Уҡытыусыға ярҙамға
статья

Шәйәхмәтова Рушания Вәкил ҡыҙы

Белем биреүҙә өй эшенең әһәмиәте тураһында мәғлүмәт.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл belem_bireuz_oy_eshenen_hmite.docx12.23 КБ

Предварительный просмотр:

Белем биреүҙә өй  эшенең әһәмиәте.

Дәрестән тыш эштәр араһында өй эше иң әһәмиәтле урынды алып тора. Өй эше – дәрестәге эштең дауамы ул. Уҡыусылар дәрестә өйрәнгән материалды өйҙә тағын бер ҡабат иҫкә төшөрәләр, уны күнегеүҙәр ярҙамында нығыталар, киңәйтәләр.

Өй эше биреүҙә уҡытыусы төп ролде уйнай. Өй эше методик яҡтан дөрөҫ, уйланған булырға тейеш. Әгәр уның асыҡ маҡсаты уҡыусыларға еткерелмәһә, ул ваҡытты бушҡа әрәм итеү генә булырға мөмкин. Педагогик яҡтан уйлап бирелмәгән өй эше уҡыусыға белем дә, күнекмә лә бирмәй, телгә тиҫкәре ҡараш тыуҙыра. Бөгөнгө көн дәрестәрендә уҡыусыларҙы үҙ аллылыҡҡа өйрәтеү төп бурыс булып тора. Үҙаллыллыҡҡа өйрәнгән бала өй эшен дә еңел башҡара. Бына шуға күрә йәш быуынды үҙ аллы эш итергә өйрәтеү, уҡытыусыларҙың төп бурысы.

Башҡорт теле дәрестәрендә өй эштәренең төп төрө - күнегеү. Күнегеүҙәр дәрестә үткән грамматик материалды үҙләштереү һәм нығытыуҙа төп ролде уйнай. Күнегеүҙе, теория менән бәйләп, маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле үтәү мөһим. Логик фекерләү һәләтен үҫтереү һәм теория менән практиканы аңлы рәүештә бәйләргә өйрәтеү өсөн, һәр бер күнегеүҙең маҡсатын, уларҙың ҡайһы тарафҡа эйә булыуын уҡыусыларға аңлата барырға кәрәк. Уҡыусы һәр бер эш алдынан һорау ҡуйып, йәғни эштең маҡсатын теоретик материал менән бәйләнеше тураһында уйлап, үҙе эшләй алырлыҡ булһын. Уҡытыусы өйгә бирелә торған күнегеүҙәрҙе дәреслектән, башҡа сығанаҡтарҙан, дәрестең маҡсатына яуап бирерлек итеп, үҙе ижади төҙөп тә бирә ала. Өй эше итеп уҡыусыларға күнегеүҙәрҙең мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыларын һәм уларҙы эҙләргә мәжбүр итерлеклеләрен биреү уңышлы. Күләме яғынан күп булмаҫҡа тейеш. Уҡыусы ашыға, бысрата, эш ялыҡтыра.

Өй эше биргәндә, шулай уҡ уҡыусыларҙың башҡа фәндәрҙән өйгә ниндәй эш алыуҙарын да иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы уҡыусыларға “ауыр” йәки “еңел” көндәр булмаһын. Дәрескә килгәс уҡыусыларҙың эштәре мотлаҡ тикшерелә, баһа ҡуйыла, дөрөҫ эшләүҙәре, яңы теманы аңлауҙары асыҡлана.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"

Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....

Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016

Заявление, рекомендации, информационная карта  участника конкурса "Педагог года - 2016"....

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...

Мин - уҡытыусы (Эссе)

О миссии, о предназначении профессии  учителя...