  Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн дәреслек. 3-сө баҫма. – Өфө: Китап. – 15-се бит.

Ноғоман Мусин портреты, китаптары күргәҙмәһе, һүҙлектәр, интерактив таҡта, ноутбук, мультимедиа проекторы,  һүрәттәр, презентация, эш дәфтәре, карточкалар, А4 форматында ҡағыҙҙар, фломастерҙар.

Уҡытыу алымдары

Дидактик эш алымдары, һүҙлек менән ҡулланыу тәртибе, тәржемә итеү, аңлы уҡыу күнекмәһе, терәк конспект, проект төҙөү, дежур уҡыусының ял минуты үткәреүе, дәфтәрҙә үҙ аллы һәм таҡтала эшләү, төркөмдә эш төрҙәре, ИКТ ҡулланыу.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I.Ойоштороу мәле. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

4 мин

  1. һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Хәйерле көн!

Бөгөн дәрестә кем дежур? Дәрестә барыһы ла бармы? Өйҙә нимә эшләргә ине?

Бирелгән һүҙҙәрҙе нисек иҫегеҙҙә ҡалдырғанығыҙҙы тикшерәйек. Карточкала һүҙҙәрҙең ҡайһы хәрефтәрен төшөрөп ҡалдырҙым. Һеҙ тултырып яҙығыҙ. 2 һөйләм төҙөп яҙығыҙ.

 Яҙып бөтһәгеҙ, күршегеҙ менән эштәрегеҙҙе алмашып тикшерегеҙ, иптәшегеҙҙең эшенә баһа ҡуйығыҙ. (Парһыҙ уҡыусыны таҡтаға саҡырам)

Уҡыусыларҙың яуаптары

Дежур уҡыусының яуабы.

Өйҙә ятлаған һүҙҙәрҙе  дөрөҫ яҙыу.

Бер-береһенең эшен тикшереү, баһалау. Һүҙлек буйынса тикшереү. Таҡтала яҙыу, һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибенә иғтибар итеү.

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр. Үҙбаһа ҡуялар.

Танып белеү: үҙләштерелгән белемдең кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.  Коммуникатив: бер-береһенең эшен тикшерәләр, объектив баһа ҡуялар

Эш төрҙәре индивидуаль яуап, парлы эш

II.Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

4 мин

Уҡыусылар, мин һеҙгә бер һүрәтте иғтибар менән ҡарарға тәҡдим итәм.1-се слайд

 Һеҙ был һүрәтте ҡарағанда ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ? Иҫегеҙгә ниндәй шиғыр юлдары килә? Һеҙ урманда ни эшләр инегеҙ? Урманды һаҡларға кәрәкме? Был проблема бөгөнгө көндә мөһимме?

Ошо һүрәткә таянып дәресебеҙҙең темаһын асыҡлайыҡ.

 “Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт” мәҡәле беҙҙең теманы асырмы?

Ошо мәҡәлдән сығып дәресебеҙҙең маҡсатын билдәләйек.

Дәфтәрегеҙгә бөгөнгө числоны, класс эшен һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

Ун дүртенсе октябрь

Класс эше

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт

Бирелгән һүрәт буйынса үҙ фекерҙәрен әйтәләр. Һүрәттәге урмандың матурлығын тасуирлайҙар, ундағы аңҡыған хуш еҫте, бөжәктәр тауышын, ҡош һайрауын иҫкә төшөрәләр.

Үҙ фекерҙәрен әйтәләр. Проблеманың актуаллегенә  иғтибар итәләр.

Мәҡәлде тәржемә итәләр, фекерҙәрен әйтәләр.

Дәресебеҙ урман, уның файҙаһы тураһында буласаҡ.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

Бөгөн дәрестә урман, тәбиғәт тураһында уҡырбыҙ, яңы һүҙҙәр белербеҙ һәм тағы  экология һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында ла һөйләшербеҙ.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр, уҡыу мәсьәләһен аңлайҙар, ҡабул итәләр, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡаралар, ҡуйылған һорауға яуап бирә беләләр.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һүрәттән табалар, логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр

Коммуникатив: уҡытыусыны тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар

Шәхси: тойоп-һиҙеү эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

Эш төрҙәре индивидуаль яуап, фронталь эш

III.Яңы материалды өйрәнеү.

13 мин

Дәреслектәрегеҙҙең 15-се битен асығыҙ. Текстың авторы кем?

2-се слайд

Һеҙ уның тураһында нимә беләһегеҙ?

Тексты уҡыр алдынан мин һеҙгә Ноғоман Мусиндың тормош юлына һәм уның ижадына арналған мәҡәләне уҡырға тәҡдим итәм. Мәҡәләне уҡығас, Ноғоман Мусин тураһында ошо терәк конспект буйынса һөйләрһегеҙ. Эште төркөмдә башҡарабыҙ. 3-сө слайд

Мәҡәлә

Башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, эпик йөкмәткеле романдар, үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғоман Мусиндың әҫәрҙәрен, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Ноғоман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. Тәүҙә үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Ҡолғонаға уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып матбуғатта баҫыла башлай. «Зөһрә» исемле тәүге повесы 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. 1958 йылда «Ағиҙел» журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай. Һуңыраҡ ул башлыса үҙе тыуып үҫкән мөхит, тормош һәм шунда көн күреүсе кешеләр хаҡындағы әҫәрҙәре менән таныла. Ноғоман Мусин – үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың ынтылышлы эшмәкәрлеге менән органик бәйләнештә биреүгә өлгәшә. Хикәйәләре, «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һ.б. повестары, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа – аҡ болан» романдары күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.

Уның повесть һәм романдарына нисәмә быуын уҡыусылары һоҡланыуҙан туҡтамай. Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе.

Яҙыусыға быйыл нисә йәш тулған?

Ноғоман Мусин ижадының төп темаһы ниндәй инде?

 Дәреслектең 15-се битен асалар. 26-сы  күнегеүҙең биремен уҡыйҙар.  Текстың авторы – Ноғоман Мусин.

 Төркөмдә эшләйҙәр. Мәҡәләне уҡып, ҡыҫҡаса конспект яҙалар, терәк конспект буйынса һөйләргә әҙерләнәләр.

Уҡыусылар терәк конспект буйынса Ноғоман Мусин тураһында мәғлүмәт бирәләр.

Быйыл яҙыусыға 85 йәш тулған.

Ноғман Мусин – тәбиғәт, урманды һаҡлау темаһын яҡтыртыусы яҙыусы.

Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр

Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

Шәхси: яҙыусы тураһында мәғлүмәт алалар; мәҡәләнән кәрәк материалды ҡыҫҡаса һөйләргә өйрәнәләр

Эш төрҙәре индивидуаль яуап, төркөмдә эш

Ял минуты

3 минут

Дежур уҡыусыны ял минуты үткәрергә саҡырабыҙ.

(музыка)

Барыһы ла баҫалар. Дежур уҡыусы күрһәткәнсә хәрәкәттәр башҡаралар, күҙ гимнастикаһы яһайҙар.

Коммуникатив: дежур уҡыусы күрһәткәнде еренә еткереп эшләйҙәр

Шәхси: ял итәләр

IV.  Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү

 Тексты уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү, эстәлеге буйынса эш

13 мин

Автор тураһында белдегеҙ. Хәҙер Ноғоман Мусиндың беҙгә биргән һорауҙарына яуап эҙләйек.

Тексҡа бирелгән яңы һүҙҙәргә иғтибар итәйек.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү:

Ҡорой – высыхает

Ризыҡ – пища

Тексты уҡығыҙ, автор ҡуйған һорауға яуап бирергә әҙерләнегеҙ.

Уҡыусылар, бына һеҙ яңы текстың йөкмәткеһен аңланығыҙ, дөрөҫ яуаптар бирҙегеҙ.

Ноғоман Мусиндың 85 йәшкә етһә лә киләсәк быуын, йәшәйеш тураһында уйлай. Ә һеҙ киләсәк тураһында уйлағанығыҙ бармы? Һеҙ киләсәкте нисек күҙаллайһығыҙ? Киләсәктә һеҙ иң беренсе нимә тураһында ҡайғыртыр инегеҙ? Шуның турала проект төҙөп ҡарағыҙ әле. Проектығыҙға девиз уйлағыҙ.

(А4 форматындағы ҡағыҙ, фломастерҙар таратырға)

 Китаптың 15-се бите буйынса эшләйҙәр.

Яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөйҙәр.

Тексты уҡыйҙар, тәржемә итәләр.

 Автор ҡуйған һорауға яуап әҙерләйҙәр.

Үҙҙәре урманды һаҡлау буйынса ниндәй эштәр башҡарғаны тураһында һөйләйҙәр, пландары менән уртаҡлашалар. (Мәктәп янында аллеяға үҙ кластарынан ниндәй ағас ултыртыуҙары тураһында һөйләйҙәр)

Уҡыусылар һорау буйынса төркөмдә фекер алышалар. Киләсәккә проект планы ҡоралар, бөгөнгө менән киләсәк араһындағы бәйләнештең барлығын әйтәләр.

Эшмәкәрлектәренә девиз уйлайҙар.

Проекттарын яҡлайҙар.

Бер-береһенең проектын баһалайҙар.

Шәхси: аңлы уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен  (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу

Коммуникатив: диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша, төркөмдәр араһында объектив баһалау

Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү

Эш төрҙәре төркөмдә

V.  Өйгә эш биреү. 

2мин

Мин һеҙгә ике төрлө эш тәҡдим итәм, һайлап эшләгеҙ:

  1. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса үҙегеҙ,  класығыҙ, ғаиләгеҙ менән ниндәй эштәр эшләгәнегеҙ бар? Фотоотчет формаһында башҡарырға йәки инша яҙырға
  2. Тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеге тураһында плакат макеты әҙерләргә.

4-се слайд

Уҡыусылар үҙҙәре эшләй алырҙай эш төрөн һайлап көндәлектәренә яҙалар. Кемдәр парҙарға, төркөмгә бүленеп эш төрҙәрен планлаштырып, һәр береһенә эш бүләләр.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

Коммуникатив: парлап, төркөмләп эшләргә мөмкинселек булдырыу

VII.

Эшмәкәрлеккә рефлексия. Баһалау.

Дәресте йомғаҡлау.

2 мин

Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме?

Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?

Бөгөн төркөмдә эшегеҙ бик күп булды. Һеҙгә ҡайһы төркөмдөң эше оҡшаны? Миңә……… -се төркөмдөң эше оҡшаны.

Уҡыусыларҙы баһалау.

Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Киләсәктә тәбиғәтебеҙ һеҙҙең ышаныслы ҡулдарығыҙҙа булыр тип уйлайым.

Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү.

Алған белемдәре тәбиғәткә һаҡсыл булырға өйрәтә, башҡаларға

(бәләкәс туғандарына) еткерергә була.  

Баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар. Уҡытыусы баһаһы менән сағыштыралар.

Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Ғәбитова З.М. Эш программаһы эшкәртеү буйынса методик кәңәштәр. Башҡорт теле. – Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2014. – 24 бит.
  2. Илмөхәмәтов Ә.Ғ. Хәҙерге заман башҡорт теле дәрестәрен проектлау: методик кәңәштәр. – Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2015. –  44 бит.
  3. http://kulturarb.ru/ba/person/?ELEMENT_ID=13586
  4. https://yandex.ru/images/search?text=%D0%BD%D0%BE%D2%93%D0%BC%D0%B0%D0%BD%20%D0%BC%D1%83%D1%81%D0%B8%D0%BD&img_url=https%3A%2F%2Fds02.infourok.ru%2Fuploads%2Fex%2F0e85%2F00063c8c-5fcc86b3%2Fhello_html_581dca61.jpg&pos=19&rpt=simage
  5. https://ds02.infourok.ru/uploads/ex/0e85/00063c8c-5fcc86b3/hello_html_581dca61.jpg
  6. https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9C%D1%83%D1%81%D0%B8%D0%BD,_%D0%9D%D1%83%D0%B3%D1%83%D0%BC%D0%B0%D0%BD_%D0%A1%D1%83%D0%BB%D0%B5%D0%B9%D0%BC%D0%B0%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87

Хәрефтәрҙе өҫтәп яҙ:

Т_н_сл_ҡ, _азина, ю__аныу, б_х_т, зи_ен, т_рм_ш, д_р_с, б_й_к, _ф_ҡ, __март,  _сыҡ, у_ыш.