Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре
статья на тему

Кагарманова Сария Мухамедьяновна

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkort_telen_ukytyuza_dialekt.doc53.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре

С.М. Ҡаһарманова

Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы,

Белорет ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы

        Бөгөнгө көн – бөтә ерҙә глаболизацияның, көнбайыш ҡалыптарының һәр өлкәлә өҫтөнлөк иткән заманы. Был йоғонто сәйәсәтте, иҡтисадты, рухи ҡиммәттәрҙе генә түгел, шулай уҡ, аралашыуҙың төп ҡоралы булған телде лә үҙенә буйһондорорға ынтыла. Нисек кенә үкенесле булмаһын, үҫеп килеүсе быуын араһында туған телдә аралашыу ихтыяжы көндән-көн кәмеүен һис кенә лә инҡар итеп булмай. Быны йәштәрҙең бөгөнгө көн талаптарына яраҡлашырға маташыуҙары менән дә аңлатып булалыр. Шуға ла мәктәптә уҡыусы балаларҙың, бигерәк тә ҡала мөхитендә үҫкәндәрҙең, башҡорт теленә ҡарата вайымһыҙ булыуҙары һис тә ғәжәп күренеш түгелдер.

Шунлыҡтан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡытыусы алдында телгә ҡыҙыҡһындырыуҙы бала күңеленә яҡын, уларға таныш һөйләштәргә таянып уҡытыу бурысы тора.

Беҙҙең Белорет ерлеге көньяҡ диалектының урта һөйләшенә ҡарай. Билдәле булыуынса, был һөйләшкә күплек ялғауҙарының ике төрҙә: -лар/-ләр һәм сонор өндәргә (м, н, ң) бөткән һүҙҙәрҙән һуң –нар/-нәр ҡулланылышы хас. Мәҫәлән: атлар, һыйырлар, ауыллар, таулар, илләр, күлләр, ләкин урманнар, көннәр, төннәр. Һ, ҫ өндәренең ҡулланылышы ла әҙәби телдән айырыла: әҙәби телдә - баҫ, баҫма, ҡыҫыҡ, һаҫыҡ; диалектта – баһ, баһма, ҡыһыҡ, һаһыҡ [Шәкүр, 2012, 90].

Беҙҙең Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһына райондың төрлө ауылдарынан сыҡҡан ата-әсәләрҙең балалары йыйылған. Шуға ла дәресте ойошторғанда көньяҡ диалекттың бер нисә һөйләшен күҙ уңында тотоп эш итеү мөһим. Сөнки Шығай, Ҡаһарман ауылдарынан сыҡҡан балалар өсөн үрҙә телгә алынған миҫалдар яҡын булһа, ә инде Инйәр  яҡтарынан килгән уҡыусылар өсөн –лт, -нт, -ңт, -мт, -ңҡ, -нҡ, мк диссимилятив өн ҡушылмаларының ҡулланылыуы характерлы. Бында л, м ,н, ң талғын тартынҡы өндәренән һуң д өнө һаңғыраулашып, т өнөнә күсә. Мәҫәлән: әҙәби телдә - һалды, Уралда, урманда, урмандан, ҡондоҙ, юлдаш, урта һөйләштә - һалты, Уралта, урманта, урмантан, ҡонтоҙ, юлташ [Шәкүр, 2012, 124]. Шулай уҡ был һөйләште ҡулланыусыларға б өнө урынына п өнөн ҡулланыу күренеше лә хас: әҙәби телдә - тубырсыҡ, ҡабырсаҡ, бында, урта һөйләштә - тупырсыҡ, ҡапырсаҡ, пында [Миржанова, 1979, 107].

Әлбиттә, IX класҡа етмәй тороп, балалар үҙҙәренең эйек-һаҡмар һөйләшендә, йә булмаһа урта һөйләштә аралашалар икәлегенә әллә ни иғтибар биреп тормайҙар. Улар өсөн телдең ике айырмалы һөйләше бар – ул ҡатай һөйләше һәм дә тамъян һөйләше. Мәктәптә күбеһенсә рус телендә аралашыуға өҫтәнләк биреүҙәренә ҡарамаҫтан, күнегеүҙәр башҡарғанда теге йәки был һүҙгә барып юлығыу менән, уҡыусылар үҙҙәрендә был һүҙҙәрҙең нисек әйтелешен миҫалға килтерәләр, уларҙың ни өсөн  ике төрлө атама менән йөрөтөлөүен белергә тырышалар. Шуның өсөн V класта “Синонимдар”, IX класта “Башҡорт теленең диалекттары” темаларын үткәндә, уҡыусыларға өйгә эшкә билдәле бер һүҙҙәрҙең үҙҙәрендәге аталашын яҙып килергә ҡушылһа, уҡыусылар был эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотоналар. Мәҫәлән, быйылғы 9-сылар бына ошондай миҫалдар алып килгән:

  

Әҙәби телдә

Русса тәржемәһе

Шығай ауылында

Ғәбдүк ауылында

Ҡаһарман ауылында

ҡурай еләге

малина

айыу еләге

әберсә

ағас еләге

ер еләге

клубника

йөндө еләк

тупар

шартый

алйот

дурак

алйот

ауһар

алйот

ижау

ковш

сүмес

ижау

ижау

бүрек

шапка

тупый

бүрк

кәпәс

эскәмйә

скамья

эскәмйә

ширлек

скәмйә

эҫкәк

шипцы

шипше

йәмкә

сипсы

Әйтергә кәрәк, ошондай ғәмәли эштәр башҡарыу балаларҙы телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу менән бер рәттән, уарҙың һүҙ байлығын да арттыра, телмәрен дә байыта.

Үрҙә ҡарап үткән миҫалдар лексик үҙенсәлектрҙең асыҡ өлгөләре булһа, белореттарҙың һөйләше әҙәби тел нормаларынан морфологик яҡтан да айырыла. Мәҫәлән: ҡәрҙәшлек терминдарында –ый/-ей формалары ҡулланыла: атай- атый, апай – апый, әсәй - әсей. Бындай миҫалдар бары тик атай-әсәйгә, туғанына өндәшкәндә генә файҙаланыла. Мәҫәлән: Апый, өйгә эшемде эшләш әле. Әммә: Апайым бөгөн дәрескә килмәй, ул ауырый.

Белореттар өсөн шулай уҡ  хәҙерге заман ҡылымдарының алма ярҙамсы ҡылымлы юҡлыҡ формаһын ҡулланғанда, башланғыс формаһы тартынҡыға бөткән ҡылымдарға хәҙерге заман –а/-ә ялғауҙарына –й аффиксы ҡушыу хас. Мәҫәлән: әҙәби телдә бара алмай, килә алмай, ҡайта алмай; беҙҙә - барай алмай, киләй алмай, ҡайтай алмай. Кисә дәрестән һуң ҡайтай алмай торҙоҡ, сөнки автобус булманы. Мин һине көтәй алмайым, фольклор түңәрәгенә барыр кәрәк.

Көньяҡ диалекттың беҙҙең яҡ һөйләштәренә хас морфологик үҙенсәлектәрҙең береһе булып, әҙәби телдәге кеүек үк, сингармонизм законына буйһоноуы тора. Бындай осраҡтар ҡушма ҡылымдарға хас: алып кил -әпкил, алып бир - әпир, алып ин - әбин (әвин), алып бар – апар. Бындай миҫалдар уҡыусылар тарафынан әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен һөйләгәндә күҙәтелеүсән.

Фонетик яҡтан да  Белорет районының һөйләштәре араһында айырма бар. Мәҫәлән: әҙәби  телдә - һаташыу,  һөйләп, балалар, һен ҡатҡыс, күлдәк, көршәк, шунан;  беҙҙә -  саташыу, һөйҙәп, балдар, ҫен ҡатҡыс, күлмәк, кәршүк, шан.

Атап үткән лексик, фонетик, морфологик үҙенсәлектәрҙең балалар тарафынан ҡулланылыуын айырыусы әҙәбиәт дәрестәрендә күҙәтергә мөмкин. Мәҫәлән, VII класта Я. Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәрен һөйләгәндә Зекрин Рушандың сығышынан өҙөк ҡарап үтһәк, ул түбәндәгесә яңғырай: “Кешеләр йоҡтарға таралышҡас та, Буранбай менән майор Лачин бер-береһен аңдарға тырышып, серҙәшеп утырҙылар. Шан Буранбай майорҙың башҡорт икәнен белевалды (белеп алды) һәм командиры өсөн һалдаттарын утҡа ла, һыуға ла әбинергә  (алып инергә) әҙер ине. Был һөйҙәшеүҙән һуң Буранбай оҙаҡ йоҡтап китәй алмай ятты”.

Әйтергә кәрәк, әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрендә диалект һүҙҙәр ҡулланыуҙың кире яҡтары булыуы мөмкин түгел. Киреһенсә, балаларҙың телмәрҙәре диалект һүҙҙәр менән байыуы, уларҙың һөйләгәнен тыңлаусы өсөн ҡыҙыҡлыраҡ итә, дәрестең уҡыусы күңеленә яҡын юҫыҡта алып барылыуы уның телгә булған ҡыҙыҡһыныусанлығын арттыра, ошо телдә һөйләшергә теләген үҫтерә. Әммә, лирик әҫәрҙәргә килгәндә, уҡыусы ритм, рифма, йәғни шиғриәт ҡанундарын боҙмайынса, әҙәби телдә һөйләүе яҡшыраҡ.

Ошондай уҡ сикләүҙәр туған тел дәрестәренә лә ҡағылырға тейештер, минеңсә. Сөнки нисек кенә булмаһын, ҡабул ителгән тел нормаларынан ситләшеү уҡыусыларҙың грамоталы яҙыуына булышлыҡ итмәҫ ине. Әгәр ҙә яҙма эштәрҙә уҡыусыларға диалеттарҙа эш итергә рөхсәт итһәк, бындай эштәрҙең бер үк һүҙҙең бер нисә вариантын дөрөҫ тип ҡабул итеү кәрәк булыр ине. Мәҫәлән, бабай һүҙен ҡатайҙар бауай тип белһә, тамъяндар бавай тип таный. Бындай төрлөлөк яҙма эштәрҙе баһалағанда ла ауырлыҡ тыуҙырыр ине. Әммә, шул уҡ ваҡытта, тел дәрестәрендә лексик үҙенсәлекле диалект һүҙҙәрҙе ҡулланыуға ыңғай ҡараш тыуҙырыу отошлолор. Мәҫәлән, VI класс уҡыусыларына “Бесән өҫтө” тигән темаға текст төҙөргә ҡушҡас, уларҙың һөйләмдәрендә бер үк һүҙҙе төрлөсә ҡулланылыуы күҙәтелде. Сафуанов Вилдандың һөйләме: “Ағайымдар төшкө ялға туҡтауға, мин баҡырсала сәй ҡайнатып, сынаяҡтарҙы әҙерләп ҡуйғайным”. Ә быныһы Һөнәрғолова Рәсиләнең эшенән миҫал: “Сәй эсеп бөткәс тә, мин сәйнүктән һыу ҡойоп алдым да шәшкеләрҙе йыуа башланым”. Күренеүенсә, баҡырса – сәйнүк, сынаяҡ – шәшке һүҙҙәрен төрлөсә ҡулланыу текст эстәлегенә бер ниндәй хилафлыҡ килтермәй.

Килтерелгән миҫалдарға таянып, шундай һығымта күҙаллана: әҙәбиәт һәм туған тел дәрестәрендә телдән башҡарылған эштәрҙә диалект һүҙҙәрҙе ҡулланыу, үҙ яғыңа хас һөйләштәрҙе аралашыу башҡорт теленең һүҙ байлығын һаҡлап ҡалыуҙа мөһим роль уйнай.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге (Рәсәй Фәндәр академияһы, Өфө фәнни үҙәгенең Тарих. Тел һәм әҙәбиәт институт). - Өфө: Китап, 2002.- 432 б.

2. Миржанова С.Ф. Южный диалект башкирского языка. М.: Наука, 1979.-272 с.

3. Шәкүр Рәшит. Башҡорт диалектологияһы: уҡыу ҡулланмаһы. - Өфө: Китап, 2012. – 240 бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар»

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Самообразование педагога как средство повышения его профессиональной комп...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү

Бөгөнгө көндә  һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы  глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүҙә ерле материалды ҡулланыу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә мөһим роль уйнай. Ерле материалды ҡулланыу дәрестәрҙе тағы ла йәнлерәк итә....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле...

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива

laquo;Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива...