Главные вкладки

    9 класс рабочая программа по башкирскрму языку
    рабочая программа (9 класс) на тему

    Аңлатма яҙыу.

    Программа  бөтәһе 68 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.

    Программа  кимәле : базис 

     Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан  Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

      1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

    Был эш программаһы 9-сы класс уҡыусыларына тәғәйәнләнгән һәм федераль һәм республика закондары аша тормошҡа ашырыла:

    Скачать:

    ВложениеРазмер
    Microsoft Office document icon 9 класс рабочая программа223 КБ

    Предварительный просмотр:

    Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа №1 с.В.Татышлы муниципальный район Татышлинский район

    Республики Башкортостан

    Рассмотрено                          Согласовано:                                   Утверждено:

    на заседании ШМО             Зам. директора по УВР:                    Директор школы:    

      Протокол №_____               ________________                           ________________

    «___» _______2015г.                                                                        Махмутова Ф.В.

                                                   «__» _______2015г.                          Приказ №___

                                                                                                               «___» _______2015г.        

    Рабочая программа учебного предмета

    «Родной (башкирский) язык и литература»

    9 класс, базовый уровень

    на 2015-2016 учебный год

    Разработана

    Авхадиевой А.Х.

    учителем башкирского языка литературы первой

    квалификационной категории

    с.Верхние Татышлы

    2015 г.

    . Аңлатма яҙыу.

    Программа  бөтәһе 68 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.

    Программа  кимәле : базис  

     Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан  Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

      1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

    Был эш программаһы 9-сы класс уҡыусыларына тәғәйәнләнгән һәм федераль һәм республика закондары аша тормошҡа ашырыла:

    • Дөйөм уҡытыуҙың дәүләт стандарттары (Рәсәй Мәғариф министрлығының бойороғо №1089  5 март 2004 й.)
    • Белем биреү учреждениеһында уҡытыу шарттарының санитар –эпидеомологик талаптарға тап килеүе ( РФ баш дәүләт санитар  табибының Ҡарары буйынса раҫланған 29.12.2010г. № 189)
    • 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең уҡыу планы;
    • Уҡыу йылының календарь графигы 2015-2016 й;
    • 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең дөйөм мәғариф программаһы;
    • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәпҙең I-XI кластары өсөн. Төҙөүселәре:          Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.
    • V-XI синыфтар өсөн «Башҡорт әҙәбиәтенән  программа» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: М.Ғималова, Ғ. Хөсәйенов, А.Байғарин Өфө: «Информреклама», 2003;
    •  «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (02.07.2013 N 185-ФЗ)
    •   Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында»ғы Законы (21.12.2012. №273-ФЗ)
    •   «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (15.02.1999. №216-з)
    •   Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы (27.06.2013.№696-з)
    •   Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы (31.12.09.№ УП-730)

    Программа буйынса әҙәбиәт уҡытыу маҡсаттары

     

    • уҡыусыларҙы рухи байлығыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе - нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу;
    • уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу;
    •  әҙәбиәт, сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, шуның менән дөйөм художество үҫешен, дөйөм мәҙәнилек кимәлен күтәреү бурыстары;
    •  әҙәбиәтте уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау;
    •  әҙәбиәт тарихы, теорияһы буйынса белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт, әхлаҡи тәрбиә биреү;
    •  донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу;
    •  логик һәм образлы фекерләү һәләтен, телмәр оҫталығын үҫтереү;
    • донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи

    үҫешкән шәхес формалаштырыу;

    • шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ-үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади

    һәләтлеген үҫтереү;

    • уҡыусыларҙың башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ

    сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи    

    булыуын аңлауы;

    • художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә-эҙлекле формалаштырыу;
    • художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу,

    үҙеңдең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;

    • дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү,

    уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, Интернет менән файҙаланыу һ. б.).

     

    Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең бурыстары:

    1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

    2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

    3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

    4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләү һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

    5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы бышҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

    6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр интернациональ тәрбиә биреү.

    Предметка дөйөм  характеристика

    Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

    Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтйғы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Ғаиләләрҙә лә, балалар баҡсаларында ла башҡорт теленә өйрәтеү тейешле кимәлдә түгел ине. Күп мәктәптәр Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлыҡтары тарафынан рус мәктәптәре өсөн сығарылған уҡытыу планы буйынса эшләй. Бындай шарттарҙа башҡорт милләтенән булған уҡыусылар үҙҙәренең булмышынан, тамырҙарынан айырып алына, үҙенең әсә телен, туған әҙәбиәтен системалы өйрәнә алмай, республикабыҙҙың сәнғәтен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүҙән мәхрүм ҡала. Шуның һөҙөмтәһендә улар үҙҙәренең ниндәй милләт вәкиле икәнен дә белмәүсе рухи зәғифлеккә, ярлылыҡҡа дусар ителеүсе кеше булып үҫәләр. Ундай кешеләрҙә, ғәҙәттә, Тыуған ил, туған тел төшөнсәһе булмай, уларҙа интернациональ тойғолар тәрбиәләнмәй. шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтенән, туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған кешеләр барлыҡҡа килә. Былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра. Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы дөйөм педагогик талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

    Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

    - өйрәнелгән материады анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

    - предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

    - предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлау белеү;

    - уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

    - уҡыусыларҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

    - башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

    - телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

    - бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

    - башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

    - предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

    Региональ базис уҡыу планындағы предметтың урыны

    Башҡортостан республикаһы дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн төҙөлгән региональ баҙис планға ярашлы дөйөм белем биреү этабында 9-сы класта башҡорт теленә 2 сәғәт бирелә, йылына 70 сәғәт.

    1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең уҡыу планы башҡорт телен өйрәнер өсөн шул ҡәҙәр үк сәғәт бүлә.

    Программа Башҡортостан республикаһының мәғәриф һәм фән Министерствоһы тарафынан тәҡдим ителгән.

    Уҡыу программаһын планлаштырыу логикаһы үрҙә күрһәтелгән программаға тулыһынса тап килә, ләкин уҡыу материалдарын өйрәнеүгә бүленгән сәғәттәр һаны программалағы сәғәттәр һаны менән тап килмәй, шуға күрә сәғәттәр һаны үҙгәртелгән.

    Класс

    9

    Кимәле

    базис

    Сәғәт һаны

    2

    Дәреслек һәм программаның һайланыуы.

      Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

                 Дәүләт программаһы 9-сы кластар өсөн 102 сәғәткә төҙөлгән, ләкин мәктәптең уҡытыу планы буйынса 70 сәғәт ҡаралған булғанға күрә ,эш планы шул норманы иҫтә тотоп төҙөлдө. Программа буйынса өйрәнелергә тейешле темалар һаҡланған осраҡта,уларға бирелгән ваҡытты ҡысҡартып төҙөргә ҡысҡартылды.тура килде.  Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, кластан тыш уҡыу,ҡабатлау ҡысҡартылды,әсәрҙәрҙең тексын өйрәнеү ҡысҡартылды

    Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

    : Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2001

    Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

    Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

    Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

    Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әбүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

    Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

    Журналдар  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

    Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

    Башҡорт шиғриәте антологияһы. Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар. Рауил Бикбаев. Өфө: Китап, 2001й.

    Әбсәләмов З.З. Башҡортса-русса грамматик-оргографик һүҙлек. Рус мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 1993й.

    Хажин В.И. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса кеҫә һүҙлеге. Өфө: Китап, 2006 й.

    Ғ.Ғ.Хөсәйенов һ.б. Башҡорт әҙәбиәте тарихы (6 томда). Өфө: Китап, 1990-1996й.

    Шарапов И. Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты ѳйрәнеү / Ишмѳхәмәт Шарапов. – Ѳфѳ : Китап, 2008. – 96 б.

    Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2000й.

    Күсәйев А.Н. Русса-башҡортса техника терминдары һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2003й.

    Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.

    Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.

    Әхмәҙиев Р.Х. Драматургияла жанр формалары. Өфө: Китап, 2003 й.

    Сәлимов Н.Р. Башҡорт әҙәби теленең публицистик стиле. Өфө: Китап, 2003 й.

    Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965й.

    Шәхиев Р.В. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар. Өфө: Китап, 2010 й.

    Әхтәмов М.Ә. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. Өфө: Китап, 2008 й.

    Шарапов И. Ә. Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. Өфө: Китап, 2007 й

     

    Программа үҙенсәлектәре:

    Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. - )ф0,2005

    Башҡортостан  мәғариф  министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  Үрге Тәтешле ауылы 1-се һанлы  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

    Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

    Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре

    Эш программаһының йүнәлеш ысулдары.

    Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәт программаһы дөйөм педагогик талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

    Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

    - өйрәнелгән материады анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

    - предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

    - предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлау белеү;

    - уҡыусыларға әхлаҡ һәм эстетик тәрбиә биреү;

    - уҡыусыларҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

    - башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

    - телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

    - бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһон иҫәпкә алыу;

    - башҡорт теленә балаларҙы үҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

    - предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

                                                 Контроль эш формалары һәм ысулдары:

                                                                   Ижади эштәр -иншалар

    Башҡорт әҙәбиәтенән контроль эштәрҙең һаны 9-сы  класта            түбәндәгесә:

    Класс

    9:

    Предмет

    Башҡорт теле,

    Йылына контроль эштәрҙең һаны

    Инша-4

    Уҡыу курсының йөкмәткеһе

    Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

    Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар.

    Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемаларСәсәндәр ижады .

    Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

    Шәжәрәләр.

    Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе.

    Салауат Юлаев.

    Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш..

    Аҡмулла.

    Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар. М.Өмөтбаев.

    М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге..

    Ризаитдин Фәхретдин.

    Р. Фәхретдиндең тормошо һәм ижады. Һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре.

    Сафуан Яҡшығолов.

    Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Фәтхелҡадир Сөләймәнов.

    Ф. Сөләймәнов «Тимербай – ҡурайсы”..

    Мәжит Ғафури.

    Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш. Ш.Бабич .

    Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы.

    5.Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

    Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен  һөйләп биреү.

    Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

    Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

    Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.

    12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

    Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

    Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү

    Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

    Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

    Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

    Һүҙлектәр менән файҙалана белеү

    Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

    Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

    Уларға түбәндәгеләр инә:

    тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

    дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

    һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

    тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

    Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

    Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана

     

    6.Календарь – тематик план

    Темалар

    Дата

    Тсо,күргәзмәлелек

    Пл-ған

    Үт-гән

    Дәрес төрө

    1

    Башҡорт халыҡ ижады.

    03.09

    Ҡабатлау

    2

    “Урал батыр” эпосы

    04.09

    Яңы тема

    3

    “Урал батыр” эпосы тураһында

    10.09

    Ҡатнаш

    фонояҙма

    4

    Инша

    11.09

    Телмәр үҫтереү

    5

    “Иҙеүкәй менән Мораҙым”

    17.09

    Анализ

    6

    “Иҙеүкәй менән Мораҙым”

    18.09

    Анализлау

    7

    Боронғо әҙәби ҡомартҡылар.

    24.09

    Яңы тема.

    8

    Мәхмүд Ҡашғари.”Диуану лүғәт әт-түрк”

    25.09

    Анализлау

    һүҙлек

    9

    Йософ Баласағуни әҫәрҙәре

    01.10

    Биографик белешмә, ижады.

    10

    “Уғыҙнамә”

    02.10

    Анализлау

    11

    “Ҡорҡот-ата”

    08.10

    Яңы тема

    12

    Ҡол Ғәли “Ҡисса-и Йософ”

    09.10

    Яңы тема.

    13

    “Буҙйегет”

    15.10

    Анализлау

    14

    Урта быуат ҡомартҡылары

    18.10

    Анализлау

    15

    Сәйф Сараи “Гөлөстан ….”

    22.10

    Анализлау

    16

    Хәрәзмиҙең “Мөхәббәтнамә”әҫәре

    23.10

    анализ.

    17

    Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә Солтан”әҫәре.

    29.10

    Анализлау

    18

    Милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш.

    30.10

    Анализлау

    19

    Батыршаның батшаға яҙған хаты тураһында

    05.11

    Яңы тема

    20

    “Ҡуҙыйҡүрпәс менән Маянһылыу”

    .06.11

    Яңы тема

    21

    “Ҡуҙыйҡүрпәс менән Маянһылыу”

    12.11

    Анализ

    22

    “Бәхтиәрнамә”

    13.11

    Анализлау

    23

    Йырауҙар.

    19.11

    . Анализлау

    24

    Һабрау

    20.11

    Яңы тема

    25

    Һабрау әйтемдәре

    26.11

    Жанр үҙенсәлеге,

    Һүҙлек

    26

    Асан Ҡайғы йырҙары.

    27.11

    Әңгәмә,

    слайдтар

    27

    Ҡаҙтуған йырау.

    03.12

    Биографик белешмә, ижады.

    слайдтар

    28

    Сәсәндәр ижады.

    04.12

    Анализлау

    Һүҙлек

    29

    Ҡобағош сәсән.

    10.12

    Яңы тема

    Һүҙлек

    30

    Ҡарәс сәсән.

    11.12

    Яңы тема

    31

    Ерәнсә сәсән.

    17.12

    Биографик белешмә, ижады.

    Слайдтар

    32

    .Инша

    18.12

    Телмәр үҫтереү

    Китаптар күргәҙмәһе

    33

    Байыҡ сәсән.

    24.12

    Яңы тема

    34

    Буранбай Йәркәй сәсән.

    25.12

    Әңгәмә

    слайдтар

    35

    Ишмөхәмәт сәсән.

    15.01

    Яңы тема

    һүҙлектәр

    36

    Ғәбит сәсән.

    21.01

    Биографик белешмә, ижады

    Һүҙлек

    37

    С.Юлаев. Тормош юлы һәм ижады.

    22.01

    Яңы тема

    Һүҙлек.

    38

    С.Юлаев шиғырҙары

    28.01

    Ҡатнаш

    Фонояҙма

    39

    С.Юлаев шиғырҙары

    29.01

    Анализлау

    Фонояҙма

    40

    “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир егеткә ҡуш булып”

    04.02

    Йөкмәткеһе, образдар системаһы.

    41

    Инша.

    05.02

    Телмәр үҫтереү

    Һүҙлек

    42

    Тарихи шәхес һәм әҙәби герой.

    11.02

    .Ҡатнаш

    Һүҙлектәр

    43

    Тажетдин Ялсығол.”Рисалә-и Ғәзизә”

    12.02

    Биографик белешмә

    44

    Тажетдин Ялсығол “Тарихнамә - и Болғар”

    18.02

    Идея-тематик йөкмәткеһе.

    45

    Ғәбдерәхим Усман әҫәрҙәре.

    19.02

    Биографик белешмә, ижад юлы.

    46

    Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары.

    25.02

    Әңгәмә

    Слайдтар

    47

    Ғәли Соҡорой әҫәрҙәре.

    26.02

    Биографик белешмә, ижады.

    Һүҙлектәр

    48

    М. Аҡмулла. Тормош юлы һәм ижады

    04.03

    Биографик белешмә, ижады.

    Портреты

    49

    М.Аҡмулла шиғырҙары.

    05.03

    Анализлау

    Портреты

    50

    М.Аҡмулланың шиғыр-ҡобайырҙары

    11.03

    Биографик белешмә, ижады.

    “Ағиҙел” журналы

    51

    Инша.

    12.03

    Телмәр үҫтереү

    52

    М.Өмөтбаев. Тормош юлы.Ижады.

    18.03

     Биографик белешмә, ижады.

    Портреты

    53

    Ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге. Шиғырҙары.

    19.03

    Телмәр үҫтереү

    54

    М.Өмөтбаев “Башҡорттар”

    01.04

    Биографик белешмә, ижад юлы.

    слайдтар

    55

    Р.Фәхретдин “Сәлимә”

    02.04

    Анализлау

    Һүҙлек

    56

    Р.Фәхретдин “Әсмә”

    08.04

    Идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү

    57

    С.Яҡшығолов “Башҡорт ағаларыма хитап”

    09.04

    Йөкмәткеһен үҙләштереү

    Һүҙлектәр

    58

     Дим буйы- әҫәрен өйрәнеү

    15.04

    Яңы тема

    59

     Ф.Сөләймәнов“

    16.04

    Яңы тема

    Фонояҙма

    60

    “Салауат батыр” драмаһы

    22.04

    Анализлау

    Фонояҙма

    61

    М.Ғафури. Тормош юлы һәм ижады

    23.04.

    Яңы тема

    слайдтар

    62

    М.Ғафури. Шиғырҙары

    29.04

    Идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

    Китаптар күргәҙмәһе

    63

    М.Ғафури. Шиғырҙары

    30.04

    Яңы тема

    “Ағиҙел” журналы

    64

    М.Ғафури “Шағирҙың алтын приискыһында”

    06.05

    Йөкмәткеһен үҙләштереү.

    65

    “Шағирҙың алтын приискыһында”

    07.05

    Анализлау.

    66

    Ш.Бабич. Тормош юлы һәм ижады

    13.05

    Әңгәмә

    Китаптар күргәҙмәһе

    67

    Ш.Бабич шиғырҙары.

    14.05

    Яңы тема аңлатыу

    слайдтар

    68

    69

    Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

    Йомғаҡлау

    20.05

    21.05

    Әңгәмә


    По теме: методические разработки, презентации и конспекты

    КТП по русскому языку 5 класс. Рабочая программа по русскому языку 5-9 классы (ФГОС ООО)

    КТП по русскому языку 5 класс Рабочая программа по русскому языку 5-9 классы...

    5 класс рабочая программа по русскому языку ФГОС к учебнику Ладыженской...

    Рабочая программа составлена в соответствии с требованиями ФГОС, расписаны предметный, метапредметные и личностные цели - результаты. Автор рабочей программы Дубовик Н.В. ...

    Рабочая программа по русскому языку 5 класс Разумовская, рабочая программа по литературе 5 класс Меркин, рабочая программа по русскому языку 6 класс разумовская

    рабочая программа по русскому языку по учебнику Разумовской, Львова. пояснительная записка, календарно-тематическое планирование; рабочая программа по литературе 5 класс автор Меркин. рабочая программ...

    10 класс Рабочая программа по английскому языку

    10 класс Рабочая программа по английскому языку Биболетова М.З....