Теҙмә ҡушма һөйләмдәр (карточкалар)
учебно-методический материал (8 класс) на тему
8-се класта "Теҙмә ҡушма һөйләмдәр" темаһы буйынса карточкалар. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе билдәләү, тыныш билдәләрен ҡуйыу
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 13.91 КБ |
Предварительный просмотр:
Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе билдәләргә, тейешле тыныш билдәләрен ҡуйырға.
Ҡояш ҡыҙҙыра ләкин беҙ әле арыу һиҙмәйбеҙ.
Ҡояш ҡыҙҙыра һәм беҙҙе йылға буйына әйҙәй.
Эш: исемдәрҙе табып яҙырға
Тирә яҡта матур матур сәскәләр үҫә беҙ уларға иғтибар итмәйсә барабыҙ.
Өйгә кире индем тағы ут яҡтым да кейенә башланым.
Эш: ҡылымдарҙы табып яҙырға
Миңлегөл тәрилкә сынаяҡ ҡалаҡтарын йыйып алып сыҡты.
Атты егет биҙәй ә егетте батырлыҡ матурлай.
Эш: “егет” һүҙенә фонетик анализ эшләргә
Был алманы ашарға ярамай сөнки ул әле бешмәгән.
Иртәнге сәйҙән һуң ағайымдар урамға сыҡтылар бесәнгә әҙерләнә башланылар.
Эш: алмаштарҙы табып яҙырға
Улар әле лә ял итәләр сөнки ныҡ арығандар.
Сәскәләр үҫә бәшмәктәр бүртенә еләктәр бешә.
Эш: “еләктәр” һүҙенә морфологик анализ эшләргә.
Ҡоштар беҙҙең дуҫтар беҙ уларға ярҙам итәбеҙ.
Әсәйем килеп инде лә миңә эш ҡушты.
Эш: “әсәй” һүҙен эйәлек заты менән үҙгәрт.
Тауҙар һәм урмандар һаман артҡа ҡалалар.
Һыҙылып ҡына ал таң атты иренеп кенә аҡ ай батты.
Эш: “тауҙар” һүҙенә морфологик анализ эшләргә.
Ямғыр яуып уҙҙы матур ғына итеп йәйғор күренде.
Ул мәктәптән ҡайтып инде лә йырлай башланы.
Эш: “ямғыр” һүҙенә фонетик анализ эшләргә.
Йөрәк ныҡ итеп тибә ҡулдар дерелдәй бит яна.
Ҡояш сыҡты ла нурҙарын ергә һипте.
Эш: “һипте” һүҙенә морфологик анализ.
Мин ишек шаҡыйым асыусы юҡ.
Тулған ай ҙа сағыу йондоҙҙар ҙа йәшенде.
Эш: һөйләмдәрҙән сифаттарҙы табып яҙ.
Ҡустым еләк йыя ә мин уны таҙартам.
Ел сыҡты ла бөтә урамды шаулатты.
Эш: һөйләмдәрҙән алмаштарҙы табырға.
Ҡошсоҡ моңланып һайрай беҙ уның һайрағанын тыңлайбыҙ.
Түбәнгә оҙаҡ ҡарап торҙоҡ ләкин баш әйләнмәне.
Эш: “ҡошсоҡ” һүҙен составы буйынса тикшер.
Улар ап-аҡ төҫкә инде һәм аҡҡоштарға оҡшап ҡалды.
Ҡояш сыҡты ләкин көн йылынманы.
Эш: “аҡҡоштарға” һүҙен составы буйынса тикшер.
Эштәр
А) Һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуйырға;
Б)Һөйләмдәрҙең төрөн билдәләргә
В) Һөйләмдәрҙең схемаларын эшләргә
Г) Һөйләмдәргә синтаксик анализ эшләргә
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
![](/sites/default/files/pictures/2023/02/11/picture-688463-1676132305.jpg)
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр (тест)
8-се класта башҡорт теле буйынса тест һорауҙары. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.3-сө сирек...
![](/sites/default/files/pictures/2015/01/23/picture-571552-1422036397.jpg)
Асыҡ дәрес. Ябай һәм ҡушма һандар.
V клас уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәрес планы. Баранова З.В....