Башҡорт(дәүләт) теленән эш планы. 9 - сы класс (рус төркөмө)
календарно-тематическое планирование на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Башҡорт(дәүләт) теленән эш планы. 9 - сы класс (рус төркөмө)

Скачать:


Предварительный просмотр:

                         Министерство образования Республики Башкортостан

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

лицей №3 МР Учалинский район РБ

«УТВЕРЖДЕНО»

Директор МБОУ лицей № 3

У.М. Яппаров      __________                            

Приказ № 341  от  «29» августа 2017 г.

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по учебно-воспитательной работе

Тимербаева Г.Ф. ______________  

«РАССМОТРЕНО»

на заседании ШМО

(протокол № 2  от 28 августа 2017  г.)

Руководитель  ШМО

Усманова Д.А.          __________

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по научно-методической работе

Мухамедьярова Э.Ф.    ___________

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА

Башкирский язык (государственный)

для учащихся 9д класса

Организация-разработчик:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение лицей №3 МР Учалинский район Республики Башкортостан

Разработчик:

Тулябаева Назира Исламовна – учитель первой квалификационной категории

                                                                     

Учалы

2017 г.

                                                     

                            Йөкмәткеһе.

1.Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)

2.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар ( Требования к уровню подготовки обучающихся)

3 .Уҡыу предметын үтәү шарттары ( Условия реализации учебного предмета)

4.Уҡыу предметының йөкмәткеһе(Содержание учебного материала)

 Ҡушымта (Приложение)

 Ҡушымта 1.Контроль эштәр.  Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы. Система оценивания планируемых результатов)

   

  Ҡушымта 2.Календарь-тематик планлаштырыу.

(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование . График уроков контроля знаний )

                             

1.Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)

Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

                Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,  

- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,  

- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

                Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле.Тематик планлаштырыу” (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Иҫәнғолова Г.А.,Рәхмәтуллина З. Өфө, «Эдвис»  уҡытыу – методика үҙәге, 2011йыл нигеҙендә төҙөлдө.

                 Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Учалы ҡалаһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhы 3 –сө лицейының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына башҡорт телен  уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

 

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.(Общая характеристика предмета)

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

-Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

-Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

-Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

-Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекеренде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү

-Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

-Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;  

-Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;  

-Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү

.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

Танып белеү маҡсаты.

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

Үҫтереү маҡсаты.

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский).

Балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

-Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп- һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;  

-Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;  

-Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

Тәрбиәүи маҡсат.

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

Белем биреү маҡсаты.

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4 йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5)үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.  

Ишетеп аңлау (аудирование):

 1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

 2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу; 4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

 5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.  

Уҡыу телмәрен үҫтереү:

1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

2) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

3) тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

5) бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.  

Яҙыу телмәрен үҫтереү:

1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

2. матур яҙыу күнекмәләре;

3. байрам открыткалары яҙыу;

4. һүҙлек диктанты яҙыу.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

 9 класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:  

-Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;

-Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;

-Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;

-Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

-Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

(Ценностные ориентиры содержания учебного предмета)

Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу планында предметтың урыны(Место предмета в учебном плане)

Уҡыу планында 9-сы класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға

9класта 33 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт, 33 уҡыу аҙнаһы).

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Результаты изучения обучающимися программы по предмету)

 Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.

2.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар (Требованию к уровню подготовки обучающихся)

“Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.

  1. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.
  2. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
  3. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.
  4. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
  5. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  6. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  55-60 һүҙ  изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.
  7. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 7- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
  8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.

3 .Уҡыу предметын үтәү шарттары (Условия реализации учебного предмета)

Кабинеттың йыһазланылышы.

-уҡытыусының өҫтәле,ултырғысы;

-ике урынлыҡ парталар, һәр уҡыусыға етерлек;

-сәскәләр һауыты, информацион стенд;

-темаларға иллюстрацион материалдар, презентациялар;

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты

1 Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класс уҡыусылары өсөн . Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.

2.Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы:5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап, 2002йыл,166 бит.

3.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-11-се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 2009.

4. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле.Тематик планлаштырыу” (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Иҫәнғолова Г.А.,Рәхмәтуллина З. Өфө, «Эдвис»  уҡытыу – методика үҙәге, 2011.

Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге:

1.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-11-се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 2009. – 192 бит.

2.Усманова М.Г. Электронное учебное издание. “Башкирский язык: фонетика и грамматика на башкирском и русском языках”. Уфа-2011

3. Ф.А.Хуснутдинова Башкирский язык.ru.

4. Электронный учебник «Башкирский язык. ru».

5. Усманова М.Г. Электронное учебное издание. “Башкирский язык для 9-го класса”. Уфа- 2011.

6. З.М.Ғәбитова. Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт теленән өлгә программалар. – Өфө: Китап, 2012. – 48 бит.

7. М.Ғ. Усманова, Г.А.Иҫәнғолова, З.Ә. Рәхмәтуллина. Башҡорт теле: эш программаһы. Тематик планлаштырыу. 5-11 кластар. – Өфө: “Эдвис” уҡытыу- методика үҙәге, “Башҡортостандың бәләкәй даһийы”, 2011. – 168 бит.

8. Г.А.Иҫәнғолова. Башҡорт теленән дидактик материалдар. – Өфө, Китап,2010. – 132 бит.

9. Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап, 2009.- 166 бит.

10. Электрон дәреслек. Башҡорт (дәүләт) теле. 5-11 – Өфө: Мәғариф министрлығы

11. Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс – Өфө: Мәғариф министрлығы

12. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит

13. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Кита

2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009. 3. Давлетшина М. С. Методика преподавания башкирского языка(1часть) - Уфа, 2010г.

4. Давлетшина М. С., Габитова З.М. Методика преподавания башкирского языка (2 часть) - Уфа,2011г.

5. Нафикова З.Г., Валеева В.В. Наглядно-дидактическое пособие по усвоению башкирского языка (на баш.яз.) Эдвис, 2008 г.

6. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

7. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8. «Аҡбуҙат» журналы. 9. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр

 

Интернет ресурстар :

1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home8 

2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/ 

3. Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/ 

4. Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkorttele.livejournal.com/

 5. www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

6. www.edu.ru Федеральный портал "Российское образование"

7. www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ http://www.pravitelstvorb.ru/ Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

 8. www.apkpro.ru Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

 9. www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ 10. www.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

11. kpolyakov.narod.ru Методические материалы и программное обеспечениедля школьников и учителей

12. window.edu.ru информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам" 13. school-collection.edu.ru единая коллекция цифровых образовательных ресурсов.

Материаль-техник ҡулланмалар:

1. Компьютер

2. Интерактив таҡта

3. Мультимедиа проекторы

4. СD проигрыватель

6. Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.

 7. Ишетеп- күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.

8. Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы

4.Уҡыу предметының йөкмәткеһе (Содержание учебного материала)

Һаумы, мәктәп! (3 сәғәт)

Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү. Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.  (3 сәғәт)

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй? ( 4сәғәт)

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән. Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. (4 сәғәт)

Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Башҡорт театры. (4 сәғәт)

Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады. (4 сәғәт)

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Башҡорт аты. (4 сәғәт)

Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Башҡорт халыҡ милли аштары. (4 сәғәт)

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.

Күңелле яҙ килә. (3 сәғәт) Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

                                                                                   Ҡушымта1. Ҡушымта 1.Контроль эштәр.  Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы. Система оценивания планируемых результатов)

1

Контроль диктант.Талҡаҫ күле.

21.10

2

Изложение. Театр тарихынан.

23.12

3

Үҙ аллы эш.

10.03

4

Контроль диктант.Урман.

5.05

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

1.​ Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

​ башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

​ тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

​ дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

​ һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

​ тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

1.​ Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

1.​ Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм һ.б)

                                Баһалауҙың төп критерийҙары

Билдәләр

Йөкмәтке һәм телмәр

грамотлылыҡ

“5”

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.

Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5 һәм телмәре яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин.

3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

“4”

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһе 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы булыуы мөмкин.

7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин.

“3”

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктуацион, шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин.

“2”

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән.

12-15 орфографик, 10 пунктацион, 12 грамматик хата.

                               

                                                                                                                                  Ҡүшымта 2.

Ҡушымта 2. Календарь-тематик планлаштырыу  Контроль эштәр графигы (Приложение 2. Календарно-тематическое планирование. График  уроков контроля знаний )

Предмет: башҡорт теле

Класс: 9г

1-се сирек-9 с.

2-се сирек-8 с.

3-сө сирек-10.с.

4-се сирек-6 с.

Бөтәһе -33 сәғәт, аҙнаһына – 1 сәғәт.

Контроль эштәр иҫәбе

I

II

III

IV

итого

диктант

1

-

-

1

2

 изложение

-

1

-

-

1

инша

-

1

3

-

1

Лексик тема

Грамматик тема

Актив һүҙҙәр

План

Фактик

                                                                                 Һаумы, мәктәп!-3 сәғәт

1

А.Игебаев “Бик тә кәрәк тыныслыҡ”

Грамматика буйынса үтклгәндәрҙе ҡабатлау

Инеш, күл, йылға, шишмә, хәҙер, әҙер, бер көн,мәҫәлән, ваҡыт, уҡыу, ғалим, хеҙмәт, мәсьәлә,өлкән,түбән,дәрәжә, дәрәжәле, абруй, уңыш, байлыҡ, муллыҡ, тауыш, өй алды, ышаныс,өмөт,иҫтәлек, зирәк, сәтләүек, әрем, тарих, кесе, тальян, томанлы

2.09

2

М.Аҡмулла ижады. “Көҙ”, “Бәхет нимә?”

Антонимдар

9.09

3

Р.Нурмөхәмәтов. “Чехов Башҡортостанда”.

Сифат

16.09

                                                                          Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт -3 сәғәт

4

Р.Ғарипов. “Кеше”

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.

23.09

5

Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан? Легенда.

Хәлдәр. Урын хәле.Ваҡыт хәле

30.09

6

 Ф.Мөхәмәтйәнов.

”Ғүмер”

Рәүеш хәле.

7.10

Атамалар ни һөйләй? -4 сәғәт

7

Башҡортостан йылғалары.

Күләм –дәрәжә хәле.

Атама, исем, мәғәнә, этимология, атманың мәғәнәһе,атаманың килеп сығышы, ил, тарих, ғөрөф-ғәҙәт, йола, тел үҙенсәлектәре, сағылыу, тарих һөйләй, белеү, өйрәнеү, йыйыу, үткән тормош, хәҙерге тормош, аңлатыу, грек һүҙе, шәхес, күскән халыҡ, ерле халыҡ, ер һорау, күсеп ултырыу, борон, элек, хәҙер, һорашыу

14.10

8

Контроль диктант. Талҡаҫ күле.

21..10

9

Карауанһарай.

Хаталар өҫтөндә эш.

28.10

 I c.-9 c.

10

Ҡ.Аралбай “Янғантауға мәҙхиә”.

Шарт хәле.

11.11

                                                                                Беҙ ҡышты ла яратабыҙ-4 сәғәт

11

 Ф.Рәхимғолова “Ҡыш”.

Сәбәп хәле.

18.11

12

 Ш.Бабич ижады.

Кире хәл.

Ҡышҡы ваҡыт, селлә, ябалаҡлап, епшек ҡар, һырынты, көрт, һырғалаҡ, ел олой, томанлы көн, иретеү, туңдырыу, һепертмә буран, яланғас, ҡар көрәү, тағараҡ, ем һалыу, буран, селләбыу, аҡ сәсәкә, гөлйемеш, тымаулау, һарымһаҡ, Селлә бабай

25.11

13

Уралда ҡыш.

Йәнләндереү.

2.12

14

Ҡыштың һыуыҡ көндәрендә.

Йәнләндереү.

9.12

                                                                                Башҡорт театры -4 сәғәт

15

Башҡортостан театрҙары.

Өҫтәлмәлек.

Күренеш, тәнәфес, шаршау, рәт, үҙешмәкәр, төркөм, ҡул сабыу, алҡыш, алҡышлау, алып барыусы, төп роль, башҡарыусы

16.12

16

Изложение .

Театр тарихынан.

23.12

17

М.Ғафури исенмендәге Башҡорт дәүләт драма театры.

Хаталар өҫтөндә эш.

30.12

IIc-8с

18

Халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков.

Сағыштырыу.

20.01

                                                                                Башҡорт халыҡ ижады -4 сәғәт

19

Ә.Сөләймәнов “Халыҡ ижады”.

Һөйләм.

Халыҡ ижады, әкиәт, мәҡәл, әйтем, һынамыш, тиҙәйткес, хеҙмәт, халыҡ, сәсән, быуын, үҙенсәлекле, ҡеүәт, ҡыйыулыҡ, телдән, яҙма әҫәр, йөкмәтке батырлыҡ, ғәҙеллек, ирек, дөйөм

27.01

20

“Урал батыр” эпосы.

Һөйләм.

3.02

21

“Алпамыша батыр” әкиәте.

Ябай һөйләм төрҙәре.

10.02

22

“Алпамыша батыр” әкиәте.

Бер составлы һөйләмдәр.

17.02

                                                                                  Башҡорт аты -4 сәғәт

23

Башҡорт аты ниндәй була?

Һан.

24.02

24

А. Куприн. “Аттар”

Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

3.03

25

Үҙ аллы эш.

10.03

26

 Баһуманов” Йылҡы малын айыраһығыҙмы?”

Хаталар өҫтөндә эш.

17.03

                                                                                Башҡорт халыҡ милли аштары -4 сәғәт

27

   А. Баһуманов “Икмәк”

Ябай һөйләм.

Бишбармаҡ, буҙа, бәлеш, ҡымыҙ, ҡорот, эремсек, талҡан тартыу, ҡаҡ ҡойоу, еләк киптереү, ит ыҫлау, ҡаҡланған ит, айран, ҡатыҡ, ҡаҙы, йылҡы ите, ауыҙ итеү, ашау, эсеү, бешереү, ҡунаҡ саҡырыу, һыйлау, ҡашығаяҡ, һауыт-һаба, туҫтаҡ, ҡаҙан, сеүәтә, ыумас,

24.03

IIIc.-10с.

28

Башҡорт балы.

Ҡушма һөйләм.

7.04

29

“Икмәк хаҡы” әкиәте.

Ҡылым.

14.04

                                                                                   Күңелле яҙ килә- 3 сәғәт

30

С.Ғәбиҙуллин “Бына тағы яҙҙар етте”

Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Һоҡланыу, наҙланыу, моңланыу, әҙәбиәт, сәнғәт, мираҫ, бәлә, ҡаза, сикһеҙ, күгәрмәү, тутыҡмау, ғәләмәт, яҙ билдәләре, толоп, әрем, дауа, мөһәбәт, тын алыу, гөл, сәскә, даръя, гөл, дәрт.

21.04

31

Яҙ башланды.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре

28.04

32

Контроль диктант

Урман.

5.05

33

А.Игебаев “Яҙ бүләге”

Хаталар өҫтөндә эш.

12.05


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рус классындагы рус балалары өчен татар теленнән календаь-тематик план 3 класс

Автор Р.Хайдарова "рус классында укучы рус балаларына татар теленнән календарь-тематик план 3 класс...

5 класс өчен татар теленнән эш планы

Татарстан республикасы Азнакай муниципаль районы...