Республика тикшереү эштәре
тренажёр (10 класс) на тему

Архангел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе

Демовариант -дәүләт теле

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon demo-versiya_variant_no3_-_gos.doc72 КБ

Предварительный просмотр:

ВАРИАНТ №3 – гос.

1-се өлөш

Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ.

ӘСӘ ЙЫРЫ

(1) Беҙҙең яҡта кешенең кешелеген уның ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәтенә ҡарап билдәләйҙәр. (2) Мин дә шулай уйлайым:

(3)– Илдең  бөйөклөгөн, ундағы прогресты ҡатын-ҡыҙҙың хәленә ҡарап билдәләргә кәрәк. (4)Ҡатын-ҡыҙ күҙ йәше аҡҡан ерҙә тормош шәп түгел, ә  ҡатын-ҡыҙ йырлаған ер – бәхетле ер, – тип әйтер инем.

(5)Минең донъяла иң тәү күргән, иң тойған нәмәм – ул әсәйемдең йөҙө, уның йыры.

(6)Әсә йыры – донълағы иң бөйөк йыр. (7)Ҡалған бөтә йырҙар ҙа шунан башлана. (8)Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, бүтән йырҙар ҙа тыумаҫ ине. (9)Ул ваҡыт, бәлки, донъяла бәхет, шатлыҡ  әлегенән байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булыр ине. (10)Беҙ әсә йырын тиҫтәләрсә йыл үткәс тә, тормошобоҙҙоң иң ауыр һәм иң бәхетле сәғәттәрендә иҫкә төшөрәбеҙ.

(11)Тау халҡы йүнһеҙ кеше тураһында: «Сәңгелдәктә ятҡанда, әсәһе,  моғайын, уға йыр йырламағандыр»,– ти. (12) Валентина Терешкова, ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе космонавт, йыһандан әйләнеп ҡайтҡас, сит ил хәбәрсеһе тарафынан бирелгән: «Яратҡан кешегеҙҙең исеме нисек?»– тигән һорауға: «Әсәй»,– тип яуап биргән. (143 һүҙ). (Р. Ғамзатовтан).

1

      Текста   булған мөһим   һөйләмде билдәләгеҙ. Ул  һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

  1. Беҙҙең яҡта кешенең кешелеген уның ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәтенә ҡарап билдәләйҙәр.

(6) Әсә йыры – донълағы иң бөйөк йыр.

(10) Беҙ әсә йырын тиҫтәләрсә йыл үткәс тә, тормошобоҙҙоң иң ауыр һәм иң бәхетле сәғәттәрендә иҫкә төшөрәбеҙ.

(11)Тау халҡы йүнһеҙ кеше тураһында: «Сәңгелдәктә ятҡанда, әсәһе,  моғайын, уға йыр йырламағандыр»,– ти.

Яуап:

2

    9-сы  һөйләмдә ниндәй һөйләм  киҫәге тиң булып килә? Яуапты яҙығыҙ.

 Яуап:

_____________________________

3

 

  10  һөйләмдән антонимдарҙы табып яҙығыҙ.

Яуап:

_____________________________

4

     

Предметтың билдәһен  белдереүсе һүҙҙәр нисек атала?

1) исем;

2) сифат;

3) рәүеш;

4) ҡылым

Яуап:

5

Эйәлек килештә генә яҙылған  һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ:

1) китап, дәрслек, урман, күл;

2) тауҙа, уҡыусыла, дуҫымда, ҡоштарҙа;

3) өҫтәлдең, уҡытыусының, ҡәләмдең, сәскәнең;

4) бүлмәнән, бүләктән, шағирҙан, умартасынан.

Яуап:

6

  

Бейек  һүҙенең синонимын  билдәләгеҙ:

1) юғары;

2) түбән;

3) оҙон;

4) оло.

Яуап: 

7

  Ҡайһы юлда һүҙҙәргә ялғау дөрөҫ ҡушылмаған?

1) балалар, бүлмәләр;

2) көннәр, урманнар;

3) таштар, ағастар;

4)  ҡәләмдәр, өҫтәлдәр.

Яуап:

8

  Яһаусы ялғаулы һүҙҙәр  бирелгән юлды билдәләгеҙ.

  1. көйҙө, урамда, үләнде;
  2. умартасы, юлдаш, битлек;
  3. алманы, башҡа, тышта;
  4. минең, күктә, егеткә

Яуап:

9

 Хаталы һөйләмде билдәләгеҙ.

1) Мин киноға барам;

2) Мин урманда ҡоштар тауышын тыңлайым.

3) Мин дәфтәрҙе яҙам.

4) Мин уҡытыусыға ярҙамлашам.

Яуап:

10

Зимним утром начал падать снег. Һөйләменең дөрөҫ тәржемәһен билдәләгеҙ:

1) Иртә таңдан яуа башланы ҡар;

2) Ҡар  иртә таңдан яуа;

3) Яуа башланы иртә таңдаң ҡар;

4) Иртә таңдан ҡар яуа башланы.

Яуап:

11

     Тыршып уҡый   һүҙбәйләнешендә тырышып һүҙе ниндәй һүҙ төркөмө булып килә? Яуабын яҙығыҙ.

Яуап:

________________

12

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:

Һөйләмдәр

Хәреф

Эйәрсән һөйләм төрҙәре

1.

Ни тиклем күңелемә яҡынһың, ни тиклем ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин!

А

Хәбәр һөйләм

2.

Беҙҙең яҡта кешенең кешелеген уның ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәтенә ҡарап билдәләйҙәр.

Б

Һорау һөйләм

3.

Киләсәктә ниндәй һөнәр кешеһе булыуыңды һайланыңмы?

В

Өндәү һөйләм

Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.

Яуап:

А

Б

В

13

Салауат бик яҡшы тәрбиә һәм белем ала.  Һөйләмендәге тәрбиә, белем һүҙҙәре һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә?

1) эйә;

2) тултырыусы;

3) хәл;

4) аныҡлаусы.

Яуап:

14

1-се бағаналағы грамматик хаталарға тап килгән һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. 1-се бағаналағы һәр позицияға икенсе бағаналағы позицияны күрһәтегеҙ.

       Грамматик хаталар                             Һөйләмдәр

А

Теркәүес алдынан өтөр ҡуйылмаған

1

Даны таралды бөтә донъяға беренсе космонавтың .

Б

һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе боҙолған

2

Дуҫлыҡты һүҙҙәр анттар менән тотоп тороу мөмкин түгел.

В

тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә хата

3

Дуҫың һине үҫтерһен ә һин уны үҫтер.

                                                       

Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ. 

Яуап:

А

Б

В


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Пою мою Республику" - внеклассное мероприятие посвященное Дню Республики Башкортостан

«Пою мою Республику»Сценарий, посвященный Дню РеспубликиВступление:Родина.… Как вы представляете её? Это место, где вы родились, впервые увидели мир и начали познавать его. Сначала это был ваш дом, по...

Фонетика,орфоэпия,графика һәм орфография буенча белемнәреңне тикшерү

Бирелгән дидактик материал укучыларның  мөстәкыйль эшен оештыру өчен кулланыла....

Фазыл Шәех поэзиясенең тематик төрлелеге. Фәнни-тикшерү эше.

Бу фәнни-тикшерү эше якташыбыз, Алабуга халкының горурлыгы булган Фазыл Шәех иҗатын тирәнтен өйрәнү максатыннан чыгып башкарылды....

8 нче сыйныф татар төркеме укучыларының белемнәрен тикшерү өчен өчен татар әдәбиятыннан биремнәр

Укучыларның белем, үзләштерү дәрәҗәсен ачыклау максаты белән үткәрелә...

Республика тикшереү эштәре

Демоварианттар 10 класс өсөн бирелә...