Ә.Вәлиди
учебно-методический материал

Ғиндуллина Гөлназ Ғәзнәүи ҡыҙы

Конференцияла сығыш

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon npk_24.doc46 КБ

Предварительный просмотр:

Атаҡлы ғалим Зәки Вәлиди Туған

Автор: Ғиндуллина Г.Ғ.

Муниципальное общеобразовательное

 бюджетное учреждение

Средняя общеобразовательная школа №12

Атаҡлы ғалим Зәки Вәлиди Туған - башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһының XX быуат тарихында иң ҡатмарлы, бер үк ваҡытта иң сағыу яҙмышлы шәхестәренең береһе. Башҡорт милләтенең үҙаллылығы өсөн ныҡышмалы көрәшкән, буласаҡ Рәсәй Федерацияһының ҡоролошон күҙаллаған сәйәсмән, күренекле ғалим – төрки тарихы белгесе һәм дәүләт эшмәкәре булараҡ танылған.
Уның тормош юлы XX быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙан айырылғыһыҙ. 1908-1916 йылдарҙа З.Вәлиди ғалим һәм публицист булараҡ формалаша.
З.Вәлиди Туғандың ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге лә баһалап бөткөһөҙ күләмле. Ул үҙ халҡының тарихын өйрәнеп, тикшереп кенә ҡалмай, башҡорттарҙың киләсәге хаҡында ла уйлана. Халҡыбыҙҙың азатлығы, үҙ аллы Башҡорт дәүләте төҙөү көрәшен башлау һәм етәкләү осоронда Вәлиди оҫта сәйәсмән һәм ғәскәр башлығы булараҡ таныла.
Ә.З.Вәлиди XX быуатта башҡорт халҡын бөтә донъяға танытҡан, шул уҡ ваҡытта миллилеген юғалтмайынса сағылдырған бер үҙенсәлекле шәхес.
(Р.Шәкүр).

Зәки Вәлидовтың тыуған төйәге — Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙендәге Көҙән исемле башҡорт ауылы. Мәскәүҙән ҡарағанда — урыҫ мәҙәниәте үҙәктәренән айырылған Көҙән — көнсығыш донъяһының мәҙәни үҙәктәренә яҡыныраҡ тойола. Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусы һәм ғалим — шәрҡиәтсенең ата — әсәһе ғәрәп, фарсы һәм (чагатай) иҫке төрки телендә һөйләшә белгән. Ул ваҡытта көнсығыш белемле ғаиләләр һирәк күренеш булмай һәм һәр татар һәм башҡорт ауылында осрай. Ғалим үҙенең бала һәм үҫмер саҡтарын ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала һәм былай тип яҙа: «Мин үҙемдең тыуған Көҙән, Ғәлиәкбәр, Алағуянбашы һәм Аҡбейек йәйләүҙәрен бик яраттым. Әммә беҙҙең көнкүреш мәҙәниәтенең артта ҡалғанлығы был тормошҡа нисектер өҫтән ҡарарға мәжбүр итә ине. Тик һуңынан ғына мин башҡорт тормошо философияһының урыҫ яҙыусылары Л. Толстой һәм С. Аксаков тарафынан идеаллаштырылыуының мәғәнәһен һәм дөрөҫлөгөн аңланым. Был йәмәғәт даирәһенең зыялылары миңә төрки, ғәрәп һәм фарсы мәҙәниәттәрен төшөндөрҙө, көнсығыштың ҡайһы бер бөйөк аҡыл эйәләре менән таныштырҙы һәм шундай әхлаҡи идеал һәм сәйәси маҡсат бирҙе, һуңынан уларҙы төҙәтеү һәм үҙгәртеүҙең кәрәге лә булманы».

 1908 йылдан башлап Зәки Вәлидов Ҡазанда Ҡасимия мәҙрәсәһендә уҡый, университетҡа инеү тураһында хыяллана, гимназия курсы буйынса имтихандарға үҙаллы әҙерләнә башлай. Күренекле татар ғалимдары һәм яҙыусылары һәләтле һәм маҡсатына ынтылыусы, төпкөлдә йәшәп тә төрлө телдәрҙә һөйләшергә өйрәнгән, көнсығыштың урта быуат тарихын ғына түгел, Рәсәй шәрҡиәтселәренең хеҙмәттәре менән дә таныш булған йәш кешегә иғтибар итә. 1909 йылда Вәлиди шул уҡ Ҡасимия мәҙрәсәһендә төрки халыҡтары тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәтенән белем бирә башлай. Күп кенә татар гәзиттәре һәм журналдары уның төрки халыҡтары тарихы буйынса тәүге мәҡәләләрен баҫтыра. 1912 йылдың башында сыҡҡан тәүге китабы — «Төрк үә татар тарихы»н Урта Азия һәм Төркиәлә хуплап ҡаршы алалар. Ғалимдың 21 йәшлек сағында яҙған был китабы әле лә фән йәһәтенән үҙенең ҡиммәтен юғалтмай.

Тәүге үҙаллы тарихи — этнографик тикшереүҙәрен Вәлиди Бөрйән башҡорттары араһында башлай. 1913 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан «Шуро» журналының 19 — 22 һандарында уның башҡорт мәҙәниәте сығанаҡтары хаҡында мәҡәләләр тупланмаһы баҫыла. Йәш тарихсының яҙмышында, уның ғалим булараҡ өлгөрөп етеүендә билдәле шәрҡиәтсе, Ҡазан университеты профессоры Н. Ф. Катановтың роле ҙур, ул Вәлидигә университетҡа уҡырға инергә әҙерләнгәндә, тәүге китабын нәшер иткәндә күп яҡлы ярҙам күрһәтә.

1923 йыл башында сикте киҫеп үткән ваҡыттан башлап, Вәлидов — Вәлидиҙең тормошо һәм эшмәкәрлегендә өр-яңы этап башлана. Эмиграцияла ул фән менән шөғөлләнеүенә кире ҡайта. Фольклор йыя, археографик һәм этнографик тикшереүҙәр үткәрә, башҡорттарҙың батша хөкүмәтенең колониаль, талау сәйәсәтенә ҡаршы күп һанлы ҡан ҡойошло күтәрелештәрҙең береһенән һуң бында күсеп, ҡарағалпаҡ халҡы араһында йәшәүсе башҡорт вәкилдәре янында була.

Бөтә донъяла шәрҡиәтселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән хеҙмәттәр авторы, Азия һәм Европа китапханаларында күп һанлы үтә мөһим ҡулъяҙма сығанаҡтарын асыусы, бөтә донъяға билдәле ғалим Вәлиди 1932 йылда Вена университетының студенттар эскәмйәһенә ултырырға ҡарар итә. Шул уҡ ваҡытта докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә лә эшләй.

Вена университетында Вәлиди өс йыл уҡый, немец һәм латин телдәрен тәфсирләп өйрәнә, «Ибн — Фаҙландың юлъяҙмалары» темаһына немец телендә диссертация яҙа һәм уны 1935 йылдың 7 июнендә уңышлы яҡлап, философия фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә була.

Бонн университетынан килгән саҡырыу менән файҙаланырға була. Бында ул 1938 йылдың көҙөнә тиклем Урта Азия һәм ислам тарихы буйынса лекциялар уҡый. Был йылда Германияның Мәғариф министрлығы Вәлидигә педагогик эшмәкәрлеге өсөн почетлы доктор исеме бирә.

Германияла Вәлиди үҙенең ғилми яҙмышының иң бәхетле мәлдәрен кисерә: 1939 йылда Дрезденда уның тормошондағы иң мөһим хеҙмәте — «Ибн — Фаҙландың юлъяҙмалары» баҫыла. Ибн — Фаҙландың китабына комментарийҙар Вәлидовҡа ғилми донъя киңлегендә ҙур билдәлелек алып килә.

Бынан тыш Германияла Вәлиди тағы бер нисә хеҙмәтен яҙа: «Ун ете ҡом менән ҡапланған ҡала һәм Садри Максуди бей», «Ислам һәм география фәне», «Һинд — иран сик өлкәләре тураһында тарихҡаса тикшереүҙәр һәм тюркология проблемалары», « Әль — Бируни төньяҡ халыҡтары тураһында», «9 — 10 быуаттарҙағы ғәрәп сығанаҡтары буйынса германдарҙың ҡылыстары», «Боронғо хорезмдарҙың теле һәм мәҙәниәте тураһында», «Урта быуатта Урта Азияла халыҡтың тығыҙлығы», «Боронғо төрки һәм монголдарҙа карта һәм картография проблемалары» һ.б. Һәм, ниһайәт, 1940 йылда Ҡаһирәлә Зәки Вәлидиҙең ҙур күләмле «Бөгөнгө Төркөстан һәм уның үткәне» (төрөк телендә) һәм Делиҙа инглиз телендә «Бируниҙың донъя картинаһы» сыға.

Ғалимдың ижади тормошонда уңайлы осор 1948 йылда, уға 58 йәш булғанда башлана. Был ваҡытҡа ул үҙенең тағы бер фундаменталь хеҙмәте — әле 1929 йылда уҡ нигеҙ һалынған «Тарих фәнендә алым» китабын тамамлай.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған данының иң юғары нөктәһе 1951 йылға, уның Истанбулда үткән ун икенсе Бөтә донъя шәрҡиәтселәр конгресына етәкселек иткән ваҡытына тура килә. Конгрестан һуң Зәки Вәлиди Туған ваҡытының күп өлөшөн донъяның төрлө мөйөштәрендә конференцияларҙа ҡатнашыу, иң билдәле университеттарҙа лекциялар уҡыуға бағышлай. 1954 йылды ул Англияла үткәрә, 1957 йылда АҠШ һәм Пакистанда эшләй. Зәки Вәлиди Туған бөйөк ғалимдар менән генә түгел, билдәле сәйәсмәндәр, әйтәйек, Д. Неру һәм Р. Пехлеви менән дә аралаша. Ошо уҡ ваҡытта ул Афғанстан, Пакистан һәм ғәрәп илдәренән күскенсе ҡаҙаҡтарҙың айырымланған төркөмдәрен Төркиәгә күсереү буйынса әүҙем эш алып бара.

Ғалимдың ғүмеренең күп өлөшө уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенә арнала. Төркиәлә генә түгел, Европа һәм Азия илдәрендә, шул иҫәптән Японияла ла күп кенә билдәле ғалим һәм эшмәкәрҙәр уны үҙенең уҡытыусыһы тип һананы һәм һанай. 1927 йылда Истанбул университетында уҡыта башлап, ул Европа, Азия һәм Американың күп кенә университеттарында белем бирә һәм үҙенең уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген 1970 йылда шул уҡ Истанбул университетының шул уҡ әҙәбиәт факультетында тарих бүлегендә тамамлай.

Вәлидиҙең иң яҡын һәм тоғро уҡыусыһы булған профессор Тунжер Байкара яҙа: «Зәки Вәлиди ҡорос ихтыярлы кеше ине — бына уның иң мөһим сифаты. Ул бер ҡасан да көрәштән тайпылманы һәм һөҙөмтәгә ирешмәйенсә туҡтаманы. Бәләкәй сағынан алып үлеменә ҡәҙәр шундай булып ҡалды. Тормош уның өсөн эш һәм көрәш аренаһы ине. Һәм уның тормош нигеҙен ғилми эш — ниндәй хәлдә лә эш — тәшкил итте. Ул Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең ҡушҡанын һүҙмә — һүҙ үтәне: „Ғүмерегеҙ сикһеҙ булғандай эшләгеҙ, һуңғы көнөгөҙҙө йәшәгәндәй доға ҡылығыҙ“. Үлер алдынан дауаханала ятҡанда ла бер аҙ хәл инһә, ул ғилми эшенә тотона ине».

Ғүмеренең һуңғы йылдарын Зәки Вәлиди Туған үҙенең «Хәтирәләре» һәм «Оғуз тураһында дастанға» бағышлай.  Был дастан өс бүлектән тора. Беренсеһе  Рәшит ад-Дина Фазлаллахтың “Джамиут таварих” китабының тәржемәһе, икенсеһе – дастандың текстына ҡараған иҫкәрмәләрҙән тора , бында автор төрөк тарихының ҡайһы бер үҙенсәлектәренә туҡталып китә. Өсөнсө бүлек дастандың үҙенә ҡарата иҫкәрмәләрҙән төҙөлгән. Был бүлектә дастандың ҡайҙа, ҡасан барлыҡҡ килеүен иҫбатлай.Шул ваҡыттан алып башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен Вәлиди мемуарҙарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай.

Әммә сир көсәйгәндән көсәйә. Ғалимдың был ваҡытта Америкала булған балалары Төркиәгә ҡайта һәм аталары эргәһендә булалар. Ауырыуҙың көсәйеүе ҡабаттан операция эшләргә мөмкинселек бирмәй. «Оғуз тураһында дастан»ды тамамлау бурысы Тунжер Байкара өҫтөнә төшә. Остазының үлеменән һуң ул дастанды тамамлай һәм баҫтырып сығара.

З.Вәлиди бөгөнгө көндә лә йәштәр өсөн, башҡорт, татар, ғөмүмән барлыҡ төрки халҡы өсөн остаз булып ҡала. Ул васыят итеп ҡалдырған хеҙмәтәрен, уй-фекерәҙәрен йәштәргә еткерергә тейешбеҙ. Уның эштәрен артабан да дауам итергә кәрәк.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Папка достижений учителя технологии МКОУ СОШ № 10 п.Лебединый Алданского района РС(Я) Шевелевой Лидии Терентьевны.

В папке достижений собран пракитеский материал из опыта моей работы- учителя технологии , стаж 43 года шевелевой Лидии Терентьевны....

Портфолио Золотовой Лидии Николаевны

Портфолио подготовлено в 2011 году....

Конспект урока Бузулуцкой Лидии Васильевны предмет алгебра класс 7 МОУ ООШ № 41 Дзержинского района г. Волгограда Тема урока: « Метод алгебраического сложения»

Данный материал это моя личная разработка открытого урока в 7 классе по теме "Алгебраическое сложение". Здесь я отразила свою методику по изучению данной темы. Как показала практика, она является очен...

Авторская методика Пак Лидии Петровны "Авторская глиняная расписная игрушка в развитии творческих способностей детей"

Учебно-методическое пособие "Авторская глиняная расписная игрушка в развитии творческих способностей детей", автором которой является преподаватель Ногинской детской художественной школы (г. Ногинск М...

Программа по прикладной композиции для учащихся 1-5 классов детских художественных школ, 2013 г. Разработчик программы Пак Лидия Петровна

Настоящая программа предназначена для обучения прикладной композиции учащихся 1-5 классов детских художественных школ и художественных отделений детских школ искусств.Разработчик программы Л.П.П...

Методическая разработка "Новые методы в преподавании народных росписей", автор преподаватель Ногинской детской художественной школы Пак Лидия Петровна, 2013 г.

Тема народных росписей является частью Программы по прикладной композиции. Эта тема традиционно подавалась по следующему алгоритму: знакомство с видом росписи, копирование образцов, отработка навыков....