“Тыуған яҡты өйрәнеүсе йәш белгес” конкурсы сценарийы.
план-конспект

Ғиндуллина Рәзинә Салауат ҡыҙы

  “Тыуған яҡты өйрәнеүсе йәш белгес”  конкурсы сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yunyy_kraeved.docx16.7 КБ

Предварительный просмотр:

  “Тыуған яҡты өйрәнеүсе йәш белгес”  конкурсы.

Башҡорт бейеүе башҡарыла. Яппарова Әлиә бейей.

Алып барыусы 1.

Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым,

Тыуған илем – Башҡортостаным.

Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә

Әйләнәмсе һайрар ҡошҡа мин.

Алып барыусы 2

Башҡортостан – тыуған ерем минең,

Тирмә- тирмә һинең тауҙарың

Шул тауҙарҙы алтын –көмөш итер

Тыуған халҡын еңеп аһ-зарын.

Алып барыусы 1 Хөрмәтле ҡунаҡтар,уҡытыусылар һәм балалар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Тыуған яҡты өйрәнеүсе йәш белгес”  конкурсына йыйылдыҡ. Был конкурс башҡорт тарихы йылы сиктәрендә  үткәрелә.

Алып барыусы 2  Башҡорт тарихы тигәндә беҙ иң беренсе сиратта Алдар батырҙы, Ҡараһаҡалды, Салауат батырҙы, Ш. Бабичты, М.Мортазинды, З. Вәлидиҙе һәм башҡа бик күп меңәрләгән башҡорт ир-уҙамандарын иҫкә алырға бурыслыбыҙ. Уның өсөн  беҙ телебеҙҙе, тыуған илебеҙҙең, еребеҙҙең тарихын,мәҙәниәтен уның шәхестәрен белергә, уны өйрәнеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ.

Алып барыусы 1.

 Башҡортостан –минең йәнтөйәгем

Башҡортостан –минең ырыҫым

Башҡортостан- йәмен ҡотон һаҡлау

Һинең минең изге бурысым.

 Алып барыусы2. Бөгөнгө конкурстың жюри ағзалары менән таныштырып үтәйек:

ҡала методик берләшмәһе етәксәһе  Ғайсина Гүзәл Сәғит ҡыҙы.

4-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөтиғуллина Земфира         Әхнәф ҡыҙы.

10-сы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбсәхова Эльвира Зөфәр ҡыҙы.

Алып барыусы1. Ә хәҙер конкурсанттарға һүҙ бирәйек. Сәхнәгә  … мәктәп  уҡыусыһын ….  саҡырабыҙ.  

Алып барыусы2:

Алып барыусы1: Ошоноң менән бөгөнгө күркәм сарабыҙ аҙағына яҡынлашты.  Тыуған төйәгебеҙҙең тарихын өйрәнеп,сығыштар әҙерләгән уҡыусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә лә башҡорт тарихын,илебеҙҙең, телебеҙҙең һәм мәҙәниәтебеҙҙең  ҡәҙерен белеп, дуҫлыҡта,  татыулыҡта йәшәйек.

Алып барыусы 2. 

Үҙ илеңде яҡлар бул,

Халҡыңа һин ҡалҡан бул,

Үҙ телеңде ятлар бул,

Үҙ ереңдән атлар бул.

Халыҡ терәге булһағыҙ,

Ил йөрәге булһағыҙ,

Алға китер Башҡортостан,

Сәскә атыр баш йортом.

Һис юғалмаҫ башҡортом.

Алып барыусы1: Ә хәҙер жюри ағзаларына кәңәшләшергә ваҡыт бирелә.  

Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа...

„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.

Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....

"Чаа-чылдын аалчызы -Колобок" оюн-хоглээшкиннин сценарийи

Сценарий Нового года для учащихся с 1-7 классы на тувинском языке.Главные герои персонажи из сказки "Колобок"...

Тиhэх чуораан сценарийа

Манна  Акана оскуолатыгар 2014 сыллаахха ыытыллыбыт тиhэх чуораан сценарийа киирдэ....

"Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы сценарийы

Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы к...

Яңы йыл сценарийы

Яңы йыл - һәр кемдең яратып көтөп алған байрамы.Сәхнәләштереүҙә хәлдәр хайуандар араһында бара.Улар ҙа Яңы йылды, Ҡышбабайҙы һағынып көтәләр....