Башҡорт теленән эш планы. 4- се класс(башҡорт төркөмө)
календарно-тематическое планирование на тему

башҡорт төркөмө

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ktp_4_v_g_klass_bashk.docx58.56 КБ

Предварительный просмотр:

                                                Йөкмәткеһе.

1.Аңлатма яҙыу…………………………………………………………………  2……

2.Программаның маҡсат һәм бурыстары……………………………………2 …..        

3.Программаның йөкмәткеһе һәм бурыстары………………………………3…..

4.Уҡыусының белем кимәленә талаптар…………………………………… 5…...

5.Календарь- тематик план……………………………………………………6…...

6. Календарь- тематик планға ҡушымта……………………………………11……

7.Уҡыу- уҡытыу методик ҡулланмалар ……………………………………11……            

 8.Интернет- ресурстар…………………………………………………………12…...

  1.  Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең  4–се класы өсөн (башҡорт төркөмө)  туған (башҡорт) телдән  эш программаһы. Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә.Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс-ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Программа кимәле : базис.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  • Телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.
  • Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  • Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

  1.  Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

   Башҡорт  телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:

1.     Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә,
йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен
практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.    Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары
буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.   Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.   Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.   Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6.    Бөтә, һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

                               

                                           

  1.  Эш программаһының  төп йөкмәткеһе

Мәктәп, Ватан (3 сәғәт).

1 сентябрь – Белем байрамы. Ватан, мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт  теленең  өндәре  һәм  хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере.

Йәйге хәтирәләр (5 сәғәт). 

 Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү. Әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар). Әҫәрҙең темаһын төп фекерен билдәләү күнекмәләре.

Тәбиғәт бүләктәре (5 сәғәт).

      Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре, көҙгө байлыҡ  тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Көҙ” темаһына ҡарата экскурсиялар ойоштороу, япраҡтарҙан коллекциялар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороу.

Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәһен күрһәтеүсе саралар(ялғауҙар). Уҡылған әҫәр буйынса  план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү, уларға яуаптар табыу.

Илем тарихы – халҡым тарихы (4сәғәт).

Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Гәзит һәм журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү.

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Предметты һүрәтләү. Коллектив рәүештә төҙөлгән план буйынса изложение яҙыу.

Яңы тормош өсөн (9 сәғәт).

Башҡорт халҡының талантлы ижад кешеләре тураһында уҡыу һәм һөйләү. Ижад төрҙәре менән таныштырыу. Ижад кешеләре тураһында ҡыҫҡаса белешмәләр төҙөү.

Сифат дәрәжәләре. Сифаттың дәрәжә менән үҙгәрешен практик күҙәтеү. Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. Тема буйынса план төҙөү һәм бәләкәй күләмле инша яҙыу.

Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү (2сәғәт).

Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, бөгөнгө көн геройҙары, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә ( 3 сәғәт).

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Әкиәттәр буйынса инценировкалар төҙөү һәм сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡтарға, мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

Ҡылым. Уның зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа (5 сәғәт).

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары; ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Һан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләре биреү. Автобиографияны һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу.

 Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (2 сәғәт).

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Илебеҙ тыныс булһын” темаһына альбом төҙөү.

Алмаш. Зат алмаштарын практик ҡулланырға өйрәтеү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү.

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр (3сәғәт).

Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады.

Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү.

Балдай татлы һыуҙарым (3 сәғәт).

Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү.

Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Әҫәрҙәге геройҙарға элементар характеристика бирергә өйрәтеү.

Башҡортостан ҡалалары (2сәғәт).

Башҡортостандың ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү. Башҡортостан ҡалаларына арнап альбомдар төҙөү, стендтар эшләү.

Ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре һәм һөйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү.

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө (3 сәғәт).

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың данлы эштәре, яҡшы сифаттары, уҡыусы ҡыҙҙар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “8 март – әсәйҙәр байрамы” темаһына иртәлек ойоштороу, данлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр өҫтөндә практик эштәр. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш.

Башҡортостан мәҙәниәте (4 сәғәт).

Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Башҡортостандың яҙыусыларына, композиторҙарына, артистарына бағышлап альбомдар төҙөү, улар менән осрашыуҙар үткәреү.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү.

Тәбиғәттең теле асылған саҡ (4 сәғәт).

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре; ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре; ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Яҙғы моңдар” темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Кеше матур  булһын (3 сәғәт).

Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш” тигән темаға альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү.

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре менән практик таныштырыу һәм уларҙы үҙләштереү, ҡулланыу. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы (2сәғәт).

Беренсе Май – дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. “Беренсе Май” темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса практик эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү.

Һаумы, йәмле йәй (4 сәғәт)

Йәйге күренештәр; уҡыу йылының һөҙөмтәләре; йәйге эштәр; йәйгә план-хыялдар хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөмтәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү.

  1. IV класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.
  • «Башҡортостан » темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға- күлдәре, кейем- һалымы, ижады ) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү.
  • Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.
  • Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
  • Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.
  • Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
  • Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  • 25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

Уҡыусылар  белергә тейеш күнекмәләр.

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү:
  • текстың планын төҙөү;

-   текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла тексты ижади дауам итеү.

  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү:
  • ҡараған фильм, картина, ишеткәндәр, бирелгән ситуация буйынса хикәйә төҙөп һөйләү;
  • ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекереңде иҫбатлау;
  • тестағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.
  1. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу:
  • тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
  1. Хәрефтәрҙе дөрөҫ һәм матур яҙыу, дөрөҫ тоташтырыу:
  • Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалар яҙыу;

Иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

  1. Календарь -тематик план.

 Предмет: башҡорт теле

Класс:4

Уҡытыусы: Хөснуллина Гөлшат Булат ҡыҙы

Бөтәһе: 68 сәғәт

Аҙнаһына:2 сәғәт

1 триместр- 21 с.

11 триместр- 22 с.

111 триместр- 26 с. 

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.   Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     4-се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : “Китап”, 2011.

Эштәр төрө

1 триместр

11 триместр

111 триместр

Контроль күсереп яҙыу

1

диктант  

1

1

1+1

изложение

1

1

Инша

1

1

һорауҙарға яуаптар

1

1

Бөтәһе

3

4

4

Дәрестең темаһы

Сәғәттәр һаны

Дата план

буйынса

Дата

фактик

Иҫкәрмә

1-се триместр. 

Мәктәп, Ватан

 (3 сәғәт).

21 сәғәт

  1.  

К. Кинйәбулатова.” Белем көнө”.

1

04.09

М. Кәрим. “Ватан”.

1

07.09

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Өндәр һәм хәрефтәр.

1

11.09

Ғ.Сәләм.” Республика иртәһе”.

1

14.09

Йәйге хәтирәләр

 (5 сәғәт). 

Р.Солтангәрәев.” Йылы ямғыр”.

1

18.09

Исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.”

1

21.09

                

Контроль күсереп яҙыу.”Ағиҙел буйында”.

1

25.09

Хаталар өҫтөндә эш.

Н. Мусин. “Мәңге йәшеллек”.

1

28.09

  Исемдәрҙең берлек һәм күплек мәғәнәләре

1

2.10

Тәбиғәт бүләктәре

(5 сәғәт).

Д.Юлтый”.Көҙ”.

1

9.10

Х.Кәрим.” Көҙгө картиналар”. Исемдәрҙең күплек мәғәнәләре.

1

12.10

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

16.10

Р.Сәғәҙиев.”Икмәк тәме”.

1

19.10

 Инша.” Алтын көҙ”.

1

23.10

Илем тарихы – халҡым тарихы (5сәғәт).

Ғ.Хөсәйенов. “Алдар батыр”.

1

26.10

Б.Рафиҡов.”Ярлыҡ ҡағыҙы”.

1

30.10

Аңлатмалы  диктант “Көҙ етте”.

1

2.11

Хаталар өҫтөндә эш.

М.Кәрим.”Беҙҙең өйҙөң йәме”.

1

6.11

З.Биишева. “Кәмһетелгәндәр”.

1

9.11

Яңы тормош өсөн

 (9 сәғәт).

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше.

1

13.11

“Исем”темаһын йомғаҡлау.

1

16.11

2-се триместр

22 сәғәт

Я. Хамматов. “Ҡаһым түрә”.

1

23.11

“Ҡунаҡта”. Сифат.

1

27.11

Аманат. Сифаттың һөйләмдәге мәғәнәһе.

1

30.11

Д. Юлтый.” Бәләкәй көрәшсе”.

1

4.12

Сифат дәрәжәләре.” Башҡорт сәхнәһенең ынйыһы”.

1

07.12

М.Кәрим.”Бөжәк апа”.

1

11.12

“Сифат” темаһын йомғаҡлау.

1

14.12

Йәшәү–Ватанға хеҙмәт итеү

(2 сәғәт).

Изложение.” Егәрле ҡыҙ”.

1

18.12

Ҡылым, уның мәғәнәләре Ҡылымдың һан.зат,заман менән үҙгәреше.

1

21.12

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә ( 3 сәғәт).

“ Ирәндек”(Башҡорт халыҡ әкиәте).

1

25.12

Класт.тыш уҡыу.”Терпе менән йылан. Ж.Кейекбаев.

1

28.12

Ҡылым. Уның зат.һан.заман.барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре.

1

11.01

Бурай-бурай ҡарҙар яуа (5 сәғәт).

Д.Дәүләтшин.” Ҡышҡы урман”

1

15.01

 Ижади диктант.”Сәй”.

1

18.01

Хаталар өҫтөндә эш.Н. Нәжми.”Ҡыш”

1

22.01

Ф.Иҫәнғолов.” Урман  һаҡсылары”.

1

25.01

Инша. “Ҡышҡы урман”.

1

29.01

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (2 сәғәт).

Һан. Һандарҙың төркөмсәләре.

1

1.02

Алмаш. А.Солтанов.” Ҡурай моңо”.

1

5.02

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр (3сәғәт).

Р.Байымов.                   ” Сәсәндәр”.

1

8.02

З.Биишева.” Халыҡ сәсәне”.  Мөхәмәтша Буранғолов.Һорауҙарға яуаптар.

1

12.02

Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләр.

1

15.02

3-сө триместр.

25 сәғәт

Балдай татлы һыуҙарым (3 сәғәт).

С.Агиш. “Ҡариҙел”.Рәүеш.

1

26.02

Ярҙамсы һүҙҙәр З.Биишева. “Талҡаҫ күле”.

1

29.02

И.Кинйәбулатов. “Киләсәк”. Ярҙамсы һүҙҙәр.

1

4.03

Башҡортостан ҡалалары (1сәғәт).

М.Кәримов.” Күмерселәр ҡалаһы”.

1

7.03

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө

 (3 сәғәт).

Ымлыҡтар.  З.Биишева.” Хәйерле көн” .

    1

11.03

 Иҫкәртмәле диктант.”Икмәк тураһында уйҙар”.

    1

14.03

Хаталар өҫтөндә эш. Д.Бүләков.”Күстәнәс”.

    1

18.03

Башҡортостан мәҙәниәте (4сәғәт).

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.

    1

21.03

З.Биишева.”Һөнәрсе менән өйрәнсек”.

    1

25.03

Ә.Лотфуллин. Р.Нурмөхәмәтов.Һорауҙарға яуаптар.  

    1

28.03

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.

    1

1.04

Тәбиғәттең теле асылған саҡ

(4 сәғәт).

М.Ғәли.” Яҙ саҡыра”.

    1

4.04

И.Насыри”Яҙғы ташҡын”

    1

11.04

Һ.Дәуләтшина.”Яҙғы тантана”.

    1

15.04

Р.Назаров. Хәбәр,һорау,өндәү һөйләмдәр.

    1

18.04

Изложение.”Сыйырсыҡ”.

    1

22.04

Кеше матур  булһын (3 сәғәт).

С.Әлибаев.” Дуҫтарым”.

    1

25.04

Ф.Туғыҙбаева.” Кем уңған?” Башҡорт телендә һөйләм киҫәктәренең килеү тәртибе.

    1

29.04

Ф. Рәхимғолова.”Сер”

    1

2.05

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы (2сәғәт).

С.Әлибаев.” Тыныслыҡ”

    1

06.05

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр.

    1

13.05

Һаумы, йәмле йәй

 (4 сәғәт)

Контроль диктант.”Талҡаҫ күле”.

    1

16.05

Хаталар  өҫтөндә эш. Г.Ибраһимов. “Ямғыр”.

    1

20.05

Клас.тыш уҡыу. К.Мәргән. “Урманда”

    1

23.05

Йомғаҡлау дәресе.

    1

27.05

  1. Календарь-тематик планға ҡушымта

Контроль эштәр, 4 класс:     

Контроль эш төрҙәре

План буйынса

Фактик дата

1

Контроль күсереп яҙыу. «Ағиҙел буйында».

25.09

2

Инша.” Алтын көҙ”.

23.10

3.

Аңлатмалы диктант.”Көҙ етте”.

02.11

4.

Изложение.” Егәрле ҡыҙ”.

18.12

5.

Ирекле диктант. « Сәй».

18.01

6.

Инша.”Ҡышҡы урман”.

29.01

7..

 Иҫкәртмәле диктант. “Икмәк тураһында уйҙар”.

6.05

8.

Изложение. “Сыйырсыҡ”.

18.04

9.

Контроль  диктант. «Талҡаҫ күле».

24.03

  1. Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  4. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.
  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.
  6. Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы. 1-4-се  класс уҡытыусылары  өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова  С. Х. -  Өфө:   Китап, 1997.
  7. Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 - се  класс уҡытыусылары    өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2006 . Толомбаев

 

Уҡыусылар өсөн тел буйынса  уҡыу-уҡытыу методик комплекты: : Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Толомбаев Х. А. — Өфө: Китап, 2011.

        


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 7 класс. Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат.

Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат. Ши1ыр2ы4 й5км9тке8ен 72л9штере7.                   У3...