Тәрбиәүи сара. Ғаилә йылы.
классный час (5 класс)

Аюпова Лилия Азатовна

Балаларҙың ғаилә тураһындағы белемдәрен киңәйтеү;

  • үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү;
  • уҡыусыларҙа әҙәп-әхлаҡ сифаттарын тәрбиәләү;
  • дуҫлаша белеү, дуҫлыҡты һаҡлау, коллективта аралашыу күнекмәләрен тәрбиәләү.

 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема: Ғаилә йылы.

Маҡсаттар:

Балаларҙың ғаилә тураһындағы белемдәрен киңәйтеү;

  • үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү;
  • уҡыусыларҙа әҙәп-әхлаҡ сифаттарын тәрбиәләү;
  • дуҫлаша белеү, дуҫлыҡты һаҡлау, коллективта аралашыу күнекмәләрен тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.

1. Бал кәрәҙе макеты.

2. Һүҙҙәр яҙылған карточкалар.

I. Ойоштороу моменты.

Сәләмләшеү.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Барығыҙҙы ла тәрбиәүи сарала күреүемә шатмын! әйҙ

(Уҡыусылар беренсе слайдтан уҡыйҙар. Слайд2.)

Сәләмләйем һауаны,

Именлек булһын өсөн!

              Сәләмләйем Ер-әсәне,

              Беҙҙе туйҙырған өсөн!

              Сәләмләйем дуҫымды,

              Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

 

  • Балалар, бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡлар өсөн, йомаҡтарҙы сисеп, ромашкаларҙы асайыҡ. (йомаҡтар сиселә бара, бал кәрәҙе асылып, сараның темаһы асыла).

1. Был картиналар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар, слайдҡа ҡарағыҙ (Слайд на интерактивной доске. Слайд 3). (ғалим)

2. Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы?(Слайд 4).(Ағиҙел)

3. Ребусты сисегеҙ. (Слайд 5).(икмәк)

4. Ә был һүҙҙе рус теленән башҡорт теленә тәржемә итегеҙ (Слайд 6). (Ләлә)

5. Ул ҡояш нурҙары кеүек сағыу,

Тәмле, һутлы һәм еҫле,

Һәр өлөштә витамин,

Тәмләп ҡара….(Слайд 7) (әфлисун)

- Шулай итеп, балалар, ниндәй һүҙ килеп сыҡты? (Ғаилә).

- Ә нимәне аңлата был һүҙ? (Ярҙам итеү...)

(Ассоциатив схема төҙөү: атай, әсәй, өләсәй, олатай, балалар,…,бәхет, дуҫлыҡ, берҙәмлек, мөхәббәт, хөрмәт, шатлыҡ, бәхет һ.б.) (Слайд 8)

- 2024  йыл Рәсәй Федерацияһында ғаилә йылы тип иғлан ителде. (Слайд 9)

       - Уҡыусылар, ә ни өсөн тип уйлайһығыҙ?

- Эйе, ысынлап та, әгәр беҙҙең ғаиләләрҙә мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу булһа, ул беҙҙең Рәсәй тип аталған ҙур ғаиләбеҙгә лә тапшырыласаҡ.

II. Проблемалы  һорау  ҡуйыу. Әңгәмә ойоштороу.

 – Уҡыусылар, әйҙәгеҙ бер видеояҙманы ҡарап алайыҡ. (Слайд 10)

- Уҡыусылар, һеҙ нимәләр күрҙегеҙ был видеояҙмала?

- Бына ошондай ситуациялар килеп сыҡмаһын өсөн, беҙ һеҙҙең менән хәҙер идеаль ғаилә макеты төҙөйбөҙ, ә  эште башлайбыҙ ғаилә ҡиммәттәренән.                                                                                                                                                                                                                                                (слайд 11)

- Ғаилә ҡиммәттәренә нимәләр инә икән? Бөгөн мин һеҙгә бер серле ҡумта алып килдем. Унда ҡыҙыҡлы һүрәттәр. (Йөрәк, Тарих, Ҡәлғә, Йола, Дуҫлыҡ, Дәүләт)  

- Кем үҙенә беренсе һүрәтте һайлай?

- Нимә төшөрөлгән?

-  Был һүрәт-символ һеҙҙә ниндәй уйҙар тыуҙыра? (Һәр һүрәт буйынса әңгәмә).

“Йөрәк” – ата-әсәйгә, туғандарға һөйөү. Ғаиләнең нигеҙендә мөхәббәт ята.

“Тарих” – һәр ғаиләнең тарихы бар. Тарих – ул ғаилә шәжәрәләрендә сағылыш таба.

“Ҡәлғә” – һәр кем өсөн үҙ ғаиләһе – ул ҡәлғә. Ул унда терәк, таяныс таба, ата-әсәләрҙең ярҙамын, ҡурсалауын, йылыһын тойоп йәшәй.

“Йола” – һәр бер ғаиләнең байрамдары, үҙ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар.

“Дуҫлыҡ” – ғаиләнең нигеҙендә шулай уҡ ғаиләне бер бөтөн иткән үҙ-ара дуҫлыҡ, ихтирам, иғтибар тойғолары.

“Дәүләт” – беҙҙең дәүләтебеҙ, тыуған илебеҙ - Башҡортостан.

Республикабыҙҙа халыҡтар бик күп, төрлө-төрлө. Улар ҙа бер ғаилә кеүек дуҫ, татыу йәшәй. Ғаилә – ул йәмғиәтте, дәүләтте барлыҡҡа килтерә торған берләшмә. Ғаиләләребеҙ ныҡ, дуҫ, татыу булһа, илебеҙ ҙә көслө буласаҡ.

 (Уҡыусылар һүрәттәрҙе таҡтаға элә баралар, “Ғаилә кәрәҙе” барлыҡҡа килә).

III. Йомғаҡлау.

- Шулай итеп, таҡтала нимә барлыҡҡа килде? (слайд 12)

- Ни өсөн кәрәҙ? Ул нимәне хәтерләтә?

- Ғаилә - ул нимә?

Уҡыусылар, ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән бәхетле ғаилә тормошона күҙ һалайыҡ.

Слайд 13

Уҡыусылыр, әйҙәгеҙ әле иң яҡын кешебеҙгә киҫә телефоны аша хәбәр ебәрәйек. Мәҫәлән, мин әсәйемә аудио хәбәр ебәрәм. Шулай итеп, яҡындарыбыҙ менән аралашып йәшәһәк, ғаиләбеҙҙә мөхәбәт һәм уҙ-ара аңлашыу буласаҡ.

- Һеҙгә бөгөнгө тәрбиәүи сарала  нимә ҡыҙыҡ булды?

- Йәшәү бәхете – илең булыуы, атаң һәм әсәң, телең булыуы,- тигән шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа. Ғаиләләребеҙгә, илебеҙгә татыулыҡ, именлек, бәхет теләйем.

- Бөгөн миңә һеҙҙә ҡунаҡта булыу бик оҡшаны. Рәхмәт. Һүрәттәрҙе һеҙгә ҡалдырам, унда матур теләктәр ҙә яҙылған. Һау булығыҙ

 


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Тәрбиәүи сара Әйүпова Лилиә Азат ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы Башҡортостан Республикаһы Өфө муниципаль районы Чесноковка ауылының « Юлдаш » белем биреү үҙәге .

Слайд 2

Сәләмләшеү. Сәләмләйем һауаны, Именлек булһын өсөн! Сәләмләйем Ер-әсәне, Беҙҙе туйҙырған өсөн! Сәләмләйем дуҫымды, Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

Слайд 3

Был картиналар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

Слайд 4

Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы.

Слайд 5

Ребусты сисегеҙ. ИК

Слайд 6

Һүҙҙе рус теленән башҡорт теленә тәржемә итегеҙ. Тюльпан

Слайд 7

Йомаҡты сисегеҙ. Ул ҡояш нурҙары кеүек сағыу, Тәмле, һутлы һәм еҫле, Һәр өлөштә витамин, Тәмләп ҡара..... нажать

Слайд 8

Ғаилә

Слайд 9

2024 йыл Рәсәй Федерацияһында ғаилә йылы тип иғлан ителде .

Слайд 11

Ғаилә ҡиммәттәре.

Слайд 12

“Ғаилә кәрәҙе”

Слайд 16

Вернуться


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сара апа - татар сандугачы

Бөек композиторыбыз Сара Садыйкованың тормыш юлы,иҗаты белән таныштыру....

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Путешествие в столицу Золотой Орды Сарай-Бату.,

Старый Сарай(Сарай - Бату,Старый,Сарай-аль-Махруса-Дворец Богохранимый")-средневековый город столица Золотой Орды.Распологается прмерно в 80 км. современного города Астрахани,в районе села Селитренное...

Сара Садыкова

Сценарий внеклассного мероприятия....

Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"

Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...

: И.Тороповлон “Тэрыб кок” висьтöн тöдмасьöм. Вöр-ва видзöм. Печорo-Илычскöй заповедник йылысь.

Рассматриваем произведение, которое учит любить и беречь природу....