Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар»
проект по теме

Хабибуллина Василя Абдулловна

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Самообразование педагога как средство повышения его профессиональной компетентности». 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл sygysh-.docx33.81 КБ

Предварительный просмотр:

            Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәбибуллина Вәсилә Абдулла ҡыҙы.

           Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар.  

             “Белемгә алып барыусы берҙән-бер юл - ул эшмәкәрлек”.

                                                        Джордж Бернард Шоу

                                                                                                                   (инглиз яҙыусыһы)  

         Дәрес- мәктәптә белем биреүҙең, уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенең төп формаһы. "Федераль дәүләт стандарттары әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем алыуында үҫтерешле уҡытыу  технологияһына нигеҙләнә. Был технологияның төп шарты булып дәрестә уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу тора. Билдәле булыуынса,  эшмәкәрлек-шәхесте үҫтереүҙең төп факторы”.(1)

           I. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереүҙә уңышлыһы һәм отошлоһо-проектлау һәм проблемалы уҡытыу.

           Был эш системаһының төп идеяһы булып хеҙмәттәшлек идеяһы тора. Уҡытыусы уҡыусыларҙың ярҙамсыһы, белем алыуҙы ойоштороусы, шулай уҡ проблеманы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ сығыш яһай.

            I. Проектлау технологияһы менән
проблемалы уҡытыуҙың уртаҡ яҡтары:

1. Проблема ҡуйыла йәки билдәләнә.

2. Төрлө гипотезалар бирелә, хәл итеү юлдары күрһәтелә.

3. Эҙләнеү-тикшеренеү эштәре башҡарыла.

4. Анализлана.

5. Һөҙөмтәһе була-асыш яһай.                                                                      

      II. Төп уртаҡ яғы: үҫтереүсе уҡытыу.

          Уҡыусыларҙың үҙаллылығын, фекерләү ҡеүәһен, ижади һәләттәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

            III. Дәрестәр системаһы.

     Әҙәбиәт уҡытыуҙа проблемалы уҡытыу нимәләр бирә?

  • Әҫәрҙе анализларға өйрәтә.
  • Тексты аңлы үҙләштерергә.
  • Һүҙлек байлығын арттыра.
  • Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтерә.
  • Әҙәбиәт дәресен тормош һабаҡтары бирә алырлыҡ итеп ойошторорға мөмкинлек аса.
  • Әҫәрҙе уҡымайынса алға китеш юҡ.
  • Текстан яңы текст төҙөлә.    

     Рефлексия -кире бәйләнеш.

  • Текстан---һығымта
  • Һығымтанан---тексҡа ---һөйләү телмәре,                                                            логик фекерләү---ижади эшмәкәрлек.

Эште нисек ойошторорға?

  • 1. Етерлек кимәлдә мотивация тыуҙырырға.
  • 2. Көс етерлек йәки үтәй алырлыҡ эш алырға.
  • 3. Алған белемдең мөһимлеген билдәләргә.                                                                        

           II. Проект һәм проблемалы уҡытыу алымдары менән үткәрелгән дәрестәр.

Темалар.

Дәрес тибы, алымдар: проблема; проект; проблема+проект.

Хәл итеү юлдары һәм формалары.

Беренсе класс.             «Шалҡан»әкиәте. (асыҡ дәрес)

 Яңы тема.                  Ни өсөн сысҡанды саҡырғас ҡына шалҡанды тартып сығаралар? ППД.

Һүрәт буйынса әкиәттең сюжетын төҙөп һөйләү; сәхнәләштереү.                        Төркөмдәр менән эш.

Икенсе класс.  М.Кәрим “Ҡыш бабай әкиәте”.                                       (Театр көнөнә сәхнәләштереү)

Яңы тема. Кемдәр улар-Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ һәм Яман малай менән Илаҡ ҡыҙ? ППД.

Уларҙың ҡайһылары һеҙгә оҡшай,ни өсөн?- һорауҙарына үҙ фекерҙәрен әйтеү. Әкиәтте өлөштәргә бүлеп, сәхнәләштереү, төркөмләп эшләү.

Өсөнсө класс.       “Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкән?” (асыҡ дәрес)

 Яңы тема.                                    Бал ҡорттары нимәгә аптырап йөрөгәндәр?     Кеше ниндәй ҡарарға килә? ППД.

Бал ҡорттарының кешегә эйәләшеүенән кемгә файҙа?- һорауына яуап биреү,фекер алышыу. Төркөмләп эшләү, сәхнәләштереү.

БХӘ “Ҡарасай менән Һоросай”. («Һаумы,һаумы, әкиәт!” конкурсы)

Яңы тема. Ни өсөн әбей менән бабай Һоросайҙы урмандан яңынан алып ҡайталар? ППД.

Ни өсөн Һоросайға урманда ла өйҙә лә хөрмәт йөҙөнән ҡарайҙар? Алдашыу яҡшымы?   Индивидуаль эшләү.

С.Агиш «Яланда ҡыш». Р.Бикбаев “Зәп-зәңгәр күк, ап-аҡ ҡар”.                               (асыҡ дәрес)

Яңы тема.Төнгө ауылды, айҙы автор нисек һүрәтләй? Ҡышты шағир нимәгә оҡшата? ПД.

Ҡыштың матурлығының текста һәм шиғыр юлдарында һүрәтләнеше.                        Индивидуаль эшләү проекты.

Р.Ғарипов “Сыйырсыҡ”.                        (асыҡ дәрес)

 Яңы тема.              Сыйысыҡ образы аша автор нимә әйтергә теләгән? ПД.

Һүрәтләү саралары ярҙамында сыйырсыҡ образына характеристика биреү. Индивидуаль зшләү.                            

Г. Юнысова «Тәбиғәтте шулай яраталармы?”(“Муйыл ағасының үлеме”.) (асыҡ дәрес)

Яңы тема. Муйыл ағасы ҡайҙа үҫә һәм нимәгә шатлана ине? Икенсе яҙҙа муйыл ниңә сәскә атманы?П

Ҡыҙҙарҙың тәртибе тураһында фекерегеҙ нисек?               Төркөмләп эшләү.

“Тамыры тәрән нәҫел ағасының олоно ныҡ була”.                                                         (эҙләнеү эше)

Һәр башҡортҡа үҙенең ете быуынын белеү мотлаҡ һаналыуы. ППД.

Үҙеңдең тамырыңды, нәҫел ептәреңде, халҡың тарихын өйрәнеү.  Индивидуаль эшләү проекты.

Бишенсе класс. Ф.Иҫәнғолов “Хәмит күпере”.

 Белем нығытыу, ҡабатлау  дәресе.            Донъяла исемеңде нисек ҡалдырырға? ПД.

Тексты анализлау,геройҙарға ҡылыҡһырламаны төп маҡсаттан сығып биреү-ике төркөм: Хәмит яҡлылар,Вәлит яҡлылар.

Алтынсы класс.  Утта-һыуҙа һыналған дуҫлыҡ”.                           (семинар дәресе)

Яҡташ яҙыусыларын беләһеңме? ППД.

Яҡташ яҙыусылар ижадында Рәсәй Башҡортостан дуҫлығы сағылышы.Төркөмләп эшләү.                        

Етенсе класс.    М.Ғафури “Ҡыр ҡаҙы”.                                   (асыҡ дәрес)

Яңы тема. Малай ҡыр ҡаҙының ғүмерен нисек һаҡлап алып ҡала? ПД.

Аҡкүл, ҡыр ҡаҙы, малай; тәбиғәт-кеше мөнәсәбәте сағылышы.                                   Парлап эшләү.

М.Кәрим “Ҡайын япрағы тураһында”.           (семинар дәресе)

Яңы тема. Рәсәй менән Башҡортостан дуҫлығы ниндәй юлдар(ваҡиғалар аша) менән һүрәтләнә? ПД.

Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы.Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.Логик-образлы фекерләү.                              Индивидуаль эшләү.

Һигеҙенсе класс. И.Теләүембәтов “Маралым таңы”.

Яңы тема. Илфат ниндәй маҡсат менән урманға барырға була? Ул ниндәй һәләкәткә осрай? ПД.

Йәнлектәрҙең ҡышҡы көнитмеше. Илфаттың әсәһенән һорамай урманға сығып китеүен баһаларға, һығымта яһарға.Парлап эшләү              

Туғыҙынсы класс М.Ғафури “Халҡың күңелендә ҡалдың мәңгегә”.                           (уҡыу  конференцияһы)                        

 М.Ғафури-ижады ике милләт кешеләре күңеле түрендәге  оло йөрәкле,йомарт талатлы шәхес.ПД.

Биографик мәғлүмәттәрҙән сығып, М.Ғафуриға хас сифаттарҙы билдәләргә.                Төркөмләп эшләү.

Унынсы класс. Ғ.Сәләм “Шоңҡар”.

Яңы тема. Поэмала күтәрелгән проблема: нимә фашлана, нимә данлана. ПД.

 Поэмалағы һәр образға характеристика бирергә. «Минең буласаҡ ғаиләм»-темаһына инша яҙырға.

Ун беренсе класс. Н.Мусин “Һайлап алынған яҙмыш”.

Яңы тема. Әҫәрҙә йәшәү мәғәнәһе, шәхес һәм йәмғиәт, кеше һәм кешелек яҙмышы. ПД.

Үҙ фекереңде иҫбатлау.      Индивидуаль эшләү.

           III. Йомғаҡлау.

           Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған технологиялар:белем биреүҙә проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, комьютер технологияһы - үҫтереүсе уҡытыу системаһы-

 уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килә.

           IV. Ҡулланылған әҙәбиәт:

  • Иҙелбаев М.Х.,Юлмөхәмәтов М.Б. “Башҡорт әҙәбиәте” дәреслегенә методик ҡулланма. Өфө. “Китап”. 2013. 6-сы бит. (1)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий литературно-этнографической композиции "Тау от жагъада..." на балкарском языке, посвященной Международному дню родного языка.

Материал для проведения  внеклассного мероприятия, посвященного Международному дню родного языка на балкарском языке....

Открытие Недели Гуманитарных наук в школе, посвященное Международному дню родного языка.

Открытие Недели Гуманитарных наук в школе, посвященное  Международному дню родного языка....

Разработка открытого занятия посвященный Международному дню родного языка Тема: «Как прекрасен мой родной язык»

Международный день родного языка отмечается с 2000 года по инициативе 30-й сессии Генеральной конференции ЮНЕСКО (ноябрь 1999) с целью сохранения и развития исчезающих языков, поощрения лингвистическо...

Устный журнал, посвященный Международному дню родного языка

Мероприятие проведено для 5 классов в рамках предметной недели, приуроченной к Международному дню родного языка....

Внеклассное мероприятие, посвященное Международному дню родного языка

Цель: знакомство обучающихся со значением родного языка в жизни общества.Задачи:развитие познавательности во внеурочное время;умение работать с различной  литературой; развитие интеллектуаль...

Методическая разработка общешкольного внеклассного мероприятия, посвященного Международному дню родного языка (в рамках Литературной недели)

Методическая разработка общешкольного внеклассного мероприятия, посвященного  Международному дню родного языка (в рамках Литературной недели)...

Разработка мероприятия «И мы сохраним тебя, русская речь, Великое русское слово», посвященного Международному дню родного языка

Цели мероприятия:- знакомство обучающихся с Международным днем родного языка;- пропаганда норм и правил русского языка, формирование навыков правильной речи;- воспитание бережного отношения к родному ...