Эссе " Мин УҠЫТЫУСЫ..."
занимательные факты

Альфия Тимерьяновна Гайфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Ғәйфуллина

Халыҡ юҡҡа ғына «Үҙең ергә эйелмәйенсә, ер һиңә һуҙылмаҫ»тип әйтмәгән, яратып һайлаған һөнәремдең бар нескәлектәренә төшөнөргә тырышам, проффесиональ кимәлемде күтәрәм, ҡулымдан килгәнсә был өлкәлә эшләүемде дауам итеремә ышанам.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse._min_ukytyusy.docx14.26 КБ

Предварительный просмотр:

Эссе «Мин – уҡытыусы…»

“Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы беренсе осҡон”  В.А. Сухомлинский 

Мәктәп – бер ниндәй ҙә картала күрһәтелмәгән бәләкәй генә ил. Мәктәп-ул иҫ киткес донъя, ундағы һәр бер көн үҙенсә, бер-береһен ҡабатламай, бер - береһенә оҡшамай; унда һәр бер миҙгел – ниндәйҙер  яңылыҡты, мауыҡтырғысты эҙләү; был - күңелһеҙләнеп ултырырға, бәхәсләшергә һәм ваҡытты бушҡа ауҙарырға бер генә минут ваҡыт та булмаған сихри донъя, бында һәр бер бала - киләсәкте төҙөүсе. Ошо иҫ киткес  донъяла бала саҡтан уҡ оҙаҡ йәшәргә  хыялландым, бында тик сабырҙар, иғтибарлылар, яғымлылар, асыҡ йөҙлөләр һәм  изге кешеләр генә йәшәүен  һәм улар -УҠЫТЫУСЫЛАР икәнлеген дә белә инем.

Уҡытыусы… Үҙемдең ошо һөнәрҙе һайлауым һәм уға тоғро булыуым менән ғорурланам. Ҙур хәреф менән яҙылған УҠЫТЫУСЫ булыу өсөн ошо иҫ киткес мәктәп донъяһында йәшәүселәрҙе – балаларҙы яратырға кәрәк.  Күренекле педагог    Я.А.Коменский, «наша профессия самая лучшая, как никакая другая под солнцем» тигән. Шуға күрә уҡытыусы һөнәрен мин тағы ла мөһим,  яуаплы һөнәр тип өҫтәр инем.     Бала күңелен асыу, уның киләсәктә кем булыуын билдәләү ҙә беҙҙән, уҡытыусыларҙан,  тора: бейек йорттар һалыусымы, кешеләрҙе  бөгөнгө көндә дауалап булмаҫтай ауырыуҙарҙан дауалаусымы,  космос киңлектәрен айҡаусымы,  ә бәлки беҙҙең кеүек, таҡта алдында, яҡшылыҡ, изгелек орлоҡтарын сәсеүсеме?.. 

         Уҡытыусыны баҡсасы менән сағыштырырға мөмкин. Баҡсасы үҙенең баҡсаһында еңел-елпе генә иренеп эшләһә, үҫентеләре лә үҫмәйенсә тәпәш ҡаласаҡ, емешен бирмәйәсәк. Уҡытыусы бейеклектәргә үрләгән, киләсәккә өмөт менән ҡараған балаларға ярҙам ҡулы һуҙмаһа, уҡыусыларҙың башҡа юлды һайлауы мөмкин, шул ваҡытта белемдәре түбән кимәлдә буласаҡ. Һәр бала ул бәләкәй генә донъя, үҫергә, үҙгәрергә тейешле, үҙ хаталарын төҙәтергә ынтылыусан кеше. Беҙ, уҡытыусылар, уның ҡулына ышаныс уты һалһаҡ, бер үк кәрәк ваҡытта ташламаҫҡа тейешбеҙ. Ул аңлауға, яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.

        Шулай итеп, тормоштоң көрәшсеһе булырлыҡ уҡыусылар тәрбиәләү, белем биреү сифатын, предметтың абруйын күтәреү-минең өсөн көнүҙәк бурыс. Ошо тынғыһыҙ эштә матур һөҙөмтәләргә өлгәшеүемә ышанам.

        Һәр уҡытыусы үҙ дәресендә яҡшы һөҙөмтәләргә эйә булыу өсөн юлдар билдәләргә тейеш:

-етәкселек итә белеү;

-уҡыусыларҙың үҙаллылығын тәрбиәләү;

-башҡарылған эштең йөкмәткеһе һәм үҙенсәлеге;

-дәрестең күп төрлөлөгө;

-яуаплылыҡ кимәле.

         Әлбиттә,тәжрибә артыу менән был юлдар һаны ла артасаҡ.

        Тағын да иң кәрәкле һорауҙарҙың береһе: «Төрлө педагогик ситуацияларҙан сығыу өсөн ниндәй юлдар эҙләргә кәрәк?» Бындай хәлдәр килеп тыуһа, үҙ оҫталығымдан, тәжрибәмдән, уҡыусыларҙың психологик үҙенсәлектәрен, кешелек сифаттарын күҙ уңында тотоп эш итәм. Тәрбиәүи моменттар беҙҙең эшебеҙҙә көн дә, йә булмаһа сәғәт һайын булып тора. Ошо мәлдәрҙә беҙҙе ситуацияны профессиональ яҡтан баһалай алыу, философик фекер булыу, ҡотҡара ла инде.

       Уҡытыусы булараҡ, мин дә «Бала күңеле –аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң,  шуны уҡырһың» тигән  һүҙҙәр менән тулыһынса  килешәм.  Мин дә  улар күңеленә кешелеклелек орлоҡтарын сәсәм.  Ышаныслы аҙымдар менән әле тағы ла алға барырға кәрәклеген бар күңелем менән һиҙәм.

       Халыҡ юҡҡа ғына «Үҙең ергә эйелмәйенсә, ер һиңә һуҙылмаҫ»тип әйтмәгән, яратып һайлаған һөнәремдең бар нескәлектәренә төшөнөргә тырышам, проффесиональ кимәлемде күтәрәм, ҡулымдан килгәнсә был өлкәлә эшләүемде дауам итеремә ышанам.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"

Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....

Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016

Заявление, рекомендации, информационная карта  участника конкурса "Педагог года - 2016"....

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...

Мин - уҡытыусы (Эссе)

О миссии, о предназначении профессии  учителя...