Яңы йыл сценарийы
классный час (8 класс) на тему
Яңы йыл - һәр кемдең яратып көтөп алған байрамы.Сәхнәләштереүҙә хәлдәр хайуандар араһында бара.Улар ҙа Яңы йылды, Ҡышбабайҙы һағынып көтәләр.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 42 КБ |
Предварительный просмотр:
Кайбышева Альбина Хәсән ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Уҡыусылар өсөн Яңы йыл сценарийы
Маҡсат:
- Яңы йыл байрамына арналған сара аша уҡыусыларға өҫтәлмә мәғлүмәт биреү;
- Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тасуири һөйләргә, зал менән эшләргә өйрәтеү, образлы һөйләү аша уларҙың һәләттәрен асыу;
- Уҡыусыларҙа тыуған ил менән ғорурланыу тойғоһо, рух тәрбиәләү.
Иң тәүҙә сәхнәлә бүре ҡуянды көтөп ята. Юлбарыҫ (урман хужаһы) бер мөйөштә йоҡлай. Ҡуян килеп сыға. Ул Ҡышбабай кейемендә.
Ҡуян: Мин-ҡуян, мин – ҡуян,
Мин түгел ҡурҡаҡ ҡуян.
Тик япраҡ ҡыштырлаһа да,
Ҡасып китәм дә ҡуям.
Бүре ятҡан еренән уға аяҡ сала. Үҙе хахылдап көлә.
Бүре: Ҡылый күҙ ҡуян, ҡурҡаҡ, ниндәй япраҡ булһын ти ҡыш көнө. Тупой!
Ҡуян: (ҡурҡа-ҡурҡа) Мин ҡуян түгел, Ҡышбабай!
Бүре: Ха-ха... Ә мин – Ҡарһылыу.
Музыка башлана. Йырлайҙар.
Ҡуян: Ҡайҙарҙа булдың һин, Ҡарһылыу?
Хәлдәр нисек, матурым Ҡарһылыу?
Бүре: Һинең арттан йүгерҙем, Ҡышбабай!
Күҙ йәшемде күп түктем, Ҡышбабай!
А ну-ка, әйҙәле, бейергә төш әле!
Бүре: Юҡ, Ҡышбабай! Юҡ, Ҡышбабай!
Юҡ, Ҡышбабай! Погоди!
Ҡуян: Бала- саға бүләк көтә минән,
Һиңә лә шәп өлөш тейер минән.
Бүре: Ниһайәт, теләгем ҡабул булһын!
Иң яҡшы бүләк миңә ул бит һин!!!
Ҡуян: А ну-ка, әйҙәле, бейергә төш әле!
Бүре: Юҡ, Ҡышбабай! Юҡ, Ҡышбабай!
Юҡ, Ҡышбабай! Погоди!
(Асыуланып) Ну, Ҡышбабай, погоди!!!
Ысын Ҡышбабай инә. Төлкө, Ҡуян, бүре инә.
Ҡышбабай: Һаумыһығыҙ, хайуандар! Һеҙҙе ҡотларға тип алыҫтарҙан киләм. Көттөгөҙмө мине?
Бөтәһе лә: Көттөк, көттөк.
(Бүре барып юлбарыҫты уята)
Төлкө: Бигерәк һағынып көттөк һине, Ҡышбабай!
Ҡышбабай: Рәхмәт, хайуандар! Ә хужағыҙ Юлбарыҫ ҡайҙа? Күрмәйем.
Юлбарыҫ: (йоҡонан уянып) Рәхим ит, Ҡышбабай! Һеҙ был яҡтан килгәнһегеҙ икән, ә мин һеҙҙе теге яҡтан көтөп, ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөй инем.
Ҡышбабай: Күрҙем, күрҙем көткәнегеҙҙе. Мин һеҙгә буш ҡул менән килмәнем. Бүләк, күстәнәстәр ҙә килтерҙем.
Бөтәһе лә: О! Күстәнәс! (бөтәһе лә бергә барып Ҡышбабайҙың тоғона ябырылалар)
Ҡышбабай (аптырап ҡарап тора): Ярар, бүләк алыр алдынан әйтегеҙ әле. Был йылда һеҙ ниндәй яҡшы эштәр эшләнегеҙ?
Ҡуян: Мин урманға килгән балаларҙы ҡыуандырҙым. Унда йүгерҙем, бында йүгерҙем. Улар мине баҫтырҙылар.
Бүре: Ә мин, балалар ҡуянды ҡурҡытмаһын тип, уны гел һаҡлап ҡына йөрөттөм. Эйеме, ҡуян?
Төлкө: Ә мин... Ә мин ошо күпереп торған ҡойроғом менән үләндәрҙе, сәскәләрҙе һыйпап массаж эшләнем.
Юлбарыҫ: Беҙ еще... Урманға ағас ҡырҡырға тип килгән кешеләрҙе ҡурҡыттыҡ.
Бөтәһе лә: Эйе! Эйе!
Ҡышбабай: Ярай, бик шатмын. Һәр берегеҙ нимәлер эшләргә тырышҡан. (Бүләк тарата) Бына әле мин бик шәп бер гимназияла булдым. Рәми Ғарипов исемле башҡорт гимназияһы ул!
Төлкө: Шунан? (ҡойроғо менән Ҡышбабайҙы һыйпап тора)
Ҡышбабай: Был гимназияла иң яҡшы балалар уҡый икән, үҙҙәре гел башҡортса ғына һөйләшә, рухлылар, һөнәрлеләр, матур кейенәләр. Унда иң шәп етәкселәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәр эшләй. Бигерәк күңелем булды. Ә бына һеҙ ... талашып та алаһығыҙ икән?
Бөтәһе лә: Эйе... (ҡыйыуһыҙ ғына)
Ҡышбабай: Йәмһеҙ һүҙҙәр менән һөйләшәһегеҙ икән?..
Бөтәһе лә: Эйе... (ҡыйыуһыҙ ғына)
Ҡышбабай: Кейемдәрегеҙ, тундарығыҙ ҙа бик тәртиптә түгел икән?...
(өндәшмәйҙәр) Бына һеҙгә шундай ҡарар килтерҙем. Мә, Юлбарыҫ, һиңә тапшырам. Уҡып ишеттер!
Юлбарыҫ (ҡарарҙы уҡый):
- Бөгөндән башлап бөтә урманда тәртип урынлаштырырға!
- Өҫ-кейемдәрҙе тәртипкә килтерергә!
- Башҡорт еренең башҡорт урманында тик башҡортса һөйләшергә, йәмһеҙ һүҙҙәр ҡулланмаҫҡа!
Ҡышбабай: Һеҙ ризамы? Һеҙ әҙерме, хайуандар?
Бөтәһе: Беҙ әҙер!
Юлбарыҫ: Тик... ни, Ҡышбабай, бына Яңы йылда бөтә теләктәр ҙә тормошҡа аша тиҙәр. Минең шундай теләгем бар: зинһар өсөн, таныштырығыҙ беҙҙе һеҙ әйткән гимназия менән!
Бөтәһе: Эйе, эйе. Уның етәксеһе, уҡыусылары менән танышҡыбыҙ килә.
Ҡышбабай: Ярай, улайһа. Мин һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәргә ризамын.
Ниндәйҙер хәрәкәттәр эшләй.
Һәм бөтәһе лә залға ҡарайҙар. “О-о-о!” тип һоҡланалар.
Ҡыҙ-йәнлектәр бантик, бүре, арыҫлан бабочка тағып алалар, кейенә башлайҙар.
Ҡышбабай: Был ғына ла түгел, улар һеҙгә үҙҙәренең һөнәрҙәрен дә күрһәтәсәктәр. Ҡарап ҡына тормағыҙ, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ! Әйҙәгеҙ, гимназистар!
Музыка яңғырай.
Беренсе уҡыусы: Яңы йыл килә, дуҫтар! Теләктәр ҡабул булһын!
Икенсе уҡыусы: Донъялар имен торһон!
Өсөнсө уҡыусы: Күңел шатлыҡҡа туйһын!
Дүртенсе уҡыусы: Һәр кем бәхетле булһын!
Бишенсе уҡыусы: Гимназия гөрләп торһон!
Алтынсы уҡыусы: Рухыбыҙ ташып торһон!
(Башҡортса бейеү бейейҙәр. Хайуандар һоҡланып ҡарап тора)
Башҡортостан – гүзәл илем,
Беҙ уның киләсәге!
Йәшә, һин, тыуған илем,
Йәшә һин, гимназиям!
(Заманса бейеү)
Ҡышбабай: Афариндар, афариндар! Күңелегеҙ булдымы, хайуандар?
Бөтәһе: Эйе, эйе. Рәхмәт, гимназистар!
Ҡышбабай: Ярай, минең эшләйһе эштәрем, бараһы ерҙәрем күп, китәйем инде. Яңы йылда һеҙҙең изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Яңы уңыштар, яңы бәхеттәр һеҙгә, һау булығыҙ!
Бөтәһе: Рәхмәт, Ҡышбабай!
Беренсе уҡыусы: Эйе. Яңы йыл төнөндә бетә теләктәр ҙә тормошҡа аша тиҙәр. Ә беҙ (Юлбарыҫ: “беҙ ҙә”) бөтәбеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ!
Икенсе уҡыусы: ...гимназябыҙҙың юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға!
Өсөнсө уҡыусы: уңыштарға өлгәшергә!
Дүртенсе уҡыусы: имтихандарҙы яҡшы бирергә!
Бишенсе уҡыусы: юғары уҡыу йорттарына инергә!
Алтынсы уҡыусы: уҡытыусы, тәрбиәселәргә, етәкселәребеҙгә түҙемлек, сабырлыҡ теләйбеҙ!
Бөтәһе : Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын! Яңы йыл менән, дуҫтар!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.
Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....
![](/sites/default/files/pictures/2020/03/09/picture-599820-1583741674.jpg)
"Чаа-чылдын аалчызы -Колобок" оюн-хоглээшкиннин сценарийи
Сценарий Нового года для учащихся с 1-7 классы на тувинском языке.Главные герои персонажи из сказки "Колобок"...
![](/sites/default/files/pictures/2020/11/30/picture-699655-1606749779.jpg)
Тиhэх чуораан сценарийа
Манна Акана оскуолатыгар 2014 сыллаахха ыытыллыбыт тиhэх чуораан сценарийа киирдэ....
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы сценарийы
Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы к...
![](/sites/default/files/pictures/2018/01/25/picture-993391-1516895836.png)
"Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы.
quot;Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы....