Минең педагогик эссе.
статья по теме

Аминева Лилия Искандаровна

Һәр кешенең үҙ һөнәренә ҡарата уйланыуҙары, һығымта яһауы була. Был юлдар ҙа хеҙмәт юлындағы төрлө күҙәтеүҙәрҙән сығып яҙылды.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon esse_min-_ukytyusy.doc47 КБ

Предварительный просмотр:

                                                     Осҡон һүнгән урында көл ҡала,

                                                      Ҡояш уҙған юлда нур ҡала.

                                                                (З. Биишева “Кәңәш”.)

Ғүмер юлы. Яҙмыш юлы. Мәктәп юлы – баҫҡыстар. Ошо баҫҡыстарҙан нисә тапҡыр күтәрелгәнмендер? Нисә тапҡыр синыф ишеген асып ингәнмендер? Нисә тапҡыр һиңә ышанып та, үпкәләп тә, көлөмһөрәп тә, бойоғоп та ҡараған күҙҙәргә баҡҡанмындыр? Эйе, күҙҙәр – күңел көҙгөһө. Улар алдаша белмәйҙәр.  Һәм һин дә ошо күҙҙәрҙе,  уларҙа сағылған ышанысты аҡларға бурыслыһың. Хоҙай мине изгеләрҙән – изге, шул уҡ ваҡытта ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр эйәһе иткән. Мин - уҡытыусы. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы, үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс икәнен йылдар үткән һайын аңлай һәм ярата барам. Эйе, мин үҙ һөнәремде яратам. Был, бәлки, ҡайһы берәүҙәргә ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс тойолор. Был эштең ни даны, ни малы, тип әйтерҙәр. Юҡ, эш түгел, ә һөнәр! Уҡытыусы һөнәре кешеләрҙе йөрәк менән тойорға өйрәтә. Ошо урында Антуане де Сент – Экзюпери әҫәрендәге  Бәләкәй Принцтың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Иң мөһимен күҙҙәр менән күрмәҫһең. Күҙҙәр һуҡыр. Йөрәк менән эҙләр кәрәк”. Ысынлап та, йөрәк менән эҙләгәндә барлыҡ арыуҙарың, икеләнеүҙәрең юғала, үҙ – үҙеңә ышаныс арта, башҡалар өсөн дә йәшәргә кәрәк икәнлеген аңлайһың.  Үҙенең  хәтирәләрендә  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева былай яҙған ине: “Үҙең өсөн генә йәшәү хыянатҡа тиң”,- тип.                                                                  Мөғәллим һөнәрен һайлауҙа атайым Искәндәр Ғәйепйән улы  менән әсәйем Нәзирә  Ибраһим ҡыҙының  роле бик ҙур булды. Улар икеһе лә педагогик хеҙмәт ветерандары. Атайымдың дәфтәр тикшергәнен ҡарап, апайымдың һәм ағайымдың дәфтәрҙәренә төрлө билдәләр ҡуйып сыға инем. Әлбиттә, был эшемә тейешле язаһы ла эләкте. Ҡурсаҡтарымды әрләй – әрләй яҙырға өйрәткәнемде әсәйем әле лә  һөйләй. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт төрлө  китаптар, ваҡытлы матбуғат баҫмалары бик күп булды. Әсәйем миндә бәләкәйҙән китапҡа һөйөү тәрбиәләне. Китап уҡыу беҙҙең өйҙә айырым бер культ булып торҙо. Уҡылған китаптарҙан  һәм көндәлек тормоштан фәһем алып әкренләп киләсәккә нигеҙ һалдыҡ. Сөнки  бөгөн йәшәгән көнөң шул нигеҙҙең бер ташы. Ә нигеҙ ташын һалғанда кеше бар көс – ҡеүәтен бирә. Шул ваҡытта ғына төҙөләсәк йорто ныҡлы, ел – ямғыр үтмәҫлек була. Ошо нигеҙҙең бер өлөшөн атай – әсәй һалһа, бер өлөшөн мәктәп, уҡытыусы һала. Мәктәп программаһында тел һәм әҙәбиәт дәресе үҙенсәлекле дәрес булараҡ айырылып тора. Баланың донъяға булған ҡарашы, логик фекерләүе әсә теле аша үҫешә. Уҡыусының уй - фекерен телмәрҙә эҙмә – эҙлекле, әҙәби тел нормаларына ярашлы итеп еткереү һәм ҡулланырға өйрәтеү тел дәрестәрендә алып барыла. Минең төп бурысым: бала күңелендә һүҙгә ҡарата һиҙгерлек, һаҡсыллыҡ, оло ихтирам уятыу, һүҙҙең көсөн, һығылмалы икәнен тойорға өйрәтеү. Һүҙ тарихында халыҡ һәм ил тарихы ята. Һүҙҙең барлыҡҡа килеү ерлеген халыҡ тормошона бәйләп аңлатыу, уҡыусылар аңында үҙ халҡы, тыуған төйәге менән ғорурланыу ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй.  Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусы үҙен борсоған бик күп кенә һорауҙарға яуап ала, бөгөнгө донъя, тормош ағышы, йәшәйеш тураһында уйлана. Әлбиттә, был осраҡта яҙыусыларҙың әҫәрҙәре ҙур роль уйнай. Әҙәби әҫәр, күпме ваҡыт үтһә лә, үҙенең рухи ҡиммәтен, әһәмиәтен юғалтмай.                                                 Бер ваҡыт Ерәнсә сәсәндән һорайҙар: “Бындай яҡшы ғәҙәттәрҙе ҡайҙан отоп алдың?”  “Әҙәпһеҙ, тупаҫ кешеләрҙән, - тип яуап биргән, ти, Ерәнсә сәсән. – Мин бит уларға ҡарайым да киреһенсә эшләйем”. Киләсәгең яҡты булһын тиһәң, үҙ – үҙеңә күҙ һал. Һинең ҡайһы бер ҡылыҡтарың башҡаларҙа аптырау, ғәжәпләнеү, ерәнеү тойғолары уятмаймы икән? Башҡаларҙы күҙәт. Белемле, тәрбиәле кешеләр менән аралашырға тырыш, үҙ көсөң етерҙәй маҡсаттар ҡуйып йәшә. Иҫеңдә тот: ҡылған ҡылыҡтырың кире ергә ҡайта, изгеләре һарай булып ҡалҡа. Ер шарын үҙ күсәрендә миллионлаған йылдар буйы әйләнергә мәжбүр иткән ошо тормош хәҡиҡәтен йәш быуынға еткереү – минең бурысым.         Бөгөнгө мәғариф системаһы йәш быуында юғары әхлаҡ сифаттарын тәрбиәләүҙе, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен, үҙ аллы белем алыу күнекмәләрен үҫтереүҙе беренсе урынға ҡуя. Был ил кимәлендәге сәйәси бурыс, сөнки белемдең сифаты барыһын да билдәләй.  Белем сифатынан илдең киләсәге торғанын  “Сәйәсәт” исемле хеҙмәтендә боронғо грек фәйләсүфе Аристотель билдәләп үтә: “Йәш быуынды тәрбиәләүгә ил етәксеһе һәр ваҡытта ла айырым иғтибар бүлергә бурыслы, әгәр ҙә был үтәлмәй икән, иң ныҡлы тип һаналған ил торошон да хәүеф көтә.” (Вряд ли кто будет сомневаться в том, что законодатель должен отнестись с исключительным вниманием к воспитанию молодежи, так как в тех государствах, где этот предмет находится в пренебрежении, и самый государственный строй терпит от того ущерб). Белемдең сифаты – дәүләт күләмендә ил үҫешенең бөгөнгө тормош ихтыяждарына тура килеүе; бирелгән белемде үҙләштереп кенә ҡалыу түгел, ә үҙ – үҙенә ышанған, көслө ихтыярлы, үҙ эшмәкәрлеген ойоштора белгән шәхес үҫтереү. Ә быларҙың барыһы ла уҡытыусының булмышына, һәләтенә, белеменә, ата-әсәләр менән эшләй белеүенә бәйле. Өс яҡлы уңышлы хеҙмәттәшлек булдырыу - минең төп маҡсатым.                                 Бала күңеле – таҙа ҡағыҙ бите. Нимә яҙһаң, шуны уҡырһың. Балаға ихтирамлы һәм иғтибарлы булыу – оло шәхес тәрбиәләүҙең мөһим ҡануны. Сөнки халыҡтың булмышы шәхестәр һаны менән билдәләнә. Халыҡ шәхесте, шәхес халыҡты үҫтерә, тулыландыра.  Ә халыҡ өсөн шәхес бәләкәй саҡтан уҡ тәрбиәләнә. Шунлыҡтан балаға үҙ тиңдәшеңә ҡараған кеүек ҡарау, аралашыу, уның ихтирамын, ышанысын яулау - һәләтле уҡытыусының оло ҡаҙанышы.                                                                  Ошо урында башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновтың  “Нәсихәттәр”ендә әйтелгән, үҙ көсөн бөгөнгө көндә лә юғалтмаған  һүҙҙәргә туҡталып китәйек: “Һәр кеше, һәр ҡәүем һәм милләттең бәхетле булыуының төп сәбәбе – белемдер. Ашлыҡтар өсөн ямғыр ни ҡәҙәр кәрәк булһа, әҙәм балаһы өсөн  белем шул тиклем кәрәк. Кешеләрҙең дә белемлеләре менән белемһеҙҙәре шәриғәт алдында бер тигеҙ түгел. Шуның өсөн һеҙ белем алығыҙ һәм балаларығыҙҙы ла белем юлына ҡуйығыҙ, белем таратығыҙ һәм таралыуына ярҙам итегеҙ.” Һәр һөнәр эйәһе үҙ белемен камиллаштырыуҙан туҡтарға тейеш түгел, ә уҡытыусы бигерәк тә. Беҙ йәшәгән дәүер асыштарға бик бай. Уҡытыусы үҙ өлгөһөндә матурлыҡҡа, камиллыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыу тәрбиәләй. Ҡулдағы бармаҡтар тигеҙ булмаған кеүек балаларҙың да һәләттәре, уҡыуға  ынтылыштары бер түгел. Әммә уларҙың үҙҙәренә генә хас булған тәбиғәт биргән потенциал бар. Ошо һәләтте күреп ҡалып кәрәкле йүнәлештә бороп ебәреү оло эш.  Балаларҙың ҡыҙыҡһынып берәй темаға фәнни эш яҙыуы, публика алдында сығыш яһауы, үҙенең бәләкәй генә уңышын күреп ҡыуаныуы миндә оло шатлыҡ, ҡәнәғәтләнеү уята. Тимәк, минең эҙләнеүҙәрем, дәрестәрҙә өҫтәлмә материалдар ҡулланыуым юҡҡа булмаған.                                                                 Башҡа һөнәр эйәләренән айырмалы рәүештә,         уҡытыусы үҙ эшенең һөҙөмтәләрен йылдар үткәс кенә күрә. Минең хеҙмәтемдең төп күрһәткесе - балаларҙың сәләмәт рухлы, кешелекле, иғтибарлы, ихтирамлы  булып үҫеүе. Боронғо Ҡытай фәйләсүфе Конфуций үҙ уҡыусыларына донъяны йәшәткән төшөнсәне: “Кешелеккә ут менән һыуға ҡарағанда  кешелеклелек мөһим. Ут менән һыуҙан үлгәндәрҙе күргән бар, әммә кешелеклелектән үлгәндәрҙе күргәнем юҡ!” - тип аңлатып бирә. Йәш быуында донъяға дөрөҫ ҡараш, хеҙмәткә, тирә-яҡҡа һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән башҡорт әҙәбиәтендә заманалар һынауы үткән классик әҫәрҙәр менән танышҡас, уларҙың эстәлегенән сығып үҙ фекерҙәрен белдереп дөрөҫ һығымта яһай белһәләр,  тимәк,  мин  әйтергә теләгән һүҙҙәр уларҙың күңелдәренә барып еткән. Ә мин уҡыусыларҙың йәшәү кредоһы итеп түбәндәге ҡағиҙәләрҙе алыуҙарын теләр инем:                                        Үҙ көсөң менән яулап алған бәхетең, даның һәр ваҡытта ла һинең булмышыңды, йәшәйешеңде билдәләй. Үҙ тиреңде түгеп тапҡан бәхет һәр ваҡытта ла ҡәҙерле.                        Кеше һәләтенә көнләшергә, уны юҡ итергә ярамай, ә, киреһенсә, уға һоҡлана белергә кәрәк. Үҙ теләгеңә ирешер өсөн тырышыр, эҙләнер кәрәк. Ҡайҙа ғына булһаң да, үҙеңде һәм башҡаларҙы хөрмәт итә бел.                                                 Һүҙемде йомғаҡлап иғтибарығыҙҙы  эпиграфҡа йүнәлтәһем килә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб апай Биишева бик мәғәнәле юлдар яҙа. Ысынлап та, кеше күңелендә, бигерәк тә кескәй йөрәктәрҙә, ҡояш булып йәшәй алаһың икән, тимәк барған юлың ышаныслы, таянырҙай терәк,  кәңәш бирерҙәй   юлдаш була алаһың. Ә балаға юлдаш, серҙәш булыу - уҡытыусының иң оло ҡаҙанышы.   Бары тик көл генә булып ҡалма...                                  

                                                 

         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Эссе "Минем педагогик табышларым"

Обмен опытом на тему "Мои педагогические находки"...

Эссе "Я - учитель" Минем педагогик уйлануларым

Минем педагогик уйлануларым....

Минең педагогик философиям. (эссе)

Уҡытыусы һөнәрен һайлауым сәбәптәре. Уйланыуҙар, һығымталар....

Минем педагогик фәлсәфәм.Эссе.

Минем һөнәрем-Укытучы!     1983-елда КДПИын тәмамлап ,математика укытучысы булу бәхетенә ирештем.Язмыш кушуы буенча шул вакыттан бирле үзем укыган мәктәптә эшлим...

Эссе. "Минем педагогик осталыгым"

Минем педагогик осталыгым. Эссе....

Эссе "Минем педагогик осталыгым"

Минем педагогик осталыгым...

Эссе "Минем педагогик осталыгым "

"Минем педагогик осталыгым" темасына эссе...