Республика тикшереү эштәре
тренажёр (10 класс) на тему
Демоварианттар 10 класс өсөн бирелә
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 79 КБ |
Предварительный просмотр:
Республика тикшереү эшенең демонстрациялау варианты
ВАРИАНТ №1 – баш.
1-се өлөш
Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ. |
Тәбиғәтте һаҡлағыҙ! (1) Йәш замандаштарым! (2) Һеҙ Ватаныбыҙҙың таңы, өмөтө, киләсәге. (3) Беҙ, ветерандар, Ватаныбыҙ яҙмышын ышанып һеҙгә тапшырабыҙ. (4) Һеҙгә, атайҙарығыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт данын дауам итеүселәргә, ныҡлы ышанабыҙ. (5) Был изге ышанысҡа лайыҡ булһағыҙ ине! (6) Еребеҙҙең күркен һаҡлаһағыҙ, уның йәмен тағы ла арттырһағыҙ ине! (7) Унда һәр ваҡыт туҡ башаҡтар тулҡынланһын, урмандар шаулаһын, саф һыулы йылғалар аҡһын! (8) Тәбиғәтте һаҡлағыҙ! (9) Һеҙҙән һуң киләсәк быуын да тәбиғәт ҡосағында иртәнге саф һауаны кинәнеп һулай алһын. (10) Йәштәргә һәр саҡ һандуғас моңо юлдаш булһын, һәр яҙ игенсегә һабантурғайҙар дан йырлаһын. |
1 |
Текста булған ике мөһим һөйләмде билдәләгеҙ. Ул һөйләмдәрҙең номерҙарын яҙығыҙ.
(3) Беҙ, ветерандар, Ватаныбыҙ яҙмышын ышанып һеҙгә тапшырабыҙ.
(6) Еребеҙҙең күркен һаҡлаһағыҙ, уның йәмен тағы ла арттырһағыҙ ине!
(7) Унда һәр ваҡыт туҡ башаҡтар тулҡынланһын, урмандар шаулаһын, саф һыулы йылғалар аҡһын!
(9) Һеҙҙән һуң киләсәк быуын да тәбиғәт ҡосағында иртәнге саф һауаны кинәнеп һулай алһын.
Яуап:
2 |
1-4-се һөйләмдәр араһынан исем ҡылым булған һөйләмде табып, номерын яҙығыҙ.
Яуап:
3 |
Текстан синонимдарҙы табып яҙығыҙ.
Яуап:
_____________________________
4 |
Ҡайһы фразеологик берәмек өндәшмәү мәғәнәһен бирә?
- ауыҙға йөҙөк йәшереү;
- ауыҙ бешеү;
- ауыҙҙан ут сәсеү;
- ауыҙын ябыу.
Яуап:
5 |
Һуҙынҡы өндән башланмаған рәтте күрһәтегеҙ:
- урам;
- өйрәк;
- ағас;
- еләк.
Яуап:
6 |
Ялғау дөрөҫ ҡушылмаған һүҙҙе билдәләгеҙ:
- Бресҡа;
- Пермгә;
- Донбассҡа;
- Кронштадтҡа.
Яуап:
7 |
Ҡайһы рәттә яһалма һүҙҙәр бирелгән?
- ауыл, юл, таш;
- ауылға, юлдың, ташҡа;
- ауылдаш, юлсы, ташлыҡ;
- ауылдар, юлдаш, ташсы.
Яуап:
8 |
Һинең ҡыҙың да бик матур. Алмаштың төркөмсәһен билдәләгеҙ:
- зат алмашы;
- билдәләү алмашы;
- эйәлек алмашы;
- һорау алмашы.
Яуап: | ||||
9 |
Тиклем, табан, өсөн, арҡаһында.
Ярҙамсы һүҙ төркөмөн билдәләгеҙ:
- киҫәксә;
- ымлыҡ;
- теркәүес;
- бәйләүес.
Яуап:
10 |
Һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.
Тәүге һүҙ һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә?
- тултырыусы;
- аныҡлаусы;
- хәл;
- эйә.
Яуап:
11 |
Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:
№ | Һөйләмдәр | Хәреф | Эйәрсән һөйләм төрҙәре |
1. | Ҡайҙа ҡыйыу кеше кәрәк, ул шунда була. | А | Кире һөйләм |
2. | Көн эҫе булһа ла, күлдең һыуы йылынып бөтмәгәйне әле. | Б | Аныҡлаусы һөйләм |
3. | Ғайса көрәш башланасаҡ майҙан тирәһендә уралды. (Н.Мусин) | В | Урын һөйләм |
Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.
Яуап:
А | Б | В |
12 |
Эйәрсән хәбәр һөйләмдәрҙең ниндәй һорауға яуап булыуын билдәләгеҙ:
- кем? нимә?
- нимә? нимәлә? кемдеке?
- кемдең? ниндәй? ҡайһы?
- кемде? нимәне? кемгә?
Яуап:
13 |
1-се бағаналағы грамматик хаталарға тап килгән һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. 1-се бағаналағы һәр позицияға икенсе бағаналағы позицияны күрһәтегеҙ.
Грамматик хаталар Һөйләмдәр
А | һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе боҙолған | 1 | Мин быйыл колхозда ла үҙебеҙҙең училище баҡсаһында ла эшләнем. |
Б | тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә хата | 2 | Барыһыла тынып ҡалды. |
В | киҫәксәләр яҙылышында хата | 3 | Борон-борон заманда, Урал тауы ла, Ағиҙел дә әле юҡ саҡта, шыр урман эсендә йәшәгән, ти, бер бабай менән әбей. |
Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.
Яуап:
А | Б | В |
14 |
Ҡайһы яуап һөйләмдә һыҙыҡ ҡуйылырға тейеш урында күрһәтә?
Мансур бабай бәләкәс балаларҙы ғына түгел (1) ҡолондарҙы (2) бәрәстәрҙе (3) эттәрҙе (4) бөтә хайуандарҙы ла бик ярата шул.
Яуап:
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Пою мою Республику" - внеклассное мероприятие посвященное Дню Республики Башкортостан
«Пою мою Республику»Сценарий, посвященный Дню РеспубликиВступление:Родина.… Как вы представляете её? Это место, где вы родились, впервые увидели мир и начали познавать его. Сначала это был ваш дом, по...

Фонетика,орфоэпия,графика һәм орфография буенча белемнәреңне тикшерү
Бирелгән дидактик материал укучыларның мөстәкыйль эшен оештыру өчен кулланыла....

Фазыл Шәех поэзиясенең тематик төрлелеге. Фәнни-тикшерү эше.
Бу фәнни-тикшерү эше якташыбыз, Алабуга халкының горурлыгы булган Фазыл Шәех иҗатын тирәнтен өйрәнү максатыннан чыгып башкарылды....
выступление президента школьной республики "Созвездие" в конкурсной программе "Символика и традиции моей республики"
Символика и традиции моей школьной республики...
8 нче сыйныф татар төркеме укучыларының белемнәрен тикшерү өчен өчен татар әдәбиятыннан биремнәр
Укучыларның белем, үзләштерү дәрәҗәсен ачыклау максаты белән үткәрелә...

