Ә.Сөләймәнов. Яңы аш. Башкирский язык (государственный) (4 класс)
план-конспект на тему


Предварительный просмотр:

4 класс башҡорт(дәүләт) теле, 2-се сирек

Тема: Ә.Сөләймәнов. Яңы аш.

Маҡсат: 1. Текстың эстәлеге менән таныштырыу, бал тураһында мәғлүмәт биреү.

2. Тексты аңлы уҡыу күнекмәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу.

3. Уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү,  яҡшы сифаттар, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, белешмә материал, проектор, карточкалар.

Дәрес төрө: ҡатнаш.

Дәрес планы:

I Ойоштороу моменты.                                                        1 минут.

II Артикуляцион күнегеүҙәр.                                                3 минут

III Дәрес маҡсатын билдәләү.                                        1 минут

IV Яңы тема.

1) Инеш әңгәмә.                                                                2 минут

2) Текст өҫтөндә эш.                                                        15 минут

а) Һүҙлек эше.                                                                3 минут

б) Тексты уҡыу, тәржемә итеү.                                        7-8 минут

в) Текстың йөкмәткеһе өҫтөндә эш.                                2 минут

г) Мәҡәлдәр (өй эшен тикшереү).                                        3 минут

3) Ял минуты.

V Өҫтәлмә материал.                                                        9 минут

а) Ҡырағай бал ҡорто һәм солоҡ балы.                                3минут

б) Йүкә балы, сәскә балы….                                                3 минут

в) Бал – Башҡортостандың визиткаһы.                                3минут

VI Йомғаҡлау. Баһалау.                                                5 минут

VII Өй эше.                                                                        2 минут

Дәрес барышы:

I Ойоштороу моменты.

  • Һаумыһығыҙ, балалар! Беҙгә бөгөн ҡунаҡ килгән, ниндәй ҡунаҡ икәнен шиғыр уҡығас аңларһығыҙ.

II Артикуляцион күнегеү.                                                        Слайд.

Бал ҡорто.

Бер өҙлөкһөҙ геүләйһегеҙ:

  • Беҙ ҙә беҙ, беҙ ҙә беҙ!

Һеҙҙең һеҙ икәнде генә

Әллә ҡасан беләбеҙ.

Г.Юнысова

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеп уҡыу өҫтөндә эш. [ҙ],[һ] өндәрен айырыу. Һорауҙар биреү:

- Бында нимә тураһында һүҙ бара?

- Ҡайҙан белдегеҙ?

Дөрөҫ, бал ҡорто беҙ-беҙ тип беҙләп оса. Ә бына был бал ҡорто юҡҡа ғына беҙгә килмәгәндер. Бәлки ул аҙашып ҡалғандыр, уға умартаға юл күрһәтергә кәрәктер? Ярай, беҙ уға ярҙам итербеҙ.

III Дәрес маҡсатын билдәләү.

Бөгөн дәрестә Әхмәт Сөләймәновтың “Яңы аш” тигән хикәйәһен уҡырбыҙ һәм бал ҡорттары тураһында һөйләшербеҙ. Дәрес барышында һеҙҙең өй эштәрегеҙҙе тикшереп үтербеҙ. Сөнки кемдер бал ҡорттары тураһында мәҡәлдәр әҙерләргә, кемдер белешмә төҙөргә тейеш ине.

IV Яңы тема.

1) Инеш  өлөш.

Үткән дәрестә беҙ хобби, яратҡан шөғөл тураһында һөйләштек. Һәр кешенең яратҡан шөғөлө була. (Алһыу:

Мин  йырларға яратам.

Светлана:

Мин …………… яратам.

Карина:

Мин …………… яратам. Һ.б.)

Ә бына кемдер умарта тота, ҡорт ҡарай. Әхмәт Сөләймәнов яҙған хикәйәлә беҙҙең бал ҡортоноң хужаһы тураһында һүҙ бармаймы икән?

2) Текст өҫтөндә эш.

а) Яңы һүҙҙәр менән таныштырыу:                                        Слайд

умарта – улей

кәрәҙ – соты

һамаҡлай – приговаривает

ҡеүәтләйбеҙ – поддакиваем

ҡапҡас – крышка

батман – высокая кадка для меда

ауыҙ иттерә - дает пробовать

мул – күп; много

мең – тысяча

үҙҙәренсә - по-своему

олораҡтар – взрослые

Яңы һүҙҙәрҙе индереп һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

б) Тексты уҡыу, тәржемә итеү:

(Уҡыусыларҙан сылбыр буйынса уҡыттырыу, тәржемә иттереү.)

в) Текстың йөкмәткеһе өҫтөндә эш:

Һорауҙарға яуаптар:

  • Балалар ни өсөн бабай янына киләләр?
  • Мөхәррәм  балаларға нисек ҡарай? Ниндәй һүҙҙәренән белдегеҙ?
  • Балалар ниндәй теләктәр теләйҙәр?
  • “Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара” тигән мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?
  • Балаларҙың рәхмәте бабайға ярҙам иткәнме? Уны нимәлә күреп була?

г) Үҙегеҙ бал ҡорто тураһында ниндәй мәҡәлдәр таптығыҙ? Уҡып ишеттерегеҙ әле бал ҡортона.                                                Слайд.

(Бал татлы, балдан бала татлы.(Баланың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлаталыр.)

Бал менән ауыҙланғандың теле татлы булыр,

Май менән ауыҙланғандың теле йомшаҡ булыр. (Юҡҡа ғына яңы тыуған балаға, ҡәйнә тупһаһына төшкән киленгә бал-май ҡаптырмайҙарҙыр. Әгәр кеше менән яғымлы, йөҙ боҙмай һөйләшһәң, һинең менән барыһына ла һөйләшеүе рәхәт булыр.

Бал(май) сабата йотторор. Бал тәмле, тип бармаҡты тешләп булмай.)

Афариндар, яҡшы әҙерләнгәнһегеҙ.

3) Ял минуты. Музыкаль пауза.

V Өҫтәлмә материал.

Бал ҡорто  тураһында күберәк беләһе килә. Бына уның тураһында нимәләр яҙалар:

а) Ҡырағай бал ҡорто һәм солоҡ балы.                                         Cлайд.

Башҡорт халҡының  борон-борондан төп кәсептәренең береһе бал ҡорттары булған. Хатта, башҡорт атамаһы ҡорт ҡараусы тигәнде аңлата, тип яҙылған яҙмалар бар. Һүрәттәрҙә күреүегеҙсә бал ҡорттарын солоҡта (уны ағасҡа эләләр) һәм  умартала ҡарайҙар.

б) Йүкә балы, сәскә балы….                                                        Слайд.

Йүкә балы – иң билдәле, иң сифатлы балдарҙың береһе.

Ҡарабойҙай балы ғәмәлдә Башҡортостандың дала яҡтары умарталыҡтарында йыйыла.

Төрлө-төрлө баллы үҫемлектәрҙең сәскә һутынан йыйылған сәскә балы ифрат та шифалы һәм ҡиммәтле.

Клевер балы ла бик шифалы һәм ҡайһы бер ауырыуҙарҙан дауалауҙа бик файҙалы.                                                                        Слайд.

в) Бал – Башҡортостандың визиткаһы. Уны күп илдәр һатып алалар. Төрлө халыҡ-ара йәрминкәләрҙә алтын, көмөш  миҙалдарға лайыҡ булған. Быйыл “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” исемлегендә лайыҡлы урынды биләне.                                                                        Слайд.

VI Йомғаҡлау. Баһалау.                                                

- Дәресте йомғаҡлап, әйтегеҙ әле: бал ҡорттары ниндәй кешене ярата икән? ( Тырыш, кешелекле, яғымлы, таҙа, …)

- Мөхәррәм бабай шундай кешеме? Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ?

- Бал тураһында ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?

- Шулай итеп, беҙҙең бал ҡортоноң умартаһына ҡайтыр ваҡыты етте. Уға хәҙер иҫән-һау ҡышты ҡышларға теләйек!                                Слайд.

VII Өй эше.                                                                                Слайд                        

 Бал ҡорто беҙгә эш тә ҡалдырырға онотмаған икән.

- Текстың эстәлеген ҡыҫҡаса һөйләү. 59-сы бит.

- Бал ҡортоноң һүрәтен төшөрөргә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по 2 линии учебников...

Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (ФГОС)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа для 4 класса по башкирскому языку (государственный)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

План работы ШМО учителей родного (чувашского) языка и литературы, родного (башкирского) языка, башкирского языка (государственного), истории и культуры Башкортостана МОБУ СОШ с.Ефремкино

Задачи ШМО:1. Повышения качества знаний по родному языку и литературе (чувашскому), башкирскому языку и истории и культуре Башкортостана.2.      Выработать орфоэпические, инто...

Открытый урок по башкирскому языку (государственный).Тема урока "Башкиркские народные праздники. Сабантуй.

Урок на тему: "Башкирские народные праздники.Сабантуй". Представленный материал рекомендуется в качестве дидактического материала для проведения урока башкирской литературы с использованием инте...