Башҡорт теленән дәрес планы. " Йәшенмәк"
план-конспект урока на тему

ДЁРЕС ПЛАНЫ

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yshenmk.docx17.26 КБ

Предварительный просмотр:

:Башҡорт  халыҡ уйындары .”Йәшенмәк”.

Маҡсат:Башҡорт теленең спецефик өн-хәрефтәрен ҡабатлау,башҡорт  халыҡ уйындары,”Йәшенмәк”тексы өҫтөндә эшләү,балаларҙа башҡорт халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү,

Йыһазландырыу:интерактив таҡта,проектор,китап.

Дәрес барышы:

I.  Һаумыһығыҙ , балалар!Барыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ.Ултырығыҙ!

II.Дәресте   яратҡан шиғырыбыҙ менән башлайыҡ.Күмәкләп ятлайбыҙ.)

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине телем

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

III.Артикуляцион күнегеү.

ҘА –ҘА- ҘА   -ҠАҘҘАР   КИТКӘН ҺУҢ ҠАЙҘА?

ҘЫ -ҘЫ- ҘЫ -  ҠАҘҘАР     ЙЫЛҒАҒА  БАРҘЫ.

ҘӘ-ҘӘ-ҘӘ -  РӘХӘТЛӘНЕП   ӘЙ   ЙӨҘӘ.

ҘЫ-ҘЫ-ҘЫ- ҠЫУМАҒЫҘСЫ  ҠАҘҘАРҘЫ.  

1.Үҙ аллы уҡыу.  

2.Күмәкләп уҡыу.

3.Малайҙар ғына уҡыу.

4.Ҡыҙҙар ғына уҡыу.

IV.Дәрестең маҡсатын ,йөкмәткеһен билдәләү.  

1.Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм,йомаҡтарҙың баш хәрефе тик башҡорт өндәре менән генә башланасаҡ.Һеҙ уйлағыҙ.

Башы тараҡ ,ҡойроғо ураҡ.

2.Ә хәрефе.Ә-нәҙек һуҙынҡы.Был хәрефкә һүҙҙәр әйтегеҙ.Әтәскә әйтә         Әхмәт: Уятҡан өсөн рәхмәт.Әсәй,бәпәй һәм башҡа һүҙҙәр.  Бишек йырын йырлау.

3.Ө Хәрефенә йомаҡ .Көндөҙ йоҡлайым,төндә илайым( өкө)Ө-нәҙек һуҙынҡы.Ө хәрефенә ниндәй әйтем  беләһегеҙ,Өйрәтә белһәң, ишәк тә өйрәнә.(әйтем)  

4.Ҡ хәрефенә йомаҡ. АҠ БАБАЙ АҠ БАБАЙ АҠ ТУНЫҢДЫ ҠАҠ БАБАЙ (ҡыш)-һаңыру тартынҡы.Ҡ хәрефе менән һүҙҙәр уйлау.

Ҡыш еткәс

Ҡар яуғас

Бар ағас

Яланғас.

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә.

5.Ғ хәрефенә йомаҡ әйтеү,көҙ кейенә ҡыш сисенә (ағас)һүҙҙәр табыу.Ғ  яңғырау тартынҡы.

    Ғәтиә илай ҡысҡырып,

    Тубы төшкән йылғаға.

    Ҡуйсы,Ғәтиә,илама,

    Туп батмай йылғаға.

    Тел шымартҡыс.

 Ғәли,Ғәббәс,Ғәтиәт

 Яраталар әкиәт.

6.Һ хәрефе.

   7. Ҙ-өн хәрефе.Ҙ-яңғырау тартынҡы.   Йомаҡ ,һүҙҙәр һәм тел шыматҡыс

Йомабайҙа ҙур йоҙаҡ,

Асҡысын тапмай оҙаҡ. Әйҙәгеҙ күмәкләп ҡабатлайыҡ

8.Ң хәрефе.  Кәкре муйын ағайҙар ҡарға батмай  баралар.(саңғы)Һүҙҙәр әйтеү.

9.Ҫ хәрефе.Өн хәрефенә йомаҡ.    

Ел иҫә, ел иҫә,

   Иртән дә иҫә,кис тә иҫә.

    Кемдең ,кемдең күргәне бар,

    Ел була ниндәй төҫтә.

.Тимәк,уҡыусылар былар ниндәй  хәрефтәр.,Ә ӨҮ ҘҒҺҢҠҪ

(башҡорт теленең спецефик хәрефтәре,был хәрефтәр тик башҡорт телендә генә ҡуллАНЫЛА)ҺУҘынҡы өндәр бармы,Ә Ө Ү нәҙәк һуҙынҡылар .Ҡ ҘҒ ҺҪ Ң ТАРТЫНҠЫ ӨНДӘР

Шулай итеп беҙ һеҙҙең башҡорт өн-хәрефтәрен ҡабатланыҡ.Хәҙер шуны карточкалар ярҙамында нығытып китәйек.Һеҙ һүҙҙәрҙең төшөп ҡалған хәрефтрен өҫтәп яҙырға.

Ә...тәс , т...лкө, к...лдәк, ҡа..., ҡ...р, а...ас, . ..өт, ми..., о...та.

Физкультминутка.

v.Уҡыу ситуацияһының исемлеге.Текстың исемлегенә иғтибар итеү.

 

          1 .Башҡорт  халҡында бик матур мәҡәл бар.  Әйҙәгеҙ китапты асып шул мәҡәл менән танышайыҡ . мәҡәлде бер бала уҡый һәм дәфтәргә яҙып ҡуябыҙ).был мәҡәл дөрөҫ әйтелгәнме Был мәҡәл менән һеҙ киләшәһегеҙме?

2.Эш бөткәс,уйнарға ярай тигәнде нисек аңлайһығыҙ?(дәресте әҙерләгәс, әсәйгә ярҙам иткәс уйнарға ярай.

3.Һеҙ ниндәй уйындар уйнайһығыҙ?(өйрәк атыш ,баҫтырышмаҡ...) Бөгөн беҙ һеҙҙең менән яңы уйын менән нығыраҡ танышабыҙ.

4.Һүрәткә ҡарағыҙ әле,был ниндәй уйын икән?(һүрәттә йәшенмәк уйыны)

5.Йәшенмәк уйнау  русса нисек була?(играть в прятки)

6.-Һәр бер уйындың ҡағиҙәһе була.Был уйынды нисек уйнайҙар икән?(бер кеше эҙләй ҡалғандар йәшенә)эҙләгән кешене кем тиҙәр ? Был һорауға һеҙ миңә текст менән танышҡас яуап бирерһегеҙ.

VI.Һүҙлек эше.

Уҡытыусы уҡып күрһәтә ,һүҙлек эше.ниндәй һүҙҙәр аңлашылмай ? ҡойма –забор ,боҫто –притаился,йәшенде,мискә-бочка.

Vii.Тексты тәржемә итеү.

1.Сылбырлы уҡыу

2.разведкалы уҡыу

3.йәшенмәк уйыны.

  Һорауҙарға яуаптар?

1.Балалар ниндәй уйын уйнайҙар

2.Кем уларҙы эҙләй?

3.Эҙләгән кешене кем тип йөрөтәләр?

Ә  көтөүсене нисек билдәләйҙәр?ҺАНАШМАҠ әйтәләр .Һеҙҙең көтөүсе   булғығыҙ киләме? Әйҙәгеҙ улай булһа һанашмаҡ әйтешәйек.Был һанашмаҡ беҙҙең китапта бар.

Алма тәгәрәй ҡала тирәләй

Кем уны тота ,шул сығып китә.

Һеҙ үҙегеҙ белгән һанашмаҡтарҙы әйтегеҙ әле?Бына беҙ барыбыҙҙа көтөүсе булдыҡ.

4.Һүрәткә ҡарағыҙ әле,автор нимәне төшөрөп ҡалдырған?Нимә тураһында яҙмаған?(көсөк)Әйҙәгеҙ беҙ һөйләм төҙөп  ҡуяйыҡ.Көсөк ҡойроғон болғап шаяра.

VIII.Нығытыу.

1..Балалар,һеҙ эҙләргә яратаһығыҙмы?Йәшенмәк һүҙендә  бик күп һүҙҙәр йәшенгән ?Әйҙә эҙләйек.

Йәш –молодой,слеза

Йәшен-молния

Мәк-мак

Шәм -свеча

Ен-черт

Йәмшек  -

2. ошо һүҙҙәр һөйләмдәр төҙөргә һәм дәфтәрғә 1-2 яҙып ҡуйырға.Мәҫәлән,Былтыр йәй йәшенле булды.Баҡсала  мәк сәскә атҡан.

IX.Рефлексия.
.Балалар,һеҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ,нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды? Башҡорт  халыҡ уйындарын белердек, мәҡәлдәр ,һанамыш өйрәндек.УЙЫНДАР БЕҘГӘ КӘРӘЕМЕ,?НИ ӨСӨН? УЙЫНДАР БЕҘҘЕ ТӘРБИӘЛӘЙ,АРАЛАШЫҒА ӨЙРӘТӘ,ҺАУЛЫҠТЫ НЫҒЫТА.

.Бөгөн һеҙ үҙегеҙгә ниндәй билдәләр ҡуйырһығыҙ?Ни өсөн?

Өйгә эш:Йәшенмәк тексын уҡырға,һанашмаҡты ятларға.

  Дәресте  шиғыр юлдары менән тамамлайым

ӘЙҘӘ УҠЫУСЫЛАР УҠЫЙЫҠ                        ҠЫУАНҺЫН ТЫУҒАН ИЛЕМ.                

БИРЕП БӨТӘ ТЕЛӘКТЕ

УҠЫУ БӨТКӘС БИК ҺУҢ БУЛЫР

ТЕШЛӘП БУЛМАҪ ТЕРҺӘКТЕ

ТЫРЫШ БУЛЫҒЫҘ УҠЫУҘА

ТЫРЫШТЫ ҺӨЙӘ БЕЛЕМ

ХАЛҠЫМ ШАТЛАНҺЫН ҺЕҘГӘ


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

5 класс өчен татар теленнән эш планы

Татарстан республикасы Азнакай муниципаль районы...

9класс өчен татар теленнән эш планы

Татар теленнән эш программасы өч өлештән тора: аңлатма язуыннан, төп бүлекләрне, белем һәм күнекмәләрне үз эченә алган программаның эчтәлегеннән, укучыларның әзерлек дәрәҗәсенә таләпләреннән....

10 класска татар теленнән эш планы

Татар теленнән эш программасы өч өлештән тора: аңлатма язуыннан, төп бүлекләрне, белем һәм күнекмәләрне үз эченә алган программаның эчтәлегеннән, укучыларның әзерлек дәрәҗәсенә таләпләреннән....

1 сыйныфлар өчен татар теленнән тематик план

1 сыйныфлар өчен татар теленнән тематик план...

1 сыйныфлар өчен татар теленнән тематик план

1 сыйныфлар өчен татар теленнән тематик план...

1 сыйныфлар өчен татар теленнән тематик план

1 сыйныфлар өчен татар теленнән тематик план...

1кл. рус группасы өчен татар теленнән тематик план.

Предмет Сыйныф  Ел буенча дәресләр саныАтнага дәресләр саны Дәреслекнең авторы Чыккан елыКүңелле татар теле. 1 класс.1993Р. З. Хайдарова, Н. Г. Галиева.Казан: Татармульт...