"Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы сценарийы
классный час (5, 6, 7, 8 класс) по теме

Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы кеүек үк, әкиәттәрҙә лә халыҡтың үткән замандарҙағы тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, көрәше, матур киләсәккә ынтылыштары, ҡанатлы хыялдары сағылған. Шуға ла донъяла әкиәтһеҙ халыҡ булмағандай, әкиәт ишетмәй үҫкән кеше лә юҡ. Ололар ҙа, кеселәр ҙэ әкиәт тыңларға әүәҫ. Билдәле булыуынса, күп кенә күренекле яҙыусыларҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең бала саҡта әкиәт тыңлауҙары уларҙың ижади һәләтлектәрен асырға булышҡан, нәфис һүҙҙең тәмен татырға өйрәткән.

Әкиәттәр телдән-телгә, быуындан-быуынға күсә килеү процесендә камиллашып, юғары художестволы әҫәрҙәргә, халыҡтың, Ғ. Туҡай һүҙҙәре менән әйткәндә, "гәүһәр вә яҡуттары"на әүерелгәндәр. Ауыҙ-тел ижадында халыҡтың быуаттар буйы формалашҡан поэтик традициялары, тасуири саралары һәм художестволы тәжрибәһе тупланған. Шул иҫәптән әкиәттәр халыҡтың донъяны поэтик күрә һәм баһалай белеүҙең үҙаллы бер художестволы формаһы булып үҫкән.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл haumy.docx25.88 КБ

Предварительный просмотр:

муниципальное бюджетное  общеобразовательное учреждение «Средняя общеобразовательная школа №18» городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан

Һаумы, һаумы, әкиәт!

(Городской этап республиканского конкурса юных исполнителей сказок народов мира на башкирском языке, посвященного III Всемирному курултаю башкир.)

Максат:

  1. Төрлө милләт әкиәттәре менән таныштырыу;
  2. Халыҡ ижады өлгөләре аша балаларға әхлаҡ тәрбиәһе биреү; халыҡ ижадын өйрәнеүгә ынтылыш тәрбиәләү, уны һаҡлау һәм байытыу.

Йыһазлау: 1. Әкиәт геройҙары.

  1. Проектор, слайдтар, фонограмма.
  2.  Китаптар күргәҙмәһе.
  3. Әкиәттәргә иллюстрациялар  күргәҙмәһе

Конкурс барышы:

  1. Ҡунаҡтарҙы сәләмләү:

1-се алып барыусы: Хәйерле көн балалар, коллегалар, килгән ҡунаҡтар, жюри ағзалары!!!

Һаумыһығыҙ, тип башлайыҡ әле,

Күрешеүҙәр шулай башлана.

Һаумыһығыҙ, тигән йылы һүҙҙән

Күңел ирей, йәндәр шатлана!

2-се алып барыусы:  Халыҡ туған илде һөйөү тойғоһон, туған илдең ҡәҙерле булыуын ауыҙ-тел ижадында сағылдырған. Был бигерәк тә әкиәттәрҙә сағыу тасуирлана. Бөгөн беҙ әкиәттәр иленә юл тотабыҙ. Сәйәхәтебеҙ күңеллерәк булһын өсөн әйҙәгеҙ шиғыр менән юлға сығайыҡ. Мәктәбебеҙҙең  2-се класс уҡыусыларына һүҙ бирелә. (слайдтар)

Балалар сығыш яһай.

1-се бала(Ангелина)

Йомро-йомро йомғағым,

Алдан китсе тәгәрәп.

Әкиәт донъяһына

Беҙгә етергә кәрәк.

2-се бала(Денис)

Әкиәт иле – серле,

Әкиәт иле – йомаҡ.

Аҙашмай шул илгә

Еткерсе беҙҙе, йомғаҡ.

3-сө бала(Айрат):

Ул илдә бар аждаһа,

Дейеү оса, ҡотороп.

Убырлы ҡарсыҡ йөрөй

Кемгәлер этлек ҡороп.

4-се бала(Алина):

Әкиәт илендә бар

Тылсымлы кейек-ҡоштар.

Әйҙә, шул серле илгә

Юлға сығайыҡ, дуҫтар!

1-се алып барыусы: Юлға сығыр алдынан Әкиәттең нимә икәнен иҫкә төшөрөп китәйек. Әкиәт – халыҡ ижадының бик боронғо һәм киң таралған жанры. Халыҡ араһында уны “ҡарһүҙ” тип тә йөрөтәләр. Ул ҡарттарҙан ҡалған “Аҡыллы һүҙ” тигәнде аңлата, йәғни ҡара замандан(бик борондан) һөйләнеп килгән һүҙ. Һеҙҙең күбегеҙҙең өлкәндәрҙең әкиәт һөйләгәнен ишеткәнегеҙ бар. Ул, ғәҙәттә, “ борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай”, тип башлана һәм “әле лә йәшәп яталар, ти”, тип тамалана.

2-се алып барыусы: Бала саҡ тураһында иң яҡты иҫтәлектәр әкиәттәр менән бәйле. Изгелек һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, дуҫтар һәм һатлыҡ йәндәр тураһында тәүге һабаҡтар нәҡ әкиәттәрҙән башланды. Нәҡ әкиәттәр аша беҙ хыялдарыбыҙҙа булһа ла Ҡамыр батырға, Урал батырға, Һыуһылыуға, Һомайға әүерелдек. Әкиәттәр үҙендә халҡыбыҙҙың бөтмәҫ аҡылын туплай, уларҙа беҙҙең отҡорлоҡ та, зирәклек тә, матурлыҡ та, аҡыллылыҡ та сағыла.

1-се алып барыусы: Балалар, һеҙ ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

(хайуандар тураһында, батырҙар тураһында, тылсымлы әкиәттәр, тормош-көнкүреш әкиәттәре, алдауыс әкиәттәр, ғибрәтле әкиәттәр)

1-се алып барыусы: Бик дөрөҫ, уҡыусылар. Ә беҙгә әкиәттәрҙе күберәк кемдәр һөйләй?

(өләсәйҙәр, инәйҙәр, ҡартинәйҙәр, әсәйҙәр, апайҙар)

2-се алып барыусы: Дөрөҫ. Бөгөн беҙ ҡунаҡҡа  Әкиәтсе апайҙы саҡырҙыҡ, “юлға сыҡтым”, тип хәбәре килде. Сеү, кемдер ишек шаҡый түгелме?

(Әкиәтсе апай инә)

Әкиәтсе апай: Һаумыһығыҙ, минең бәләкәстәрем!

Уҡыусылар: Һаумыһығыҙ, Әкиәтсе апай!

Әкиәтсе апай: Һеҙҙән саҡырыу хәбәре килеү менән, юлға сыҡтым. Бик ашыҡтым, етешмәм тип ҡурҡтым. Тылсымлы ҡумтамды ла үҙем менән алдым.

Уҡыусылар: Бик рәхмәт, Әкиәтсе апай. Беҙ бик көткән инек. Тылсымлы ҡумтаң ҙур күренә, әллә яңы әкиәттәр алып килдеңме?

Әкиәтсе апай: Алып килдем, алып килдем. Хәҙер яңы әкиәтемде һөйләйем:

-Борон заманда булған , ти бер батша.

Ул яһаттырған, ти, бик матур бер баҡса.

Баҡсаның ҡоймаһы булған, ти, таштан,

Һөйләйемме әкиәтте баштан?

Уҡыусылар: Шаяртма инде, Әкиәтсе апай. Һөйлә инде.

Әкиәтсе апай: Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә бөгөн күпме ҡунаҡтар килгән. Улар ҙа бит әкиәт һөйләргә әҙерләнгән, әйҙәгеҙ уларға һүҙ бирәйек.

1-се алып барыусы: Мәктәптәргә һүҙ бирәбеҙ.

1. 1-4 кластар сығыш яһай

1-се номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 5-се мәктәптең 3-сө класс уҡыусыһы Хәсәнов Айнурҙы саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө һәм айыу”.

2-се номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 7-се мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Ғәлиуллина Ләйсәнде саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө менән айыу”.

3-сө номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 8-се мәктәптең 2-се класс уҡыусыһы Муллағолова Эльвинаны саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Урыҫ халыҡ әкиәте “Шалҡан”.

4-се номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 8-се мәктәптең 3-сө класс уҡыусыһы Шәйхуллина Алиананы саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Алдар менән Шайтан”.

5-се номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 9-сы мәктәптең 1-се класс уҡыусыһы Вәлиев Даниэлды саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Күркә һәм әтәс”.

6-сы номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 10-сы мәктәптең 2-се класс уҡыусыһы Башарова Каринаны саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы:                    халыҡ әкиәте “Алтын йомортҡа”.

7-се номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 15-се мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Саҙретдинова Әҙиләне саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Украин халыҡ әкиәте “Башаҡ”.

8-се номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 17-се мәктәптең 2-се класс уҡыусыһы Ҡотлобаева Алһыуҙы саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Сихри моң”.

9-сы номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 18-се мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Ишмөхәммәтова Лилиананы саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө менән торна”.

10-сы номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 20-се мәктәптең 1-се класс уҡыусыһы Асоян Гөлнараны саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы: Украин халыҡ әкиәте “Бейәләй”.

11-се номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 22-се мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Мусин Динарҙы саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Украин халыҡ әкиәте “Башаҡ”.

12-се номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә мәктәп-интернаттың 4-се класс уҡыусыһы Бабкина Ольганы саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы:         халыҡ әкиәте “Әҙәм менән йылан”.

  1. 5-8 кластар сығыш яһай

1-се номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 1-се мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы Әхмәтов Илдарҙы саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Ерәнсә сәсәндең ҡаҙ бүлгәне”.

2-се номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 2-се гимназияның 7-се класс уҡыусыһы Вәлиева Алинаны саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө менән айыу”.

3-сө номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 7-се мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Ғайнанова Алинаның саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө менән айыу”.

4-се номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 9-сы мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы Заһитова Гөлнараны саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Шаян бесәй”.

5-се номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 10-сы мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Мутығуллин Айнурҙы саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Ҡошҡа әйләнгән әбей”.

6-сы номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 12-се мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Юнысова Әлфинәне саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Ҡурай”.

7-се номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 13-сө мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы Зиннәтуллина Эльмираны саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө һәм айыу”.

8-се номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 15-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Шәйхинурова Лиананы саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы: Факиһа Туғыҙбаева “Балыҡсы һәм алтын балыҡ тураһында әкиәт”.

9-сы номер

1-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә 20-се мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Бәҙретдинов Азаматты саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Етем төлкө.”.

10-сы номер

2-се алып барыусы: Сәхнәбеҙгә мәктәп-интернаттың 7-се класс уҡыусыһы Талипов Эдуардты саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы: Башҡорт халыҡ әкиәте “Әтәс менән бесәй”.

Әкиәтсе апай: Афарин, уҡыусылар. Мин һеҙҙә оҙаҡ булдым инде, китергә лә ваҡыт етте. Әкиәттәрҙе бик яратаһығыҙ икән. Миңә һеҙҙең менән күңелле булды. Һау булығыҙ.

Балалар: Һау бул, Әкиәтсе апай. Рәхмәт һеҙгә.

2-се алып барыусы: Хәҙер хөрмәтле жюри ағзалары урындар билдәләгәнсе, йәнһүрәт ҡарап алайыҡ.

( “Ҡош аяғы” йәнһүрәтен ҡарау.)

(Билдәләнгән урындарҙы иғлан итеү өсөн жюриға һүҙ бирелә.)

1-се алып барыусы: Һау булығыҙ, ҡунаҡтар! Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

Разработала: учитель башкирского языка и литературы Шайхутдинова А.М.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа...

"Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы.

quot;Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы....

Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған ижади конкурс сценарийы

Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған ижади конкурс сценарийы...

“Тыуған яҡты өйрәнеүсе йәш белгес” конкурсы сценарийы.

ldquo;Тыуған яҡты өйрәнеүсе йәш белгес”  конкурсы сценарийы...