Мин бәхетле тыуған еремдә
творческая работа учащихся на тему
Предварительный просмотр:
Мин бәхетле тыуған еремдә!
Бәхет төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Кемгәлер бәхет көн һайын яратҡан эшенә барып ҡайтыу булһа, кемдер бәхетте үҙенең ғаиләһендә күрә. Ә минең өсөн бәхет тыуған еремдең, гүзәл тәбиғәтле Башҡортостандың, икһеҙ-сикһеҙ урман-ҡырҙарын иңләү, аллы-гөллө сәскәле аҡлан-яландарын буйлау, бейек ҡая – таштарға үрмәләү, таҙа һыулы йылға – күлдәрендә йөҙөү, алыҫ-алыҫтарға һуҙылған далаларын байҡау… Тағы ла бәхет көн һайын тыуған еремдең шифалы һауаһын һулау, балдай татлы һыуын эсеү, йомшаҡ хәтфә үләнендә аунау, наҙлы елендә иркәләнеү…
Мин бәхетле, сөнки тыуған еремдең тәбиғәте күркәм. Ҡышҡы ыжғыр бурандары да, йәйге эҫе селләләре дә, көҙгө быҫҡаҡ ямғырҙары ла, яҙғы ҡылансыҡ көндәре лә миңә берҙәй яҡын. Диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙары, бормаланып-бормаланып аҡҡан йылғалары, мәғрур тауҙары, серле ҡаялары, сихри урмандары, көҙгөләй ялтырап ятҡан күлдәре - бөтәһе лә йөрәк түрендә. Данлы Урал тауҙары, йәмле Ағиҙел йылғаһы тураһында күпме йыр-моң, шиғырҙар ижад ителгән. Ысынлап та, ял итәйем тиһәң, әллә ҡайҙа сит илдәргә лә сығырға кәрәкмәй. Шүлгәнташ, Мораҙым мәмерйәләре, Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ, Яҡтыкүл, Асылыкүл буйы халҡымдың да, туристарҙың да яратҡан ял итеү урыны. Һаулығыңды нығытырға Янғантау, Красноусол, Ассы шифаханалары бар. Башҡорт балы, моңло ҡурайы, шифалы ҡымыҙы менән дә дан тота Башҡортостаным.
Эйе, мин бәхетле, сөнки үҙ еремдә ныҡлы, ышаныслы баҫып торам. Бөгөнгө Башҡортостан иҡтисади, сәйәси яҡтан тотороҡло ил. Тыуған илем көндән-көн үҫә, үҙгәрә, сәскә ата. Ауыл-ҡалалар яңыра, яңы төҙөлөштәр барлыҡҡа килә, киләсәк быуынға яҡшы йәшәһен өсөн шарттар булдырыла. Йәштәргә, ныҡлы аяҡҡа баҫып китеү өсөн, дәүләт тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Улар иртәгәһе көнгә ышаныс менән баға. Халҡым етеш, мул йәшәй.
Мин бәхетле, сөнки Тыуған илемдә халҡым дуҫ һәм татыу йәшәй. Башҡортостанда йөҙҙән артыҡ милләт башҡорт халҡы менән иңгә - иң терәшеп, шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡайғыларын бергә кисереп йәшәй.
Мин бәхетле, сөнки һәр таңым тыныс, яҡты, ышаныслы. Көн һайын мин иртән яҡты ҡояшҡа ҡарап һоҡланам, ата-әсәйемдең, дуҫ-иштәремдең шатлыҡлы йөҙҙәренә ҡарап һөйөнәм, балаларҙың эскерһеҙ көлөүҙәрен тыңлайым, кескәйҙәрҙең мауыҡтырғыс уйындарын күҙәтәм, инәй-олатайҙарҙың ихлас сөкөрҙәшеүенә ҡыуанам.
Мин бәхетле, сөнки тиҫтерҙәрем менән башҡортса аралашам, үҙ телемдә моңло йырҙар тыңлайым, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар ҡарайым. Тыуған еремдәге һәр әйберҙең, һәр биҙәктең исемен, уларҙың төрлө билдәләрен, эскән һыуымдың, ашаған икмәгемдең тәмен, һулаған һауамдың еҫен, атлап йөрөгән тупрағымдың йомшаҡлығын үҙ телемдә тоям һәм әйтә беләм. Кеше өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?!
Тыуған еремдең киләсәге өмөтлө булыр, туған телем мәңге йәшәр тип ышанам. Ил яҙмышын үҙ ҡулына алырлыҡ йәштәр барлығына ла ышанам. Үҙем дә киләсәктә тыуған еремде үҫтереүгә ҙур өлөш индерермен тип уйлайым.
Мин бәхетле!
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Ейәнсура районы мәғариф бүлеге
Иҫәнғол 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Республикама дан йырлайым” конкурсына
Мин бәхетле тыуған еремдә!
Башҡарыусыһы: Бикмөхәмәтова Гүзәл Мәргән ҡыҙы
9-сы класс
Етәксеһе: Сәғитова Әлиә Мәүлит ҡыҙы
Иҫәнғол, 2014 йыл
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Һәркем бәхетле булырга хаклы"
Рәхимов методын кулланып татар әдәиятын 11нче класста укыту дәресе....

Бәхетле очрак
"Бәхетле очрак" уены укучыларда укуга, татар теле һәм әдәбият фәненә карата аңлы караш булдырыга, тел культурасын үстерергә ярдәм итәр...
игра "Бәхетле очрак"
Это внеклассное мероприятие для проведения с учащимися 6 классов в неделе биологии. Эта игра была разработана на основе телевезионной игры "Счастливый случай". Есть вопросы как и школьного матер...

Өчпочмак темасы буенча "Бәхетле очрак". уен- дәрес
Темаларны үзләштерүне уен- дәрес формасында төрләндерергә мөмкин....
"Урта гасырлар тарихы" курсын кабатлау буенча үткәрелгән "Бәхетле очрак" уены.
Мәктәптә тарих атналыгында үткәрелгән кызыклы һәм мавыктыргыч чара.Ул балаларның тарих белән кызыксынунын көчәйтү максатыннан "Бәхетле очрак" телеуенына нигезләнеп төзелде. Өйрә...
Тема: Бәхетле булу серләре
Максат: 1. Өйләнү яки кияүгә чыгу проблемасы буенча сөйләргә, фикер йөртергә өйрәтү....

Уен дрес "Бәхетле очрак" 5 кл
1.”Унарлы вакланмалар” темасы буенча укучыларның күнегүләр эшләүдән күнекмәләрен, белемнәрен үзләштерү, тикшерү....
