Уҡытыусылар көнөнә сценарий
материал на тему

Кайбышева Альбина Хасановна
Уҡытыусыларға бағышланған шиғырҙар, шулай уҡ төрлө фән уҡытыусыларына арнап айырым шиғырҙар, сценкалар инде.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Уҡытыусылар көнөнә сценарий29.7 КБ

Предварительный просмотр:

Музыка аҫтында.

1-се алып барыусы.

Кем яҡты ҡояш шикелле,

Күңелдәребеҙҙе наҙлап йылыта?

Кем ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа,

Сабыр һүҙе менән йыуата?

2-се алып барыусы.

Кем әсәй кеүек наҙлы була белә,

Әсәй кеүек беҙҙе ярата?

Кем күп ишектәр беҙгә аса,

Барған юлыбыҙҙы яҡтырта?

1-се алып барыусы. Әлбиттә, беҙҙең яратҡан уҡытыусыларыбыҙ һәм тәрбиәселәребеҙ. Хәйерле көн, һаумыһығыҙ, килгән  ҡунаҡтар, хөрмәтле ветерандар, ҡәҙерле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар!

2-се алып барыусы.Уҡытыусылар көнөнә арналған тантанабыҙҙы асыҡ тип иғлан итәбеҙ һәм ҡотлау өсөн һүҙҙе гимназиябыҙ директоры  …. Бирәбеҙ

 ( директор ҡотлап үтә). Рәхим итегеҙ!

1-се алып барыусы. Рәхмәт, …….Гимназиябыҙ етәкселеген бөгөнгө матур байрам менән ҡотлайбыҙ. Ауыр эшегеҙҙә еңеллектәр , түҙемлектәр, тик уңыштар ғына теләйбеҙ.

 2-се алып барыусы.

                          Уҡытыусы! Ошо исемдән дә

                        Бөйөгөрәк  ниндәй исем бар!

                        Күңелем  тулы һиңә рәхмәтем бар,

                        Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.

( «Уҡытыусыма» шиғыры һәм йыр. )

1-се алып барыусы.

Тәрбиәсе!

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй.

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Ҡурсалай, һөйә, ҡәҙерләй!

2-cе алып барыусы.

Ҡәҙерле тәрбиәселәребеҙ яҡшыны ямандан айырырға, тиңдәштәр һәм өлкәндәр араһында  нисек тоторға, ниндәй кешелек сифаттарын ихтирам итергә, нимәнән һаҡ булырға өйрәтәләр. Беҙҙе эшһөйәр, намыҫлы, яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләү өсөн ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәйҙәр.

1-се алып барыусы

Һәр баланың эске мөмкинлектәрен күреп, уларҙы асырға тырышалар, алдыңа бурыстар ҡуйып, маҡсатҡа ынтылырға өйрәтәләр, беҙҙә үҙаллылыҡ, ижади ҡараш тәрбиәләйҙәр. Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле тәрбиәселәребеҙ! Һеҙҙе “Аҡйондоҙ “ бейеү ансамбле ҡотлай!

1-се алып барыусы.

Мәктәптә уҡып, оло тормош юлына баҫҡан һәр кем үҙенең остаздарын йылы тойғолар, рәхмәт хистәре менән һәр саҡ иҫкә ала.

2-се алып барыусы. Гимназиябыҙҙа төрлө түңәрәктәр эшләп килә. Балалар унда үҙҙәрен һәләттәрен арттыралар, яңы һөнәрҙәргә өйрәнәләр, үҙҙәрен ижади яҡтан үҫтерәләр.

1-се алып барыусы. Хөрмәтле түңәрәк етәкселәре! Байрам менән ҡотлап һеҙҙең өсөн йыр яңғырай!

(Хор «Башҡортостан»)

1-се алып барыусы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары беҙҙе дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү менән бергә   халҡыбыҙҙың рухи һәм матди байлығына ихтирам тәрбиәләйҙәр.  

2-се алып барыусы. Телебеҙҙе һаҡлау,  үҫтереү,  киләсәк быуынға  еткереү, халҡыбыҙ тарихына,  мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам, рух тәрбиәләү өсөн күп көс һалалар.Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары!

Һеҙҙең өсөн байрам бүләге булып ҡумыҙ моңдары яңғырай.

1-се алып барыусы. Динир, һин беҙҙең гимназияла химияны иң шәп белгән уҡыусыһың, эйеме.Былтыр Мәскәүҙән миҙал алып ҡайттың.

2-се алып барыусы. Әлиә, мин 11-се класта инде ҡыҙҙарҙың холҡон әҙерәк белә башланым, шулай йомшаҡ һөйләшһәгеҙ, һеҙҙең өсөн нимәлер эшләргә кәрәк.Дөрөҫмө?

1-се алып барыусы. Дөрөҫ.Тик мин үҙем өсөн түгел, бөтә тамашасылар өсөн һорайым. Берәй химик реакция эшләп беҙҙе аптырат әле.

2-се алып барыусы. Аптырат?

1-се алып барыусы. Эйе.

2-се алып барыусы. Аптырат.....(башын тырнай)Тәк....Тылсымлы портфелемдә нимә бар икән?

1-се алып барыусы. Ооо, бында нимә генә юююҡ.Әйтәм, портелеңде бер кемгә лә бирмәйһең.

2-се алып барыусы. Әйҙә, үҙең дә ярҙам ит, улайһа.

Шарға сода һалып, уксус ҡойоп тәжрибә эшләй, шар ҡабара.

1-се алып барыусы.(аптырап) Динир?...Рәхмәт...

2-се алып барыусы.

Ярай, оҙаҡ аптырап торма.Концертта икәнеңде лә оноттоң, шикелле.

 Бик кәрәк ул химия:

Углерод менән яҙам,

Кислород менән тын алам.

Натрий менән тоҙлайһың,

Көн дә алтын уйлайһың.

1-се алып барыусы.

Килешәм.

Ә бына һәр кемгә кәрәге тейер

Биология фәненең.

Белдек флора, фаунаны,

Серен кеше тәненең.

Нисек сәскә атҡанын,

Ҡандың нисек аҡҡанын.

Тәбиғәтте яратырға,

Һаҡларға һәм яҡларға

Өйрәтте биология.

2-се алып барыусы.

Инерция, көс, динамика, ҡеүәт

Тормошта физика ла бик кәрәк.

Уңышлы, бәхетле, мөхәббәтле булырға

Тартыу көсөн белергә кәрәк.

1-се алып барыусы.

Химия, физика, биология уҡытыусыларына бәхет элементтарынан торған тормош таблицаһын, фотосинтез осҡонон, ауырлыҡтарға ҡаршылыҡ, хистәрҙең ыңғай зарядын теләйбеҙ.

2-се алып барыусы. Һеҙҙең өсөн сәхнәлә ”Ләүсәтин» бейеүе!

1-се алып барыусы.

Интернет һәм Шекспир телен

Өйрәндек һеҙҙең менән.

Рәхмәт әйтәбеҙ беҙ хәҙер

Һеҙ өйрәткән тел менән.

2-се алып барыусы.

Бөгөн инглизсә ҡотлауыбыҙ

Ҙур рәхмәт булһын беҙҙән.

We will always be thankful to you

For all the hard work and efforts

You have put in, for educating us.

Happy Teachers Day!

Инглиз телендә йыр яңғырай.

1-се алып барыусы.

Фәндәр батшабикәһен

Яратып өйрәнәбеҙ.

Теорема дөрөҫлөгөн,

Аксиома матурлығын

Бергә иҫбат итәбеҙ.

Иҫәп-хисап эштәрен

Яҡшы беләйем тиһәң.

Уҡы математиканы

Уңыш йылмайыр гелән.

2-се алып барыусы

Биттар, байттар, алгоритмдар,

Программалау, редакторлау.

Маҡсатыбыҙ: күпте белеү,

Донъянан артта ҡалмау.

1-се алып барыусы.

Информатика уҡытыусыларына кеҫәләренең Билл Гейтстыҡы кеүек булыуын, тик изге теләктәрҙән торған тормош программаһын программалап йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

2-се алып барыусы. Математика уҡытыусыларына тормоштоң бөтә өлкәләрендә билдәләрҙең плюс менән булыуын, һанһыҙ уңыштар, бәхетте кубта, шатлыҡты квадратта теләйбеҙ.

Байрам бүләген ҡабул итегеҙ! (бейеү)

1-се алып барыусы.

Материк, океандар,

Сүллек, йылға һәм тауҙарҙы.

Һеҙ бик яҡшы беләһегеҙ,

Беҙгә өйрәтәһегеҙ.

2-се алып барыусы.

Тарихсылар быуат зирәклеген

Һәр дәрестә аңға һеңдерә.

Үткән менән хәҙергене бәйләп

Беҙгә белмәгәнде белдерә.

1-се алып барыусы. Тарих  фәне, йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ  дәрестәре ҡатмарлы булһа ла, уны еңел итеп өйрәтеүсе уҡытыусыларыбыҙҙың тормошонда еңеүҙәр һәм бәхетле даталар,

2-се алып барыусы

Ә география уҡытыусыларына уңыштар киңлектәрен, бәхеттәр океанын теләйбеҙ.

Йыр-бүләкте ҡабул итегеҙ!

1-се алып барыусы.

Маймыл кешегә әйләнгән

Бары тик хеҙмәт өсөн.

Тегербеҙ ҙә, юнырбыҙ ҙа

Уңышлы йәшәр өсөн.

2-се алып барыусы.

ОбЖла өйрәнәбеҙ

Һалдаттарса атларға.

Һүҙ бирәбеҙ Тыуған илде

Батырҙарса һаҡларға.

2-се алып барыусы.

Һикереп тороу иртән

Инде инде ғәҙәткә.

Ямғыр тимәй, ҡар тимәй

Эшләйбеҙ беҙ зарядка.

1-се алып барыусы.

Саңғы, волейбол, көрәш

Бер ярыштан ҡалмайбыҙ,

Һынатмаҫҡа тырышабыҙ,

Призлы урын яулайбыҙ.

Физик культура, Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, хеҙмәт уҡытыусыларына рәхмәт әйтеп, йәшәү дәрте, күтәренке кәйеф, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.Байрам бүләген ҡабул итегеҙ!

(Йыр һәм бейеү «Тышта ҡар яуа»)

Сценка.

Ҡатнашалар уҡытыусы ролендә бер уҡыусы һәм бер нисә уҡыусы.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, кисә һеҙ өйҙә яҙып килтергән иншаларығыҙҙы тапшырғайнығыҙ. Хәҙер ошо эшкә анализ яһап китәйек.

  • Ғилманов, ни өсөн һинең эт тураһындағы иншаң Фәйзуллиндың иншаһы менән һүҙмә-һүҙ тура килә?

Ғилманов: Ней, Гөлнур Фәтиховна, беҙ бит Фәйзуллин менән бер йортта йәшәйбеҙ. Унда бер генә эт бар.

Уҡытыусы: Нуриев, ни өсөн иншаңдың аҙағы юҡ?

Нуриев: Ммм...Атайымды тиҙ генә эшкә саҡыртып алдылар.

Уҡытыусы: Сәҙриеваның иншаһы.Тәәк...Ә һинең иншаңды кем яҙҙы?

Сәҙриев: Әллә, күрмәнем, мин иртә йоҡларға ятҡайным.

Уҡытыусы:Тәәк..Сурин...Дүрткә ике.

Сурин: Ике???

Уҡытыусы: Эйе. Ҡартайың иртәгә мәктәпкә килһен.

Сурин:Ҡартайым?Бәлки атайымдыр?

Уҡытыусы: Юҡ, ҡартайың. Мин уға улының һиңә яҙып биргән иншаһындағы тупаҫ хаталарын күрһәтәсәкмен.

1-се алып барыусы.

Ә хәҙер яңғыраясаҡ инша юлдарын уҡыған, тикшергән уҡытыусылар көлөп, йәшәреп кенә йөрөйҙәрҙер.

2-се алып барыусы. Бәләкәй ҡыҙ башына яулыҡ ябынған, ә ҙуры –быйма.

1-се алып барыусы. Наташа Ростова нимәлер әйтергә теләгән икән, асылған ишек уның ауыҙын япҡан.

2-се алып барыусы. Уның күҙҙәре бик наҙлы итеп бер-береһенә ҡарағандар.

1-се алып барыусы. Йәй көнө малайҙар менән походҡа барҙыҡ .Үҙебеҙ менән иң кәрәк әйберҙәрҙе алдыҡ: палатка, картуф һәм Гөлсирә Әйүповнаны.

2-се алып барыусы. Лермонтов, ата-әсәләре Питерҙа йәшәгәндә, ауылда өләсәләрендә тыуған.

1-се алып барыусы.Ҡурҡышынан уның йәне итегенә төшөп киткән.

2-се алып барыусы. Беҙҙең ғаиләлә дүрт кеше: атайым, әсәйем, мин һәм бесәйем.Тағы ла беҙҙең менән өләсәйем йәшәй.

1-се алып барыусы.  Хатаһыҙ яҙырға, рус әҙәбиәте аша донъяны танып белергә, китап яратырға өйрәткән рус теле уҡытыусыларына  уңыштар, сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ теләп, сәхнәлә «Аҡйондоҙ» ансамбле!

1-се алып барыусы.

Уҡытыусы! Тәрбиәсе!

Ниндәй бөйөк һүҙҙәр !

Белем үрҙәренә үрләттегеҙ!

Ҡыйын саҡта беҙгә кәңәш биреп

Яҡшылыҡҡа ғына өйрәттегеҙ!

2-се алып барыусы.

Һәр бер атҡан таңдарығыҙ һеҙҙең

Ҡояш нурҙарына күмелһен,

Саф һәм һеҙҙең иҙге йөрәгегеҙ

Бер ҡасан да ҡайғы күрмәһен!

1-се алып барыусы.

Байрамығыҙ менән, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, һаулыҡ булһын.

2-се алып барыусы.  Ошо шарҙар кеүек ғүмерегеҙ еңел, сағыу, тулы булһын! Һау булығыҙ!

 

.

        


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

" Уҡытыусылар көнө" байрамы

Тантаналы линейка...

"Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы.

quot;Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы....

Уҡытыусылар өсөн файҙалы сайттар.

Уҡытыусылар өсөн файҙалы сайттарhttp://www.bashklip.ru/index/bashkirskiy_yazik/0-17 - электронные учебникиhttp://in-yaz-book.ru/bashkir.shtml - электронные учебникиhttp://bash-perevod.ru/...

Уҡытыусылар көнөнә сценарий

Уҡытыусылар көнөнә сценарий...

Уҡытыусылар көнөнә сценарий.

Хәйерле кис, хөрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Бөгөн ошо залда ултырыусыларға сикһеҙ шатбыҙ һәм барығыҙҙы ла байрам менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!...