Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект 3 класс. Биҙәктәр. Исемдәрҙең күплек формаһы.
план-конспект урока по теме

Петрова Гузель Мустафиевна

Урок разработан в соответствии с требованиями ФГОС.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема: Биҙәктәр. Исемдәрҙең күплек формаһы.

Маҡсаттар: 1. Уҡыусыларҙың башҡортса төҫтәр тураһында алған белемдәрен иҫкә төшөрөү; текст менән таныштырыу;

2. Балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; һүҙлек запасын байытыу;

3. Исемдәрҙең күплек ялғау формаларын үҙләштереүҙе дауам итеү;

4. Тыуған илгә, тәбиғәткә, бер-береһенә ҡарата һөйөү, ихтирам тойғоһон тәрбиәләү.

Йыһазлау: паравоз, сәйәхәт схемаһы, тиҙәйткес, сәскә һүрәте, дәреслек, һүҙлек, япраҡтар, таблица, карточкалар.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.
  1. Башҡортса иҫәнләшеү. – Һаумыһығыҙ уҡыусылар!
  • Һаумыһығыҙ!

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

  1. Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.
  • Балалар, бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең белемдәребеҙҙе күрһәтәйек. Яҡшы итеп дәрес үткәрәйек. Ә дәрес беҙҙең Дәре-сәйәхәт формаһында үткәрәбеҙ. Р.Ниғмәтиҙең беҙҙең дәрескә арналған шиғырын хор менән уҡыйыҡ:

Ниндәй тиңһеҙ шатлыҡ та һуң-

Белемдәрҙе белеү.

Парта артында көйөнсә

Донъяны гиҙеп йөрөү.

  • Беҙгә сәйәхәт итергә ошо паравоз һәм туҡталыштар ярҙам итәсәк. Дәрестә актив булһағыҙ, туҡталыштарҙа осраған һорауҙарға дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, сәйәхетебеҙ уңышлы үтер. Ә ниндәй маҡсат менән сәйхәткә сығырбыҙ һуң? Картаға иғтибар итегеҙ әле, ҡайҙарҙа буласаҡбыҙ бөгөн?

1.Өндәр йәйләүе.                                            2. Сәскә яланында.

                                       

 

4. Сәсәндәр тирмәһе.                                              3. Грамматика иле.

III. Төп өлөш. 1. Өндәр гимнастикаһы.

Алға барабыҙ, тик-так-так, тик-так-так!

Гөрләп саба паравоз, юл тап-тап, юл тап-тап!

Аҡ төтөн сығара, пух-пух-пух, пух-пух-пух!

Вагондар йырлап бара, ах-ах-ух, ах-ах-ух!

Һыҙғыртҡыс яңғырап китә, ту-ту-ту, ту-ту-ту!

Бик күп ерҙе үттек, сың-сың-сың, сың-сың-сың!

Станцияға еттек, дың-дың-дың, дың-дың-дың!

  1. 1-се туҡталыш. “Өндәр йәйләүе”.

Беренсе туҡталышта беҙҙе ниндәй һөнәрҙәр көтә?

А) Бына һеҙгә башҡорт хәрефтәре бирелгән, тиҙ генә итеп һәр хәрефкә берәр һүҙ табығыҙ.

Ә        Ү        Ө        Ҡ        Ғ        Ҙ        Һ        ҫ        ң

     Б) Тиҙәйткес өҫтөндә эш.

Күрҙем ҡарға, төштө ҡарға,

Ҡарға төштө аҡ ҡарға.

Шул ҡарғаны күрер өсөн,

Ҡарға йыйылды ҡарға.

(Ҡарға – ворона, Ҡарға – на снег. Ҡарға һәм ҡар һүрәтен йәбештереү)

  • Афарин, балалар, ары киттек: Тик-так-так, тик-так-так, пух-пух-пух, ту-у-у, ту-у-у!
  1. 2-се туҡталыш. “Сәскәләр яланында”.
  • Балалар, ҡарағыҙ әле, ниндәй матур яланға килеп туҡтаныҡ беҙ.
  • Нимәләр күрәбеҙ беҙ бында? (Бик күп сәскәләр)
  • Бына был ҡыҙыл, зәңгәр, һары, күк сәскәләр, ә япраҡтары йәшел.
  • Был матур сәскә. Был  сәскә ниндәй төҫтә? (балалар һанап сыға)

А) Һүҙлек эше.

-    Әйҙәгеҙ был һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә яҙып сығайыҡ. (аҡ, зәңгәр, ҡара, ҡыҙыл, күк, һары, көрән, һоро, йәшел япраҡ)

  • Беҙҙең кластағы предметтарҙың төҫтәрен әйтеп сығайыҡ.

(аҡбур, парта һары, таҡта йәшел һ.б.)

     Б) Дәреслек менән эш. “Биҙәктәр” тигән текст менән танышайыҡ.

     - уҡытыусының уҡыуы;

     - һүҙлек эше;

     - хор менән уҡыу;

     - үҙ аллы уҡыу;

     - сылбырлы уҡыу;

     - анализлы уҡыу;

     - һүҙлектәге һүҙҙәр менән һөйләмдәрҙе табып уҡыу;

     - һорауҙарға яуап биреү.

    В) Ял минуты. Сәп-сәп сәпәкәй. Ел иҫә-иҫә-иҫә.

   Беҙҙең Башҡортостанда

   Шулай бөгөлә тауҙар,

   Ошондай бейек тауҙар,

   Шулай ҡағына ҡаҙҙар,

   Шулай бейей балалар,

   Шулай ырғып алалар,

   Шунан шым ғына ултырып,

   Тағы белем алалар.

  1. 3-сө туҡталыш. Грамматика иле.

А) Таблица менән эш.

   - Хәҙер, балалар, таблицаны иҫкә төшөрәйек. Күплек ялғауҙары.

  (бергәләп уҡыйбыҙ)

Б) Карточкалар менән эш. (ике бала таҡтала, ҡалғандары динамик пар менән эшләйҙәр)

В) Таҡтала эш. (таҡтала һөйләмдәр бирелгән, шул һөйләмдән күплек ялғаулы исемдәрҙе билдәләргә)

Ҡоштар китте.

Көҙ килде. Ҡарғалар, сыйырсыҡтар китәләр. Ҡоштар файҙалы. Улар беҙҙең дуҫтар.

  • Афариндар. Киттек, балалар, алға.
  1. 4-се туҡталыш. Сәсәндәр тирмәһе.

А) Уйын.

- Беҙ был туҡталышта уйнап алабыҙ. Беҙ-беҙ-беҙ инек.

- Бына партала сәскәләр ята, һеҙ уларҙы йыйып төҫтәрен әйтергә тейешһегеҙ. Кем күберәк?

IV. Йомғаҡлау. – Ә хәҙер, балалар, әйҙәгеҙ класыбыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ. Шулай итеп, сәйәхәт һеҙгә оҡшанымы? Иҫкә төшөрөгөҙ әле, ҡайҙарҙа булдыҡ, нимәләр күрҙек, белдек?

V. Өйгә эш. Һүҙлекте ятлау. “Биҙәктәр” текстын тасуири уҡыу.

 



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 7 класс. Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат.

Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат. Ши1ыр2ы4 й5км9тке8ен 72л9штере7.                   У3...

План-конспект открытого урока по слесарному делу "Разметка и обработка деталей прямоугольной формы", 5 кл

В плане-конспекте изложен материал по проведению урока в 5 классе "Разметка и обрабока деталей прямоугольной формы"....

Иярчен кисәкләрне кабатлау темасына татар теленнән план-конспект.

7 нче сыйныфта үткәреләчәк татар теледәресенең үрнәк планы һәм конспекты....

2 нче сыйныфта татар теленнән план конспект "Җөмләнең баш кисәкләре"

2 нче сыйныф "Җөмләнең баш кисәкләре" темасына план конспект...