"Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы.
материал на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

"Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы.

Скачать:


Предварительный просмотр:

«Методы и приёмы организации работы с родительской общественностью лицея

в рамках развития эффективной коммуникации: лицей - родитель – ребёнок»

 

  Цель педагогического совета: Объединить усилия педагогического коллектива лицея в вопросах поиска и апробации оптимальных форм работы по привлечению родительской общественности к воспитанию высоконравственного, творческого, компетентного гражданина

      2 этап «Формирование культурных традиций в семье».

Проблема отношения к изучению родного языка и сохранения духовно-нравственных, национальных ценностей.

1 .Хәйерле көн хөрмәтле жюри ағзалары,  уҡытыусылар!

 Башҡорт халҡының  тыуған телен, илен ҡәҙерләргә өйрәткән «Теле барҙың – иле бар,  иле барҙың- көнө бар» тигән бик фәһемле мәҡәле бар.

 Тел –ул халыҡтың рухи байлығы.  Беҙҙең туған телебеҙ  «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында»  һәм«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» закондар  менән нығытылған.”

 Тик үҙеңдең туған телеңдең нескәлектәрен белгәндә генә, сит телде өйрәнеүе еңел бирелә”- тигән бөйөк педагог В. Сухомленский.

Ә телгә һөйөү ҡайҙа һалына һуң?

  Балала үҙенең туған теленә,  тыуған иленә,халҡына булған һөйөү  ғаиләлә һалына.

Мин үҙемдең ата- әсәләр йыйылышында өҫтә әйтелгән проблема буйынса төрлө проблемалы ситуациялар ойошторам, видео роликтар аша уйландырам, төркөмдәргә бүлеп бәхәстәр үткәрәм. Шул эшемде бөгөн ата-әсәләр ролендә булған коллегаларым менән күрһәтергә теләйем.

 Хәҙер тема буынса әңгәмә ҡорор өсөн  төркөмдәргә бүленәбеҙ.

 1-се төркөмдә- ауыл халҡы ата- әсәләре ултыра. Улар туған телдәрен яҡшы беләләр, һөйләшәләр һәм балаларына өйрәтәләр.

2- се төркөм – ҡала халҡы кешеләре- туған телдәрендә һөйләшмәйҙәр һәм телде белеү мөһим түгел, тип һанайҙар, ләкин ата- баба йолаларын һаҡлап киләләр.

3- сө төркөмдә- йәш ата-әсәләр

Төркөмдәргә һорауҙар:

1-се төркөмдә- ауыл халҡы

2- се төркөм – ҡала халҡы кешеләре

3- сө төркөмдә- йәш ата-әсәләр

 1)Һеҙ ни өсөн туған телде белеү кәрәк, тип һанайһығыҙ? Почему вы считаете, что надо знать свой родной язык?

1)Ни өсөң туған телде белеү мөһим түгел, тип уйлайһығыҙ? .Почему  вы считаете, что не обязательно знать свой родной язык?

2)Һеҙ үҙегеҙҙең ата- бабаларығыҙҙың үткәне, батырлыҡтары тураһында нимәләр беләһегеҙ? Что вы знаете про прошлое своих прадедов?

2) Телдең онотолоуы нимәһе менән ҡурҡыныс? Чем опасно исчезновение родного языка?

2) Һеҙ ата бабаларҙың ниндәй йолаларын, ғөрөф – ғәҙәттәрен һаҡлап киләһегеҙ? Каких традиций, обычаев наших предков вы придерживаетесь в своей семье

2)Башҡортостанды данлаған ниндәй күренекле кешеләрҙе беләһегеҙ? Каких видных деятелей вы знаете, которые прославили Башкортостан?

 Ҡәҙерле ата-әсәләр ,тыуған телебеҙгә ғәмһеҙ булмауығыҙ,ата-бабаларҙың йолаларын ,ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауығыҙ, тыған еребеҙ төйәгебеҙ менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ  һоҡландыра. Ләкин ҡайһы бер ата- әсәләрҙең туған телде белеү мөһим түгел , тип һанауы көйөндөрә лә.   Хәҙер мин һеҙгә фәһемле бер ролик ҡарарға тәҡдим итәм.

Видеоролик ҡарау.

 Күреүегеҙсә тик юғары мәҙәниәтле кешеләр генә үҙҙәренең туған телен төплө белеүҙән тыш сит телдәрҙе лә өйрәнеүҙен туҡтамай. Был бик һоҡланғыс күренеш.

 Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтәһем килә.  Һәр атай –әсәй балаһына өс ҡиммәтте, өс мөҡәддәс бырысты аңлатырға тейеш:

  • тәбиғәт алдында: атай- олатайҙарҙан ҡалған тәбиғәт байлығын һаҡлау, ишәйтеү,
  • - кешелек донъяһы алдында: үҙеңдән һуң тағы ла аҡыллыраҡ, белемлерәк, сәләмәтлерәк, камилыраҡ нәҫел ҡалдырыу.
  • милләтең алдында: быуындан- быуынға, быуаттан- быуатҡа күсә килгән традицияларҙы һаҡлау һәм үҙ балаларында дауам итеү.

Хөрмәтле ата- әсәләр бала тәрбиәләгәндә ошо М. Бураҡаеваның “Арғымаҡлы ”китабы бик ҙур ярҙам булыр. Арғымаҡлы тимәк  аңлы, рухлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы, ҡотло  булыуығыҙҙы теләйем.

  •  Рәхмәт барығыҙға ла. Бөгөнгө беҙҙең кәңәшмәбеҙ бик  фәһемле булды.
  • Туған теле барҙың- милли юлы бар, милли йөҙө бар, шәхес булараҡ үҙе бар, кеше булараҡ абруйы, ҡәҙер- хөрмәте бар.
  •    

Итак , я предлагаю следующий материал к решению педагогического совета.

  1. Использовать педагогическому коллективу лицея метод эвристической беседы, постановки проблемных вопросов, решения проблемных ситуаций и др. на родительских собраниях в целях формирования  осознания ценности семейного воспитания как первоосновы нашей принадлежности к многонациональному народу России.
  2. Педагогическому коллективу лицея продолжить работу по реализации системного воспитания уважения и принятие личностью базовых национальных ценностей, национальных духовных традиций, гордость и уважение к своей Малой Родине, к людям прославивших её.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

" Уҡытыусылар көнө" байрамы

Тантаналы линейка...

Уҡытыусылар көнөнә сценарий

Уҡытыусыларға бағышланған шиғырҙар, шулай уҡ төрлө фән уҡытыусыларына арнап айырым шиғырҙар, сценкалар инде....

Уҡытыусылар өсөн файҙалы сайттар.

Уҡытыусылар өсөн файҙалы сайттарhttp://www.bashklip.ru/index/bashkirskiy_yazik/0-17 - электронные учебникиhttp://in-yaz-book.ru/bashkir.shtml - электронные учебникиhttp://bash-perevod.ru/...

Уҡытыусылар көнөнә сценарий

Уҡытыусылар көнөнә сценарий...

Уҡытыусылар көнөнә сценарий.

Хәйерле кис, хөрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Бөгөн ошо залда ултырыусыларға сикһеҙ шатбыҙ һәм барығыҙҙы ла байрам менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!...