Жэлил Кейекбаев "Тугандар хэм таныштар".
план-конспект урока (7 класс) на тему

Шамсетдинова Фаузия Фарисовна

Урок башкирской литературы в 7 классе по теме "Ж.Кейекбаев. "Тугандар хэм таныштар".

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Конспект урока31.06 КБ
Office presentation icon Презентация к уроку1.95 МБ

Предварительный просмотр:

7-се класта дәрес өлгөһө

Тема: Жәлил Кейекбаев. “Туғандар һәм таныштар.”

Маҡсаттар:

1)   Белем биреү:  Ж.Кейекбаев тураһында белешмә биреү, “Туғандар һәм таныштар” тексының төп йөкмәткеһен үҙләштереү; 2) Үҫтереү: уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйтеү;

3)Тәрбиәүи:  сәләмәтлеккә ынтылыш, башҡорт теле аша башҡорт халҡының тарихы, төп милләт булған башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү, башҡорт халҡының киң күңелле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу.

Йыһызландырыу: Компьютер, медиопроектор, дәреслек (115 бит), дәрестең презентацияһы, Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, ҡайын япрағы, телефон, туп, “Афарин” комплектынан иллюстрациялар, карточкалар, тестар.

.

Дәрес барышы:

Психолгоик инеш

Өйгә эште тикшереү

(2 слайд)

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!  Хәйерле көн!

Әйҙәгеҙ, бер- беребеҙ менән йылмайып,иҫәнләшеп алайыҡ! (слайд 1)

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе  сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

 Башҡорттар элек- электән бер- берһенә ихтирам йөҙөнән ҡул бирешеп иҫәнләшкәндәр, бының өсөн мин беренсе уҡыусыға ҡулдан- ҡулға сәләм тапшырам,һәм һеҙ сылбыр буйынса ебәрегеҙ, иң һуңғы уҡыусы сәләмде  миңә тапшырһын.Шулай итеп, беҙ беребеҙгә ярҙам итеп, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып эшләрбеҙ тип уйлайым.

Әйҙәгеҙ,  өйгә эште тикшереп алайыҡ. Ниндәй өй эше бирелгәйне? Ҡылым ниндәй һорауға яуап була?  Ниндәй 4 төркөмсәгә бүленә?

       28-се күнегеү    

Дикция өҫтөндә эш.

Дәресте башлар алдынан  бер аҙ телдәрҙе лә шымартып алайыҡ. (3 слайд)

Беҙ үҙебеҙ башҡорттар,

Күп ырыуға баш йорттар.

Беҙҙә ҡалын урмандар,

Беҙҙә данлы Урал бар.

Ҡурай сәскәһе ете таж,

Нигеҙе - ете ырыу –

Бар туғандар менән менән бергә

Бәхетле тормош ҡороу.

Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу

Укыусылар, хәҙер кроссворд сисеп алайыҡ әле.

К

Е

Й

Е

К

Б

А

Е

В

Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу

Бөгөн беҙ кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу.

Эйе, Ж.Кейекбаев  тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Дәфтәргә бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.(Егерме дүртенсе ноябрь. Класс эше. Жәлил Кейекбаев.) (слайд 4)

Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле Жәлил Кейекбаев тураһында һөйләшеп алайыҡ. (портреты 5 слайд) 

Ял минуты

Яӊы тема

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау.

Дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ? Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

Өйгә эш биреү

Рефлексия

Йомғаҡлау.

Ял минуты бик кәрәк, дәрестең уртаһында

Төрлө хәрәкәттәр яһау арыуҙы оноттора. (6 слайд)

(Баҫабыҙ) 1, 2 – уңға борол, 1, 2 –һул яҡҡа,

1, 2 – ҡулдарыңды тейҙереп ал аяҡҡа.

1,2 – эйеләйек, 1, 2 – үҫәйек,

1,2 – ипләп кенә урынға ултырайыҡ.

Китап менән эш.

Китаптың 115-се битен асайыҡ. Тексты бергәләп уҡыу. Уҡылғанды һөйләү.(Нимә аңланығыҙ?) ( 8 слайд)

      1                         2                 3

  1. Дәрес бик оҡшаны, бөтәһен дә аңланым.
  2. Дәрес оҡшаһа ла, аңлап етмәнем.
  3. Дәрес оҡшаманы, бер нимә лә аңламаным.

Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Һеҙҙең тырышлығығыҙ юҡҡа булманы. Дәресебеҙ бик  матур үтте. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һау булығыҙ!


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок родной( татарской) литературы в 5 кл. "Муса Жэлил. Кызыл ромашка"

Татар эдэбияты. 5 сыйныф. Муса Жэлил. Кызыл ромашка....