З.Биишева "Дуҫ булайыҡ"
план-конспект урока (6 класс) по теме

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

6 класта З.Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" әҫәре буйынса дәрес.

З.биишеваның тормошо һәм ижады.

Әҫәргә анализ.

Мәҡәлдәр менән эш.

Ижади эш.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon dus_bulayyk.doc43.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: З.Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» повесы.

Маҡсат: З.Биишеваның тормошон һәм ижадын ҡабатлау, повестың идея-эстетик мәғәнәһен асыу һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү. Уҡыусыларҙың  һүҙ байлығын, уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү. З.Биишева ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, хөрмәт тәрбиәләү, хеҙмәткә һөйөү, дуҫлыҡ тойғоларын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: З.Биишева тураһында плакат, китаптар күргәҙмәһе, мультимедия проекторы, компьютер.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу эше. Сәләмләү.( слайд)

     -Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек. ( слайд)

    - Балалар, беҙ һеҙҙең менән осоусы балаҫҡа ултырып, төнгө күккә сәйәхәткә сығабыҙ. Ниндәй матур төнгө күк йөҙө! Унда алтын табаҡтай тулған ай йөҙә. Күк йөҙө шул тиклем яҡты, хатта ундағы Зөһрә йондоҙ ҙа бик асыҡ күренә. Ай тирәләй көмөш тәңкә кеүек мең төрлө сихри йондоҙҙар емелдәй. Улар береһенән-береһе яҡтыраҡ, тылсымлыраҡ… Ниндәй серле йондоҙҙар!.. Беҙ шул илаһи матурлыҡта йөҙәбеҙ: берсә күтәреләбеҙ, берсә түбәнгә төшәбеҙ йә йондоҙҙар араһына инеп юғалабыҙ… Күңелдәребеҙгә дәрт, көс өҫтәп, кире әйләнеп ҡайтабыҙ һәм дәресебеҙҙе дауам итәбеҙ.

- Уҡыусылар, алдағы дәрестәрҙә беҙ З.Биишева һәм уның “Дуҫ булайыҡ” повесы менән таныштыҡ. (слайд) Бөгөн беҙ алған белемдәребеҙҙе тикшереп,  ошо әҫәр буйынса йомғаҡлап әңгәмә ҡорасаҡбыҙ. Дәфтәргә числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

(число, тема яҙҙырыу)

  II. Үтелгәнде ҡабатлау.

    -Уҡыусылар, өйҙә һеҙ З.Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында ҡабатлап, иҫкә төшөрөп килергә тейеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ әле, яҙыусының тормошо һәм ижады буйынса белемдәребеҙҙе тикшереп алайыҡ. (слайд) Мин һеҙгә һорауҙар уҡыйым, ә һеҙ дөрөҫ яуап табып әйтәһегеҙ.(слайд)

 - Шулай итеп, беҙ бирелгән һорауҙарға яуап биреп, белемдәребеҙҙе тикшереп үттек.

III. Повесть йөкмәткеһе өҫтөндә эш. 1.Әңгәмә.

 - Тимәк, З.Биишева – бөйөк әҙибә, оло талант эйәһе. Ул хаҡлы рәүештә халҡыбыҙ күңелендә йәшәй. (слайд) Оҫтаның ҡулы ҡала, шағирҙың һүҙе ҡала, тиҙәр. З.Биишеваның әҫәрҙәре уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алына һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелә.

- Шуларҙың береһе – балаларҙың яратып уҡыған әҫәре - “Дуҫ булайыҡ” повесы. Повесть күңелдәрегеҙҙә хис-тойғолар өйөрмәһе ҡуҙытып, берегеҙҙе лә битараф ҡалдырмағандыр.

- Уҡыусылар, повесть оҡшанымы? Ниндәй хистәр уятты?

- Әҫәрҙәге ваҡиғалар ҡайҙан башланып китә? (Талҡаҫ күленән)

-Талҡаҫ күле ниндәй районда? Уның тураһында нимәләр белеп килдегеҙ?      (уҡыусылар сығышы)

- Әҫәрҙә Талҡаҫ күленең тыныслығы нисек тасуирлана?(слайдтар) (табып уҡыу)

-Тәбиғәт кеше алдына һәр саҡ ҙур кәртәләр ҡуя. Уның серҙәрен асыу, ҡаршылыҡтарын еңеп сығыу кешене сыныҡтыра. Быны беҙ әҫәрҙең “Дауыл” бүлегендә асыҡ күрәбеҙ. Күл өҫтөндә дауылдың башланыуына иғтибар итәйек. Дауыл ваҡытында күл нисек үҙгәрә? (слайд) (табып уҡыу, ҡыҫҡаса һөйләтеү)

- Күлдең үҙгәреүе тураһында Ҡыҙырас нимә ти? (Уртаташты күмә, кәмәне ауҙара, яман ҡоторона)

- Ҡурҡыныс алдында Ҡыҙырас һәм Юлдаш үҙҙәрен нисек тота? Был ваҡиғала уларҙың ниндәй сифаттары асыла? 

- Батырлыҡ менән матурлыҡ йәнәш йөрөй. Беҙ быны Юлдаш образында, уның эш-хәрәкәтендә, иптәшенә һәм кәмә хужаһына булған мөнәсәбәтендә асыҡ күрәбеҙ. Тәбиғәт һынауын еңеп сыҡҡан Юлдаш кеүек малайҙар үҫкәс, тормош ауырлыҡтарын да еңәсәк. Йәмғиәткә файҙалы кеше булып үҫәсәк. Ҡыҙырас характерындағы кире сифаттар беҙҙә лә бар. Үҙ холҡоңдағы кире яҡтарҙы бөтөрөү өсөн ни эшләргә кәрәк?

- Юлдаштың яңы класташтарынан кемдәрҙе беләһегеҙ? Ҡайһыһы һеҙгә оҡшаны? Ни өсөн?

- Ҡыҙырас менән Ғарифтың үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында нимәләр белдегеҙ?

- Буранбай ағай менән Ғәли ағайҙар тураһында нимә белдегеҙ? Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте нисек?

- Ҡыҙырас һәм Юлдаштың дуҫлыҡтары өҙөлөүгә нимә сәбәпсе булды?(Ҡыҙырастың алдашыуы)

- Ни өсөн Ҡыҙырас Юлдашҡа үҙен отличник, пионер, батыр малай итеп күрһәткән?(үҙен шулай итеп күргеһе килгән)

- Шулай итеп, повеста Ҡыҙырас менән Юлдаш ниндәй итеп һүрәтләнгән?(слайд) Экранда бирелгән сифаттарҙы, һәр геройға тура килгәндәрен һайлап, ике бағанаға бүлеп яҙайыҡ. Был эште төркөмләп эшләйек. 1-се төркәм – Юлдашҡа ҡағылышлы сифаттарҙы, 2 –се төркөм Ҡыҙырасҡа ҡағылышлы сифаттарҙы яҙып ала.   (ике образға ҡылыҡһырлама биреү)

- Ҡыҙырастың холҡонда ыңғай яҡтар бармы?(слайд)

- Һеҙ малайҙарҙың яңынан дуҫлашыуына шатмы? ҒШЭ – ғәжәп шәп эште Ҡыҙырас нисек аңлай?(дуҫлыҡ, берҙәмлек, ғәҙеллек, тырышлыҡ)

- Уның уйы барып сығамы?Повесть һуңында беҙ ниндәй үҙгәрештәр күрәбеҙ? (Ҡыҙырас үҙгәрә, яҡшы уҡыусы була, оҫта ҡулдар түңәрәген етәкләй)

- Уҡыусылар, һеҙ кемгә оҡшарға теләр инегеҙ? Беҙҙең арала Ҡыҙырас кеүек кешеләр бармы? Юлдашҡа оҡшарға тырышайыҡ. Яҡшыраҡ кешеләр күберәк булған һайын тормошобоҙ  матурыраҡ, донъябыҙ именерәк булыр.

Уҡытыусы. Шулай итеп, автор әҫәрҙә мәңгелек тема – дуҫлыҡ темаһына мөрәжәғәт итә. Ә дуҫлыҡ – ул күңел күрке, йәшәү йәме, хистәр даръяһы.

2. Ял итеү минуты. (слайд )

3. Мәҡәлдәр менән эш.

- Уҡыусылар, дуҫлыҡ ул – ҙур төшөнсә. Халҡыбыҙҙа дуҫлыҡ тураһында  күп матур, аҡыллы һүҙҙәр бар - мәҡәл тиҙәр уларҙы. Әйҙәгеҙ, бөгөнгө әҫәр йөкмәткеһенә тап килгәндәрен иҫкә төшөрөп китәйек. Мин мәҡәлдең башын уҡыйым, ә һеҙ дауам итеп әйтеп ҡуйырһығыҙ.(слайд)

Йөҙ һум аҡсаң булғансы,йөҙ дуҫың булһын.

Яҡшы менән юлдаш булһаң, уңырһың –яман менән юлдаш булһаң, туңырһың.

Ҡурҡаҡ дуҫ ҡыйыу дошмандан ҡурҡынысыраҡ.

Дуҫлыҡ яуҙа һынала.

(мәҡәлдәрҙе дәфтәргә яҙҙырыу)

- Бына күпме мәҡәлдәр бар дуҫлыҡ тураһында. Уларҙы иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.

4. Ижади эш. (слайд)

Уҡытыусы. Ә хәҙер бөгөнгө һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә бергәләп шиғыр формаһында дуҫлыҡ тураһында фекерҙәребеҙҙе  яҙып ҡуяйыҡ. (Синквейн яҙыу. )

Дуҫлыҡ.

Ысын, тоғро.

Һынала, дәртләндерә, илһамландыра.

Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белегеҙ!

Көс.

 Уҡытыусы. Бына беҙ  ниндәй матур биш юллы шиғыр яҙҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тағы уҡып китәйек. (хор менән уҡыу)

IV. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләр белдек?

-З.Биишева “Дуҫ булайыҡ” повесы аша нимә әйтергә теләй? (был тормошта дуҫтарһыҙ ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуы ҡыйынға тура киләсәк, дуҫтарҙың ҡәҙерен белергә, ауырлыҡтар килгәндә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡыра, класташтар менән дуҫ, татыу йәшәргә өндәй)

- Эйе, был повесть бөгөнгө көндә лә үҙенең идея-тематикаһы менән актуаль. Бер-беребеҙҙе аңламағанлыҡтан бик күп хаталар ебәрәбеҙ. Ысын дуҫлыҡ ҡына ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй, уҡыуға дәрт бирә, һәр нәмәгә намыҫлы булырға саҡыра. Мин дә һеҙҙең киләсәктә аҡыллы, тырыш булыуығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белеүегеҙҙе, дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалыуығыҙҙы теләйем.

Өйгә эш. 1.“Минең дуҫым” темаһына инша яҙырға.

2.“Дуҫлыҡ-тормош йәме” темаһына эссе яҙырға.

     3. Интернет селтәрен ҡулланып, З.Биишеваға  арналған фотогалерея  

                      төҙөргә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация. З.Биишева. "Дуҫ булайыҡ"

Презентация. З.Биишева. "Дуҫ булайыҡ"...

Дуҫтарҙың ҡәҙерен беләйек (З.Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесы буйынса дәрес)

Дуҫтарҙың ҡәҙерен беләйек    (З.Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесы буйынса дәрес)...

Сәләмәт булайым тиһәң...

Урок башкирского (государственного) языка с применением здоровьесберегающих технологий. Это физкультминутки, паузы и информационный материал про здоросбережения...